Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

СБОРНИК АКМУЛЛИНСКИХ ЧТЕНИЙ 2012

.pdf
Скачиваний:
323
Добавлен:
19.03.2015
Размер:
7.1 Mб
Скачать

Д.Ф. Хәсәнова, М.С. Арыҫланова, филол.фәнд.канд., доц., БашДУ СФ (Стәрлетамаҡ ҡ)

ГРАММАТИКАНЫҢ СТИЛИСТИК МӨМКИНЛЕКТӘРЕ ТУРАҺЫНДА

“Әҫәр теленең байлығы һәм матурлығы яҙыусының телдең грамматик төҙөлөшөн яҡшы белеүенә һәм грамматик формаларҙы дөрөҫҡулланыуы менән тығыҙ бәйләнгән”, – тип яҙа Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев. Рус телсеһе И.Б.Голуб билдәләүенсә, һүҙ төркөмдәренең стилистик үҙенсәлектәрен күрһәткәндә уларҙың төрлө стилдәрҙә һәм телмәр төрҙәрендә ҡулланылыуы, теге йәки был лексик-грамматик төркөмдәрҙең һәм айырым грамматик категорияларҙың стилистик әүҙемлеге алғы планға сыға. Икенсе мөһим үҙенсәлек: һүҙ төркөмдәренең экспрессив функцияһы – телдең төрлө морфологик саралары аша белдерелеүе. Һүҙ төркөмдәренең стилистикаһы грамматиканың тел һүрәтләү мөмкинлеге һәм уларҙы яҙыусылар, публицистар тарафынан ижади ҡулланылыуы аша сағыла. Грамматик стилистика һүҙҙең форма варианттарын төрлө стилдәге һәм характерҙағы текстарҙа ҡулланыла алыуын өйрәнә. Н.Сәлимов: “Йәмғиәттәге мөһим сәйәси үҙгәрештәр ижтимағи аңдың үҫеүенә, матбуғат теленең һәм стиленең камиллашыуына килтерә. Революцион тулҡындар матбуғатта өр-яңы һүҙҙәр һәм терминдарҙы ғына тыуҙырып ҡалмай, публицистик стилдең морфологик мөмкинлектәренә лә юл аса. Морфология ваҡыт арауығында йылдам үҙгәрә торған күренеш түгел. Морфология башҡорт һәм татар йәнле һөйләү теленән алынған яңы формаларҙы ҡулланыу типик ысулға әйләнә”, - тип билдәләй. Татар телсеһе В. Хаков фекеренсә, морфологияға ҡағышлы күп төрлө стиль үҙенсәлектәре, һүҙ төркөмдәрендәге категориялар һәм уларҙың яһалышы менән бәйле.

Мәҫәлән, мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең стилистик биҙәктәре күп төрлө. Модаль һүҙҙәр һөйләм киҫеге булып килгәндә, уларҙың мәғәнәһе һөйләм мәғәнәһе менән туранан тура бәйле, мәҫәлән: – Ә бит кешегә күпме кәрәк? (З.Биишева). – Халыҡ,

ил бәхете өсөн күпме гүзәл эштәр эшләргә мөмкин! (З.Биишева).

Мөнәсәбәт һүҙҙәре күп төрлө мәғәнәгә эйә. Һөйләмдә инеш һүҙ вазифаһын үтәгәндә, улар һөйләмгә грамматик яҡтан бәйләнмәй, һөйләмде мәғәнәүи һәм хис-тойғо яғынан тулыландырып килә. Мәҫәлән: – Бәлки,

өйрәнеп ҡарарһың? (З.Биишева). – Бәлки, һин эшеңдән риза түгелһеңдер? Бәлки, ғилми эшкә күсергә теләгең барҙыр? (З.Биишева). Бәлки мөнәсәбәт һүҙе икеләнеүҙе, шикләнеүҙе белдерә, ул ҡулланылған һөйләм дә шул мәғәнәгә эйә була. Раҫлау һәм инҡар итеү мөнәсәбәт һүҙҙәре телмәрҙә йыш ҡулланылыусан. Һөйләмгә лә шул уҡ мәғәнәләр һалына: Юҡ, һуғыш та,

ҡайғы ла халыҡтың йырға, йәшәүгә булған мөхәббәтен һүндерә алмаясаҡ.

