Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

2. Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә» романының темаһы һәм идея йөкмәткеһе. Образдар системаһы, үҙегеҙгә оҡшаған геройға характеристика.

«Өйөрмә» романында Ә.Хәкимов әҙәбиәт өсөн тағы бер яңы өлкәне аса: Хәҙисә Барласовна, Зөфәр Богданов шәхестәре аша инҡилап осоронда милли зыялылар яҙмышы һәм элек иҙеүсе һаналған синыф вәкилдәре – башҡорт дворяндары образдарына мөрәжәғәт итә, халыҡтың тотош бер социаль ҡатламы фажиғәһен күрһәтә.

Билдәле булыуынса, Октябрь инҡилабына интеллигенцияның мөнәсәбәте, инҡилап идеологияһын ҡабул итеү – итмәүҙәре, репрессия шарттарында артабанғы әсе яҙмыштары рус әҙәбиәтендә 20 - 30-сы йылдарҙа уҡ А. Толстойҙың «Хождение по мукам» кеүек әҫәрендә ентекле сағылыш тапҡайны. Был теманы үҙ заманы классиктары Булгаков, Платонов, Ахматова, Цветаевалар ҙа урап үтмәне. Ә.Хәкимовтың «Өйөрмә» романы ла ошо йүнәлеште дауам итте.

«Өйөрмә» романының тасуирлау масштабы, ҡуйылған проблемалары ла, сағыштырмаса киң. Хикәйәләү барышында сюжет һыҙыҡтары ла тармаҡлана, ваҡиғалар бер үк ваҡытты йә ауылда, йә ҡалала, юғары уҡыу йорттарында, әҙәби, мәҙәни учреждениеларҙа, төрлө социаль ҡатлам мөхитендә бара. Төрлө юҫыҡтағы ваҡиғалар, үткән һәм бөгөнгө көн, аралашып, алмаш-тилмәш бәйән ителә. Ғәрәсәтле дауыл-өйөрмә, йүгәнһеҙ стихия кеүек үк, үҙ эсенә яҙмыштарҙы, мөнәсәбәттәрҙе, - бөтә илде һурып ала, өйрөлтә, бәргеләй, ҡанға батыра, унан тырым – тырағай төрлө тарафҡа илтеп ырғыта.

Шуның менән бергә романдың төп һыҙығы, оҙайлы тарихи хроника ла асыҡ һыҙатлана: егерменсе йылдар аҙағында ҡырҡыуланып киткән сәйәси алыш, унан колхозлашыуға бәйле репрессиялар, кулаҡты синыф булыу яғынан юҡ итеү…

«Өйөрмә» романында яҙыусының соцаль-ижтимағи ваҡиғалар рәтендә шул йылдарҙың ижади, мәҙәни атмосфераһын ысынбарлығында һүрәтләүе лә мөһим. Нәҡ шәхес культы осоронда рухи тормош, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт, үтә ныҡ сәйәсиләштерелеп, идеологияның догматик ҡалыптарына, вульгар социолизм ҡоршауҙарына ҡыуып индерелде; ваҡытлы матбуғат биттәре тупаҫ сығыштар, йөҙ йыртыу, ғәйепләү материалдары менән тулды.

«Өйөрмә» әҫәрендә сағылдырылған ысынбарлыҡ – үҙе бер ҡатмарлы донья, оҙайлы тарих: сал үткәндәр һәм Октябрь инҡилабынан һуң ил кисергән осор.

«Өйөрмә» романындығы ағалы – һеңлеле Зөфәр Богданов менән Хәҙисә Барласовнаны «сабаталы алпауыттар нәҫеленән» тип таныштыра автор. Уларҙың ата-бабаларының береһе Суворов ғәскәрендә Италия походтарында ҡатнашҡан, батырлыҡтары өсөн офицер дәрәжәһе бирелгән, һуңынан дворянлыҡҡа үрләтелгән.

Хәҙисә Богданова, заманында Петроград институтында уҡыған, империалистик һуғышта шәфҡәт туташы рәүешендә фронттар үткән, үҙ мәлендә инҡилап идеологияһын ҡабул итеп, большевиктарға ҡушылған, ҡыҙыл комиссар булған. Ижтимағи эшмәкәр, уҡымышлы кеше, китапхана мөдире булараҡ, ул «Өйөрмә» романының төп геройы Искәндәр Мораҙымовтың шәхес булып етешеүендә лә роль уйнай.

Хәҙисә Богданованы большевиктар алдындағы был хеҙмәттәре лә фажиғәнән ҡотҡара алмай, ул да, ҡулға алыныу ҡурҡынысы янағас, үҙ-үҙен юҡ итә.