Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

3. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләү.

.1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһы, унда сағылдырылған тарихи осор, драманың төп конфликты

Туҡсоран кантонында эшләгән сағында Дауыт Юлтый күп кенә ауыл йәштәрен, канткомда эшләүселәрҙе туплап, үҙешмәкәр түңәрәктәр, драма түңәрәктәре ойоштора. Концертта сығыштар өсөн агитшиғырҙар, сәхнә өсөн инсценировкалар, бер шаршаулы кескәй пьесалар яҙып бирә.

Драма түңәрәге ағзалары, һәүәҫкәр артистар Дауыт Юлтыйҙан ике-өс шаршаулы драма әҫәре яҙыуын үтенәләр. Бына шул үтенес буйынса 1920 йылда ул «Ҡарағол» исемле драмаһын ижад итә.

«Ҡарағол» — тарихи-көнкүреш драма. Уның нигеҙендә XIX быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостанда кантонлыҡ осорона ҡараған тарихи ваҡиғалар ята.

Был осорҙа башҡорттар ярым хәрби сословиеға әйләндерелеп, уларҙың азатлыҡ өсөн көрәшен һүндереү маҡсатында армияға алынып, оҙаҡ йылдар хәрби хеҙмәткә мәжбүр ителә. Башҡортостан территорияһы кантондарға бүленеп, уның башына батшалыҡҡа тоғро хеҙмәт итер кантон башлыҡтары тәғәйенләп ҡуйыла. Крайҙы колонизациялау — урыҫ алпауыттарын, татар мырҙаларын башҡорт ерҙәренә күсереп ултыртыу көсәйә.

«Ҡарағол» драмаһына ошо кантонлыҡ осороноң Туҡсоран буйҙарында булған бер хәл-ваҡиғаһы һайлана. Юлтый был әҫәрен шул яҡта киң таралған «Үмәр» исемле легендалы халыҡ йыры сюжетына таянып ижад итә. Алынған герой-персонаждар барыһы ла тиерлек ысынбарлыҡтағы тарихи шәхестәр.

Драманың конфликты. Драма урыҫ колонизаторҙары, башҡорт түрәләре менән халыҡ араһында ер, ирек өсөн барған киҫкен көрәшкә, йәғни үткер социаль конфликтҡа, ҡоролған. Ошо конфликт персонаждарҙы ҡапма-ҡаршы ике төркөмгә айыра. Бер яҡта ер, ирек тип даулашҡан батырҙар, халыҡ вәкилдәре — ыңғай образдар. Икенсе яҡта ергә хужа булып, халыҡты талап, иҙеп йәшәүсе баярҙар, кантон түрәләре һәм улар тирәһендәге ялағайҙар — кире образдар. Конфликттың эҙмә-эҙлекле төйөнләнеше, үҫеше һәм кульминацияһы шулай: башҡорт ерҙәрен тартып йә алдатып алыу менән бәйле хәл-ваҡиғалар ҡырҡыулаша барып, халыҡ үҙ ерҙәрен, иркен яҡлап яуға күтәрелергә йыйына һәм аҙаҡтан ҡаты бәрелеш менән тамамлана. Ошонда драманың сюжет үҫеше, драматик үткерлеге күренә. Драматик конфликт аша төрлө характерҙар асыҡлана. Пьесала һүрәтләнгән баяр Иван Иванович, батюшка Андрей, Ишмырҙа кантон һәм Ҡарағол, Һөйөндөк, Ҡәҙерша, Вася исемле батырҙар шундай социаль типтар. Улар бер үк ваҡытта художестволы дөйөмләштерелгән һәм индивидуаль һыҙаттар менән асылған характерҙар ҙа.

2. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһында шәхес культы осоро фажиғәләрен, замандың ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыу. Халыҡтың ижади көсөн данлау идеялары.