(З.Биишева). – Һәйбәт ҡарайһың, рәхмәт,- тине гөл (Ф.Аҡбулатова). Рәхмәт

481

һүҙе риза булыуҙы, рәхмәтле булыуҙы аңлата. Ниндәйҙер һығымта яһауҙы тимәк, шулай итеп һүҙҙәре белдерә: Тимәк, уға ҡайҙа йәшәһә лә барыбер

(Ф.Аҡбулатова). Тимәк,ҡолаҡ менән маҡтанырға мөмкин (Ф.Аҡбулатова).

Бындай һүҙҙәр күберәк фәнни стилдә осрай.

Морфологик стилистика башҡорт теле стилистикаһында актуаль проблемаларҙың береһе булып тора. Айырым яҙыусы яратып ҡулланған һүҙ төркөмдәре, категориялары осрай. Мәҫәлән, З.Биишева бәлки, кәрәк, мөмкин мөнәсәбәт һүҙҙәрен йыш файҙалана, Ф.Аҡбулатованың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә тимәк, юҡ, бар һүҙҙәре күп осрай.

ӘҘӘБИӘТ

1.Ғәниев В.В. Ж.Ғ.Кейекбаев әҫәрҙәренең тел һәм стиль үҙенсәлектәре. - Өфө: БДУ,2002.

2.Сәлимов Н. Башҡорт әҙәби теленең публицистик стиле. - Өфө: Ки-

тап, 2003.

Хәсәнова Д.Ф., Арыҫланова М.С., 2012

Ә.Ғ. Әбүбәкирова, Г.М. Нәбиуллина, филол.фәнд.канд., доц.

М.Аҡмулла ис. БДПУ (Өфө ҡ.)

ӘМИР ӘМИНЕВТЫҢ “БЕР КӘМӘЛӘ” ПОВЕСЫНДА ЭКОЛОГИК ПРОБЛЕМАНЫҢ САҒЫЛЫШЫ

Яҙыусы, журналист Әмир Әминевтың әҫәрҙәре тормошсан, фәһемле сөнки ул милләтте борсоған проблемалы әҫәрҙәр ижад итә. Шуның менән дә уның ижад емештәре уҡымлы. “Бер кәмәлә” повесында ла беҙ автор күтәргән проблемаларҙың береһе тәбиғәт менән кеше араһындағы төп бәлә булып торған экологик проблеманы күрәбеҙ.

Әҫәрҙәге төп герой Ғәбиттең өләсәһе: «сылтырап аҡҡан көмөш һыуҙарыбыҙ бысранһа,ҡаныбыҙ бысрар. Сәскәләргә күмелеп ятҡан хәтфә ерҙәребеҙҙә кейектәр, бөжәктәр бөтһә, үҙебеҙҙе ҡара көстәр баҫыр, һауаларҙа осҡан ыласын-бөркөттәребеҙ ташлап китер, күҙҙәребеҙҙең нуры һүнер”,- ти. Эйе, ысынлап та боронғолар әйткән һүҙҙәр, быны иҫбатлап тора ла инде. Үҙебеҙҙең Ағиҙел йылғаһын ғына алайыҡ, олатай-өләсәйҙәр һыуҙың элек нисек тәрән, балыҡҡа бай булыуын, шул уҡ ваҡытта һыуҙың саф, таҙа булыуы тураһында һөйләй торған инеләр. Хатта уның һыуын эсер өсөн дә алыр булғандар, хәҙер килеп ошо йылғаның күҙгә күренеп һайығыуын, төрлө химик матдәләр менән бысраныуын, балыҡтарҙың шул сәбәпле күпләп ҡырылыуын ишетеп, күреп торабыҙ. Йылға автор әйтмешләй, йәштәрҙең күңел асыу,машина йыуыу урынына әйләнде. Шулай уҡ Әмир Әминев нисек итеп Торатау эргәһендәге урман ҡырылыуы тураһында әйтеп

