Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

3. Р.Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.

Туған телем минең! Күпме һүҙең

Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.

Тамырыңды уйлап ғорурланам,

Бөгөнгөңдө күреп хурланам.

Туған телкәйемдең хәлдәренән

Бәғерҙәрем яна, теленә.

Халҡыма мин ошо хатты яҙам,

Оран һалам башҡорт иленә.

Еркәйемдең тарих һөйләмәгән

Юҡ һуҡмағы, һыуы, юҡ тауы.

Ишетәмен әле ҡылыс сыңын,

Әле һылыу ҡыҙҙың һыҡтауын.

Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа,

Күпме наҙ бар дала елендә.

Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып,

Һөйләшәләр башҡорт телендә.

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын

Ҡайһы быуаттарға яҙмаған.

Күпмеаҫыл ерҙәренән яҙған,

Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,

Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,

Тик моңонан, теленән яҙмаған.

20- се билет

1.Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады. “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесының проблематикаһы.

2.Динис Бүләковтың “Ғүмер бер генә” романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп ҡороу реформалары осорона хас һыҙаттар.

3.М.Кәримдең “Россиянмын” шиғырын ятҡа һөйләү.

1. Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады. «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесының проблематикаһы.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады уҡыусыларҙың ихтирамын яулап ҡына ҡалманы, бәлки башҡорт халҡының рухи ҡаҙанышы, милли ғорурлығы булып әүерелде. Мостай Кәрим поэзияһының һәм драматургияһының иң яҡшы өлгөләре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә, уның ижады күп милләтле илебеҙҙең совет осоро әҙәбиәте үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай. Был хаҡта рус шағиры Николай Рыленков шулай яҙҙы: «Мостай Кәрим беҙҙең күп милләтле сәнғәттең, шул иҫәптән рус сәнғәтенең дә, кимәлен билдәләгән һүҙ оҫталары иҫәбенә инә һәм дөйөм хазинаға үҙ халҡының әүәл туплаған һәм хәҙер байыҡтырған иң яҡшы рухи тәжрибәһен өҫтәй»\

Тормош һәм ижад юлы. Мостай Кәрим 1919 йылда Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый, 1937 — 1941 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим ғәскәри көстәр сафына алына һәм һуғыш бөткәнсе фронтта була. Ул, ҡыҫҡа ваҡытлы хәрби курстарҙа уҡығас, элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, ете ай госпиталдә ята. Төҙәлеп сыҡҡас, ул хәрби журналист сифатында фронт гәзиттәрендә эшләй. Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Ру мынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 майын ул Вена ҡалаһында ҡаршылай. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Һуғыштан ҡайтҡас, Мостай Кәрим әҙәби ижад эшенә ныҡлап тотона, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләне, ә 1962 йылдың майында РСФСР Яҙыусылар союзының секретары итеп һайланды. Мостай Кәрим оҙаҡ йылдар буйы тыныслыҡ яҡлыларҙың Башҡортостан бүлегенә рәйеслек итте. Халҡы, совет әҙәбиәте алдында күрһәткән хеҙмәттәре әсән ул Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Халыҡтар Дуҫлығы», «Почет Билдәһе» ордендары менән бүләкләнде. 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелде.

Мостай Кәрим К. С. Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

1972 йылда М. Кәримгә русса сыҡҡан «Йылдар эҙенән» («Годам вослед») шиғырҙар йыйынтығы өсөн СССР Дәүләт премияһы бирелде.

1978 йылда рус телендә сыҡҡан «Хәбәр көтәм» («Жду вестей») тигән китабы әсән Г.-Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы диплом тапшырылды. 1979 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем

бирелде. 1984 йылда «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм «Ташлама утты, Прометей!» әҫәрҙәре өсөн Ленин премияһына лайыҡ булды.

