Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

СБОРНИК АКМУЛЛИНСКИХ ЧТЕНИЙ 2012

.pdf
Скачиваний:
323
Добавлен:
19.03.2015
Размер:
7.1 Mб
Скачать

рухи-онтологик, архетипик, менталь-психологик аспектынан сығып анализлау етешмәне. Ғайса Хөсәйеновтың әҙәби донъяһын байытыуға нигеҙ һалған архетипик образдар, бөгөнгө көндә дөйөм һәм системалы өйрәнеүҙе талап итә. Яҙыусы-ғалимдың художестволы донъяһының ҡеүәтле миллимәҙәни ҡатламы уның семантик-символик нигеҙе – архетиптарҙа системалы өйрәнелеүҙе көтә. Сөнки был бик боронғо, менталь-психологик ҡатламдар яҙыусы ижадының проблематик, поэтик үҙенсәлектәрен билдәләйҙәр. Ошо проблеманы яҡтыртыуы яғынан әлеге мәҡәләактуаль.

“Архетип” һүҙе грек теленән ике тамырҙан торған архи-“башланғыс” һәм тип – “образ” һүҙҙәренән барлыҡҡа килә. Архетип тигәндә символик миф, әкиәт һәм легенда кеүек әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә ятыусы башланғыс, беренсе образ һәм мотивтар күҙ уңында тотола. “Архетип” термины фәнгә XX быуат башында билдәле швейцар психологы һәм философы Карл Юнг тарафынан индерелә. Тәү башлап психологик феноменды аңлатыусы термин булараҡҡулланыла, һуңынан мифология һәм әҙәбиәт өлкәһендә урын ала.Карл Юнг буйынса, архетиптар мифтарҙа, символ, кешенең психик эшмәкәрлегендә (төштәрҙә) һәм әҙәби ижадта үҙҙәренең мәғәнәһен аса. Ғалим архетиптарҙы гендар аша бирелә килеү мөмкинлеген кире ҡаға. Архетип мәсьәләһе К.Г.Юнг концепцияһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем рус ғалимдарын ҡыҙыҡһындыра. XIX быуатта рус фәнендә Юнг архетип концецияһынан алдан килгән һәм башлыса унан айырылған концепция билдәле була. Был концепция мифологик башланғыс образдарҙы асыҡлай, ләкин уларҙы билдәле әҙәбиәт образдары, сюжет һәм мотивтары менән йәнәш ҡуймай. Ф.И.Буслаев, А.Н. Афанасьев, А.Н.Веселовский кеүек белгестәр өсөн архетиптар халыҡ тарафынан талап ителгән фольклор, әҙәбиәттәге тәүге тере образдар булып тора.

Хәҙерге әҙәбиәттә архетип мәсьәләһе күптән түгел генә өйрәнелә башлай. Беренселәрҙән булып В.А.Марков “Литература и миф: проблема архетипов” мәҡәләһендә архетиптарҙы әҙәби күҙлектән ҡарап анализлай. Ул, беренсенән, архетип аша миф һәм әҙәбиәттең бәйләнешен билдәләй, икенсенән, архетиптарҙың дөйөмлөк, универсаллыҡ һәм күсермәле характер кеүек өс үҙенсәлегенә иғтибарын бүлә.

Мифолог Е.М. Мелетинский ҙа архетиптарҙы тикшереүгә ҙур өлөш индергән. Ул архетиптар менән бер рәттән, архетипик сюжет һәм образдарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнгән. Е.М. Мелетенский буйынса, архетиптар – әҙәби телдең тәүгефондын тәшкил итеүсе образ һәм сюжеттарҙың башланғыс схемалары.

Рус әҙәбиәт белгесе А. Большакова “Әҙәби архетип” мәҡәләһендә, архетиптарҙың мәғәнәһен түбәндәгесә билдәләй: 1. донъя әҙәбиәтенең “мәңгелек образдары”; 2. образдар һәм сюжеттар сығанағы булып дини

471

тематика тора; 3. боронғо мифологик традицияға бәйләнгән образдар; 4. тормошта, әҙәбиәттә йыш осраған төп ситуация, характер һәм образдар.

Әҙәбиәтте өйрәнеүҙә архетип, теркәлгән мифтан әҙәбиәткә килеүсе универсаль башланғыс сюжет йәки тәүге образ кеүек аңлатыла. Архетиптар сюжет, образ, предмет йәки мотивтар аша үҙҙәренең мәғәнәләрен тормошҡа ашырырға мөмкин.Һуңғыраҡ әҙәби тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, архетип төшөнсәһе төрлө дөйөм, нигеҙ булып тороусы, бөтә кешелек өсөн уртаҡ булыусы мифик мотивтар, төрлө әҙәби структураларҙың нигеҙендә ятыусы хикәйәләү схемаларында ҡулланыла.