482

китә. “Әүәл бында ысын урман да булғандыр, тик хәҙер – һирәк ағаслыҡ. Тегендә-бында усаҡ яҡҡан урындар ялтасланып ята, ҡара торонбаштар, буш шешәләр, консерва банкылары, ҡағыҙ, полиэтилен пакет-тоҡсайҙар – ҡайҙа ла кеше хәшәрәтлеге” Торатауҙың оло юл яғы, йәғни Ағиҙел йылғаһы яғы, япяланғас, үҫемлек юҡ кимәлендә, ауылға яҡыныраҡ ерек, ҡайын, муйыл ағастары үҫә, улар араһында эре мал йөрөй. Ауылға газ керһә лә, йәйҙәрен кеше барыбер ҙә аласығына, йәйге йортона ҡоро-һары яға. Тимәк , ағас ҡырҡыла(ә бит берҙе ҡырҡһаң, урынына өс төп ултыртыу фарыз!), өләсәһе әйтмешләй,кеше үҙе ултырған ботаҡҡа сабыуын белә...тип һыҡтай яҙыусы күңеле лә. Торатау тауы миҫалында автор тотош Башҡортостан тәбиғәтенең ошондай ауыр хәл кисереүен күрһәтә. Был әлбиттә халыҡтың битарафһыҙлығынан, яңы быуындың тәртипһеҙҡыланыуынан килә лә инде. Атай-әсәйҙәребеҙ, олораҡтар ауыҙынан йыш ҡына: “Кеше хәҙер элеккесә түгел, ныҡ үҙгәрҙе” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та йәмғиәттәбеҙҙә выжданһыҙлыҡ, бәғерһеҙлек тамыр йәйә. Һәр кем үҙе өсөн, тик бөгөнгө көнө менән генә йәшәй, киләсәк быуынды ҡайғыртмай.

Повеста Ғәбит менән һунарсылар йәмғиәте рәйесе, бөркөт тураһында шундайыраҡ һүҙ алып баралар:

-Үлһә, донъяла бөркөт бөтөр тип уйлайһыңмы ни?

-Күпте һаҡлау берәүҙе һаҡлауҙан башлана... - ти беҙҙең төп герой Ғәбит. Ул бик хаҡ һүҙҙәр әйтә, әгәр ҙә һәр кеше ошолай итеп юлда осраған ҡош-ҡортҡа, хайуандарға һунар итә башлаһа ысынлап та улар кәмейәсәк. Был миҫал аша ғына хәҙерге кешенең тап һунарсылар йәмғиәте рәйесе һымаҡ фекер йөрөтөүен күрәбеҙ.

Кеше үҙҡулы менән үҙенә ҡәбер ҡаҙа, дошман тыуҙыра, әгәр ҙә кеше үҙенең насар ҡылығын бөтөрмәһә, үҙе ултыртҡан ботаҡты бысыуҙан туҡтамаһа, беҙҙе туйындырған һәм һыйындырған ергә яҡшылыҡ эшләмәһә ул һәләкәткә тарыясаҡ. Ә тәбиғәт бит кеше кеүек ярҙамға, ҡурсалауға мохтаж. Бына ошоларҙы иҫкәртә лә инде автор үҙенең әҫәрендә.

Шулай итеп, Әмир Әминев был әҫәрендә йәмғиәтте уяу булырға, киләсәк быуынға янаған хәүефтәрҙе хәҙер үк тамырынан йолҡоп ташларға кәрәклекте иҫкәртеп яҙа. Кешелек йәмғиәте был әйтелгән һүҙҙәргә ҡолаҡ һалһа ине тигән теләктәмен.

ӘҘӘБИӘТ

1.Гәрәева Г. Бөгөнгө повесть// Ағиҙел журналы – 2012 - №3.

2.Исхаҡов Р. Кеше һабаҡ алырмы? // Башҡортостан гәзите – 2010. – 2 июнь.

3.Әминев Ә.Бер кәмәлә // Ағиҙел; 2010, №3.

©Әбүбәкирова Ә.Ғ., 2012

483

З.Р. Әминева, БДУ (Өфө ҡ.)

ВӘСИЛӘ САДИҠОВА ИЖАДЫНДА ЖАНРҘАР ТӨРЛӨЛӨГӨ

Бөгөнгө көндә Әбйәлил районында көн күреүсе Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы Садиҡова үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында – 90-сы йылдар башында республикабыҙҙа күҙәтелгән милли, сәйәси хәрәкәттең киҫкен күтәрелеш осорҙарынан алып сәсәниә булараҡ киң танылыу яуланы. Салауат йыйындарында, Аҡмулла көндәрендә, мәшһүр фольклорсы Мөхәмәтша Буранғоловтың хәтер һәм ҡәҙер кисәләрендә, Стәрлетамаҡта үткән “Ашҡаҙар таңдары” фольклор байрамдарында һ. б. ошондай республика сараларында ул һәр саҡҙур теләк менән ҡатнашып, призлы урындар яулай килә. Заманында ауыл һәм район советтары депутаты вазифаһын тиҫтәләрсә йыл үҙ иңендә күтәргән Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы бөгөн дә үҙен халыҡ хеҙмәтсеһе, милләт, туған тел, тыуған ер-һыу яҡлаусыһы итеп һанай.

