Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

2.Баязит Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесының идея – тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙең төп образдары, ғаилә мөнәсәбәттәре.

Баязит Бикбай “Аҡсәскә” повесы менән үҙ ижадына ғына түгел, башҡорт әҙәбиәтендә бөтөнләй тиерлек яҡтыртылмаған темаға мөрәжәғәт итә.

30-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән шәхес культы һәм уның эҙемтәләрен һүрәтләүҙе маҡсат итеп ҡуйып, яҙыусы уны бер ғаилә яҙмышы аша асып бирә.

Повестың төп геройҙары – Нәғимә менән Әхмүш Ямаев, уларҙың ҡыҙҙары Аҡсәскә.

Б.Бикбай нахаҡ яла яғылып бер ғәйепһеҙ ҡулға алынған атайға йәбештерелгән “халыҡ дошманы” тигән ҡара тамғаның балаһына, уның ғаиләһенә бәхетһеҙлек алып килеүен сағылдыра. Нәғимәнең атаһы халыҡ дошманы тип ҡулға алынғас, Әхмүш Ямаев ҡатыны менән ҡыҙын ташлап сығып китә. Әхмүштең хыянатын Нәғимә ҡыҙына түбәндәгесә аңлата: “Беҙ бик татыу тора инек, көтмәгәндә минең башыма бәхетһеҙлек килде: минең атайымды ҡулға алдылар. Шунан инде беҙҙең татыу ғаиләбеҙҙә лә сыуалыштар башланып китте. Мин халыҡ дошманының ҡыҙы буламын бит инде. Шундай ҡатын менән бер ҡыйыҡ аҫтында уға уңайһыҙ булғандыр инде, күрәһең”.

Ауыр ҡайғыны Нәғимә иҫ киткес сабырлыҡ , батырлыҡ менән ҡаршы ала, йәшәү өсөн көрәшә. Ул репрессиянан ҡасып, үҙ тыуған ерен ташлап, Силәбе өлкәһенә күсеп китә. Ауырлыҡтар, балаһына булған мөхәббәт уны сыныҡтыра, алдына килгән ҡаршылыҡтар менән көрәшергә һәм уларҙы еңергә өйрәтә. Аҡсәскә шат, изге күңелле, тормошҡа, бәхеткә ышанып ҡараған сәләмәт рухлы кеше булып үҫә.

Тырыш, намыҫлы бала, юғары белем алып, инженер булып эшләй башлай. Ул атаһын эҙләүҙе дауам итә һәм ҙур ауырлыҡтар аша уны эҙләп таба. Ләкин ҡасандыр ғаиләһен ташлап, дан артынан ҡыуып, еңел тормош эҙләп ҡасҡан Әхмүш тәүге йылдарҙа данлыҡлы артист булыу теләгенә ирешкәндәй булһа ла, үҙенең оҫталығын камиллаштырмау арҡаһында, ныҡлы ғаилә ҡормау сәбәпле, эскелекте, кәйеф-сафа ҡороп еңел йәшәргә яратыуы арҡаһында тормош төпкөлөнә тәгәрәп, кешелек сифатын юғалта бара.

Нәғимәнең ғаиләһенә килгән бәхетһеҙлекте һүрәтләп, яҙыусы Нәғимәнең, Аҡсәскәнең генә түгел, хатта Әхмүш Ямаевтың да шәхес культы ҡорбаны булыуын асып бирә. Яҙыусы ошо ғаиләнең фажиғәһен һүрәтләп, шәхес яҙмышының йәмғиәт ҡоролошо менән бәйләнешен, шәхес менән йәмғиәт араһында гармония булғанда ғына һәр кеше үҙен бәхетле итеп хис итергә мөмкин булыуы раҫлаған. Законһыҙлыҡ хөкөм һөргән тормошта Нәғимә менән Аҡсәскә ауыр һынауҙарға дусар булһа, Әхмүш Ямаев кеүек йомшаҡ характерлы ҡурҡаҡ кешеләр хыянат юлына баҫа.

