Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.

“Урал” поэмаһы – сәнғәткә бағышланған һәм милли рух менән һуғарылған көслө, тетрәндергес әҫәрҙәрҙең береһе.

Унда Ишмөхәммәт улы Ишмулла ҡурайсы һәм йырсы йөҙөндә атаҡлы ҡурайсыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың образы һынландырыла.

“Урал” поэмаһында Ишмулланың сит илдәргә гастролдәренән Японияның баш ҡалаһы Токиола булған бер эпизод ҡына тасуирлана.

Поэмала иң тетрәткес ваҡиға: ҡурайсының сит илдә эмигрант башҡорт менән осрашыуы, шундағы әрнеүле бәхәс, уларҙы икеһен дә берҙәй әсир иткән башҡорт моңо – классик “Урал” халыҡ йыры.

Үҙенең башҡортлоғон раҫларға теләгәндәй, эмигрант башҡорт “Урал”ды йырлай.

Ике башҡортто шулай моң берләштерһә лә, йыр берҙәй тәьҫир итһә лә, уларҙы яҙмыш айырған. Береһе үҙ илендә – Башҡортостанда йәшәй, икенсеһе күптән ҡасаҡ – илһеҙ – ерһеҙ ҡалған эмигрант. Уларҙың тыуған илдәренә, башҡортлоҡтарына мөнәсәбәте лә төрлөсә: ҡурайсы үҙ иленең ирекле улы, төп хужаһы, ә эмигрант илһеҙ берәҙәк әҙәм хәлендә, башҡортлоғо ла ер-һыуҙарын, йыр-моңдрын, үткәнен һағыныуында ғына. Был әҫәрҙә эмигрант кешенең рәнйетелгән милли рухы, аяныс яҙмышы һүрәтләнә.

3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты тураһында төшөнсә.

Матур әҙәбиәттә яҙыусы һүрәтләй торған тормош күренештәре, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, хәл һәм ваҡиғалар үҙ-ара бәйләнештә, билдәле бер тәртиптә ойошторола.

Әҫәрҙең һәр бер өлөшө, һәр эпизодының урынлашыуы, уларҙың үҙ-ара бәйләнеше әҫәрҙе бер бөтөн итеп ҡабул итергә һәм уның идеяһын уҡыусыға еткерергә ярҙам итә. Әҫәрҙең айырым өлөштәренең шул рәүешле үҙ-ара бәйләнештә бер бөтөн итеп ойошторолоуы уның композицияһы тип атала.

Композиция әҫәрҙең йөкмәткеһен, ундағы образдарҙың характерын асыу сараһы булып тора. Һәр әҫәрҙең композицияһы уның идея-тематик йөкмәткеһе менән билдәләнә.

Эпик, лирик, драматик әҫәрҙең композицияһы араһында уларҙың жанр үҙенсәлектәре менән бәйле айырмалыҡтарҙы күрергә мөмкин. Ҙур әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен ваҡиғалар теҙеме булған сюжет тәшкил итә. Сюжеттың нигеҙендә әҫәрҙәге үҙ-ара бәйләнешле һәм эҙмә-эҙлекле үҫә барған тормош ваҡиғалары ята. Сюжет экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселештән тора.

Әҫәрҙең композицияһы үҙ эсенә сюжетты ала. Ләкин художестволы әҙәбиәттә бөтә күренештәр ҙә сюжетҡа һыйып бөтмәй. Әҫәрҙә тағы ла сюжет менән бәйләнеше булмаған күренештәрҙе лә осратырға мөмкин. Бындай сюжеттан тыш элементтарға портрет, пейзаж, хикәйләү, тасуирлауҙар инә. Шул рәүешле композиция әҫәрҙең бөтә өлөштәрен дә берләштерә һәм сюжетҡа ҡарағанда киңерәк йөкмәткеле була.

24- се билет

1.Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте.

2.Баязит Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесының идея – тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙең төп образдары, ғаилә мөнәсәбәттәре.

3.Әҙәбиәт теорияһы: роман – эпопея тураһында төшөнсә.

1.Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте.

Тыуған илдең азатлығы өсөн көрәш йылдары әҙәбиәт алдында ҙур һәм яуаплы яңы бурыстар ҡуйҙы. Нәфис һүҙ ярҙамында халыҡта тыуған илгә тәрән һөйөү, яуыз дошманға көйҙөргөс нәфрәт тойғоһон көслөрәк ҡабыҙып ебәреү кәрәк ине. Шуға күрә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әҙәбиәт Тыуған илдең наказын, саҡырыу һүҙҙәрен халыҡҡа тәьҫирле һүҙҙәр ярҙамында еткереүсе ҡоралға әйләнде.

