Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

СБОРНИК АКМУЛЛИНСКИХ ЧТЕНИЙ 2012

.pdf
Скачиваний:
323
Добавлен:
19.03.2015
Размер:
7.1 Mб
Скачать

лә [о], [ө] өндәре килә (ҡолон, тормош, оло, сөлөк, төтөн, өкө), һүҙҙең тамырында [о], [ө] өндәре торһа, уға ҡушылған аффикстарҙа ла [о], [ө]

өндәре килә (болотло, ҡоролоштоң, ҡотолоу, һөрөү, һөтлө, көлкөлө). Һүҙҙең тамырында [о], [ө] өндәре булып та, уға ҡушылған аффикстарҙың береһендә [а], [ә], [v] өндәре осрай икән, был һүҙҙә ирен гармонияһы боҙола һәм артабанғы аффикстарҙа [о], [ө] өндәре һаҡланмай (боролоштар, ҡороуын,

соҡорҙарҙы, төҙөүселәр, бөрөләнде, йөрөүҙе).

Татар телендә ирен гармонияһының түбәндәгесә килә: әгәр һүҙҙең беренсе ижегендә иренләшкән [о], [ө] һуҙынҡылары булһа, шунан һуңғы ижектәрҙә килеүсе [ы], [е] һуҙынҡылары иренләшеп, [о], [ө] булып әйтеләләр (коры – [ҡоро], чокыр - [чоҡор], көтеү - [көтөү], бөйер - [бөйөр]). Татар телсеһе профессор Ғ. Алпаровтың күҙәтеүе буйынса, хәҙерге татар йәнле һөйләү телендә ирен гармонияһы беренсе һәм икенсе ижектәрҙә генә һиҙерерлек дәрәжәлә һаҡлана; өсөнсө ижектә инде иренләшеү (лабиализация) бөтә башлай: унда о-ы һәм ө-е араһында торған нейтраль бер өн баолыҡҡа килә; дүртенсе һәм бишенсе ижектәрҙә инде татар телендә ирен гармонияһы бөтөнләй һаҡланмай, ә саф [ы] һәм [е] өндәре булып ишетелә [Алпаров Ғ., 1945: 47]. А. Бессонов башҡорт телендә ирен гармонияһы татар теленә ҡарағанда нығыраҡ үткәрелеүен иҫәпкә алған, тип күрһәтә Н.К. Дмитриев [Әхмәр Ҡ., 1941: 8]. Хәҙерге татар орфографияһы буйынса иренләшкән [о] һәм [ө] өндәре һүҙҙең беренсе ижегендә (тамырында) генә һаҡлана, ләкин йәнле һөйләү телмәрендә ирен гармонияһының икенсе ижегендә лә һаҡланыуын күрергә мөмкин, ә өсөнсө ижектә ул кәмей башлай. Ғ. Шараф фекеренсә, бының сәбәбе татар телендә баҫымһыҙ ижектә һуҙынҡыларҙың бик ҡыҫҡа әйтелешендә тора. [Дмитриев Н.К., 1941: 58]. Баҫымһыҙ ижектә ҡыҫҡа әйтелгәнгә күрә, [о] һәм [ө] өндәре о-ы һәм ө-е арһында торған битараф бер өнгә әйләнәләр. Ә Дж.Ғ. Кейекбаев фекеренсә, башҡорт телендә баҫымһыҙ ижектең һуҙынҡылары, татар телендәге [о-ө] өндәренә ҡарағанда, оҙонораҡ, һәм нәҡ “шул оҙонлоҡ башҡорт телендәге [о] һәм [ө] өндәренең баҫымһыҙ ижектәрҙә лә асыҡ ишетелеүенә сәбәпсе булған” [Кейекбаев Дж.Ғ. 2002: 160]. В. А. Богородицкий ирен гармонияһының үткәрелеүендә татар һәм башҡорт телдәрендәге айырмалыҡты күрмәй һәм был йәһәттән татар һәм башҡорт телдәре араһына тигеҙлек билдәһе ҡуя [Богородицкий В.А., 1953: 128]. Ләкин үрҙә килтерелгән миҫалдарға нигеҙләнеп, был фекер менән килешеп булмай.

