Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

3.Ш.Бабич.”Халҡым өсөн “

Ап-аҡ алтын йырҙарымды

Йырламайым данлыҡ өсөн

Йырлайым алтын илем өсөн

Үҙ туған халҡым өсөн.

Саф көмөштәй йырҙарымды

Йырламайым алтын өсөн

Йырлайым тик саф көмөштәй

Саф йөрәк халҡым өсөн

Сәскә төҫлө йырҙарымды

Йырламайым зауҡым өсөн

Йырлайым тик сәскәләй

Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн

Дәртле ҡайнар йырҙарымды

Йырламайым дәртем өсөн

Йырлайым тик мәңге шат

Дәртле,көләс халҡым өсөн

Иламайым мин көндәрем

Һырғаҡ,һыуыҡ,һалҡын өсөн

Илайым тик ярлы, меҫкен,

Ҡыҙғаныс халҡым өсөн

Йәш сағым,алтын сағым,

Ялҡын сағым булһын фиҙа

Халҡым алдында минең

Биргән таҙа антым өсөн.

  1. – Сы билет

1.Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы, башҡорт халҡының азатлыҡ алыуға килеү юлдары.

2.Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында тыуған ер, туған тәбиғәт, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙар.

3.Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.

  1. – Сы билет

1.Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса Айбулат һәм Гөлйөҙөм образдарына характеристика.

2.Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһында Үлмәҫбай һәм Теребай образдарында башҡорт халҡының хәрби традицияларының әһәмиәтен сағылдырыу.

3.Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын ятҡа һөйләү.

1. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса Айбулат һәм Гөлйөҙөм образдарына характеристика.

Һ. Дәүләтшина - халыҡтың революцияға килеү юлын ҡатмарлы һәм ғазаплы психологик процесс итеп тасуирлай. Был процесс әҫәрҙәге геройҙарҙың яҙмышында, характерҙарҙың социаль – психологик үҫеш һәм үҙгәрешендә лә асык сағыла. Романда, дөйөм алғанда, ете тиҫтә самаһы персонаж хәрәкәт итә, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ йөҙө, үҙ һүҙе, тормошта үҙ урыны, ҡабатланмаҫ холок – фиғеле, яҙмыштары бар. “Ырғыҙ” ҙа һүрәтләнгән образдар, башҡорт халҡының һәр төрлө йәштәге вәкилдәрен кәүҙәләндереп, халыҡ характерҙарының тотош бер галереяһын барлыҡҡа килтерә, яҙыусы шуның менән оҙон бер тарихи дәүерҙә халыҡ яҙмышы хаҡындағы эпик полотно, дөйөмләштерелгән милли характерҙар романы тыуҙырыуға өлгәшә. Әҫәрҙең идея-эстетик, социаль – психологик йөкмәткеһен, милли-рухи асылын билдәләүҙә Айбулат менән Гөлйөҙөм, Ҡотлояр һәм Мәғфүрә, Тимерғәле, Үмәр ҡарттар, Шәһиҙә әбей, Зөфәр Мурзин, Әхмәҙи, Исхаҡ, кесе йәштәгеләрҙән Диләфрүз, Тимербулат ғәйәт мөһим роль уйнай. Улар нигеҙҙә, хеҙмәтсән халыҡ вәкилдәре һәм, дөйөм алғанда, халыҡ мәнфәғәте яғында тороусылар. Әммә тарихи хәрәкәт бер яҡлы ғына түгел, ул ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы процесс. Ниязғол, Рәхимә, Миңлекәй, Имай образдары ла шул уҡ башҡорт йәмғиәтенең заманға хас синфи көрәш, революция, граждандар һуғышы ваҡиғаларының ҡотолғоһоҙ ҡапма – ҡаршылыҡтары уртаһында тороп ҡалған тулы хоҡуҡлы вәкилдәре.