Мостай Кәрим 1935 — 1936 йылдарҙа яҙа башлай, шиғырҙары йәштәр гәзиттәрендә баҫыла. 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән тәүге шиғырҙар китабы донъяға сыға. Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан алда ғына сыҡҡан икенсе китабы — «Яҙғы тауыштар» тигән шиғырҙар йыйынтығы уның исемен әҙәбиәткә ныҡлап беркетә. Бынан һуң бер-бер артлы баҫылып сыҡҡан китаптары уны төрлө жанрҙарҙа ла уңышлы эшләүсе яҙыусы итеп танытты. Әҙиптең әҫәрҙәре, рус, украин, татар, грузин, ҡаҙаҡ, ҡумыҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителеп, айырым китаптар булып баҫылып сыҡты. Уның шиғырҙары сит ил телдәренә лә тәржемә ителде. Шулай итеп, уның ижады бөтә ил, хатта бөтә донъя күләмендә киң таныла.

һуғыш йылдарындағы ижады.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мостай Кәримдең шағирлыҡ һәләте тағы ла сағыуыраҡ асылды. Һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу кискән шағир-һалдат яугирҙарҙың уй-тойғоларын һүрәтләүгә өлгәште.

Һуғышҡа китер алдынан яҙылған «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғыры иңгә шинель һалған совет кешеләренең ил алдында поэтик анты булып яңғыраны. Атаһы эйәрләгән аҡбуҙ атҡа атланған, әсә биргән ҡылысты тотҡан һалдат-егет шулай ти:

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы.

Етмешенсе йылдарҙа Мостай Кәрим проза әлкәһендә төпләнеберәк эшләне. Уның төп китабы һаналыр «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы ошо осорҙа яҙылды.

Был повесть бала саҡ темаһына бағышланһа ла, проблематикаһы менән шаҡтай киң. Унда шәхес тәрбиәләнеү мәсьәләһе үҙәктә тора. Ул бала үҫкән ғаилә, ауыл кешеләре, ауыл мөхите менән тығыҙ бәйләнештә асыла. Әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре киң сағылыш таба.

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — жанры яғынан авторҙың бала сағы, тиңдәштәре, ауылдаштары тураһында фәһемле хәтирәләренә ҡоролған лирик-

фәлсәфәүи эстәлекле автобиографик әҫәр.

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — китаптың исеме үҙе үк символик мәғәнәле. Бала саҡ — сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Бала саҡ ғүмер буйы онотолмаҫ хәтирәле, ҡәҙерле осор. Бала саҡ һәр кемдең күңелендә, аңында шул гүзәл сифаттары менән йәшәй. «Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй», — ти автор үҙе.

Кешенең рухи донъяһы — ул үҙе йәшәгән мөхиттең бер сағылышы, бергә үҫкән иптәштәреңдең дә бер өлөшө, яҙмыштар йомғағы. Ошо йәһәттән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — төрлө яҙмыштар китабы ла ул. «Алдан әйтелгән һүҙ» — кескәй инеш асҡыс хеҙмәтен үтәй: «Был китап — мөғжизәләргә ышаныусан сәйерерәк, бер ҡатлыраҡ, саяраҡ кешеләр тураһында. Уларҙың көнкүреше беҙ йәшәп ятҡан көндәлек тормоштан сак ҡына ҡалҡыуыраҡ, саҡ ҡына тылсымлыраҡ, саҡ ҡына фажиғәлерәк. Бер-береһенә ҡарата улар ғәҙәттәгенән сыҙамлыраҡ, рәхимлерәк; ғәйепләргә, хөкөм итергә ашығып бармайҙар. Был кешеләр бәхетте лә, әжәлде лә сабырлыҡ менән ҡабул итәләр. Шатлыҡ тан туйып һикермәйҙәр, ҡазанан -ҡойолоп уҡ төшмәйҙәр».

Китаптың төп геройҙары — әҙиптең ауылдаштары, үҙ ҡорҙаштары.

Уны булмышы йә яҙмышы менән уйландырған, әҙиптең үҙен шәхес итеп үҫтерешкән шауҡымлыраҡ, сәйерерәк, саяраҡ ауылдаштары. Автор үҙе әйткәнсә, был китабы — һоҡланыуҙар һәм төңөлөүҙәр, кешеләр менән аралашҡанда һыналған уй-кисерештәр, тетрәнеүҙәр хаҡында.