Фашизмдың Тыуған илгә мәкерле һөжүм иткәнен ишеткән көндә үк башҡорт яҙыусылары дошманға сикһеҙ нәфрәт белдергән шиғырҙар, мәҡәләләр яҙып сыҡтылар, халыҡты яуға күтәрелергә, Тыуған ил азатлығы өсөн көрәштә батырлыҡтар күрһәтергә, кәрәк икән, ғүмерҙәрен дә ҡыҙғанмаҫҡа саҡырҙылар.

Рәшит Ниғмти һуғыштың тәүге айҙарында “Тыуған илем өсөн!” патриотик шиғырын яҙҙы.

Илебеҙ халҡы менән бергә яҙыусыларҙың күпселеге ҡулдарына ҡорал алып яуға күтәрелделәр, улар ҡорал менән дә, ялҡынлы һүҙ менән дә фашизмға ҡаршы көрәштә алғы сафта барҙылар. Башҡорт яҙыусыларынан Сәғит Мифтахов, Хәниф Кәрим һуғыштың тәүге көндәренән үк үҙ теләктәре менән фронтҡа киттеләр. Мостай Кәрим, Ғәйнан Әмири, Хәниф Кәрим, Әкрәм Вәли һ. б. яҙыусылар дүрт йыл буйына яу эсендә йөрөнөләр. Сәғит Мифтахов, Али Карнай, Мирхәйҙәр Хәй, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Мәлих Харис һәм башҡа бик күптәр һуғыш яланында батырҙарса һәләк булып ҡалдылар.

Фронтовик яҙыусылар һалдаттың батырлыҡтары тураһында шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр һәм очерктар яҙҙылар. Ундай әҫәрҙәрҙең күбеһе хәрби гәзиттәрҙә баҫыла барҙы. Яҙыусылар тәүҙә публицистик лирика, очерк, хикәйә кеүек оператив жанрҙарға мөрәжәғәт иттеләр. Тыуған илде, халыҡтың батырлығын үҙәк тема итеп күтәрҙеләр, ҡаһарманлыҡ пафосын беренсе планға ҡуйҙылар. Әҫәрҙәрҙә Ватанға ҡайнар мөхәббәт һәм дошманға көйҙөргөс нәфрәт тойғоһо һалынды.

Поэзия. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге осоронда әҙәбиәттә халыҡты яуға саҡырыусы публицистик шиғырҙар, очерктар өҫтөнлөк итә. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк яҙылған әҫәрҙәрҙән Рәшит Ниғмәтиҙең “Тыуған илем өсөн!”, “Үс ал, патриот!”, Баязит Бикбайҙың “Ҡоралға, иптәштәр!” шиғырҙарын атарға була. Яу йылдарында шағирҙар поэзияның иң үтемле жанрына – йырҙарға мөрәжәғәт иттеләр. Башҡорт поэзияһында Сәйфи Ҡудаштың, Рәшит Ниғмәтиҙең, Ҡадир Даяндың яу йырҙары фронтта һәм тылда киң танылыу алды.

Һуғыш йылдарында поэзияның хат, алғыш биреү өлгөләре лә ҙур үҫеш алды. Улар, ғәҙәттә, әсәнең яуға оҙатҡан улына биргән алғышы, туғандарының фронтҡа яҙған хаты рәүешендә бирелде. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”, Рәшит Ниғмәтиҙең “Әсә һүҙе” шиғырҙары.

Мәлих Харистың фронт лирикаһында батыр һалдат образы үҙәктә торҙо. Ул “Батыр тураһында баллада”, “Хат” , “Онотмаһын мине Тыуған ил”тигән әҫәрҙрендә Тыуған иле өсөн ғүмерен биргән батырҙың үлемһеҙлеген данланы.

Дүрт йыл эсендә шағирҙар утыҙға яҡын поэма һәм баллада ижад итте. Шул эпик әҫәрҙәрҙән Р.Ниғмәтиҙең “Герой тураһында поэма”, “Үлтер, улым, фашисты!”, “Һинең кәләшеңдең хаттары”, Мостай Кәримдең “Декабрь йыры”, “Үлмәҫбай” поэмалары, Мәлих Харистың “Батыр тураһында баллада” кеүек әҫәрҙәрен атап үтергә кәрәк.