Ошо күп һанлы образдар галереяһында Айбулат Айҙаров үҙәк урында тора. Ул үҙенең социаль сығышы, тормоштағы урыны, фекерләү рәүеше менән типик халыҡ вәкиле. Ваҡиғалар барышында ул, халыҡ мәнфәғәте өсөн эҙмә - эҙлекле һәм эскерһеҙ көрәшеүсе халыҡ етәксеһе, халыҡ батырҙарына тиң монолит фигура булып күтәрелә. Әҫәр, әйткәнебеҙсә, Ниязғолдоң көтөүен көткән Айбулат менән ҡаҙаҡ егете Асатайҙың, киң яланды бер итеп, Баланлы үҙәк йәйләүенә йылҡыларҙы ҡыуып алып барыу картинаһы менән башлана. Ара – тирә Асатайға көтөүҙе ҡайҙа табан ҡыуаларға ҡысҡырып күрһәтмәләр биреп, Айбулат көслө тауышы менән моңло итеп йырлап ебәрә. Ә йырҙарҙың да ниндәйҙәрен йырлай бит әле:

Янып ҡына барған йөрәккәйемдең

Ялҡындары бар ҙа, ҡуҙы юҡ, -

Һымаҡ һүҙҙәр уның күңелендә ятҡан уй – тойғоларға айырыуса ауаздаш, әлбиттә. Ә былары иһә Айбулаттың да яҙмышын әйтеп бирәме ни:

Олоҫтанҡай һыуына таш ташланым,

Сайпый – сайпый ғына батһын тип.

Беҙгә лә хоҙай шулай ҡушҡанмы икән,

Кеше тупһаһында ла ятһын тип.

Айбулат ҡатыны Гөлйөҙөм менән Ниязғолда ялсылыҡта йөрөп көн күрә. Ул инде күпте кисергә, үҙ хәле, үҙ яҙмышы ғына түгел, ә Ниязғол байға бишнәккә ( йәғни вечный биләмәгә) бушҡа һатып бөтөп, хәҙер бер әсминник ергә аптырап йөрөүсе ауылдаштары, дөйөм халыҡ яҙмышы тураһында тәрән уйҙарға сумып, ерҙе нисек итеп ҡайтарып алыу хыялы менән йәшәй. Айбулаттың быға тиклемге тормошо, рухи эволюцияһы ла, ошо ҡара реакция йылдарында Ниязғол йортонда күргәндәре лә уның артабанғы юлын психологик планда ышаныслы нигеҙләй. Бына ул, байбисәләрҙең тупаҫлыҡтарын күрмәҫ өсөн, көнө буйы мал араһында йөрөй ҙә бит, уның менән Гөлйөҙөмгә лә, йорт тирәһен ҡараған бүтән ялсыларға ла бер ҙә еңеллек килмәй. Уларҙың, аш – һыу әҙерләп, ҡымыҙ бешеп, байҙарҙы, байбисәләрҙе алдарынан ҡалғансы туйындырып торһалар ҙа, үҙҙәре ҡалған – боҫҡан аш – һыу менән хушһынып, ауыр һүҙҙәр ишетһәләр ҙә, теште ҡыҫып түҙеп йәшәүҙән башҡа саралары ҡалмаған.

Гөлйөҙөм, һеперелеп йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, ауыр һүҙҙәргә, ғәҙелһеҙлеккә күңеле екһенеп бөткән. Уның болоҡһоноп һөйләгән һүҙҙәре Айбулаттың да сәменә теймәй ҡалмай. Гөлйөҙөмдөң: “Көнө - төнө эшләйһең – эшеңде яратмайҙар. Өсөнсө көн йыуған керемде Ғәҙимә: “Асылмаған, буҙартҡанһың”, - тип, тотош ҡабат йыуҙыртты. Берәм – берәм һелкеп алып, иҙәнгә ырғытҡан була. Улайтҡас ни, ап- аҡ кер ҙә ҡап – ҡара булды ла ҡуйҙы”, - тиеүенә, доньяла иң яратҡан, иң яҡын кешеһенең шулай юҡҡа кәмһетелүенә көйәләнеп, Айбулаттың да йөрәге ут булып яна.