Күренеүенсә, боронғо төрки телендә [у], [ү] өндәре аша үткәрелгән ирен гармонияһы хәҙерге башҡорт һәм татар телдәрендә [о], [ө] өндәре аша бирелә. Ләкин был фонетик процестың яҙыуҙа һәм әйтелештә сағылыуы бер төрлө түгел: ирен гармонияһының ҡанундары башҡорт теленең орфографик нормаларына индерелгән һәм әйтелештә һаҡланған, ә татар телендә беренсе ижектәге [о], [ө] өндәренең артабанғы ижектәрҙә ҡулланыуы тик әйтелештә

411

генә һаҡлана. Шуның өсөн дә беҙ ирен гармонияһының башҡорт телендә татар теленә ҡарағанда көслөрәк булыуы тураһында әйтә алабыҙ.

Башҡорт телендә сингармонизмдың тағы бер үҙенсәлеге бар. Ул һуҙынҡы өндәр менән тартынҡы өндәрҙең гармонияһы. Был фонетик процесс Ж. Г. Кейекбаев һәм К. Ғ. Ишбаев тарафынан таныла, ә Н.Х. Ишбулатов һәм М.Х. Әхтәмов үҙҙәренең “Хәҙерге башҡорт теле” хеҙмәтендә был күренеште бөтөнләй тикшермәйҙәр. Шулай уҡ Н.К. Дмитриев та һуҙынҡылар менән тартынҡылар гармонияһын күрһәтмәй. Уның фекеренсә тартынҡылар гармонияһы яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар ассимиляцияһында тора.

Татар теле грамаматикаларында һуҙынҡылар менән тартынҡылар гармонияһы күренеше тикшерелмәй [М.З. Закиева, Ф.А. Ганиева, К.З. Зиннатуллиной, Ф.С. Сафиуллиной, 1992], [Сәлимов Х.Х., 2003]. Беҙҙеңсә, бының сәбәбе иң тәүҙә татар графикаһында ҡ, ғ хәрефтәренең булмауында. [ҡ], [ғ] өндәренең әйтелештә булып та, график сағылышы булмауы татар теленең дөрөҫ яҙылышын ҡатмарландыра.Урта мәктәптәрҙең бишенсе класы өсөн төҙөлгән дәреслектең “Һөйләмдә татынҡыларҙың үҙгәреше” бүлеген яҙыусы Л.Г. Хәбибова өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһон тикшерә һәм һүҙҙәрҙә өндәрҙең әйтелештәре яғынан үҙ-ара “җайлашыу” процесын айырып күрһәтә. Уныңса, җайлашыу процесының ике төрө бар: а) һуҙынҡыларҙың тартынҡларға тәьҫире; б) тартынҡыларҙың һуҙынҡыларға тәьҫире. Татар һүҙҙәрендә һуҙынҡыларҙың ҡалынлығы-нескәлеге тартынҡыларҙың ҡалынлығы-

нескәлегенә тәьҫир итә. Мәҫәлән, сызалар – сөзәләр, болан – белән, балык – беләк. Тартынҡы өндәрҙең һуҙынҡыларға тәьҫире шунда сағыла: кесе тел тартынҡыларҙан һуң килгән һуҙынҡыларҙың ҡалынайып әйтелеүе (кәдерле – [ҡадерле], гөмер – [ғомөр]). Җайлашыу күренеше яҙыуҙа сағылыш тапмай. [Хәбибова Л.Г., Гафурова Ф.А., Рәхимова Ф.Ф., 2007: 66]

Ғалимдарҙың фекеренсә, башҡорт һәм татар телдәренең тартынҡыларын нәҙек һәм ҡалын тартынҡыларға бүлеүҙең практик әһәмиәте юҡ. Ләкин ҡайһы бер телселәр бындай дифференцацияны яҡлайҙар. Төп башҡорт һүҙҙәрендә ҡалын тартынҡылар [ҡ], [ғ] өндәре һәм артҡы рәт һуҙынҡылары менән килеүсе тартынҡылар, ә нәҙек тартынҡылар – улар [к], [г] һәм алғы рәт һуҙынҡылары эргәһендә килеүсе тартынҡылар. Татар телсеһе Р.Ф. Шакиров та тартынҡыларҙың ҡалынлығын-нәҙеклеген айырып күрһәтеүҙең фәнни яҡтан да, практик яҡтан да әһәмиәте барлығы тураһында яҙа һәм быны түбәндәге миҫал менән иҫбатлай: татар әҙәби телендә төп татар һүҙҙәрендәге тамаҡ төбө [ҡ] һәм [ғ] өндәре өсөн дә, тел уртаһы [к], [г] фонемалары өсөн дә, рус теленән ингән һүҙҙәрҙәге [к], [г] өндәре өсөн дә фәҡәт к, г хәрефтәре генә ҡулланыла. [Шакиров Р.Ф., 1954: 81]. Мәҫәлән, каен – [ҡайын], канат - [ҡанат], агач - [ағач], багана - [бағана], кәкре - [кәкре], күз - [күз], күгәрчен - [күгәрчен], йөгерү - [йүгереү], кабель - [кабель’], кино – [кино], газ - [газ], генерал - [генерал].

