Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

2. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһының идея-тематик йөкмәткеһе.

“Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы- “Ай тотлған төндә”, “Салауат” трагедиялары менән берлектәге триптихтың, йәки трилогияның, аҙаҡҡы әҫәре. Уларҙы бер идея берләштерә- кешенең азат ителеүе, рухи иреклек алыуы.

Идеяһына тиң заманын, ҡаһарманын юллап, Мостай Кәрим беҙҙең эраға тиклемге дәүерҙәргә, боронғо грек мифологияһы ҡаһармандарына барып сыға. Прометей- илаһи бер ҡаһарман. Ул батырлыҡ һәм ғазап өсөн яратылған. Аллалар затынан. Ғәҙелдәрҙән ғәҙел алла. Үҙен фиҙа ҡылыуға, ҡорбан итеүгә ҡыйыу бара.

Прометейҙың төп тәғәйенләнеше аллалар ҡулындағы күк утын ергә, кешеләргә илтеү, күк уты менән ер утын ҡушып, кешелекте яҡтыға, рухи азатлыҡҡа һәм бөйөклөккә күтәреү.

Күк уты менән ер уты ҡушылһа, кешенең бөтә барлығын, рухи донъяһын үҙгәртер ҡөҙрәте бар. Прометей уты- кешенең үҙ-үҙен аңлауы ул. Кеше ошо ут яҡтылығында үҙенең матурлығын, мөһабәтлеген күрәсәк. Ул ошо ут ярҙамында бөйөк эштәргә ғәйрәте барлығына төшөнәсәк. Кеше өсөн ут- ҡот, өмөт, балҡыш.

Ерҙәге кешеләр ошондай утты ҡабул итергә әҙер түгелдәр, сөнки әле улар наҙан, томана. Көнкүрештәре ярым ҡырағай хәлдә.

Прометей үҙе быларҙы күрә, белә йөрөй. Аҡ балсыҡты үҙ күҙ йәштәренә иҙеп, бар яһаған әҙәмдәрҙе ҡыҙғана, улар яҙмышы өсөн борсола. Әҙәмдәрҙе яҡлап, уларҙы утлы итеүен теләп, Зевс менән бәхәскә инә.

Кешеләргә илткән ут өсөн уны ҡаяға сынйырлап, утыҙ мең йыл ғазапҡа дусар итәсәктәрен белә тороп, Прометей күк утын урлап ергә оса.Тик кешеләр утты ҡабул итмәйҙәр, унан ҡурҡып ҡасалар. Аллалар ҙа кешеләрҙе утҡа ҡаршы ҡоторталар.

Ул ғәҙәти ут ҡына түгел. Кешеләрҙең киләсәккә, идеалға, яҡтылыҡҡа мөнәсәбәте символы .

Мостай Кәрим трагедияһында Прометей үҙен ике тапҡыр таба. Беренсеһе- кешеләргә ут илтеү, икенсеһе – мөхәббәттә. Прометей менән Агазия мөхәббәтендә алла һәм кеше мөхәббәте ҡушыла. Күк уты менән ер уты ҡауышҡанда ғына ер йөҙөнә, кешеләргә яҡтылыҡ, бәхет килерен Прометей яҡшы белә.

Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы ысын мәғәнәһендә фәлсәфәүи әҫәр. Кешеләр бәхете өсөн Прометей үҙ бәхетен, мәңгелек ғүмерен утыҙ мең йылын ҡорбан итә.

3. Әҙәбиәт теорияһы: поэма тураһында төшөнсә.

Поэма (грекса poiema–ижад итәм)- әҙәбиәттең лиро-эпик төрөнә ҡараған поэтик жанр. Поэманың лирик һәм эпик формалары була. Лирик поэмалар ғәҙәттә шағирҙың йәки уның лирик геройының уй-тойғоларын сағылдыра. Эпик поэмаларҙа хәл-ваҡиғалар эҙмә-эҙлекле сюжетта шиғри формла хикәйәләнә.

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә киң таралған- лиро-эпик поэмалар. Күпселек поэмаларҙа лирик башланғыс өҫтөнлөк итә (Ғ.Сәләм, Р.Ниғмәти, М.Кәрим, Н.Нәжми һ.б. поэмалары).

Поэма жанрына хикәйәләү тығыҙлығы, сюжет йыйнаҡлығы, поэтик тасуирлау юғарылығы хас. Унда уй-хискә, эмоционаллеккә баҫым яһала. Поэма шиғыр юлдарына һалып оҙон-оҙаҡ хикәйәләүҙе хуп күрмәй.

  1. – Се билет

1.Зәйнәб Биишеваның ижады, уның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны.

2.Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар” драмаһының төп конфликты һәм уның хәл ителеше, төп образдары.

3.Әҙәбиәт теорияһы: баллада тураһында төшөнсә.

1. Зәйнәб Биишева ижады, уның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә. Уның жанрҙары яғынан күп төрлө, идея йөкмәткеһе, художестволы формаһы, тел-стиль саралары яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһын тәшкил итә.

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, 1924 йылда ул Ырымбурҙағы башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға. 1929 — 1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй, ауылда яңы тормош төҙөү эшендә әүҙем ҡатнаша.

1931 йылда 3. Биишева Өфөлә уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курсын үткәндән һуң, Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә ҡалдырыла. Тәүҙә ул башҡорт һәм татар телдәрендә сыға торған «Пионер» исемле дәреслек-журналдың яуаплы мөхәррире, аҙаҡ нәшриәттең дәреслектәр секторында мөхәррир булып эшләй.

1938 — 1951 йылдарҙа 3. Биишева төрлө гәзиттәрҙә, радиокомитетта эшләй. 1951 йылдан һуң — профессиональ яҙыусы.

Зәйнәб Биишева — төрлө жанрҙарҙа берҙәй оҫта эшләгән әҙип. Уның тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалары, «Дуҫлыҡ», «Серле ҡурай», «Гөлбәҙәр» тигән драма әҫәрҙәре, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре бар.

Зәйнәб Биишева бигерәк тә проза өлкәһендә актив эшләп килә. Уның «Яҡтыға» трилогияһына ингән «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» исемле романдары уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алынды һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.

Үҙенең «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар...», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?» тигән повестарында яҙыусы йәштәр тормошоноң мөһим яҡтарын һүрәтләй.

«Мөхәббәт һәм нәфрәт» тигән китабы яҙыусының хикәйәт жанрының оҫтаһы булыуын күрһәтте.

1981 — 1982 йылдарҙа әҫәрҙәренең 4 томлы йыйынтығы баҫылып сыҡты. Күп әҫәрҙәре рус телендә донъя күрҙе. Яҙыусы әҙәби тәнҡит һәм тәржемә өлкәһендә лә һәләтен һынаны. Зәйнәб Биишева йәмәғәт эштәрендә һәм әҙәбиәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн миҙалдар һәм өс тапҡыр «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнде. 1968 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булды.

Әҙибә 1996 йылда Өфө ҡалаһында вафат булды.

2. Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар» драмаһының төп конфликты һәм уның хәл ителеше, төп образдары.