Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

2.Рәми Ғариповтың «Аманат» ҡобайырында ша ғирҙың яңы быуынға аманат һүҙҙәре, уларҙың бөгөнгө көн күҙлегенән актуаль булыуы.

Йыйып әйткәндә, Рәми Ғарипов-тың тыуған иле, туған халҡы, туған теле, халыҡ тарихы һәм киләсәге тураһындағы «Урал йөрәге», «Салауат батыр» хикәйәттәре, «Уйҙарым», «Аманат» ҡобайырҙары халыҡса тапҡыр мәғәнәлектәре, эпик ҡоролоуҙары менән иғтибарҙы биләй, шағирҙың фольклор жанрҙарын ижади файҙаланыу оҫталығын күрһәтә.

Рәми Ғарипов иң мөҡәддәс уйҙарын, ҡайнар кисерештәрен шиғри юлдарға күсерергә тырыша. «Йырымда бит минең йөрәгем», — тип әйтеүе лә уның ерле юҡтан түгел. Шағирҙың бар булмышы, характеры ла поэзияһында ярылып ята. Ул поэзия ана шул тәбиғилеге, ихласлығы, инсафлығы менән көслө. Илһөйәр тойғо уның поэзияһының һиммәтен һәм мәртәбәһен бермә-бер күтәрә, уны гражданлыҡ рухы менән һуғара:

Ил тойғоһо — бар булмышым минең,

Тын алышым, йөрәк тибешем,

Ул — ғазабым, ул — хазинам минең,

Һәм иҫбатлар уны тик эшем, —

тип әйткәйне Рәми Ғарипов был хаҡта һәм ул тынғыһыҙ эше, ижады менән шул һүҙен иҫбатлай ҙа алды.

3. Һуңғы йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡҡан берәй әҫәргә анализ.

  1. – Сы билет

1.Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһында сағылдырылған осор. Әҫәрҙең проблематикаһы һәм образдар системаһы.

2.Рауил Бикбаевтың гражданлыҡ поэзияһы.

3.Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.

1. Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһында сағылдырылған осор. Әҫәрҙең проблемаһы һәм образдар системаһы.

Үткән быуаттың 50-се йылдары аҙағында Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы баҫылып сыға. Китапты ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар, һуңынан роман Мәскәүҙә, башҡа ҡалаларҙа СССР халыҡтары телдәренә тәржемә ителә, совет әҙәбиәте классикаһына индерелә. «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» һәм «Емеш» романдарының дауамы – «Яҡтыға» трилогияһын тәшкил итә. Тәү ҡарашҡа бәләкәй генә башҡорт ҡатыны рухи ҡаһарманлыҡ эшләй – Совет көнсығышының яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге трилогия авторы була. Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» әҫәрҙәрендә егерменсе быуаттың тәүге ике тиҫтәнән ашыу йылдарында башҡорттар тормошоноң киң тарихи панорамаһы талантлы сағылдырылған, милли әҙәбиәттә үҙенсәлекле яңы форма – роман-эпопея тыуҙырылған.

Элгәргерәк быуындар, уның “Яҡтыға” трилогияһын ҡат-ҡат уҡып, Емештең хис-тойғоларын, кисерештәрен үҙе аша үткәреп, әҙибә һүрәтләгән сафлыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа табынып үҫте. Төп образ булған Емеш күптәрҙең яратҡан әҙәби геройына әүерелде. Һәр кемдең күңелен һәм аҡылын яулаған был әҫәр башҡорт халҡының ХХ быуат башындағы һуғыштар, тетрәнеүҙәр, түңкәрелештәр осоронан башлап 30-сы йылдарға тиклемге тарихын һүрәтләй, халҡыбыҙҙың шул дәүерҙәге тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ѓәҙәттәрен, холоҡ-фиғелен әллә ниндәй ғилми хеҙмәттәргә ҡарағанда ла төплөрәк, ентеклерәк итеп тасуирлай. “Кәм һетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарын берләштергән трилогия башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә һәм танытыуға сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе.

2. Рауил Бикбаевтың гражданлыҡ поэзияһы .

Гражданлыҡ поэзияһының үҙенсәлектәре. Рауил Бикбаевтың поэзияһы — гражданлыҡ рухы менән һуғарылған ялҡынлы шиғриәт. Гражданлыҡ поэзияһы тип ғәҙәттә тыуған ил, халыҡ, йәмғиәт тормошона арналған, публицистик пафос менән һуғарылған шиғырҙарға әйтәләр. Тап ана шундай пафослы шиғырҙар, поэмалар Рауил Бикбаев поэзияһының төп өлөшөн тәшкил итә һәм үҙенсәлекле сифаттарын билдәләй. Ул күпмелер дәрәжәлә рус поэзияһындағы В. Маяковский, А. Твардовский, үҙебеҙҙә Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтарҙың поэтик традицияларына тартым. Рауил Бикбаев шиғриәтендә хис-тойғолар ни тиклем генә ташып тормаһын, унда барыбер тәрән аҡыл — фекерҙәр өҫтөнлөк ала. Уның поэзияһы шул халыҡсан аҡыллылығы, тос фекерҙәре, тапҡыр һүҙҙәре менән көслө лә.

