- •1. Дауыт Юлтыйҙың ижады. Беренсе донъя һуғышына ҡаршы протест белдереп яҙылған шиғырҙары: “Сумка”, “Шинель”, “Ҡан баҙары”.
- •2. Н. Нәжмиҙең “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙары, уларҙа патриотизм темаһы.
- •Д.Юлтыйҙың “Атлан, батыр!” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •1. Дауыт Юлтыйҙың ижады. Беренсе донъя һуғышына ҡаршы протест белдереп яҙылған шиғырҙары: “Сумка”, “Шинель”, “Ҡан баҙары”
- •2. Н. Нәжмиҙең “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙары, уларҙа патриотизм темаһы.
- •2. Атлан, батыр
- •1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһы, унда сағылдырылған тарихи осор, драманың төп конфликты.
- •2. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһында шәхес культы осоро фажиғәләрен, замандың ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыу. Халыҡтың ижади көсөн данлау идеялары.
- •3. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •2. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһында шәхес культы осоро фажиғәләрен, замандың ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыу. Халыҡтың ижади көсөн данлау идеялары.
- •3. Рәми Ғарипов “Туған тел” шиғыры
- •2. Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре. Шағир – һалдат образы.
- •1. Мөхәмәтша Буранғолдоң фажиғәле яҙмышы. Уның халыҡ ижадын йыйыуҙағы ҙур хеҙмәте.
- •2. Рәми Ғариповтың “Уйҙарым” ҡобайырында Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары.
- •3. Салауат Юлаевтың үҙеңә оҡшаған шиғырын ятҡа һөйләргә.
- •– Сы билет
- •1.Мөхәмәтша Буранғолдоң “Башҡорт туйы” драмаһы, унда күтәрелгән проблемалар, төп образдары.
- •2.Хәсән Назарҙың “Заман заңы”, “Асманға ашыу” китаптарында фәлсәфәүи һәм гражданлыҡ лирикаһы. Унда йәшәү мәғәнәһе, тел һәм милләт яҙмышы, ижад, талант һәм үлем, үлемһеҙлек хаҡында уйланыуҙар.
- •3.Әҙәбиәт терияһы: трагедия жанры тураһында төшөнсә.
- •1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады.
- •Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһының идея - тематик йөкмәткеһе. Айгөл образына характеристика
- •Ғәлимов Сәләм “Бала” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.
- •1.Һәҙиә Дәүләтшинаның фажиғәле яҙмышы һәм ижад юлы. “Айбикә” повесының темаһы һәм идея йөкмәткеһе.
- •2.Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель”, “Һуңғы уҙаман” пьесаларының проблематикаһы, идея йөкмәткеһе, композицион ҡоролошондағы новаторлығы.
- •3.Ш.Бабичтың “Халҡым өсөн” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •3.Ш.Бабич.”Халҡым өсөн “
- •– Сы билет
- •– Сы билет
- •2. Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһында Үлмәҫбай һәм Теребай образдарында башҡорт халҡының хәрби традицияларының әһәмиәтен сағылдырыу.
- •3.Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •1.Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһының йөкмәткеһе. Тыуған ил һәм халыҡ образдарының кәүҙәләнеше.
- •2.Фәррәх Дәүләтшиндең тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләргә.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: комедия жанры тураһында төшөнсә.
- •2. Ф.Дәүләтшиндың тормош юлы һәм ижады.
- •3.Комедия жанры тураһында.
- •2. Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә» романының темаһы һәм идея йөкмәткеһе. Образдар системаһы, үҙегеҙгә оҡшаған геройға характеристика.
- •3.Лиро-эпик жанрҙар
- •2. Ғайса Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы” китабының йөкмәткеһе һәм әҙәбиәттә уның яңы күренеш булыуы.
- •3. Үлтер, улым, фашисты
- •– Се билет
- •2. Хәсән Назарҙың “Шәмсыраҡ” поэмаһы. Әҫәрҙең композицион үҙенсәлеге. Поэманың лирик геройы, уны тасуирлауҙың поэтик үҙенсәлектәре.
