Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

3.Лиро-эпик жанрҙар

Әҙәбиәттә лирик һәм эпик жанрҙар менән бер рәтттән уларҙың лирик һәм эпик үҙенсәлектәрен үҙҙәренә берләштергән лиро-эпик жанрҙар бар әле. Ундай жанрҙарҙың нигеҙендә эпик әҫәрҙәрҙәге кеүек хәл-ваҡиғаларҙы хикәйәләү, Билдәле бер сюжет һыҙығы ята. Шул уҡ ваҡытта ошоларға бәйле авторҙың үҙ уй-ҡараштары, хис-тойғолары ла үрелеп китә. Йәғни эпик һәм лирик башланғыстар бер кимәлдә яҡтыртыла. Был айырыуса поэмаларҙа, мәҫәлдәрҙә асыҡ сағыла. Улар лиро – эпиканың типик жанрҙары.

Баллада

Ул урта быуаттарҙа сюжетһыҙ лирик шиғырҙы аңлатҡан. Францияла, италияла хор менән башҡарыла торған бейеү йыры булып таралған булған. Баллада төшөнсәһе итальянса ballare (бейеү) һүҙенән килеп сыҡҡан. Ләкин тора – бара баллада драматик йөкмәткегә нигеҙләнгән сюжетлы йырға әүерелгән. Совет әҙәбиәтендә баллада героик батырлыҡты, көрәш романтикаһын тасуирлаусы шиғри жанр булып нығына. Башҡорт әҙәбиәтендә Ғәлимов Сәләмдең “Ҡыҙыл букет”, “Самурай һәм уның хужаһы” әҫәрҙәрен атап үтергә кәрәк. Баллада ҙур эпик йөкмәткеле әҫәр, уға нигеҙләнеп хикәйә, хатта повесть яҙырға мөмкин. Жанр иң актуаль темаға арналып яҙыла.

13 – сө билет

1.Рәшит Ниғмәтиҙең “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһында күтәрелгән темалар.

2. Ғайса Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы” китабының йөкмәткеһе һәм әҙәбиәттә уның яңы күренеш булыуы.

3. Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” шиғырын ятҡа һөйләү

1. Рәшит Ниғмәтиҙең “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһында күтәрелгән темалар.

Рәшит Ниғмәти “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһында фронтовик егет менән уның тылдағы кәләше образдарын кәүҙәләндерә. Кешеләрҙең эске кисерештәрен һүрәтләүҙә ҡулайлыраҡ булған хат формаһын һайлаған автор. Фронтовик егеттең тылдағы кәләшенә, кәләштең егетенә яҙған хаттарындағы ике йәштең бер-береһенә мөхәббәт хистәре Тыуған илде һөйөү, дошманға нәфрәте менән ҡушыла. Был оло һөйөү фронтовикка тиңһеҙ көс бирә һәм дошманға үсен арттыра.

Фронтовик егет һөйгән ҡыҙы менән бергә булған шатлыҡлы саҡтарҙың матур хәтирәләрен күңелендә һаҡлай, һөйгәненең яҡты образын һәр саҡ йөрәгендә йөрөтә.

Поэмала автор батырлыҡ, тыуған илгә һөйөү проблемаларын күтәрә.

Кәләш образы ла бай тойғоло шәхес. Ул, егетен ысын күңелдән ярата белгән кеүек, Тыуған илен дә тәрән һөйә белә. Был ике хис уның күңелендә айырылмаҫлыҡ булып үрелгән.

Ул йәшлек мөхәббәтенең сафлығын һәм тоғролоғон Ватан алдындағы тоғролоҡ менән үлсәй. Ватан азатлығы өсөн һуғышта ғәрипләнеп ҡалған хәлдә лә, ул егетенең ҡәҙерле буласағын, уны һау саҡтағылай ҡайнар һөйәсәген белдереүсе юлдар ил ҡатын-ҡыҙҙарының ысын кешелек сифаттарын һөйләп тора.

Автор һуғыш, тыуған илгә һәм һөйгән йәреңә тоғролоҡ, тыуған илде һөйөү темаларын күтәргән.

2. Ғайса Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы” китабының йөкмәткеһе һәм әҙәбиәттә уның яңы күренеш булыуы.