Үҙенең ижадында сәсәниә ауыҙ-тел әҙәбиәтенең төрлө жанрҙарына – ҡобайыр, әйтеш, мөнәжәт, таҡмаҡ-һамаҡтарға мөрәжәғәт итә. Шулай ҙа уның репертуарында мөнәжәттәр айырым урын алып тора. Байтаҡ ҡына мөнәжәттәрҙе Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы, бер быуаттан ашыу ғүмер кисереп, 2011 йылда ғына гүр эйәһе булған сәсән телле, йор һүҙле, йыр-моңға бай әсәһе Әминә инәйҙән отоп алған. Аҙаҡ, уға эйәреп, үҙе лә бихисап мөнәжәттәр ижад итә. Тыны иркен, тауышы иҫ киткес моңло булған Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы был мөнәжәттәрҙе айырым бер дәрт, аһәң менән башҡара. “Кеше хәле”, “Эй, илаһым, сабыр бирсе”, “Етте рамаҙан айы”, “Бисмилла, тиң” мөнәжәттәре сәсәниә ижадының иң аҫыл өлгөләрен тәшкил итә.

Вәсилә Садиҡова үҙенең мөнәжәттәрендә барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәләләрҙе яҡтырта. Иман, әҙәплелек, сабырлыҡ кеүек сифаттарҙың асылын ябай ғына һүҙҙәр менән аңлатып, нисек итеп кеше күңелен насар уйҙарҙан, ҡылыҡтарҙан таҙартыу юлдарын әйтеп бирә. Күңелеңде таҙартыу өсөн баш етмәҫлек эштәр эшләү мөһим түгел, иң мөһиме – үҙеңде бар йәһәттән лайыҡлы тоторға, кешеләргә ҡарата миһырбанлы, ғәҙел булырға кәрәк. Тик шунда ғына кешенең күңеле, рухы таҙара тигән фекер үткәрә сәсәниә үҙенең “Етте рамаҙан айы” мөнәжәтендә:

Теләгебеҙ ҡабул булһа, Ҡәҙер төндәрен күрербеҙ. Тыйыл тигәндән тыйылһаҡ, Тәүфиҡлы булыр күбебеҙ.

Дидактик һәм философик характерҙағы икенсе бер әҫәрен В. Садиҡова “Хәҙистәр” тип атаған. “Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең хәҙистәрен шиғри юлдарға һалыу теләге миндә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил

484

Бикбаевтың “Йөҙҙә бер хәҙис” (Өфө: Китап, 2001) тигән китабын уҡып сыҡҡас тыуҙы, – ти был хаҡта сәсәниә. – Алла бойорһа, артабан да был эште дауам итергә ниәтләйем”. Әйтергә кәрәк, Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы тарафынан шиғри юлдарға һалынған хәҙис-шәрифтәр ярайһы уҡ камил, хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп эшләнгән.

Вәғәҙә – иман, Тот һәм инан. Фатиха – алтын, Белһәң хаҡын.

Һуҡмаҡтың саты юҡ, Күп һүҙҙең таты юҡ. Хәләлгә көсөң түк, Харамды ситкә түк. Ҡәнәғәт бул аҙға, Барырһың алға.

Юҡ тип, бөлөнмә, Ашығып һөрөнмә. Ялтыр тип, ҡул һонма, Монафиҡҡа бойһонма. Ғәмһеҙлек – йәнһеҙлек, Телләшеү – тәмһеҙлек.

В. Садиҡованың ижадында ҡобайырҙар ҙа ҙур урын алған. Үҙенең ҡобайырҙарында сәсәниә хәҙерге заманда үтә лә мөһим проблемаларға – ил, тел һәм милләт яҙмышы, халҡыбыҙҙы яҡлау һәм һаҡлау мәсьәләләренә мөрәжәғәт итә. Замандың көнүҙәк проблемаларын күтәреү менән бергә, сәсәниә тыуған яҡ, туған тәбиғәт картиналарын һүрәтләүгә, данлыҡлы яҡташтарының образдарын тыуҙырыуға ла ҙур иғтибар бирә. Әйтәйек, ул үҙенең “Әбйәлилем, Асҡарым” исемле ҡобайырында инеш һүҙ рәүешендә: “Еребеҙ күп зиннәтле, сәсәндәр күп һиммәтле, – ти ҙә тыуған төбәгенән сыҡҡан Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Шафиҡ Әминев-Тамъяни, Бейеш батыр һымаҡ данлыҡлы һүҙ оҫталарын телгә алып китә, унан халыҡ ижадының аҫыл өлгөләрен һаҡлауға баһалап бөткөһөҙҙур өлөш индергән һуңғы осор ижадсыларына маҡтау йырлай:

Гөлнурың6 бар бәйетсе, Хәнифә сәсәнде7 әйтсе. Илсен ағай8ҡумыҙҙа Сиртә беҙҙе йөрәккә.

6Гөлнур – Әбйәлил сәсәниәһе Гөлнур Мәмлиева.

7Хәнифә сәсән – сәсәниә Хәнифә Әбүбәкирова.

8Илсен ағай – ҡумыҙсы Илсен Мирхәйҙәров.

485

Вәсилә Садиҡованың ижады тағы шуның менән әһәмиәтле: ул үҙенең әҫәрҙәре менән халыҡ араһында торған һайын нығыраҡ тарала барған эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара. Быға уның 2005 йылда яҙылған “Әйт тиһәгеҙ, әйтәйем” ҡобайыры ла асыҡ дәлил:

Әйт тиһәгеҙ, әйтәйем: Был донъяла кем көслө?

Йәштең, ҡарттың кәрен алған Һай, мәкер хәмер көслө. Кәрен ала, йәнен ала, Күтәрә һуға ергә Һәм илтеп тыға гүргә.

Нәпсебеҙҙе9 тыя алмағас, Үпкәләйек һуң кемгә?

Үҙенең “Оран” исемле ҡобайырында сәсәниә “ап-аҡ туй күлдәктәре кейеп, килен булып төшкәндәрҙе”, “әсә булыр килендәрҙе” эскелектең ҡот осҡос һөҙөмтәләре – балаларҙың зәғиф, ғәрип-ғөрәбә булып тыуыу ихтималлығы тураһында иҫкәртеп кенә ҡалмайынса, был яуыз афәттән һаҡланырға саҡырып, “бөтә Уралына, Уралында тыуғанына” оран һала. Ғөмүмән, был темаға сәсәниә ауыҙ-тел ижадының башҡа жанрҙары аша ла йыш мөрәжәғәт итә. Әйтәйек, 2009 йылда “Осҡон” гәзитендә “Һеҙҙә таҡмаҡ әйтәләрме...” тигән темаға конкурс иғлан ителгәс, В. Садиҡова унда ла бик ихлас ҡатнаша. Был бәйгелә Иҙрис Ноғоманов, Мәүҙиғә Баймөхәмәтова, Зөһрә Солтанова, Рәғиҙә Айытбаевалар менән бер рәттән, Вәсилә Зәйнулла ҡыҙының таҡмаҡтары иң яҡшылары тип табыла. Миҫал килтерәйек:

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, Әйҙәгеҙ, күмәкләйек. Һәйетҡолдо эсмәй, тиҙәр, Әйҙәгеҙ, эләкләйек10.

Намыҫ менән иман булһа, Имен йәшәр бар халыҡ. Эскелек тә бөттө ниһә, Йәшәр инек дан алып.

Ә бына “Илгенәмде әйтәйем...” ҡобайырында ауыҙ-тел ижадсыһы эскелектең икенсе бер проблемаларға – эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ, бөлгөнлөк, суицид һымаҡ тағы ла яманыраҡ күренештәргә сәбәпсе булыуын, илде, телде яҡларлыҡ “арыҫландай ир-егеттәрҙең хәмер эсеп ҡырылыуын” асып һала:

9Нәпсе – диалект: нәфсе.

10Эләкләү – диалект һүҙ: берәй кешенең эшләгәнен, ҡыланыуын ҡабатлап күрһәтеү.

486

Эй-й... Илдә бөгөн яу ҙа юҡ, Хаҡлыҡ өсөн дау ҙа юҡ – Арыҫландай ир-егеттәр Хәмер эсеп йығыла шул, Хәмер эсеп ҡырыла.

