Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
сборник Отечественная война 1812 г.doc
Скачиваний:
26
Добавлен:
25.08.2019
Размер:
4.61 Mб
Скачать

Баязит Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” драмаһында “намыҫ” концептының бирелеше

Лингвокультурология - телде культураның бер өлөшө булараҡ өйрәнә. Был тармаҡтың өйрәнеү объекты, үҙәк элементы булып концепт тора. Концепт – кешенең рухи донъяһының торошон, аң кимәлен һәм тормошҡа ҡарашын сағылдырыусы фәнни сара. Кешенең рухи донъяһын сағылдырыусы, әхлаҡ кимәлен асыусы концепттар араһында «намыҫ» концепты үҙәк урында тора. Намыҫ, намыҫлылыҡ – халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтенә, аң-кимәленә хас күренеш. Халҡыбыҙ аңында «намыҫ» төшөнсәһе әхлаҡи категорияларҙың иң мөһимдәренең береһе булып иҫәпләнгән, ул яманлыҡ, яҡшылыҡ, әҙәплелек менән бергә йәшәгән. Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһында «намыҫ» концепты әҫәрҙең йөкмәткеһен асыуҙа ҙур роль уйнай. Намыҫ – «ул кешенең үҙен тотошонда, эшендә, тәртибендә ниндәй мораль-этик нормаларға таянып эш итеүенән сығып баһаланған хәле, минлек тойғоһо, ғорурлыҡ; күңел инсафлылығынан килгән яуаплылыҡ тойғоһо, оятлыҡ хисе, выждан». 1812 йылғы һуғыш башланыу менән башҡорт егеттәре үҙ теләктәре менән һуғышҡа яҙыла. Яуҙа ҡатнашыуҙары менән башҡорттар һәр ваҡыт ғорурланған, улар уны Ватан алдындағы бурыстарын үтәү тип аңлаған. Һуғыштан ҡасып ҡалыу намыҫһыҙлыҡ менән сағыштырыла. Мәҫәлән: Аҫылбикә Аҡназарға: “Бөгөн Мәскәү дөрләп яна, Халыҡ намыҫынан көләләр…Ишетеү ауыр быны! Йәне барҙа, Ирҙәрме ни шуға түҙгәндәр.”, “Һеҙҙә намыҫ, ирлек юғалды” тип намыҫлылыҡҡа саҡыра. Байыҡ. “Ил өмөтөн аҡламай, Ир намыҫын пакламай,Уралға кире ҡайтмабыҙ.”

Әҫәрҙә «намыҫ» концепты йыш ҡына синоним һәм антонимдар аша тормошҡа аша. Мәҫәлән, итәғәтле-баҫалҡы-әҙәпле, ғорур - ғәрсел-сәмсел, яуызлыҡ-аяуһыҙлыҡ-һөмһөҙлөк, хәйлә - алдау (Ҡолтүбә. Бутармын донъяһын! Хәйлә, алдау иҫән сағында) кеүек синонимик рәттәр менән бер рәттән батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ – ҡурҡаҡлыҡ (Аҡйегет. Ҡурҡаҡ бүрене гел һуғалар), (Сабырғол. Бына егеттәребеҙ, яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, ил алдында үҙҙәрен аҡланылар) яҡшылыҡ, шәфҡәтлелек –яуызлыҡ (Ҡаһым. Улар, шәфҡәт һорап, әсир төшкән, Ә һин сапҡыларға теләйһең) сафлыҡ-гонаһ( Аҫылбикә. Ниндәй гонаһ өсөн был яза?) ярамһаҡ-ғорур, хәйләкәрлек-ихласлыҡ, йомшаҡлыҡ-аяуһыҙлыҡ кеүек антоним парҙарҙы ла күрергә мөмкин. «Ҡаһым түрә» трагедияһында төп башҡорт һүҙҙәре менән бер рәттән үҙләштерелгән һүҙҙәр ҙә осрай. Мәҫәлән, яҡшылыҡ, яманлыҡ, күңел, бурыс, сая, йомарт, әҙәпле һ.б һүҙҙәр төп башҡорт һүҙҙәре булһа, нәфсе, сафлыҡ, хыянат, ихтыяр, ғорур, әҙәп – ғәрәп, абруй, дөрөҫлөк, намыҫ – фарсы теленән ингән һүҙҙәр. Трагедияла шулай уҡ күсмә мәғәнәле һүҙҙәр ҙә йыш ҡулланылған. Улар ирекле һәм нығынған һүҙбәйләнештәр, йәғни фразеологик берәмектәр барлыҡҡа килтереүҙә әүҙем ҡатнашалар. Мәҫәлән, намыҫына сүп төшөү, уйы ҡыйыҡтың – уғы ҡыйыҡ, күңелгә ятышһыҙ, кеше йәнле, намыҫына ҡаршы төшөү, матур күңелле, ҙур йөрәкле, намыҫынан көлөү, яҡты рух, үс алыу, намыҫ сафлығы кеүек фразеологик ҡушылмаларҙы ҡулланыу яҙыусыға һөйләү оҫталығын, телмәр мәҙәниәтенең юғары булыуын күрһәтеү менән бер рәттән «намыҫ» төшөнсәһен төрлө яҡлап асыуға ла булышлыҡ итә.

Шулай итеп, намыҫ – күңел торошон, рух, аң кимәлен сағылдырыусы күрһәткес, выждан, сафлыҡ тойғоһо. Әҫәрҙә әйтелгәндәргә таянып, был төшөнсә үҙ эсенә «изгелек», «сафлыҡ», «тоғролоҡ», «ғәҙеллек» һ.б. сифаттарҙы ала, тип әйтергә мөмкин. Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» трагедияһында был концепты төрлө аспекттан тикшереү, өйрәнеү халыҡтың милли үҙаңын айырым шәхестәр миҫалында күҙәтергә мөмкинлек бирә.

И.Н.Баишев,

к.и.н., доцент БГПУ им. М. Акмуллы (г. Уфа)