- •2. Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһы. Батыршаның тотҡонлоҡтағы уйҙары, батшаға хат яҙырға йыйыныуы. Балладаның художество үҙенсәлеге.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: лирик герой тураһында төшөнсә.
- •1.Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат темаһының үҫеше, уға бағышлап ижад ителгән әҫәрҙәр.
- •2. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” әҫәренең идея –тематик йөкмәткеһе.
- •1.Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат темаһының үҫеше, уға бағышлап ижад ителгән әҫәрҙәр.
- •2. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһының идея-тематик йөкмәткеһе.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: поэма тураһында төшөнсә.
- •– Се билет
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: баллада тураһында төшөнсә.
- •– Се билет
- •2.Рәми Ғариповтың «Аманат» ҡобайырында ша ғирҙың яңы быуынға аманат һүҙҙәре, уларҙың бөгөнгө көн күҙлегенән актуаль булыуы.
- •– Сы билет
- •2. Рауил Бикбаевтың гражданлыҡ поэзияһы .
- •3. Р.Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.
- •2.Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп ҡороу реформалары осорона хас һыҙыттар.
- •2.Рәшит Солтангәрәевтың “Хамбал” хикәйәһе, халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ауыл тормошон кәүҙәләндереү. Хамбал образы.
- •3.Мостай Кәримдең “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •2. Рәшит Солтангәрәевтең “Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһе. Ҡарт әсәнең уй-һағыштарының сағылышы. Хикәйәнең психологизм алымдары.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙә автор теле һәм персонаждар теле.
- •2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты тураһында төшөнсә.
- •2.Баязит Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесының идея – тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙең төп образдары, ғаилә мөнәсәбәттәре.
- •3.Әҙәбиәт теорияһы: роман – эпопея тураһында төшөнсә.
- •2. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрендә кешенең тәбиғәткә, хеҙмәткә мөнәсәбәте. Мораль –этик проблемалар.
1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады.
Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһының идея - тематик йөкмәткеһе. Айгөл образына характеристика
Ғәлимов Сәләм “Бала” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.
1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады. Ш.Бабич 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуған.Башланғыс белемде үҙ ауылы мәҙрәсәһендә атаһынан ала. Уҡырға йәшләй үк зирәк була. Ғ.Туҡай әҫәрҙәрен яттан белгән. Ҡаҙағстанда бер йыл самаһы балалар уҡытып йөрөй. Өфөгә ҡайта һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Мандолинала уйнарға яратҡан. 1916 йылдаТроицк ҡалаһына уҡытыусы булып китә. 1919 йылдың мартында фажиғәле рәүештә үлтерелә.
Шәйехзада Бабичтың ҡыҫҡа, әммә бай емешле ижад юлын өс осорға бүлеп ҡарарға мөмкин: 1910-1913 йылдарҙағы башланғыс ижады, 1914-1916 йылдарҙағы өлгөрөп етеү осоро һәм 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуңғы осор.
Тәүге ҡулъяҙма йыйынтыҡ “Эй, китап” тигән шиғыр менән асылып, “Бәхетһеҙ мин” исемле шиғыры менән дауам иткән була.
Бабич шиғырҙары 1914 йылдан алып матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. Тап ошо осорҙа ул “Халҡым өсөн”, “ Бай һәм ярлы”, “Кем өсөн?”, “Бер минут”, “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде”, “Көтәм”, “Үткән көндәр” кеүек иң күренекле шиғырҙарын ижад итә.
Шағир программа әһәмиәтендәге был шиғырын 1914 йылдың баштарында яҙа. Унда шағирҙың йәмғиәт тормошонда тотҡан урыны, шиғриәттең ижтимағи роле бик асыҡ итеп әйтеп бирелгән.
1914-1916 йылдарҙағы ижадында Бабич лирик шағир ғына булып түгел, бәлки үткер телле юморист һәм сатирик шағир булараҡ та киң танылып өлгөрҙө.