Әҙәбиәткә күсеүсе төп мифологик персонаж – ул мәҙәниәтле герой, тәүге ата-баба. Шулай уҡ мифтарҙан әҙәбиәткә күсеүсе бик күп башҡа төр архетипик образдар һәм мотивтар бар. Архетипик образдарҙың бөтмәҫ сығанағы булып фольклор әҫәрҙәре тора.

Шулай итеп, архетиптар үҙҙәренә хас айырым бер һыҙаттарға эйә булған ҡайһы бер образдар. Уларҙы ҡабул итергә еңел булһын өсөн билдәле әҙәби әҫәрҙәрҙең геройҙары һәм миф персонаждары менән бәйләйҙәр.

Ғ. Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” тарихи романында архетипик мотивтар һәм образдар күп ҡулланылған. Тәуарихтан килтерелгән өҙөктәр романда һүрәтләнәсәк ваҡиғаларҙың идея башланғысы булып тора. Мәҫәлән, Зәй, Шишмә буйҙарында аждаһа йыландың барлыҡҡа килеүе юҡтан түгел, уларҙы башҡорт халҡының ирекле йәшәүенә юлды бүлеп ятыусы илбаҫарҙар менән сағыштырылып ҡуя. Был фекер аҙаҡтан роман йөкмәткеһендә үҫеш ала. Аждаһа, йылан, дейеү, юха кеүек әкиәт персонаждары, романда тасуирланған реаль тормошҡа күсерелеп, башҡорттарҙы иҙеүсе, үҫешенә аяҡ салыусы дошмандарҙы, түрәләрҙе кәүҙәләндерә башлайҙар. Шулай аждаһа, юхалар образдары роман стиленә архетипик образдар булып килеп инә.

Рәсәй гербындағы ҡуш башлы бөркөт һәм уның тырнаҡтарындағы таяҡ, тумалаҡтар ҙур илдең ҡулы аҫтындағы бәләкәй халыҡтарҙың иркен быуыу өсөн ҡулланылған ҡоралдар итеп күрһәтелә: “шул ҡуш бөркөт башы тиҙҙән бөтә ҡыр-ҡаҙаҡ урҙаларын ҡаплап алыр, тырнаҡтары менән үҙенә ҡармар, барын тәүелде, ярым әсир хәленә ҡалдырыр”. Автор бында ҡыр-ҡаҙаҡ ханы Нуралиҙы һәм уның халҡын нимә көтөүен алдан әйтеп бирә.

Романда автор ҡош-архетипик образға йыш мөрәжәғәт иткән. Һомай ҡош образы аша изге көстәр бирелә. Яуыз көс иһә ҡарағош архетипик образы аша күрһәтелә, ул аҫаба башҡорттарҙың ерҙәрен талап алыусы, ҡыр- ҡаҙаҡтарын һәләкәткә илтеүсе Рәсәй образын кәүҙәләндерелә.

Әҫәр туҡымаһына үрелеп бирелгән архетипик образдар документтарға нигеҙләнгән романды йәнләндерә, мәғәнәһен тәрәнәйтә.

Башҡорт халҡының батырҙар тураһындағы әкиәттәрендә һәм героик эпостарында аждаһа, дейеүҙәргә ҡаршы баһадирҙар көрәшһә, романда

472

уларҙы Әмин батыр, Сураш Мәргән кеүек реаль шәхестәр алмаштыра. Автор был геройҙарына әкиәт батырҙарының көсөн һәм мөмкинлектәрен бер ни тиклем биргән. Мәҫәлән, Әмин батырҙың тормошо ретроспектив алым аша тасуирлана һәм архетипик мотивтар аша кәүҙәләндерелә. Әмир батырҙың һөйгәне Ҡолансәсте тәүге тапҡыр күреп ҡалыуы ла архетипик мотивҡа сорналған: егет күлгә өйрәк ауларға килгән сағында һыу инергә төшкән ҡыҙға тап була һәм шунда уға ғашиҡ була. Ҡолансәс тә әкиәттәге Һыуһылыуҙар менән сағыштырыла.

Романда йәнә бер архетипик мотив һүрәтләнелә. Боронғо башҡорт әкиәттәрендәгесә төп герой һәләкәткә осраһа, ҡурай осонан ҡан тама. Ошо мотив романда ла сағыла: башҡорттар ҡырғыҙҙар тарафынан ҡырып һалынғас, «тылсымлы башҡорт ҡурайына баҡһалар, бәлки, күрерҙәр ине ҡурай осонан ҡан тамғанын. Тамыу ғына түгел, ә сөбөрләп башҡорт ҡаны аҡҡанын», тип, автор архетипик мотив аша әҫәрҙәге фажиғәне киҫкенләштереп ебәрә.