Вәсилә Садиҡова әҫәрҙәренең поэтик үҙенсәлектәренә килгәндә шуны әйтергә кәрәк: тормош ауырлығы арҡаһында барлы-юҡлы башланғыс белемгә генә эйә була алған ижадсы ауыҙ-тел шиғриәтенең борондан тотороҡло һаҡланған традицияларын, поэтик үлсәмдәрен яҡшы тойомлап эш итә. Филология фәндәре докторы М.Х. Иҙелбаев билдәләүенсә, “эпоста, әйтештә, ҡобайырҙа, нигеҙҙә, 7-7 ижекле юлдар ныҡлы урын алған... Асылда, 7-7, 11-11 ижекле төҙөлөш төрки халыҡтарында борондан уҡ киң таралған; икеһе лә төрки телле ауыҙ-тел шиғриәтенең нигеҙен тәшкил итә: көйләп әйтеү, хәтерҙә ҡалдырыу өсөн уңайлы”11. Вәсилә Садиҡованың күпселек ҡобайыр, әйтештәре лә 7-7 ижекле үлсәмгә ҡоролған. Был – бер. Икенсенән, уның ҡобайырҙарында борон-борондан сәсән һүҙен ҡабул итеүҙе, үҙләштереүҙе еңелләштереү маҡсатында ҡулланылған дөйөм урындар, уртаҡ клишелар ҙа иркен файҙаланыла. “Дөйөм урындар – йырауҙар һәм сәсәндәр үҙҙәре уйлап сығарған сара түгел, ә донъя ауыҙ-тел һүҙ сәнғәте күренеше... Ауыҙ-тел әҙәбиәтендә эпик “клишелар” импровизацияларға “үҙ белдеге” менән килеп инмәй, ә автор тарафынан иң кәрәкле осраҡтарҙа ғына ҡулланыла, текста нәҡ үҙ урынына ултыртыла. Уларҙы маҡсатҡа ярашлы итеп файҙалана белеү сәсәндең әҙәби эрудицияһына, тәжрибәһенә, поэтик оҫталығына бәйле”12. Әйтәйек, В. Садиҡованың “Илгенәмде әйтәйем...” ҡобайырының һәр строфаһы тиерлек шул һүҙҙәр менән башланып китеүе, бер яҡтан, тыуған илебеҙҙең, еребеҙҙең тарихи үткәне менән ғорурлыҡ тойғоһо уятыуға йүнәлтелһә, икенсе яҡтан, бөгөнгө көндә илдә күҙәтелгән рухи һәм иҡтисади көрсөктөң ниндәй ауыр эҙемтәләргә килтереүен күҙ алдына баҫтырыу өсөн “хеҙмәт итә”:

“Илгенәмде әйтәйем, Ергенәмде әйтәйем, Башҡортомдоң айбарлы Иргенәһен әйтәйем. Йәки:

Илгенәмде әйтәйем, Ергенәмдән ҡот китте. Һауала осор ҡош бөттө, Һис тик тормаҫ халҡыма

11Иҙелбаев М.Х. Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте. Өфө: БДУ-ның РНБ, 2007. 257-се бит.

12Иҙелбаев М.Х. Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте. Өфө: БДУ-ның РНБ, 2007. 258-се бит.

487

Эшләр өсөн эше юҡ, Ҡашығында ашы юҡ. Үҙҡанынан баш тартты – Балаһында эше юҡ.

Был өҙөктәрҙә ҡулланылған “илгенәм”, “ергенәм” һүҙҙәрендәге “генә”, “ғына” киҫәксәләре тәүге строфала яҡын, үҙ күреү, ҡәҙерле булыу хистәрен белдерһә, һуңғыһында инде уға меҫкен хәлгә төшөү, йәлләү эмоциялары һалынған.

Йыйып әйткәндә, Әбйәлил сәсәниәһе Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы Садиҡова туған халҡы өсөн янып йәшәй һәм үҙен милләтебеҙҙең яҡлаусыһы һәм һаҡлаусыһы тип һанай. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тиҙәр бит. 2012 йылдың башында бер төркөм милләттәшебеҙгә башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәмәғәт премиялары тапшырылғайны. Улар араһында ауыҙ-тел әҙәбиәте ижадсыһы Вәсилә Зәйнулла ҡыҙының да булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Премия тапшырыу тантанаһынан һуң “Киске Өфө” гәзитенә биргән интервьюһында бына нимә тине ул: “Был премияны биргәстәр, ғүмерем, ихласлығым бушҡа булмаған икән, тигән һығымтаға килдем. Мин һәр саҡ халҡыбыҙ өсөн тырыштым; халҡым шатланғанда – шатландым, ул ҡайғырған ваҡытта – ҡайғырҙым. Хаҡлы ялға киткәнсе клуб мөдире булып эшләнем, ауыл халҡын ойоштороп, һәр ваҡыт төрлө сараларҙа ихлас ҡатнашыуҙан йәм табып эшләнем... Был премияны алыуҙа үҙемдең генә өлөшөм барҙыр, тип уйламайым – беҙҙең менән бергә булған халҡыбыҙға бирелде был премия. Халыҡ хеҙмәтсеһе булыуымды күреп, премияға лайыҡлы, тип баһалаған кешеләргә ҙур рәхмәтлемен”. Халыҡ хеҙмәтсеһе... Эйе, үҙен шулай атарға Вәсилә сәсәниә тулыһынса хаҡлы. Сөнки ил хәстәрен иңенә алған ил инәһе “Илем, Телем, Халҡым” тип йәшәй.

