Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

2. Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһында Үлмәҫбай һәм Теребай образдарында башҡорт халҡының хәрби традицияларының әһәмиәтен сағылдырыу.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта Мостай Кәрим беҙҙең һалдаттарҙың

батырлыктарын үҙ күҙҙәре менән күрә. Уларҙың батырлығына, тапҡырлығына, йор һүҙҙәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүҙәренә һоҡлана.

Бына шундай батыр, йор һүҙле, көр күңелле һалдаттарҙы шағир үҙенең «Үлмәҫбай» тигән поэмаһында һүрәтләп бирә.

Поэманың төп геройы:

Урал батыр тоҡомонан –

Үлмәҫбай атлы егет.

Бөтә хәрби күренештәр ярым шаян тонда яҙылған. Шағир, ваҡиғаларҙы төп герой Үлмәҫбайҙың үҙ ауыҙынан һөйләтеп, хәл – хәрәкәттәрҙе үҙенсәлекле юмор һәм кинәйәле итеп бирә. Шул уҡ ваҡытта ысынбарлыҡ уйҙырма менән аралашып китә. Дошман тылында көрәш алып барыусы партизандар - «үҙе биш ҡарыш, һаҡалы етмеш ҡарыш» ҡарт һәм уның өс улы - әкиәт батырҙарына оҡшабыраҡ китә.

Шағир халыҡ ижадына хас булған гипербола, фантастик элементтарҙы әҫәрҙең сюжетын мауыҡтырғыс итеү өсөн генә түгел, бәлки һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы асығыраҡ итеп биреү өсөн, һалдат героизмының әкиәт батырҙарының эштәренә тиң булырлыҡ икәнен күрһәтеү өсөн файҙалана. Был һүрәтләнгән ваҡиғалар, әкиәт кеүек булһалар ҙа, ысынбарлыҡта осрарҙай хәлдәр.

Поэманың юмор һәм уйҙырма менән һуғарылыуы төп геройҙың холоҡ – фиғеленә лә ныҡ бәйләнгән. Үлмәҫбай – ул шат күңелле, тәүәккәл, кәрәк ваҡытта хәйләкәр ҙә егет. Шуға ул дошманды батырлыҡ менән генә түгел, тәүәккәллек һәм хәйлә менән ҡулға төшөргән ваҡиғаларҙы «мәрәкә һунар»итеп ҡарай. Уның яҡын дуҫы Теребай ҙа – ҡыйыу, шаян һәм ныҡыш егет. Ул ауылда саҡта туйҙарҙа «көршәк түпәҫләргә», «мылтыҡ шартлатырға һәүәҫ» булып, һуғышта «башҡорттың туй ғәҙәте» менән дошманды «таныштырыуҙа» ла «беренсе туй әтәсе». Был батырҙарҙың ҡыйыулыҡ һәм тапҡырлыҡ сифаттары хәйләкәрлек һәм йылдамлыҡ менән дә ҡушыла.

Үлмәҫбай менән Теребай шат күңелле, батыр һәм тапҡыр холокло һалдат булыуҙары менән рус әҙәбиәтендәге А.Твардовскийҙың Василий Теркин образына бик яҡын торалар. Айырма тик шунда: әгәр Василий Теркинда рус халҡы характеры асыҡ сағылыш тапһа, Үлмәҫбай менән Теребай образдарында башҡорт халҡының милли характер үҙенсәлектәре кәүҙәләндерелгән. Үлмәҫбай менән Теребай, исемдәренең үк әйтеп тороуынсы, халыҡ батырлығының үлемһеҙлеген күрһәтеүсе образдар улар.

Мостай Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образдары аша башҡорт халҡының ғөрөф – ғәҙәтенә, йолаларына, һуғышсан традицияларына ла мөрәжәғәт итә. Борон башҡорт халҡы һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Үлмәҫбай ҙа хәрби йомоштарға барыуын «һунарға сығыу» тип ҡарай:

Һунарсы минең ырыуым,

Һунарсы ата – бабам,

Һунарсы ҡаны үҙемдә,

Һунарсы булыр балам.

Үлмәҫбай үҙе алған «тел»гә - дошман офицерына - «тау башҡорто тоҡомонан, Салауат затлы булам» ти һәм, иленең традициялары менән ғорурланып,

Ә илем Рәсәй була,

Дауылы, еле лә бар,

Һинең бабаң батып үлгән

Чуд тигән күле лә бар, -

ти.

Шағирҙың алынған ваҡиғаларҙы үҙ геройы исеменән һөйләтеүе Үлмәҫбайҙың характерын тулыраҡ асырға ярҙам итә. Үлмәҫбайҙың хикәйәләүендә уның шат тәбиғәтле, ләкин тыйнаҡ холоҡло, тапҡыр һүҙле булыуы асык сағыла. Ул үҙе һөйләгән хәлдәргә үткерлек һәм мәрәкә индерегә ярата. Әйтәйек, ул «тәүге һунарға» сығыуын шулайыраҡ башлай:

Күркәләнеп сығып киттем,

Ергә лә теймәй табан, -

Әйтерһең, тыуған Уралға

Ҡунаҡҡа ҡайтып барам.

Тегеләр яғына еткәс,

Ҡулды күтәргән булам,

Йәнәһе, рәтен килтерәм

(Хәйлә кәрәк бит, туған).

Дошман хаҡында һөйләгәндә Үлмәҫбайҙың телмәрендә сатира, хатта сарказм өҫтөнлөк ала.

Бына ул һыу инергә килгән өс дошман һалдатын күҙәткәндә, уларға шундай характеристика бирә:

Бына бер бүкән кеүеге

Йылғаға тәгәрәне,

Үҙе йөнтәс, үҙе ҡара,

Гүйә, һарыҡ бәрәне.

Унан һуң икеһе сумды,

Киәфәт - өрәкме ни,

Ҡолаҡтары - һелкеүестәй,

Ҡулдары – көрәкме ни!

Үлмәҫбай образында М.Кәрим ябай һәм ҡыйыу һалдаттың типик образын кәүҙәләндерҙе.