Әҫәрҙә ҡулланылған легендалар ҙа архетипик мотив һынланышы ул. Романда һүрәтләнгән ваҡиғалар мотлаҡ халыҡ ижадынан алынған легендаларға төрөлөп, мәғәнәүи яҡтан тәрәнәйтеп бирелә. Шул рәүешле, роман туҡымаһына үрелгән һөйкәлмә ваҡиғалар архетипик мотив һынланышын алалар. Улар әҫәрҙең идея-тематикаһын, йөкмәткеһен асыуҙа ҙур урын тота.

Шулай итеп, “Ҡанлы илле биш” романында әҫәрҙең проблематикаһы күҙлегенән сығып, автор боронғо мифологик традицияға бәйләнгән архетипик образдарҙы һәм мотивтарҙы ҡулланған.Һөҙөмтәлә, документтарға нигеҙләнгән, архетипик мотивтар менән һуғарылған, художестволы яҡтан бай, тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеле, халҡыбыҙҙың меңәр йыл һуҙымында йыйылған аҡыл, тәжрибәһен үҙенә туплаған роман барлыҡҡа килгән.

ЛИТЕРАТУРА

1.Афанасьев А.Н. Поэтические воззрения славян на природу» (1865– 1869). – М., СПб., 2002.

2.Большакова А. Литературный архетип // Литературная учеба. 2001.

6. -С. 169-173.

3.Веселовский А.Н. Историческая поэтика. М, 1989.

4.Марков В.А. Литература и миф: проблема архетипов (к постановке вопроса) // Тыняновский сборник. Четвертые тыняновские чтения. Рига, 1990).

5.Мелетинский Е.М. О литературных архетипах. – М.: Изд-во РГГУ,

1994. -136 с.

6.Юнг К.Г. Архетип и символ. – М.1994. – 283 с..

©Хөснуллина Р.Д., 2012

473

З.А. Хабибуллина, ф, доц., М.Аҡмулла ис.БДПУ (Өфө ҡ..)

МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘЫҢ “ДИУАН ЛӨҒӘТ ӘТ-ТӨРК” ҺҮҘЛЕГЕ

ҺӘМ УНЫҢ ӨЙРӘНЕЛЕҮ ТАРИХЫ

Исследование выполнено при поддержке федеральной целевой программы развития образования МОиН РФ соглашение №14. В37.21.2127

Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуан лөғәт әт-төрк” һүҙлеге бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған иң ҡиммәтле ҡомартҡыларҙың береһе.

Мәхмүт Ҡашғариҙы төрки телдәрҙе сағыштырма планда өйрәнеү өлкәһендә тәүге пионер тип йөрөтәләр [Баскаков, 1960: 6]. Ул беренселәрҙән булып төрки телдәренең классификацияһын төҙөй. Ҡашғари классификацияһы телмәр таҙалығына, шулай уҡ телдәрҙең фонетик һәм грамматик үҙенсәлектәргә таянып эшләнгән.

Мәхмүт Ҡашғариҙың тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә бик аҙ билдәле. Уның тураһында тик үҙенең хеҙмәттәрен уҡып ҡына аҙыраҡ мәғлүмәт ала алабыҙ. Һүҙлектән билдәле булыуынса, М. Ҡашғариҙың тағы бер хеҙмәте булған, ул “Китаб-(и) дживахир ан-нахв фи лөғәт әт-төрк”, йәғни “Төрки телдәр синтаксисы байлығы” тип аталған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был әҫәр әлегә ҡәҙәр табылмаған.

Мәхмүт Ҡашғариға һүҙлек төҙөргә уның сәйәхәттәре, улар ваҡытында төрлө лингвистик, тарихи, этнографик материалдар йыйыуы этәргес булып тора. Һүҙлектең яҙылыу ваҡытына килгәндә, ғалимдар әйтеүенсә, ул 1072 – 1074 йылдарҙа яҙылған. Һүҙлектең беренсе битенә автор үҙенең тулы исемен түбәндәгесә ҡуя: Мәхмүт ибне ал-Хөсәйен ибне Мөхәммәд [Кононов, 1972: 14].