“Аҡсәскә” повесы шәхес культы хөкөм һөргән утыҙынсы йылдарҙың фажиғәләрен фашлап, халыҡты тарихтан һабаҡ алырға саҡыра, законһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшкә, активлыҡҡа өндәй.

3.Әҙәбиәт теорияһы: роман – эпопея тураһында төшөнсә.

Роман – эпопея тип халыҡ тормошондағы, тарихындағы байтаҡ йылдарҙы үҙ эсенә алған, төрлө яҙмышлы, төрлө социаль-профессиональ сығышлы геройҙарҙы кәүҙәләндергән бер нисә романды берләштереүсе ҙур күләмле проза әҫәрҙәре атала. Мәҫәлән, Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” тигән трилогияһын - өс романдан торған ҙур әҫәрен – роман-эпопея тип атарға мөмкин. Йәки Яныбай Хамматовтың биш романдан торған “Бөртөкләп йыйыла алтын”, “Аҡман-тоҡман”, “Йәшенле йәй”, “Юрғашты”, “Руда” романдары пентологияһы роман-эпопеяның тос үрнәге.

25– се билет

1.Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндө” трагедияһында башҡорт ырыуҙарының көнкүрешенең һүрәтләнеүе. Кешенең рухи азатлығы идеяһы.

2.Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрендә кешенең тәбиғәткә, хеҙмәткә мөнәсәбәте. Мораль –этик проблемалар.

3.Мостай Кәримдең үҙеңә оҡшаған бер шиғырын ятҡа һөйләргә.

1.Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндө” трагедияһында башҡорт ырыуҙарының көнкүрешенең һүрәтләнеүе. Кешенең рухи азатлығы идеяһы.

“Ай тотолған төндө” трагедияһында шәхестең азатлығы идеяһы үҙәктә тора.

“Ай тотолған төндө” трагедияһы башҡорттарҙың боронғо көнкүрешенә ярашлы ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һүрәтләүгә арналған. Ул замандарҙа ил –йорт, ырыу менән бейҙәр хакимлыҡ итә, илдә ырыу йолалары һәм ҡанундары, ғөрөф-ғәҙәттәре хөкөм һөрә. Шуларҙы боҙғандарҙы, азатлыҡҡа ынтылғандарҙы йола хөкөм итә.

Мостай Кәрим был трагедияһында ана шул ҡанундарға ҡаршы сыҡҡан, иреккә, рухи азатлыҡҡа ынтылған ҡыйыу шәхестәрҙе, уларҙың ҡотолғоһоҙ һәләкәткә атлауҙарын, йола ҡорбандары булыуын тасуир итә.

Аҡйегет менән Зөбәржәт өҙөлөп яратышалар, егеттең әсәһе Тәнкәбикә байбисә уларҙы өйләндерергә вәғәҙәһен дә биргән. Ләкин ағаһы яуҙа ятып ҡалғас, Аҡйегет йола буйынса тол ҡалған еңгәһенә өйләнергә тейеш була. Йола шулай ҡуша, был ҡәтғи закон.

Бына ошо йолаға ҡаршы үҙенең мөхәббәте хаҡына Аҡйегет дау күтәрә. Егет һөйгәне Зөбәржәтте яҡлап ҡына түгел, ә ҡоллоҡҡа ҡаршы баш күтәрә.

Мостай Кәримдең Аҡйегете менән Зөбәржәте феодаль йәмғиәттең ҡырағай ҡанундарына ҡаршы сыҡҡан, уға баш эймәй, мөхәббәттәре, рухи иректәре хаҡына ғорур рәүештә үлемгә барған шәхестәр.

Тәнкәбикә – иң трагик образдарҙың береһе. Тәнкәбикә – ырыу һәм ғаилә башлығы. Ул ырыу менән бейлек ҡыла, ырыу йола ҡанундарын тоторға, уны ҡурсаларға тейеш. Шуға ла ул ырыу аҡһаҡалдары йола ҡушыуы буйынса Аҡйегеткә – Шәфәҡ, Ишмырҙаға Зөбәржәт тейешлеген әйткәс, ошо ҡарарға буйһонорға мәжбүр була.