Рауил Бикбаев йыш ҡына уҡыусының үҙенә, шиғриәт һөйөүсегә, уның зиһененә, намыҫына туранан-тура мөрәжәғәт рәүешендә асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ярата. Уның «Автобиография», «Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ!», «Халҡыма хат» әҫәрҙәренең һәм башҡа күпселек шиғырҙарының үҙ исеменән һөйләгән монолог алымына ҡоролоуы ла ошо фекерҙе ҡеүәтләй.

Халыҡ ижадына хас булған поэтик диалог алымын ҡулланып, ул әйтәһе һүҙен үтемлерәк итеп еткереүгә өлгәшә.

Бына «Ваҡыт менән һөйләшеү» диалогы:

- Эй һин, Ваҡыт, аяу белмәҫ Ваҡыт,

Йән өрәһең, өрөп һүндерәһең,

Йәлләмәйһең ниндәй ҡарашты...

Табипмы һин, әллә ҡатилмы һин,

Врачмы һин әллә палачмы?

  • Мин врач та, мин палач та түгел,

Үҙең менән, кешем, бутама! —

Яртың табип, яртың ҡатил итеп

Һин үҙеңде ярҙың урталай.

Бында кеше Ваҡыт алдында нимәнелер бар итеп, уны кире юҡ итеүгә бәйле ҡатмарлы фәлсәфәүи һорау ҡуя. Ә Ваҡыт уның кешенең үҙенә, үҙ булмышына бәйле икәнлеген төшөндөрөп яуап бирә.

Ваҡыт ағышына ҡарата боронғо бер фәйләсүф, Ваҡыт үтмәй, кеше, һин үҙең үтәһең, ти. Ысындан да, Ваҡыт — ул мәңгелек. Материяның йәшәү формаһы. Ысынбарлыҡта Ваҡыт үтмәй, кешеләр, тере йәндәр генә донъяға килә һәм үтеп китә. Тимәк, кешенең тыуымы булғас, үлеме лә бар. Тимәк, ундай йәшәү — табиплыҡ та, үлем — ҡатиллыҡ та үҙендә, үҙ булмышында. Ана шундай фәлсәфәүи мәғәнә ята әле ге ике строфала — кеше һорауы һәм Ваҡыт яуабында.

«Ваҡыт менән һөйләшеү» диалогының алдағы һорау һәм яуаптарының айышы — ошондай уҡ ҡапма-ҡаршы төшөнсәләрҙе аңлатыу фәлсәфәһе артабан уның ижадында дауам итә.

Бына «Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе»:

Эй, Бикбайым, ҡайҙа ҡалды егет сағың,

Убаларҙа уйнап туймаҫ кейек сағың,

Күк үләндән йондоҙғаса бейек сағың,

Ерле юҡтан бойоҡ сағың, көйәк сағың?

Намыҫымды ҡаплар майҙар йоҡмай әле,

Ғүмер ғәфләт йоҡоһона йыҡмай әле,

Йәшлек ене минән һаман сыҡмай әле...

Был диалогта Ваҡыт менән һөйләшеү үҙенсә дауам итә. Бында йәш Бикбай менән өлкән Бикбай һөйләшә. Әммә йылдар ағышынан кеше нисек кенә үҙгәрмәһен, ҡартаймаһын, ул барыбер үҙе, булмышы менән бер булып ҡала. Быны һуңғы строфа йөпләп ҡуя:

— Алдайһыңмы әллә тура атлайһыңмы,

Нисек кенә йәшәһәң дә — үҙ яйыңда.

Берәү генә яҙмышың да, намыҫың да,

Берәү генә Рауилың да, Бикбайың да.

«Мәңгелек мәл» исемле поэмаһында әйткәнсә, Рауил Бикбаев «бер мәл генә кеүек мәңгелегең, һәр бер мәлең мәңгелектәй бөйөк» тип, үҙ шиғриәтендә мәлдәрҙе мәңгелектәй итеп, мәңгелектәрҙе мәлдәр теҙмәһендәй күреп тасуирларға ынтыла, шағир оло төшөнсәләр, ҡыйыу фекерҙәр, отошло шиғри табыштар менән эш итә.