Был бөйөк хеҙмәт беҙҙең заманда 1915 – 1917 йылдарҙа 3 том булып Истамбулда, 1960 1963 йылдарҙа Ташкент ҡалаһында баҫылып сыға. М.Ҡашғари үҙ ҡулы менән яҙған нөсхәһе беҙҙең көндәргә Истанбул копияһы рәүешендә килеп еткән. Тышлыҡҡа 664 йылдың (хижри буйынса) 27 шәүәл айының йәкшәмбе көнө менән билдәләнгән була. Ҡулъяҙманы күсереп яҙыусының исеме лә теркәлгән – Мөхәммәд ибне Абу-Бәкер ибне Абу-л- Фәтех ас-Сиви, һуңғараҡ әд-Димашки. Был ҡулъяҙма бөгөнгө көндә Истанбул ҡалаһының Милли китапханаһында Али Эмири фондында һаҡлана.

Күренекле ғалим, яҡташыбыҙ Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған һүҙлектә иҫкә алынған дүрт йылды үҙенсә аңлата: һүҙлек 1072 йылдың 25 ғинуарынан 1074 йылдың 10 февраленә тиклем яҙылған (был ваҡытта хәлиф булып ал-Ҡа’им торған). 1076 1077 йылдарҙа һүҙлекте редакциялағандар, ә һуңынан уны хәлиф әл-Мөктадиға бүләк иткәндәр. Тимәк, һүҙлек өҫтөндә эш 470 йылда (хижри буйынса) тамамланған булып сыға.

474

“Диуан лөғәт әт-төрк”төң ғәрәп телендә яҙылыуы һәм Багдад хәлифәһе әл-Муктадиға арналған булыу нигеҙендә, М. Ҡашғари үҙенең хеҙмәтен Багдад ҡалаһында яҙылған, тигән ҡарашта тороусылар бар. Шул уҡ ваҡытта, һүҙлек Ҡашғарҙың үҙендә төҙөлгән тип һанаусылар ҙа юҡ түгел. Был йүнәлештәге фараздарҙа Бохара, Нишапур, Сәмәрканд, Исфахан кеүек мәҙәни үҙәктәр ҙә телгә алына.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ”Диуанда” авторҙың үҙе тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. “Ҡашғари” тигән тәхәллүс йөрөтөүе уның Ҡашғарҙа тыуған йәки йәшәгән булыуын күрһәтә. Автор атаһының Хөсәйен, бабаһының Мөхәммәд исемле булғанлығы, Хөсәйендең Иссык-Күл эргәһендәге Барсхан ҡалаһында йәшәгәнлеге тураһында яҙа. Ошо яҙмаларҙан сығып, М.Ҡашғариҙы Бархсанда әмирлек иткән Хөсәйен ибне Мөхәммәд уғлы булырға тейеш тип һанайҙар [Pritsak, 1953: 243-246].. Был осраҡта Ҡараханлылар дәүләтен төҙөүсе Билгә Күл Ҡаған Мәхмүт Ҡашғариҙың етенсе быуын олатаһы булып сыға. Нисек кенә булмаһын, М. Ҡашғариҙың Ҡараханлылар династияһынан сыҡҡанлығы бәхәс уятмай. Ғалим үҙе лә төркиҙәрҙең иң затлы нәселенән булыуын бер нисә ҡат иҫкәртеп үтә.

“Диуану лөғәт әт-төрк” һүҙлеге йөкмәткеһенең байлығы менән айырылып тора. Ул түбәндәге өлөштәрҙән тора:

ҡайһы ҡәбиләгә ҡарағанлығы күрһәтелгән лексика;

төрки ҡәбиләләрҙең таралыуы тураһында мәғлүмәт;

төрки телдәрҙең классификацияһы;

төрки телдәрҙең тарихи фонетикаһы, грамматикаһы тураһында мәғлүмәт;

төркиҙәрҙең тарихы, географияһы, этнографияһы, поэзияһы, фольклоры тураһында мәғлүмәт;

донъяның иң беренсе төрки картаһы.

М. Ҡашғари төрки телдәрҙе ике төркөмгә бүлә: 1) таҙа, дөрөҫ телдәр; 2) ҡатнаш, үҙгәрештәргә дусар булған телдәр. Иң таҙа телдәр рәтенә икенсе телдәр йоғонтоһона бирелмәгән, бер ниндәй ҙә үҙгәрештәргә дусар булмаған, башҡа телдәрҙең һүҙҙәрен ҡулланмаған телдәрҙе индерә.

Фонетик-морфологик билдәләренә ҡарап, автор төрки телдәрен ике төркөмгә бүлә:

1.Көнсығыш төркөм: чигилдәр, тухси, яғма, хакан төркиҙәренең теле.

