Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

2. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрендә кешенең тәбиғәткә, хеҙмәткә мөнәсәбәте. Мораль –этик проблемалар.

Ноғман Мусин әҫәрҙәрендә тәбиғәт ысынбарлыҡтың айырылғыһыҙ өлөшө булған саф күңелле кешеләр менән гармонияға инә. Уның әҫәрҙәрендә ыңғай геройҙар – ер биҙәге, ә кире геройҙар- имгәктәр, гармонияны боҙоусылар.

Яҙыусының “Мәңгелек урман” дилогияһында 19 -сы быуат аҙағы – 20-се быуат башында башҡорт илендәге тәрән кисерешле хәл-ваҡиғалар сағылыш тапҡан. Был осорҙа Рәсәй батшалығының колониаль иҙеүе тағы ла көсәйә, халыҡтың урмандары, туғайҙары, сабынлыҡтары тартып алына. Шул арҡала әкиәттәге кеүек бай тәбиғәте булған халыҡ ярлылана бара, бөлгөнлөккә төшә.Романдың тәүге юлдарында уҡ Ҡаратау урман хужалығы ҡараусыһы Ғилман Торомтаев Кеше образы менән башҡорт өсөн изге символикаға әйләнгән ҡурай араһындағы диалог һүрәтләнә. Ҡурайҙы яһап бөткәс, ләззәтләнеп һыҙҙырып уйнап та ебәрә ул. Бына ошо саҡта сихри моң аҫтында тәбиғәт менән кеше бер бөтөнгә әйләнгәндәй тойола, уларҙың берлеге төҫмөрләнә, тәбиғәт һәм уның менән бергә кешенең дә мәңгелеге раҫлана.

Эйе, кеше бөйөк, тереклек мәңгелек, ләкин уларҙың бөйөклөгө тәбиғәткә бәйле, тәбиғәттән башҡа тереклек тә юҡ. Бына шул һағайта яҙыусыны. “Үлгән тау урынына тау ҡалҡмай, ҡороған йылға үҙәнен шыр ҡаплай”. Урман да сабынлыҡ түгел, йыл да күпереп ҡалҡып сыҡмай, ҡырҡылған ағастар урынына яңы үҫентеләр ултыртҡанда ла, уларҙың өлгөрөп етеүен быуаттар буйы көтөргө кәрәк. “Урман юҡ икән, ерҙең йәм-күрке юҡ, сөнки ул әҙәм балаларын утлы, һыулы, ризыҡлы, йорт-ерле иткән”. Бына ниндәй берлекте раҫлай әҫәр: тәбиғәт – тәү сығанаҡ, кеше – уның бер айырылмаҫ өлөшө. Тимәк, тәбиғәтте һәләк итеү – үҙ-үҙеңде һәләк итеү.

Кеше һәм тәбиғәт, тарих һәм бөгөнгө көн бәйләнеше, быуындар, замандар күсәгилешлеге сағыла дилогияла.

Был әҫәр үҙ эсенә бер юлы