412

Башҡорт теленә рус теленән боронғо осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәр был законлылыҡҡа буйһонғандар: а) [к], [г] тартынҡылары әйтелгән һүҙҙәрҙә рус телендәге артҡы рәт һуҙынҡылары алғы рәт һуҙынҡыларына күскән (капуста

– кәбеҫтә, табак – тәмәке, коза –кәзә, лавка – эләүкә); б) бер төркөм һүҙҙәрҙә артҡы рәт һуҙынҡылары башҡорт теленә үҙгәрешһеҙ килеп ингәндәр, ләкин был саҡта [к], [г] тартынҡылары [ҡ], [ғ] тартынҡыларына күскән (колесо – ҡаласа, цыган – сиған, казак – ҡаҙаҡ, дуга - дуға).

Сингармонизмдың һуҙынҡылар һәм тартынҡылар гармонияһы башҡорт һәм татар телдәрендә төрлөсә сағылыш таба. Әгәр башҡорт телендә был фонетик күренеш орфоэпик һәм орфографик сағылыш тапһа, татар телендә уның тик әйтелештә генә һаҡланыуы билдәле. Шуға күрә лә татар теле фонетикаһында һуҙынҡылар һәм тартынҡылар гармонияһы сингармонизмдың айырым фонетик процесы итеп тикшерелмәй.

ӘҘӘБИӘТ

1.Аҙнабаев Ә.М. Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы. - Өфө:

БДПУ, 2002.

2.Алпаров Ғ. Сайланма әсәрләр. – Казан, 1945.

3.Богородицкий В.А. Введение в татарское языкознание. – Ҡазан, 1953.

4.Дмитриев Н. К. Грамматика кумыкского языка. – М. –Л., 1940.

5.Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – Москва:Наука, 2007.

6.Кейекбаев Ж.Ғ. Башҡорт теленең фонетикаһы: 2-се баҫма

төҙәтелгән. – Өфө: БДУ, 2002.

7.Решетов В. В. Узбекский язык. Ч.I Фонетика. – Ташкент, 1959.

8.Серебренников Б.А., Гаджиева Н.З. Сравнитльно-историческая грамматика тюркских языков. – Баку, Издательство “МААРИФ”, 1979.

9.Сәлимов Х.Х. Хәзерге татар әдәби теле. Фонетика һәм лексикология. – Алабуга, 2003.

10.Татарская грамматика. В 3-х томах. Т. 1./ Под. ред. М.З. Закиева, Ф.А. Ганиева, К.З. Зиннатуллиной, Ф.С. Сафиуллиной – Казань, 1992.

11.Хәбибова Л.Г., Гафурова Ф.А., Рәхимова Ф.Ф. Татар теле: 5-нче сыйныф. Башкортостан Республикасы татар урта гомуми белем мәктәпләре өчен дәреслек. – Уфа: Китап, 2007.

12.Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек / Ишбаев К.Г., Ишбирҙин Э.Ф., Йосопов Х.Ғ. һ.б. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.

13. Шакиров Р. Ф. Хәзерге татар теле фонетикасына кереш. – Казан, 1954. 14.Әхмәр Ҡ. Башҡорт теле. Педучилищелар өсөн дәреслек. – Өфө, 1941. 15.Дмитриев Н.К. Предисловие к “Башкирским народным сказкам” А.

Бессонова. – Уфа, 1941.

© Султакаева Р.А., 2012

413

Р.Г. Тагирова, доц., БГПУ им. М.Акмуллы (г. Уфа)

СТИЛИСТИЧЕСКИЕ ОСОБЕННОСТИ ПРОИЗВЕДЕНИЯ БУЛАТА РАФИКОВА «ЭЙӘРЛӘНГӘН АТ»

Исследование выполнено при поддержке федеральной целевой программы развития образования МОиН РФ соглашение №14. В37.21.2127

The work of Bulat Rafikova "a saddled horse," which describes the life and fate of Salavat Yulayev and his companions, life situations, and it is unreal assumption or hypothesis. The work of Bulat Rafikova "a saddled horse," a peculiar stylistic features. One feature of the style - the use of hypothetical modality and means of expression in the work. Estimated or hypothetical modality in the Bashkir language is represented by numerous forms that have a unique set of values. Its characteristics depend on many factors: the context, intonation and sentence structure.