2.Көнбайыш төркөм: йәмәктәр, ҡыпсаҡтар, оғуздар, болғар, сувар һәм башҡа ҡәбиләләрҙең теле [Кононов 1972: 14]..

Автор был ике төркөмдөң үҙенсәлекле фонетик билдәләрен күрһәтә. Ул үҙенсәлектәрҙе түбәндә күрәбеҙ:

Көнсығыш төркөм Көнбайыш төркөм

Анлаут (һүҙ башында)

475

1. һаңғырау тартынҡы [т]: яңғырау тартынҡы [д]:

тевей “верблюд” девей “верблюд”

2. тел уртаһы тарт. [й]: [дж] ~ О (нуль):

йинджу “жемчуг” джинджу “жемчуг”

3. [м]:

[б]:

мин “я”,

бен “я”

минг “тысяча”

бинг “тысяча”

Инлаут (һүҙ уртаһында)

 

1.яңғырау тартынҡы [г, д]: һаңғырау тарт. [к, т]:

бүгде “кортик” бүкте “кортик”

2.ирен-теш тартынҡыһы [в]: ирен-ирен тартынҡыһы [w]:

товар “имущество” тоwар “имущество”

Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеккә 20 төрки ҡәбиләһе тураһында мәғлүмәт индергән. Автор һәр бер халыҡтың ҡайҙа йәшәгәнлеген, һөйләш үҙенсәлектәрен тасуирлай. Мәҫәлән, оғуз ҡәбиләһе тураһында ул былай тип яҙа: “Оғуздар – төрки телле ҡәбилә. Оғуздар – төрөкмәндәр; улар бөтәһе 22 ырыу, һәр береһенең үҙ билдәһе, үҙ тамғаһы бар”.

М.Ҡашғариҙың «Диуан лөғәт әт-төрк» хеҙмәтендә Урал-Волга буйы территорияһында йәшәүсе башҡорттар, уларҙың теле, ҡәбиләләләре, ырыуҙары, йолалары, фольклоры һ.б. тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр теркәлгән. Текстарҙа «башҡорт» этнонимы термины текстарҙа ﺕ ﯠ ۼ ﺸ بформаһында осрай, йәғни ғайн аша яҙылған, ә һүҙлектең ҡушымтаһы – картала каф аша яҙылған:.ﺕ ﯠ ﺸ اب .

Төрки ҡәбиләләрҙең X быуатта йәшәгән урындары тураһында һүҙлектә бирелгән түңәрәк карта асыҡ күҙҙаллау бирә.

Ҡашғариға ҡәҙәр төрки халыҡтарының тормош-көнкүреше, телдәре, ауыҙ-тел ижадтары тураһында бындай ҙур хеҙмәттең яҙылыуы мәғлүм түгел. Шуға күрә “Диуан лөғәт әт-төрк” ҡомартҡыһының авторы М. Ҡашғари беренсе бөйөк тюрколог ғалим.

Ҡомартҡыны телселәрҙән Т.М. Ғарипов, А.К. Ҡурышжанов ҡыпсаҡ телдәре менән; Б.О. Орузбаева, Б. Османалиева ҡырғыҙ теле менән; В.И. Арсланов, М.Ш. Рагипов әзербайжан теле менән; В.И. Кучкартаев, Ш. Шукуров, А. Матгазиев үзбәк теле менән сағыштырып өйрәнә [Советская тюркология 1972].. Бындай тикшеренеүҙәр лингвистикала ғына түгел, этнографияла ла төрлө мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итә.

Һүҙлек, төрлө телдәргә төржемә ителеп, бер нисә мәртәбә типографияларҙа баҫтырып сығарыла. “Диуан”ды беренсе тапҡыр Төркиәлә Анкара ҡалаһында төрөк ғалимы Ҡылыслы Рифат 1915 - 1917 йылдарҙа өс томда баҫтырып сығара. Тәржемәнең ҡайһы бер етешһеҙлектәре - шаҡтай ғына хаталары булһа ла, һүҙлекте башҡа телдәргә тәржемә иткәндә ғалимдар был хеҙмәтте өлгө итеп ҡулланалар.

476

1928 йылда “Диуан”ды көнсығыш телдәрен өйрәнеүсе билдәле тел ғалимы Карл Брокельман немец теленә тәржемә итә. Брокельман тәржемәлә материалды транскрипциялар менән бирә.

1934 - 1943 йылдарҙа һүҙлекте Бесим Аталай төрөк теленә тәржемә итә һәм Анкарала Төрөк лингвистик йәмғиәтендә баҫтырып сығара.