Әсәһе үлгәс, ярты йыл да үтмәй, Имай, Айбулатты саҡырып алып, бөтөн сығымдарҙы иҫәпләп, эшләп-эшләп тә бөтмәйәсәк бурысты өҫтөнә йөкмәтеп тә сығара. Ошо ваҡиғанан һуң Айбулаттың Ниязғолға, Имайға ҡарата мөнәсәбәте ҡырҡа үҙгәрә, күңелендә уларға нәфрәт, дошманлыҡ тойғоһо тыуа. Шуның өсөн дә ул сит утарҙарға сығып китеп, көтөүгә ялланып йөрөй. Әҫәрҙең иң тәүге биттәрендә үк ул нәҡ бына ошо үҙенсә тормош мәктәбен үтеп, урыҫҫа уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән, урыҫ революционерҙарының программа талаптары менән аҙмы – күпме танышып, сәйәси көрәш хаҡында хәбәрҙар булып, 1905 – 1907 йылғы ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан ир – уҙаман булып күҙ алдына баҫа. Ул инде хәҙер алдағы көрәштәргә әҙер халыҡ етәксеһе булырҙай үҫеү һәм сынығыу юлы үткән. Яҙыусы тәүләп нәҡ ошондай Айбулаттың тулыраҡ портрет – характеристикаһын бирә. Бына ул, һалмаҡ атлап, тирмәләргә ыңғайлай. “Уның мыҡты, төҙ, ҡупшы кәүҙәһе эңергә яҡынлаған аҡһыл тоноҡ яҡтылыҡта төҙөрәк, тағы ла мыҡтыраҡ булып күренә. Уның етен һаҡал – мыйығы, битенең эйәк, сикәләрен ҡуйы ҡаплап, әле егерме дүрте лә тулмаған йәш кешене байтаҡ олоғайтып күрһәтә. Тик уның тигеҙ ҡыр танауы, ҡайһы саҡта уйнаҡ, ә ҡайһы саҡта уйсан үткер ҡара күҙҙәре, көлгәндә ҡыйылып һикерә торған баҙыҡ ҡара ҡаштары, ҡояшҡа янған битен сағылдырып ебәрә торған тигеҙ аҡ тештәренә абайлап ҡараған кеше генә әле уның яңы ир ҡорона тулған йәш кеше икәнен күрә”.

Айбулат менән Гөлйөҙөмгә, Айбулат әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та, байтаҡ ваҡыт Ниязғол байҙың тупһаһын тапарға тура килә. Улар, Үмәр ҡарт әйткәнсә, “маңлай тирҙәре үксәләренә ағып төшкәнсе” байҙың эше эш булһын тип тырышалар. Уларҙың Ниязғол тураһында: “Шул тиклем хеҙмәт күрһәткәс, бер ҙә буш итмәҫтәр әле, арыу өй һалып, бер – ике баш мал эйәртеп сығарыр, үҙе тотоп килгән ике душ ерҙән дә өлөш сығармай булмаҫ” тигән төрлө өмөттәре бушҡа сыға. Улар, ниһайәт, “улдым- талдым менән Ниязғол байҙан сығып, үҙҙәренең ҡарлуғас ояһындай бәләкәс кенә балсыҡ өйҙәрендә үҙ алдарына йылы донъя ҡоралар”, ғүмерҙәрендә беренсе башлап сәскән ярты дисәтинә ерҙәрендә иген эшләйҙәр. Айбулат менән Гөлйөҙөмдөң тормошонда был үҙгәрештәр ҙә, әлбиттә, йылдар буйы алып барылған көрәш һөҙөмтәһе.