Башкирский писатель Булат Рафиков в своем произведении «Эйәрләнгән ат» описывает жизнь и судьбу Салавата Юлаева и его соратников, жизненные ситуации — гипотезы, происходящие на Балтийском порте за один день.

Предположение автора о реальности действия исходит из возможности, которая и является основанием для построения гипотезы. Важным является также осведомленность и знание автора о положении действия. Именно разная степень осведомленности и определяет степень вероятности совершения действий.

Дело в том, что говорящий может строить свое суждение, будучи твердо убежденным в реальности действий или не совсем уверенным в действительности событий и фактов. Исходя из этого различаются: а) формы, выражающие уверенное или реальное предположение; б) формы, выражающие ирреальное предположение.

Произведение Булата Рафикова «Эйәрләнгән ат», описывающее жизнь и судьбу Салавата Юлаева и его соратников, жизненные ситуации, и является ирреальным предположением или гипотезой.

Он называет произведение «исторической гипотезой», так как события, которых невозможно доказать какими-то документами, но в истории оставили глубокий след. Поэтому автор жизнь и жизненные ситуации своих героев описал на основе догадки, предположения — гипотезы.

Произведение Булата Рафикова «Эйәрләнгән ат» — это произведение своеобразно не только содержанием, поставленной проблемой, но и своеобразно стилистическими особенностями. Например, посмотрим одну особенность стиля — это применение гипотетической модальности и средств ее выражения в произведении. Предположение или гипотеза -— это оценка говорящим содержания высказывания с точки зрения вероятности совершения действия. Говорящий сообщает о действии или событии, как о предположительном, как о чем-то более или менее вероятном, возможном, допустимом

[РафиковБулат, 1993: 105].

414

Предположительная или гипотетическая модальность в башкирском языке представлена многочисленными формами, имеющими своеобразный набор значений. Характеристика значений и способов выражения предположительной модальности зависит от многих факторов: от контекста, интонации и структуры предложения. Например, в произведении яркой особенностью является то, что целый контекст выражает предположение: Юлай

ҡайсаҡ караттар ҡулына эләкмәгән Кинйәнең илгә йәшерен генә ҡайтҡанын күҙ алдына килтерә. Ниңә, ана, Ҡараһаҡал ҡайтҡан бит, хатта Ур тамағына Урус кенәздең башҡорттарҙы язалағанын ҡарарға барып, яуҙаштарын ныҡлыҡҡа өндәп йөрөгән, тиҙәр. Кинйә лә ҡайтҡандыр, батырҙар йыйырға ниәтләнгәндер, ә ил туҙҙырылған, ауылдар урынында көл бурандары уйнай, халыҡ аҫылып-киҫелеп, ҡоллоҡҡа һатылып йә ҡурҡышынан ҡасып бөткән [РафиковБулат, 1993: 325].

Имеются многочисленные промежуточные формы, обозначающие и другие значения. Например, ирреальное предположение выражается при помощи слов « имеш, күрәһең»: Әбей-һәбейҙән ишеткән бер хәбәр иҫенә төштө: имештер, башҡорт иле буйлап Хызыр Ильяс йөрөп ята, ҡатындарға ғына күренеп, түлһеҙҙәрҙе түлле итә. Сырхау балаларҙы һауыҡтыра, илдәге һәр сәңгелдәкте өшкөрөп, ен-шайтанды ҡыуып ебәрә , ти [РафиковБулат, 1993: 343]. Таныш ел. Уралдан уҡ осоп килгәндер. Ниҙер әйтергә теләй, күрәһең. Шуға ла йоҡламаҫҡа ҡуша [РафиковБулат, 1993: 328].

Неуверенное предположение выражается при помощи слова «шикелле,

имеш»: Салауат үҙе ишек төбөндә бәләкәстәрҙән кемгәлер ҡайыштан ҡамсы үрә ине шикелле [РафиковБулат, 1993: 383]. Салауаттың суҡындырғанда Роман тип аталған улы булды шикелле, тип юрағандар һуңынан [РафиковБулат, 1993: 399]. Ҡайҙалыр алыҫта һөргөндә булып, ҡасып ҡайтҡандар, имеш, тип тә ишетелеп ҡала [Рафиков, 1993: 341].