Совет осоронда беренселәрҙән булып Ҡашғариҙың “Диуан”ын үзбәк теленә Салих Моталлибов тәржемә итә. Һүҙлектә грамматик очерктар (авторҙары Г. Абдурахманов, Ш. Шукуров ), индекс-һүҙлек бар. Индексһүҙлектә материал үзбәк һәм рус телдәренә тәржемә ителгән.

Фәнни хеҙмәттәрҙә М. Ҡашғариҙың “Диуан лөғәт әт-төрк” һүҙлеге төрөк, немец, үзбәк, урыҫ телдәренә тәржемә ителгәне тураһында әйтелә, әммә уйғыр телендә тәржемәһе барлығы бер ҡайҙа ла иҫкә алынмай. Был тәржемә өҫтөндә Исмаил-дамулла менән Әхмәт Зияи эшләйҙәр [Мухлисов, 1972: 150].

Төрки донъяһының иң ҡиммәтле китабы “Диуан лөғәт әт-төрк” һүҙлеге төрки халыҡтарын, уларҙың этнографияһын, телдәрен, сағыштырма-тарихи аспектта өйрәнеү йәһәтенән баһалап бөткөһөҙ бер ҡомартҡы булып тора. Был байлыҡты өйрәнеү, сағыштырма планда тикшереү башҡорт телселәренең дә мөҡәддәс бурысы һанала.

ӘҘӘБИӘТ

1.Баскаков Н.А. Тюркские языки. - М., 1960.

2.Кононов А.Н. Махмуд Кашгарский и его “Дивану лугат-ит-тюрк” // Советская тюркология, 1972. - № 1.

3.Ҡашғари М. Диуану лөғәт-ит-төрк һүҙлегенең төрөксә тәржемәһе. T. I-IV.- Анкара, 1992.

4.Мухлисов Ю. Об уйгурском переводе «Дивану лугат ит-тюрк» // Советская тюркология, 1972. - № 1. – С.150.

5.Pritsak O. Mahmud Kasgari kimdir? // Turkiyat Mecmuasi. – Cilt X. – Istanbul, 1953 – С.243-246.

©Хәбибуллина З.Ә., 2012

А.Д. Хәлилова, М. Аҡмулла ис. БДПУ аспиранты (Өфө ҡ..)

БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ ЛЕКСИКАҺЫНДА ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР

Исследование выполнено при поддержке федеральной целевой программы развития образования МОиН РФ соглашение №14.В37.21.2127

Үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡатламы башҡорт теленең көнкүреш өсөн художестволы әйберҙәр эшләү сәнғәтенең бер төрө – ағас төҙөлөшөнәбәйле лексикаһында төп башҡорт һүҙҙәре менән бер рәттән ҙур ғына урын алып

477

тора. Уларҙың ҡулланылыш сфераһы буйынса төрлө тармаҡтарға бүленгән һүҙлек составының һәр йүнәлешендә осрауы билдәле. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе өйрәнеү телдең тарихи үҫешен күрһәтеүсе факторҙарҙың береһе булараҡ бик әһәмиәтле.

Үҙенең тарихи үҫеше барышында башҡорт теле башҡа күп кенә ҡәрҙәш булмаған телдәр менән бәйләнешкә ингән. Бындай мөнәсәбәттәр башҡорт халҡының башҡа халыҡтар менән күрше йәшәүе, сәйәси һәм иҡтисади бәйләнештәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

Бер телдән икенсе телгә һүҙ үҙләштереү төрлө тарихи шарттарҙа, төрлө сәбәптәр арҡаһында, атап әйткәндә, типологияһы яғынан башҡа телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтарҙың территориаль яҡтан күрше йәшәүе һәм шул арҡала интенсив аралашыуы; күрше булмаған халыҡтарҙың бер береһе менән сауҙа итеүе, шулай уҡ культура йоғонтоһо, уҡыу-уҡытыу эштәренең киң йәйелеүе аша аралашыуы һ.б. һүҙҙәр үҙләштереүҙең сәбәптәренә килгәндә, шуны билдәләргә кәрәк: атамалар телгә предмет һәм күренештәр менән бергә килеп инә. Ҡайһы осраҡта айырым һүҙҙәр төп башҡорт һүҙҙәренең синонимы булып йөрөгәнлектән, улар предмет һәм күренештәр менән бергә инә тип иҫбатлап булмай. Э.Ф. Ишбирҙин яҙыуынса: «Иноязычные слова могут заимствоваться устным путем, т.е. через живое разговорное общение, а также письменным путем, т.е. через разнообразную письменную литературу. При устном заимствовании слова претерпевают наибольшие изменения, их фактическая и мифологическая структура перестраивается согласно произносительным (орфоэпическим) нормам заимствующего языка. Когда заимствования проникают через письменную литературу, они меньше подвергаются структурным изменениям» [Ишбердин, 1988: 8].