ӘҘӘБИӘТ

1.Иҙелбаев М.Х. Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте. Өфө: БДУ-ның РНБ, 2007. – 344 бит.

2.Ишбулатов И. Халыҡ баһаһы // Киске Өфө. 2012. № 1. – 7-13 ғинуар.

Әминева З.Р., 2012

А.А. Әхмәтова, Г.М. Нәбиуллина, М.Аҡмулла ис. БДПУ (Өфө ҡ..)

БАРЫЙ НОҒОМАНОВ ИЖАДЫНДА ТОРМОШ МАТЕРИАЛЫ

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, журналист Барый Миңлеғәли улы Ноғомановтың әҫәрҙәре халыҡсан, тормоштан күсерелеп яҙылған кеүек, геройҙарында яҡын

488

кешеләрҙе, ауылдаштарҙы танырға мөмкин. Уның әҫәрҙәрен ентекле тикшереү барышында был бик асыҡ сағыла. Ул үҙенең тәрән идеялы, юғары художестволы кимәлдә яҙылған әҫәрҙәрендә актуаль проблемаларҙы күтәреп сыға. Бигерәк тә “Һуҡыр атай” повесы миҫалында быны күрергә була.

“Әҫәрҙең геройҙары ҡырағай, сит-ят булырға тейеш түгел, ә халыҡ араһындағы кешеләр герой итеп алына. Мин күп йәшәгән кеше, күп йөрөнөм, эшләнем, күп осраштым. Әҫәрҙәремдең барыһында ла геройҙарҙың прототиптары бар. Тәүге повесым “Эҙең ҡалһын” тип аталды. Уның геройҙары Гөлназ һәм Рифмир беҙгә туғандар һымаҡ тойолдо. Аралашып йәшәй башланыҡ.

Документтарға, тормошта булған ваҡиғаларға нигеҙләнгән әҫәрҙәр күп яҙылды. Әйтәйек, “Ыңғырашҡан ауыл”, “Мин уйнармын”, “Һин йырларһың”, “Һуҡыр атай”, “Ергә ереккән еңгәм”, “Ҡараҡай” повестары, “Ҡыйҙаш ҡиссаһы”, “Юлдарымда янған маяҡтар” романдары мин белгән, тикшергән, документтарға таянған, персонаждары менән аралашҡан ваҡиғаларға бәйле”,

– тигәйне үҙенең ижады хаҡында әҙип.

“Һуҡыр атай” 2000 йылда яҙылған. Яҙыусыға был әҫәргә тотонорға тормошта булып үткән ваҡиға тәьҫир иткәндер, моғайын. Ул түбәндәгеләрҙән ғибәрәт.

Бер профессорҙың атаһы һуғышта үлеп ҡалған була һәм ул әсәһе тәрбиәһендә генә үҫә. Әсә кеше үҙенән йолҡоп, балаһы бер нимәнән дә мохтажлыҡ кисермәһен тип тырыша, яҡшы тәрбиә бирергә, балаһын кеше итергә бар көсөн һала. Был егет үҫеп етә, ғаилә ҡора. Бергә татыу йәшәп ятҡанда әсә кеше ҡаты ауырып китә, ә килене уны ҡарамай, ир бер үҙе әсәһен тәрбиәләп ҡарай. Ир кеше асыулана, ошонан һуң ҡатынына бик ныҡ рәнйей һәм айырылышырға була. Профессорҙың ҡыҙы ғаиләне тарҡатҡаны өсөн атаһына үпкәләй һәм унан үс алырға була: атаһының эштән ҡайтҡанын көтөп тора ла, күҙенә себен дарыуы (дихлофос) һиптертә.