В следующих предложениях значение реального предположения пере-

дается словами моғайын«вероятно», ахырыһы «кажется»: Уйлауынса, моғайын, шуны йортауай үҙе тәҡдим иткәндер, ярамһаҡланырға тиһәң, уға ғына ҡуш [РафиковБулат, 1993: 338]. Икеһе ике телдә һөйләшһә лә, яҡшы аңлай ине улар бер-береһен. Бындай осраҡта аллаһы тәғәлә үҙе тылмаслыҡ итә, моғайын [Рафиков, 1993: 393]. Мейес артындағы бүлмәнән тышҡа тағы бер ишек бар ине, ахырыһы [Рафиков, 1993: 382].

Кроме того, имеются частицы неуверенного предположения, передающие оттенок сомнения, неуверенности в отношении события, действия, явления, предмета. Весьма активно употребляется частица -дыр/ -дер, -ҙыр/-ҙер. Она присоединяется к глагольным сказуемым. Примеры: Иншалла, туған тупраҡҡа ҡайтып аяҡ баҫырға күп ҡалмағандыр, ана шунда Янғантауығыҙға өсәүләп юлланырбыҙ, унда минең дә бер туйғансы йылынғым килә, тип элеп алырға ғына тора [Рафиков, 1993: 325]. Сабыйҙарҙы суҡындырып, кафыр

415

исемдәре биреп, үҙ телдәрен оноттороп, урыҫ итеп үҫтергәндәрҙер [Рафиков, 1993: 326]. Мәжлескә уны ла саҡырыуҙары бик мөмкин, йә үҙе, берәй хәйлә табып, барып ингәндер [Рафиков, 1993: 338]. Беләлер, ҡайһы бер серҙәрҙе, ишеткәндер [Рафиков, 1993: 354]. Күптән маҡтаналарҙыр, фәләнсә һум көмөш, фәләнсә йыртыш атлас алдыҡ бүләккә, тип түш һуғаларҙыр [Рафиков, 1993: 338]. - Бына айыу йәл. Инә булһа, балалары барҙыр [Рафиков, 1993: 342]. Балаларҙан күҙ яҙҙырмай, уларҙың кемлеген ваҡытында әйтә белгәндәрҙер [Рафиков, 1993: 347].

Если за формой на -дыр/-дер, -ҙыр/- ҙер следует частицы әле, бит, то достигается более уверенное предположение. Примеры: Шуны яҙып ҡуйыусы фәрештә, туҡран тәүбәһе, тип көлгәндер әле [Рафиков, 1993: 335]. Ләкин башҡорттар, айырата шайтан-көҙөйҙәр, уның әүләденең артабанғы тормошон күҙәтеп торғандарҙыр бит, эстәрендә йәндәре булһа [Рафиков, 1993: 347].

Таким образом, частицы -дыр/-дер, -ҙыр/- ҙер, әле, бит, слов «имеш, күрәһең » в рассмотренном своем довольно распространенном лексически обусловленном значении могут употребляться как формы , выражающие значение сослагательного наклонения.

Основным грамматическим способом выражения предположительной модальности являются формы сослагательного наклонения. В башкирском языке сослагательное наклонение представлено следующими формами: 1)

барыр ине; 2) барған булыр инеҡ; 3) бара ине; 4) барасаҡ ине. Как видно, все формы сослагательного наклонения по своей структуре являются аналитическими и образуются сочетанием причастных и деепричастных форм и вспомогательного глагола ине.

Сослагательное наклонение выражает действие не как реально существующее, а как предположительное, проблематичное, желательное, возможное.

Характерная особенность синтаксического функционирования форм сослагательного наклонения заключается в том, что оно , как правило, употребляется в составе сложноподчиненого предложения в функции сказуемого главного предложения. Сказуемым придаточного предложения, как правило, являются формы условного наклонения.

Ведущим значением форм сослагательного наклонения является модальное значение предположения. Например, первая форма сослагательного наклонения на -ыр ине прежде всего употребляется для передачи различных степеней предположения говорящего о возможности и невозможности совершения действия. Степень вероятности совершения действия определяется конкретным содержанием всего предложения, хотя данный тип предложения считается ирреальным. Значение предположения в разной степени присуще формам всех лиц сослагательного наклонения, однако предположение наиболее рельефно передается формой 3-го лица. Примеры: — Ниҙер булған инде.

Юҡһа туптың һис юғы бер-икеһе атыр ине [Рафиков, 1993: 344]. Ҡайтһа, улын күрергә килә һалыр ине бит [Рафиков, 1993: 341].

416

Значение желания и совета достигается формой 2-го лица сослагательного наклонения, если оно употребляется в функции самостоятельного сказуемого в простом повествовательном предложении. Пример: — Ысҡынып булмаһа, һин берәй нисек оҙатыр инең [Рафиков, 1993: 383].