Комсомол сафтарында тәрбиәләнгән үҫмер Рәми Ғарипов үҙенең тиҫтерҙәре кеүек үк үҫә, зиһене арта бара, тәрбиәселәре, уҡытыусылары рәсми һөйләгән, гәзит-журналдарҙа, китаптарҙа яҙылған менән ысынбарлыҡтың үҙе араһында айырмалыҡтар күплеген, маҡталған тормоштоң да ал да гөл түгел икәнлеген күрә һәм төшөнә килә. Ни өсөн һуң 1917 йыл революция яһаған, азат иле өсөн йәнен фиҙа итергә әҙер революционерҙар,большевиктар мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә күптәре нахаҡҡа ғәйепләнеп атып үлтерелгән йә һөргөнгә һөрөлгән? Нишләп һуң әле илебеҙҙә ҙур еңеүҙәр, тантаналар менән бергә еңелеүҙәр, ҡырыу-ҡыйырһытыуҙар, юҡ итеүҙәр — ниндәйҙер ҡанлы тантана ла бар? Ғәҙеллек илендә нишләп әле ялғандар, аҡты ҡара тип раҫлауҙар йәшәй? Кемгә ышанырға, хаҡлыҡты ялғандан нисек айырырға?

Рәми Ғариповтың «Табыныу» йәки «1937» тип исемләнгән поэмаһын шуларға яуаптар эҙләп ҡарау нигеҙендә тыуған әҫәр тип уйларға мөмкин.

Шағир 1937 йылда ун етенсе йылғы Октябрь революцияһын һүҙҙә ҙурлауҙы ла, шул ук ваҡытта ошо революцияны яһаған батырҙарҙы, большевиктарҙы ғәмәлдә ҡулға алып, илде етемһерәтеп хурлауҙы ла бер юлы әйтеп бирә.

Шағирҙың үҙ бала сағы ошо афәттең бер шаһиты була. Уны кескәй ҡулдары менән илдең аҫыл улдарын «халыҡ дошмандары» тип, Мортазиндай халыҡ батырҙарын тарих дәреслектәренән, китаптарҙан йолҡоп ташларға мәжбүр иттеләр. «Халыҡ дошмандары» тип, Бабичтарҙың, Юлтыйҙарҙың, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың китаптарын йыйып алдылар, урта быуаттарҙағы вәхшиҙәр шикелле, уларҙы утҡа ташлап яндырҙылар, үҙҙәрен язалап йә атып үлтерҙеләр. Блюхерҙар, Мортазиндар, Юлтыйҙар һәләк булды. Тик уларҙың һуңғы һулыштарынаса һынмауҙарын, еңелмәүҙәрен илдәре генә белә алманы.

1937 — 1938 йылдарҙағы ҡылынған яуызлыҡтар егерме йылдан һуң фаш ителде, нахаҡҡа ғәйепләнеп яманаттары сыҡҡан изге йәндәрҙең, хаҡһыҙ ҡорбандарҙың яҡты исемдәре кире ҡайтарылды, шәхес культының баш-баштаҡлыҡтары хөкөм ителде.

1937 йылғы фажиғәләрҙең бер сәбәбен ул Сталиндың шәхес культы, баш-баштаҡлыҡтары менән бәйләй. Ләкин ул үҙе генә шундай баш-баштаҡлыҡтарҙы ҡыла алыр инеме? Аллалай күреп уға табыныу, уны яман осондороу арҡаһында килеп сыҡманымы ул? Үҙебеҙҙә, шул заман кешеләрендә лә ғәйеп барлығын танымай булмай.

Шуныһы яҡшы: донъяла ниндәй генә ғәҙелһеҙлектәр, яуызлыҡтар булмаһын, ғәҙеллек бер саҡ барыбер өҫтөнлөк ала, хаҡлыҡ тантана итә. Әммә уның өсөн көрәшкә күп ҡорбандар бирергә тура килә.

Кеше ниндәйҙер бер шәхескә түгел, хеҙмәтсән ғәҙел кешегә, кешелеккә табынырға тейеш. «Табыныу» поэмаһының төп айышы шунда.