Ғайса Хөсәйенов башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшенең тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Шуларҙы өйрәнеп архивтарҙа ултырҙы, тарихи документтар менән ентекле танышты.

Ана шундай оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙең һөҙөмтәһе булып Ғ.Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы” тигән китабы барлыҡҡа килде. Унда “Алдар батыр ҡиссаһы”, “Пугачев фельдмаршалы”, “Рудасы Исмәғил Тасим улы” тигән тарихи-документаль повестары, бер нисә тарихи хикәйәһе кергән. Был әҫәрҙәр үҙ эсенә XVIII быуаттың 10-70 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Автор Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Алдар Иҫәнгилдин, Баҙарғол Юнаев, Батырша, Исмәғил Тасимов кеүек шәхестәр тураһында яҙып үтә.

“Алдар батыр ҡиссаһы” тарихи повесында Ғайса Хөсәйенов Алдар батыр Иҫәнгилдиндең ҡаһарманлыҡтарын, яу юлдарын, илселек миссияһын, аҙаҡ фажиғәле үлемен тарихи документтарға нигеҙләнеп, йәнле итеп күҙ алдына баҫтыра.

Алдар- Петр Беренсе батша ҡулы аҫтында ике тапҡыр Азов походында ҡатнашҡан яугир, алышта төрөк батырын еңеп сыҡҡан бәһлеүән. Рәсәй империяһы Башҡортостан ерҙәренә ҡәлғәләр һала, ерҙәрен тартып ала башлағас, башҡорттарҙы яуға күтәрә, батша ер тартып алыуҙы, һалымдарҙы туҡтатырға мәжбүр була. Алдарҙы Ҡазахстанға илсе итеп ебәрәләр. Рәсәй батшалығына шундай хеҙмәттәр күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, ирек даулап көрәшеүен барыбер ғәфү итмәйҙәр, Алдар батырҙы дарға аҫтырып үлтерәләр.

“Пугачев фельдмаршалы” повесы 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының батыры, Пугачев полководецтарының береһе Баҙарғол Юнаевтың дәүләт эшмәкәрлеге һәм яу батырлығы юлы хикәйә ителә.

Баҙарғол Юнаев- яулы тарихыбыҙҙа ҙур урын тотҡан шәхес. Ул Екатерина II әбей батша заманында Рәсәйҙә Закондар сығарыу комиссияһында депутат итеп һайланған һәм башҡорт халҡының мәнфәғәтен яҡлап Мәскәүҙә, Санкт- Петербургта сығыштар яһаған. Йорт-ер, халыҡ хоҡуҡтарын даулап ҡына уңыштарға өлгәшеү мөмкин түгеллеген аңлағас, Пугачев етәкселегендәге яуға ҡушылған, Крәҫтиән һуғышының полководецы дәрәжәһенә күтәрелгән.

“Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесының үҙәгендә Исмәғил Тасим улы Тасимов образы тора.

Исмәғил Тасимов шөғөлө менән атаҡлы рудасы, руда белгесе, промышленник, хәҙергесә әйткәнсә, сәнәғәтсе. Ғәйнә башҡорттары араһынан күтәрелгән Тасимов- мәғдән эҙләп табыусы, шуларҙы сығарыусы. Башҡорттарҙың тартып алынған рудниктарын ҡайтарыр өсөн, ул Екатерина II әбей батшаға тиклем барып етә. Иң мөһиме Исмәғил Тасимов үҙ аҡсаһына Санкт-Петербургта Тау мәктәбен астыра.

Ғайса Хөсәйенов был тарихи-документаль характерҙағы өс повесты ҡиссалар тип атай. Ҡисса жанры хәҙерге башҡорт прозаһы өсөн яңы күренеш. Ул боронғоса ҡиссаны, хәҙерге заманда ижади үҫтереп, тарихи-документаль жанр формаһында өр-яңыса балҡытып ебәреү тигән һүҙ. Ҡисса үҙе үк тарихты хикәйәләү тигән мәғәнәне аңлата. Ғайса Хөсәйеновтың уға заманса тарихи-документаллек сифатын өҫтәүе уны хәҙерге яңы жанр итеп нығыта.