Форма -ыр ине в 1-ом лице выражает желание, намерение и мечтание говорящего [Зайнуллин, 1986: 110]. Пример: «Ҡара, ҡағыҙ, ҡәләм бирһәң икән, һәр намаҙҙа хоҙайҙан бәхет ялбарыр инем үҙеңә!» — Салауат үҙе лә һиҙмәҫтән шулай тине [Рафиков, 1993: 346].

Гипотетичность событий подчеркивается сочетанием формы будущего неопределенного времени с модальными словами и частицами, выражающими предположение [Зайнуллин, 1986: 116].

Различные оттенки предположения, сомнения, желания, намерения, мечтания выражаются в произведении Булата Рафикова «Эйәрләнгән ат».

ЛИТЕРАТУРА

1.Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – М.: Наука, Уфа:ГУПРБ «Уфимскийполиграфкомбинат», 2007. 232с.

2. Зайнуллин М.В. Модальность как функционально-семантическая категория. – Изд-во Саратовского университета, 1986.122.

3.Юлдашев А.А. Аналитические формы глагола в тюркских языках.–

М.,1965.

4.Рафиков Булат. В ожидании конца света: Исторический роман.– Уфа:

Китап,1993. – 400с.

©Тагирова Р.Г., 2012

А.А. Тарисова, Р.Д. Хуснуллина, г. Нефтекамск

ЗӘЙНӘП БИИШЕВАНЫҢ «КӨНҺЫЛЫУ», «ГӨЛЬЯМАЛ» ӘҪӘРҘӘРЕНДӘ КӨРӘШСЕ ҠАТЫН-ҠЫҘ АРХЕТИПТАРЫ

“Архетип” тип символик миф, әкиәт һәм легенда кеүек әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә ятыусы башланғыс, беренсе образ һәм мотивтар атала. “Архетип” термины фәнгә XX быуат башында билдәле швейцар психологы һәм философы Карл Юнг тарафынан индерелә. Тәү башлап психологик феноменды аңлатыусы термин булараҡҡулланыла, һуңынан мифология һәм әҙәбиәт өлкәһендә урын ала. Хәҙерге әҙәбиәттә архетип мәсьәләһе күптән түгел генә өйрәнелә башлай. Беренселәрҙән булып В.А.Марков “Әҙәбиәт һәм миф: архетиптар мәсьәләһе” тигән эшен архетип мәсьәләһен ҡарауға бағышлай.

Батыр йәки герой көрәшсе архетибы бөтә донъя мәҙәниәтенең үҙәгендә тора. Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ сифаты башҡорт халҡы өсөн дә хас. Беренсе сиратта был образ үҙендә һаҡсы, батыр һәм ғәҙеллек кеүек сифаттарҙы туплай. Герой архетипик образы өсөн үҙенең ырыуы, халҡы өсөн, уның азатлығы һәм яҡты киләсәге өсөн үҙен ҡорбан итергә әҙер булыу ҡылығы

417

хас. Шулай итеп, ирек һөйөүсәнлек, ҡыйыулыҡ, ғәҙеллек, батырлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, йомартлыҡ кеүек сифаттарбашҡорт халҡының менталитетын сағылдырып, архетипик характерға әүерелә.

Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә лә герой көрәшсе архетипик образдары төп урындарҙың береһен ала. Яҙыусы башҡорт халҡына хас азатлыҡ һөйөүсе халыҡҡа хас сифаттарҙы ошо образдар аша асып бирә. Әҙибәнең “Яҡтыға” трилогияһында көслө ихтиярлы, үҙ алдына ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн аҙғынаса көрәшергә һәләтле кешеләрҙе, ҡыйыу характерҙарҙы ижад итә. Трилогияла Тимербай, Хаммат, Хәбир, Иштуған образдары аша автор халҡының тыныс тормошо, азатлығы өсөн ғүмерҙәрен бирергә әҙер герой көрәшсе архетиптарын кәүҙәләндерә.

Тимербай һәм Хаммат образдары азатлыҡ, ирек өсөн яуға күтәрелгән көрәш кешеләре. Улар икеһе лә ябай крәҫтиән ғаиләһенән. Был ике образ үҙҙәрендә халыҡтың иң яҡшы сифаттарын туплаған алдынғы вәкилдәре.

Ғорур рухлы, сая Ҡарасәс әбейҙең улы Тимербай башта уҡ азатлыҡҡа ынтылыусы, бай һәм муллаларға ҡаршы көрәшеүсе булып сығыш яһай. Бөтә яҙмышы һәм характер һыҙаттары менән дә ул халыҡ йырҙарында йырланған батыр рухлы ир-азаматтарға яҡын тора. Тимербай үҙенең бөтә көсөн, аҙаҡҡы һулышынаса ғүмерен ирек һәм азатлыҡ өсөн көрәшкә арнай һәм граждандар һуғышында батырҙарса һәләк була.