Беҙҙеңсә, ошо тормошта булып үткән хәл әҫәрҙең нигеҙен тәшкил итә, күренеүенсә, прототиптар ҙа ошонан алынғандыр.

Автор “Һуҡыр атай” әҫәрендә реаль тормоштоң бер күренешен, Ҡорбанов Тимерйән Ҡылысбай улы һәм уның ҡыҙы Ҡәҙриә образдары аша ата һәм бала мөнәсәбәтен күрһәтә. Повеста геройҙар туғанлыҡ тойғолары, ғаилә именлеге өсөн көрәшә.

Барый Миңлеғәли улы Ноғомановтың үҙе менән осрашыу уның ижадына, “Һуҡыр атай” повесына ҡарата тәрән ихтирам уятты. “Әҫәрҙә 90-сы йылдар заманы алынған. 90-сы йылдарҙа нәҡ дәүләт ҡоролошо, сәйәсәт, йәмғиәт үҙгәрә, кире проблемалар килеп тыуа. Кешенең холҡо ла, психологияһы ла үҙгәрә, яңыса тормош башлау талап ителә. Ир менән ҡатын, ата һәм бала кеүек төрлө йәмғиәт тыуҙырған проблемалар кеше тормошонда сағыла. Конфликт оҙаҡ йәшәһә, артабан боҙолһа, кешеләрҙең мөнәсәбәте лә юғала.

489

Әҫәр сағылдырған заман ғаилә ныҡлығы ҡаҡшаған ваҡыт. Бында ҡапма-ҡаршылыҡ килеп сыға: Тимерйән ауылда тыуып үҫкән ярлы, әммә ауыр заманда тыуһа ла, аҡыллы егет, ә Айһылыу бер генә лә яфа күрмәгән. Ҡатын күпте өмөт итә. Ире ғәрипләнеүе менән ғаилә тарҡала. Төп мәсьәлә: кешеләрҙең тиң йәшәмәүендә, үҙ урындарын таба белмәүҙә” - , тип һөйләне яҙыусы әҫәре хаҡында.

Шулай итеп, заман һулышы менән һуғарылған әҫәр, бер-нисә быуын яҙмышын берсә ҡыҙғаныс, берсә ҡыуаныслы ваҡиғалар аша тапҡыр күрһәтә һәм тормошта һәр кем менән була торған тиерлек проблемаларҙы күтәреп сыға.

Йомғаҡлап әйткәндә, халыҡсан тел менән ижад ителгән “Һуҡыр атай” повесы Барый Ноғоманов ижадында ҙур урын алып тора һәм башҡорт әҙәбиәтендә тормошто, ысынбарлыҡты асырға булышлыҡ итә.

ӘҘӘБИӘТ

1.Ғаилә календары / Өфө: Китап, 2008.

2.Ноғоманов.Б. Һуҡыр атай // Ағиҙел, 2003. - №2.

3.Статус и роль башкирской женщины в современном мире / - Уфа: АН РБ, Гилем, 2011. – 160 с.

©Әхмәтова А.А., Нәбиуллина Г.М., 2012

И.Н. Ющенко, БГПУ им. М.Акмуллы (г. Уфа)

ЖАНР МОЛИТВЫ В ПОЭЗИИ И.А. БУНИНА

На протяжении многих веков молитва, исповедь и другие жанры христианского богослужения сохраняли мотивы и образы, которые впоследствии вошли в сферу употребления поэтов Серебряного века. Поэзия Бунина, которая развивалась на их фоне, не стала исключением.

Признаки жанра молитвы появляются в ранних, юношеских стихотворениях И.А. Бунина «Под орган душа тоскует…» (1889), «В костеле» (1889), «Троица» (1893) и др. Молитвенное обращение к Христу в первую очередь соотносится с эстетическим переживанием величественного, таинственного пространства храма. Изобразительный ряд данных молитв строится на символических обобщениях о личностном бытии в мире, о присутствии Сущего в земном и тленном. Запечатленная в распятии «крестная мука» Христа оказывается сопричастной лирическому переживанию социальной малости, бедности человеческой жизни:

О благий и скорбный! Буди Милостив к земле!

Скудны, нищи, жалки люди И в добре, и в зле! (1,66)

Непосредственные молитвенные обращения соединяются здесь с глубокой рефлексией о молитве, в которой выразился вопрошающий, ищущий дух лири-

490