Ағас эшкәртеү лексикаһының башҡорт телендәге үҫеш тарихына ошо һәм башҡа бик күп факторҙар йоғонто яһауы билдәле. Әммә шуныһын әйтергә кәрәк: ағас төҙөлөшөнә бәйле атамалар башҡа бик күп халыҡтарҙа таралған булһа ла, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең был сфералағы күләме артыҡҙур түгел.

Башҡорттарҙа ислам диненең таралыуы фарсы һәм ғәрәп һүҙҙәренең күпләп үҙләштерелеүенә килтергән. Предмет менән бергә алынған атаманың фонетик яңғырашы, сығанаҡ телдән айырмалы булараҡ, хәҙерге ваҡытта танымаҫлыҡ үҙләштерелеүе телдең боронғо осорҙа уҡҡабул ителеүен күрһәтә. Был атамалар төрки телдәрҙә киң таралғанлығы менән айырылып тора. Өйрәнелә торған тармаҡлексикаһында шундай боронғо ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре ғибәҙәтхана һәм уның элементтарын белдергән мәсет, манара, михраб атамалары, ҡоролманың элементтарын белдергән тәҙрә, хужалыҡҡоролмаһын белдергән аҙбар атамаһы инә.

Ғәрәп теленән үҙләштерелгән мәсет атамаһы хәҙерге ҡәрҙәш төрки халыҡтарҙа ла киң таралған: сыу. мечет, алт. мөчөт, ҡабарҙы-балҡ. межгит,

478

ҡараҡалп. мешит, ҡумыҡ, межит, ҡырғ. мечит, төркм. метжит. Фин-уғыр телдәрендә был һүҙmесsеtформаһында йөрөй.

Мәсет түбәһендә йәки уның янында ғәҙәттә түңәрәк, дүрт йәиһә күп ҡырлы тар конус рәүешендә эшләнгән бейек ҡоролма манара шулай уҡ ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙ. Уның башҡа төрки телдәрҙә лә параллелдәре бар, сағыштырайыҡ: ҡараҡалп. минара, үзб. минора, сыу. минарет.

Ғәрәп теленән үҙләштерелгән михраб атамаһы мәсеттә мулла хөтбә уҡый торған һәм ағастан яһалған махсус баҫҡыслы бейек урындың атамаһы.

Тәҙрә атамаһы. В.В. Радлов һүҙлегендә тәҙрә һүҙенең татарҙарҙа, ҡырғыҙҙарҙа барлығы күрһәтелә [Радлов, 1911: 163]. Төрлө фонетик үҙгәрештәр менән был һүҙ барлыҡ төрки телдәрҙә лә осрай. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ, ҡараҡалпаҡ, ҡабарҙы-балҡар, ҡырғыҙ, ҡумыҡ, нуғай, телдәрендә терезе, татар телендә тәрәзә. Барыһы ла бер үк предмет атамаһы.

Таҡта – бүрәнәне буйға телеп яһалған тигеҙ, яҫы һәм оҙонса ағас киҫәге. Таҡта атамаһы киң таралған. Хәҙерге төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөндә ҡумыҡтелендә такъта, ҡараҡалпаҡ телендә таҡтай; уғыҙ төркөмөндә гаг. телендә тафта. Улар барыһы ла бер үк лексик мәғәнәгә эйә. Көнсығыш һун тармағына ингән ҡырғыҙ телендә таҡта “таҡта, таҡталар, ике буйҙан тегеләгән һәм тун өсөн әҙерләнгән тире” мәғәнәһендә ҡулланыла. Таҡта атамаһының лексик параллелдәре тунгус-маньчжур телдәрендә табыла, уд. таҡта, маньчж. талтан “судноның борты”, таҡту “икенсе ҡат, ярус, манара, балкон, галерея”.

Күренеүенсә, таҡта һүҙенең мәғәнәһе төрлө телдәрҙә төрлөсә. Шунлыҡтан, телсе Р.Г. Әхмәтйәнов фекеренә нигеҙләнеп, таҡта һүҙе фарсы телендәге “такта, сәке” һүҙенән яһалған, уның нигеҙе боронғо ирани tах – “киҫеү, сапҡылау, ҡырлау” тип ҡарарға мөмкин [Ахметьянов, 1988: 188].