Ауылды социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу барышында, кулактарға ҡаршы көрәштә, тәүге ширҡәт,колхоздар төҙөүҙә Хаммат иң актив фигураларҙың береһенә әйләнә. Тимербай кеүек үк, Хаммат та Совет власы өсөн көрәш юлында һәләк була.

Зәйнәб Биишеваның “Көнһылыу”, “Гөльямал” әҫәрҙәрендә көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетиптары үҙәктә тора. Яҙыусы был әҫәрҙәрендә һуғыш йылдары осоро ҡатын-ҡыҙҙарын –көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибын кәүҙәләндерә. Көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибы тигәндә, яу ҡырында ҡулына ҡорал алып дошманға ҡаршы алышыусыны түгел, ә Тыуған иленең азатлығы өсөн тылда бөтә көсөн һалыусы ҡатын-ҡыҙ образы тураһында һүҙ бара. Был әҫәрҙәрҙә әҙибә еңеүҙе тиҙләтеү өсөн үҙҙәренең шәхси ҡайғыларын еңә килеп, фронт өсөн бөтә көсөн арымай-талмай сарыф иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың типик образдарын һүрәтләй.

Зәйнәб Биишева үҙенең иҫтәлектәрендә был образдар хаҡында киләһе һүҙҙәрҙе әйтә: “Йәш саҡта, айырата Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, “Совет Башҡортостаны” газетаһы редакцияһында эшләүсе журналист булараҡ, Оло Эйек буйҙарына ла йыш килеп сыға инем. Бында ла, илебеҙҙең бөтә башҡа ерҙәрендәге кеүек, иҫ киткес ауыр, көсөргәнешле хеҙмәт фронты ҡайнай. “Бөтә көс тыуған ил өсөн, фронт өсөн, еңеү өсөн!”- тигән мөҡҡәдәс бурыс тирәһенә тупланған. Ирҙәрен, улдарын, аталарын фронтҡа оҙатҡан

418

ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның, бөтә Совет халҡының берҙәмлегенә, түҙемлегенә, дошманды еңеүгә булған тәрән ышанысына һоҡланып та, ҡыуанып та бөтөрлөк түгел. Улар тылда еңеү яулайҙар. Улар героик совет армияһын аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға мохтаж итмәҫ өсөн алды-ялды белмәй эшләйҙәр. Минең шул йылдарҙа яҙылған “Көнһылыу” повесы, “Гөлъямал” поэмаһы ошо ерлектә, Оло Эйек буйындағы ялҡынлы патриот ҡатын- ҡыҙҙарҙың героик образы булып донъяға тыуҙы”

Әҙибәнең “Көнһылыу”повесының төп героиняһы Көнһылыу- ойоштороусы-көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибы. Көнһылыу ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, ғәрәсәтле һуғыш йылдарында кешеләрҙе хеҙмәткә ойоштора, рухландыра белеүсе, ошо хеҙмәт процессында үҙе лә сыныға.

Һуғыш башланғанға тиклем ауылда уҡытыусы булып эшләгән Көнһылыуҙы көсөргәнешле заман көрәштең иң алғы сафына, халыҡ менән етәкселек итеүселәр сафына баҫтыра. Ул яуға киткән иренә биргән вәғәҙәһен үтәй, колхоздың председателе булып, етәкселек эшенә барлыҡ көсөн һала. Көнһылыу кеше шатлығын үҙ шатлығылай күреп ҡыуаныусы, башҡаларға ҡайғы килгәндә, уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашыусы, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыусы етәксе-ойоштороусы. Мәҫәлән, ауылдағы Мәрйәм исемле ҡатынға иренең үлеме тураһында килгән хатты тапшырыуҙы һүрәтләгәндә лә Көнһылыуҙың ниндәй кешелекле булыуын күрә алабыҙ: “Көнһылыуҙы хәҙер баштан-аяҡ Мәрйәмдең ҡайғыһы солғап алды. Ул үҙенең кисеүҙән нисек сығып китеүен дә тойманы. Ағым йылғаһының аяҡтан йыға яҙып шарлап аҡҡан көслө тулҡындары ла, аяҡ тубыҡтарын йыртып барған шыуғалаҡ һуйырташтар ҙа уны ауыр уйҙарҙан тартып сығара алманы.”