Бала саҡ — ул кешенең донъя көтөргә әҙерлек осоро ла. Был осорҙа кешенең бар холоҡ-ҡылығы, әҙәп-әхлаҡ сифаттары асыҡлана. Мостай Кәрим үҙе әйтмешләй, «бар тормош, һәммәһе бала саҡтан башлана. Тәүге ғүмер миҙгелендә бала ни алған, шул ғүмер буйы китә. Туған телгә, туған моңға, кешеләргә, тәбиғәткә мөхәббәт балаға әсә һөтө, әсә теле менән ингән икән, ғүмер буйына китә. Кешеләрҙең үҙҙәре, һүҙҙәре, ҡылыҡтары аша бала тормошто үҙләштерә, игелектең, игелекһеҙлектең, яҡшының, яманлыҡтың ни икәнен аңлай башлай. Халыҡтың әҙәп-әхлаҡ сифаттарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын аңына, күңеленә һеңдерә».

Мостай Кәрим шуларҙы бала сағында нисек күргән, һабаҡ алған, шулай тәбиғи итеп һөйләп бирә. Хәтерендә уйылып ҡалған хәл-ваҡиғалар, мөғәмәләләр аша тасуирлап, баланың рухи үҫешен күҙәтә, уның күңел биографияһын яҙа. Булыр бала буйынан, ти. Әгәр әҫәрҙең төп геройы Мостафа, әйтәйек, Оло инәһенән кешелеклелек, игелеклелек, әҙәплелек сифаттарын күберәк үҙләштергән икән, тиңдәш малайҙарҙан, мәҫәлән, дуҫы Әсғәттән — эскерһеҙлек, хыяллана белеү, йомро Талиптан — йомартлыҡ, ҡотло ҡул Насиптан — фиҙакәрлек, Аҡйондоҙ һымаҡ һылыуҙарҙан мөхәббәткә тоғролоҡ өлгөләрен үҙ иткәндер. Һәйбәт кешеләр тормош юлында уға гел үрнәк булған, теге йәки был ваҡиғалар, яҙмыштар уға ғүмерлек һабаҡ биргән.

Автор шәхесенең шулай нығыныуында Оло инәйҙең роле ғәйәт ҙур. Оло инәй уланының яҙмыш яланының уртаһында баҫып торған имән һымаҡ. Ул балаға донъяла йәшәүҙең һәйбәт йолаларын, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен башлап күндерә, күңеленә һеңдерә, аҡыл ҡеүәһен, йөрәк йылыһын бирә.

Оло инәй барлыҡ әҫәргә лә йәм һәм йән биреп тора. Оло инәй халыҡтың иң күркәм әҙәп-әхлаҡ сифаттарын йөрөткән игелекле зат. Уның үҙ холоҡ-ҡылығы, ғәмәле өлгөлө, һәр әйткән һүҙе, өгөт-нәсихәте, фатихаһы фәһемле һәм ҡәҙерле.

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында ҡатын-ҡыҙ заттары араһында ҡояш менән айлы, йондоҙло күк ғәләмендә үҙенсә бер нур менән балҡыған яҡты йондоҙ кеүек йәнә бер образ бар. Ул — Аҡйондоҙ. Оло инәй менән Кесе инәй улан күңелен береһе ҡояш, икенсеһе ай төҫлө нурлаһа, Аҡйондоҙ иһә уның рухын, гүйә, мөхәббәт ҡөҙрәте һәм сафлығы менән яҡтырта. Аҡйондоҙ — ул матурлыҡ һәм инсафлыҡ өлгөһө. «Шәүрәкәй» йырындағыса әйткәндә, уның һылыулығы ҡояш менән ай көнләшерлек. Автор шундай һығымта яһай: «Усында ҡош ҡундырып һайратыр, тыны менән өрөп сәскә бөрөләре астырыр ҡатындар булыуын мин әле белмәй инем. Улар бар икән. Ана шуларҙың береһе Аҡйондоҙ булған икән ».

Кешенең аҫыл асылы — кешелеклелек. Кешенең донъялыҡтағы төп вазифаһы — ысын кеше булып, кешесә йәшәүҙә. Ошо изге хәҡиҡәтте Мостай Кәрим һәйбәт кешеләр йөҙөндә, уларҙың көндәлек тормоштарында күңелдәрҙе биләрлек итеп һүрәтләп бирә лә инде.