Рус һәм башҡорт халҡының быуаттарға һуҙылған аралашыу процесында бер телдән икенсе телгә яңы һүҙҙәр үҙләштереү ғәҙәти күренешкә әйләнә. Мәҫәлән, ағас эшкәртеү лексикаһы ҡатламында ҡоролмалар һәм төҙөлөш эшенә ҡараған аҙбар, баз, ҡапҡа, һарай, чулан, амбар, мечеть, минарет, чердак атамалары рус теленә төрки халыҡтарҙан үтеп ингән тип һанала. Башҡорт теленең ағас төҙөлөшөнә бәйле лексикаһында бүрәнә, келәт, мунса, кәрниз, рейка атамалары рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр булып тора.

Бүрәнә – өй төҙөлөшөндә төп материал. Бүрәнә атамаһы шул уҡвариантта рус теленән ҡәрҙәш төрки телдәргә лә үтеп ингән. Мәҫәлән, ҡар.

бервеня, сыу. перене, яҡут. бэрбинэ. Ҡараҡалпаҡ телендә бөрөне, бөрен

һүҙҙәре “төҙөлөштә ҡулланыла торған балка” мәғәнәһен дә белдереп йөрөй. Төрки булмаған телдәрҙән көнсығыш мари телендәпырня, бреня “бүрәнә” формаһы осрай [Гордеев, 1971: 231].

479

Рус теленән үҙләштерелгән мунса атамаһын төрки һәм төрки булмаған телдәрҙә осратырға була: алт., хак., шор. мылча, башҡ. мунса, ҡаҙ., ҡараҡалп.

монша, ҡырғ. мончо, мар., уйг. мончо.

Мунса һүҙе боронғо осорҙарҙа мовьница - мовь “йыуыныу” һүҙенең үҙгәртелгән формаһы рәүешендә рус теленән төрки телдәренә үтеп ингән. Беренсе тапҡыр “мунса” мәғәнәһен белдергән һүҙXIIIбыуатҡа ҡараған “CodexCumanicus”яҙма ҡомартҡыһындаminса, mynса фонетик варианттарында теркәлгән [Ахметьянов, 1988: 161].

Келәт. Рус теленән үҙләштерелгән был һүҙ (рус телендә “клять”) хәҙерге төрки телдәрендә сыу. келет, яҡут. клеть, фин-уғыр телдәрендә мар. клат, удм. клеть рәүешендә йөрөй.

Башҡорт теленең ағас эшкәртеү лексикаһында рус теле аша Көнбайыш Европа телдәренән үҙләштерелгән архитектура атамаларын да күҙәтергә мөмкин. Мәҫәлән, рус теленә интерьер, мансарда, фасад атамалары – француз, зал атамаһы – немец һәм француз, веранда һүҙе инглиз телдәренән килеп ингән. Грек һәм боронғо латин теленә барып тоташҡан атамалар ҙа бар. Улар – капитель, меандр, плинтус. Башҡорт теленә был атамаларҙың үтеп инеү ваҡытын асыҡҡына билдәләү ҡыйын. Шулай ҙа Көнбайыш телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең Октябрь революцияһынан һуң актив үҙләштерелеүе билдәле.

Бындай төр атамаларҙың өйрәнелә торған тармаҡ лексикаһында ҡулланылыу сәбәбен түбәндәгесә аңлатырға булыр ине. Беренсенән, фәнни монографиялар, китаптар, һәм башҡа хеҙмәттәр, төҙөлөш документтары, бигерәк тә совет осоронда рус телендә яҙыла, милли терминологияла, хатта уның айырым тармаҡтарына иғтибар аҙ була. Икенсенән, башҡорт архитектура сәнғәтендә ағас ҡоролмалары төҙөлөшө тураһында яҙылған мәҡәләләрҙә һәм монографик хеҙмәттәрҙә таш архитектураһына ҡараған атамаларҙы туранан-тура ағас архитектураһына ҡараған элементтарға, деталдәргә күсереү күҙәтелә. Был биҙәү элементтарын белдерә торған атамалар төркөмөндә асыҡһиҙелә. Шундай берәмектәрҙән тимпан, меандр, каннелюра, импост, пальметта һәм башҡа атамаларҙы күрһәтергә була.

ӘҘӘБИӘТ

1.Ахметьянов Р.Г. Общая лексика материальной культуры народов Среднего Поволжья. –Уфа: Китап, 1988. – С. 161-188.

2.Гордеев Ф.И. Этимологический словарь марийского языка. –

Йошкар-Ола, 1979. – С.231.

3.Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. – М.: Наука, 1985. – С. 8.

4.Радлов В.В. Опыт словаря тюркских наречий. –СПб, 1911 –С. 163-164.

©Хәлилова А.Д., 2012

480