Тыуған иленең тыныслығы өсөн көрәште Көнһылыу тылда алып бара. Колхоз эшенең яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүен председатель үҙенсә ойоштора белә. Ул колхозсылар араһында агитацион эштәр алып бара, фронт яңылыҡтары менән таныштырып, эштән һуң колхозсыларҙы бергә ашатыу ойоштороп, ул ауыл халҡының берҙәмлегенә өлгәшә. Берҙәмлек иһә етәксе-ойотороусыға яҡшы һөҙөмтәләр-колхоздарының алдынғылар рәтендә булыу мөмкинлеген бирә: “Ҡатындар эше булмаһа ла кисә кәңәшмәлә райком секретары “Ҡыҙыл йондоҙ” колхозы йыл һайын яҙғы сәсеүҙә лә, бесәндә лә, уңыш йыйыу, хөкүмәткә иген тапшырыуҙа ла алдынғылар сафында бара. Уның быйыл да Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп сығасағына шик юҡ. Сөнки унда беҙҙең иң тырыш коммунисткабыҙ Көнһылыу эшләй, тип һөйләне әле...”.

Халыҡ менән бергә булыу, осорҙоң яҡты идеалдары, еңеү өсөн үҙ- үҙеңде көрәшкә – Көнһылыуҙы һәм башҡа хеҙмәт кешеләрен шәхес булараҡ юғары күтәрә. Кешеләр менән бергәләп эшләү, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу төп героиня Көнһылыуҙың характерын сыныҡтыра, уны ойоштороусы итеп формалаштыра.

419

Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрендә Көнһылыу образы кеүек тағы бер көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибы яҙыусының “Гөльямал” исемле поэмаһында осрай. Повестың төп героиняһы Гөльямалдың тормош юлы ҡатмарлы социаль-тарихи ваҡиғаларҙы эсенә ала.

Тәүге бүлек төп геройҙың Октябрь революцияһына тиклемге осорҙағы михнәтле һәм ғазаплы тормошон һүрәтләү менән башланһа, һуңынан коллективлашыу йылдарындағы драматик ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Кулактар ҡулынан ире Ғәйфи үлтерелгәс, Гөльямал колхоз председателе, етәксеойоштороусы булып китеүе тасуирлана. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы тыуҙырған ауырлыҡтар-ҡаршылыҡтар Гөльямал характерының сынығыуын асығыраҡ итеп һүрәтләргә мөмкинлек бирә.

Поэманың икенсе бүлеге һуғыш башланыу хәбәре менән башланып китә. Яу ораны буйынса колхоздың күҙ терәп торған кешеләре менән бергә Гөльямалдың улы Сәхи ҙә фронтҡа ебәрелә. Улар урынына ауылдағы бөтә колхоз эштәре ҡатын-ҡыҙҙар елкәһенә төшә. Әҫәрҙең сюжет үҫешендә яҙыусының төп иғтибары үҙәк образ булған Гөльямалға йүнәлтелә. Колхозда тырышып эшләү – ул барыбер дошман менән көрәшеү икәнлеген етәксеойоштороусы яҡшы аңлай.

Поэмала Гөльямалды һуғыш төрлө яҡлап сыныҡтыра, һынай. Яҙыусы героиняны һуғыш йылдарының ауыр һынауҙары аша үткәреп әүҙем көрәшсе, алдынғы етәксе булып үҫеүен һүрәтләй:

Халыҡ йотолоп тыңлай, Гөльямалдың һүҙен үҙ итеп, Йөрәгенең тибеүендә уның Үҙ йөрәге тибешен ишетеп, Улар күрә уның үткәнендә Үҙ башынан үткән ҡытлыҡты, Уның бөгөнгөһө яҡтыһында Күрә үҙенә килгән шатлыҡты.

Шулай Гөльямал гел яҡтылыҡҡа, Яҡшылыҡҡа һаман үрләне. Халыҡ уны Верховный Советтың Депутаты итеп ҙурланы.

Шулай итеп, Зәйнәб Биишева үҙенең әҫәрҙәрендә Көнһылыу һәм Гөльямал образдары аша көрәшсе ҡатын-ҡыҙ архетибын кәүҙәләндерә. Был ике героиняның яҙмышы,характерының формалашыуы, йәмғиәттәге эше һәм бер осор кеше булыуҙары менән бер-береһенә яҡын. Улар, көрәшсе ҡатын-ҡыҙ образдарын дөйөмләштереп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының Тыуған иле һәм халҡы өсөн ниндәй көс һалыуҙарын асып бирә.

420