1916 йылда яҙылған “Ҡандала” исемле балладаһында кеше көсөн, кеше ҡанын һурып байыған байҙарҙы ҡан эскес ҡандалаға тиңләп һүрәтләне.
Бабич үҙенең күренекле ҙур әҫәрҙәренең береһен – “Ғазазил” исемле сатирик поэмаһын ана шул Алла, Иблестәрҙе һүрәтләүгә бағышланы. Ул 1916 йылда “Аң” тигән журналда баҫылды.
“Ғазазил” поэмаһына кешене нисек тә үҙҙәренә буйһондороу, рухи ҡол итеү өсөн Алла менән Иблестең үҙ-ара ҡаты тартышы сатирик көлөү, фашлау юлы менән күрһәтелә.
1918 йылдың көҙөндә Ырымбурҙа үҙҙәре ойошторған “Тулҡын” нәшриәтендә Ш.Бабичтың “Йәш Башҡортостан” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылды.
“Йәш Башҡортостан” китабына Ш.Бабичтың иң көслө патриотик, ҡаһарманлыҡ рухлы “алтын йырзары” ингән. Унда милли шиғриәтебеҙҙә алтындай ялтырар, ынйы-зөбәржәттәй төрлө-төрлө төҫтәрҙә балҡып китер “Башҡортостан”, “Ғәскәр маршы”, “Салауат батыр”, “Ҡурайҡайға”, “Көтәм”, “Беҙ”, “Яҙғы йыр”, һ.б исемле аҫыл шиғырҙары бар.
Шәйехзада Бабич – башҡорт поэзияһында киң танылыу тапҡан талант эйәһе. Уның башҡорт лирик поэзияһын һәм сатираһын үҫтереүҙәге роле айырыуса ҙур.
Шәйехзада Бабич поэзияһының иң яҡшы үрнәктәре илебеҙ халыҡтары әҙәбиәтенең алтын фондына инде, ул татар поэзияһының үҫешенә лә көслө йоғонто яһаны. Ә XX быуат башындағы башҡорт әҙәбиәте тарихында Бабич иң күренекле шағир булып Мәжит Ғафури менән йәнәш төп урынды алды.
.2. Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһының идея - тематик йөкмәткеһе. Айгөл образына характеристика М.Кәримдең «Айгөл иле» драмаһында Айгөлдөң әсәһе Зөлхәбирәнең 1943 йылда яраланған ире янына госпиталгә китеүе, аҙаҡтан уның пленға эләгеүе, күп ғазаптарҙан һуң синьор Пиккиоға кейәүгә сығыуы, йылдар үткәс, Айгөлдө алырға ҡайтыуы, Айгөл иле менән осрашыуы күрһәтелә. Зөлхәбирә илен Пиккиоға алыштырған кеүек, Айгөл үҙ илен, Ватанын алыштыра алмай. Ватан бер генә, Ватан бөйөк, уны алмаштырыуҙы ғәфү итеп булмай. Бына әҫәрҙең төп идеяһы.
Драманың төп героиняһы-Айгөл.Ул сабый сағынан уҡ бабаһы Йәғәфәр Моратшин ҡулында тәрбиәләнгән. Донъяға һоҡланыусан, хыялланырға яратыусан бай тәбиғәтле ҡыҙ ул. Айгөл тыуған илен һөйә, намыҫлы, тоғро, саф һәм ғәҙел.
3.Ғ.Сәләм« Бала» поэмаһынан өҙөк
-Хуш бул!-тине Сәйҙел
Зәйнәбенә
Зәйнәп өндәшмәне Сәйҙелгә
Магнит тартҡан кеүек,бер-беренә
Ҡушылды тик ҡайнар ирендәр.
Бер минутҡа улар тынып ҡалды
Юғалттылар әйтер һүҙҙәрен.
Был күренеште мин һәм перрондағы
Электрҙар ғына күҙләне.
Зәйнәп менән Сәйҙел хушлашыуын
Электрҙар ниңә ҡарайҙар,
Ә мин поэмама герой итеп
Алмаҡ булып торам шуларҙы.
8– се билет