Айҙаҡай ауылына ҙур ваҡиға – Рәсәйҙә батшаның төшөрөлөүе, ярлы халыҡ файҙаһына илдә ҙур үҙгәрештәр буласағы тураһында хәбәр килеп етә. Айбулат, өс йыл буйы фронтта булып, Һарытауҙа госпиталдә ятып сыға, унан өс айлыҡ ял алһа ла, ҡатыны, балалары янына ҡайтып тормай, туп – тура Һамарға килеп, профессиональ революционер Григорий Волгиндың уң ҡулына әйләнеп китә. Ял ваҡыты үткәс, яңынан үҙенең полкына барып ҡушыла. Автор үҙ геройын, үҙе йәшәгән замандың ҡәтғи ҡанундарынан һәм талаптарынан сығып, Титов, Альковтар менән бергә, полктың үткер агитаторы, партия эшенә тоғро көрәшсе итеп һүрәтләй. 1917 йылдың 26 октябрь иртәһен ул ауылдашы Исхаҡ менән Төнъяҡ фронт делегаттары составында Советтарҙың Икенсе Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыусы булараҡ ҡаршы ала.

Илдә граждандар һуғышы ҡубып – тоҡанып киткән бер мәлдә Айбулат Айҙаҡайға ҡайтып төшә. Үҙҙәренең Имел олоҫонда ревком рәйесе вазифаһын ең һыҙғанып алып бара, аҙаҡ Ырғыҙ буйҙарында халыҡҡа күп яфалар һалған аҡ бандаларға ҡаршы көрәштә партизан отрядының командиры сифатында фажиғәле рәүештә һәләк була. Айбулат үҙенең бөтөн тормошо һәм үлеме менән дә ысын халыҡ батыры, “хаҡлыҡ өсөн, халыҡ өсөн” үҙ – үҙен аямайынса көрәшеүсе ҡаһарман шәхес булараҡ кәүҙәләнә.

Романда Гөлйөҙөм бар булмышы менән халыҡ вәкиле, ысын – ысынында көслө һәм һөйкөмлө милли характер булараҡ хәтерҙә ҡала. Айбулат менән Гөлйөҙөм образдары, ғөмүмән, башҡорттоң асылда яңы дәүерҙәге ғаилә тормошоноң ныҡлы, ышаныслы бер өлгөһөн, милли булмыштың нигеҙен билдәләүсе идеал кимәлендә тороуы менән дә ғәйәт ҙур әһәмиәт ҡаҙана. Гөлйөҙөм - саф һәм нескә күңелле, ярҙамсыл, эшлекле, уңған, сабыр һәм түҙемле, тормошҡа яҡты ҡарашлы кеше.

Гөлйөҙөм, Айбулатҡа иш булараҡ, үҙ яҙмышы өсөн хәл иткес ваҡыттарҙа ғәжәп ҙур тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә, уның характерына итәғәтлелек, тәрбиәлелек, инсафлылыҡ менән бергә ғорурлыҡ тойғоһо хас. Йәш сағында ул, Айбулатҡа булған мөхәббәтен бөтөнөһөнән өҫтөн ҡуйып, атаһының ихтиярын, үҙ дәүеренең йола һәм ҡанундарын аша атлап үтергә батырсылыҡ итә. Гөлйөҙөм Айбулат өсөн тормош юлында ғүмер буйы ышаныслы таяныс була.

Аҡ бандиттар тотоп алып бикләп ҡуйғас, Гөлйөҙөм үҙ-үҙен батырҙарса тота, бик аҫтында ултырғанда төн уртаһында ҡаршы яҡтағы таш келәттә ятҡан йәштәр менән йыр аша аңлаша. Был эпизодта ил мәнфғәте, халыҡ бәхете өсөн йәнен фиҙа ҡылып көрәшеп һәләк булған ире Айбулат һымаҡ уҡ, уның характерында ла ҡыйыу һыҙаттар билдәләнә.

Айбулат һәм Гөлйөҙөм, башҡорт халҡының иң яҡшы һыҙаттарын үҙҙәренә туплауы һәм, дөйөм алғанда, оҫта эшләнеүе менән әҙәбиәтебеҙҙә иң колоритлы һәм иң күркәм милли характерҙар кимәлендә тора.