- •1. Дауыт Юлтыйҙың ижады. Беренсе донъя һуғышына ҡаршы протест белдереп яҙылған шиғырҙары: “Сумка”, “Шинель”, “Ҡан баҙары”.
- •2. Н. Нәжмиҙең “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙары, уларҙа патриотизм темаһы.
- •Д.Юлтыйҙың “Атлан, батыр!” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •1. Дауыт Юлтыйҙың ижады. Беренсе донъя һуғышына ҡаршы протест белдереп яҙылған шиғырҙары: “Сумка”, “Шинель”, “Ҡан баҙары”
- •2. Н. Нәжмиҙең “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙары, уларҙа патриотизм темаһы.
- •2. Атлан, батыр
- •1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһы, унда сағылдырылған тарихи осор, драманың төп конфликты.
- •2. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһында шәхес культы осоро фажиғәләрен, замандың ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыу. Халыҡтың ижади көсөн данлау идеялары.
- •3. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •2. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһында шәхес культы осоро фажиғәләрен, замандың ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыу. Халыҡтың ижади көсөн данлау идеялары.
- •3. Рәми Ғарипов “Туған тел” шиғыры
- •2. Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре. Шағир – һалдат образы.
- •1. Мөхәмәтша Буранғолдоң фажиғәле яҙмышы. Уның халыҡ ижадын йыйыуҙағы ҙур хеҙмәте.
- •2. Рәми Ғариповтың “Уйҙарым” ҡобайырында Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары.
- •3. Салауат Юлаевтың үҙеңә оҡшаған шиғырын ятҡа һөйләргә.
- •– Сы билет
- •1.Мөхәмәтша Буранғолдоң “Башҡорт туйы” драмаһы, унда күтәрелгән проблемалар, төп образдары.
- •2.Хәсән Назарҙың “Заман заңы”, “Асманға ашыу” китаптарында фәлсәфәүи һәм гражданлыҡ лирикаһы. Унда йәшәү мәғәнәһе, тел һәм милләт яҙмышы, ижад, талант һәм үлем, үлемһеҙлек хаҡында уйланыуҙар.
- •3.Әҙәбиәт терияһы: трагедия жанры тураһында төшөнсә.
- •1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады.
- •Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһының идея - тематик йөкмәткеһе. Айгөл образына характеристика
- •Ғәлимов Сәләм “Бала” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.
- •1.Һәҙиә Дәүләтшинаның фажиғәле яҙмышы һәм ижад юлы. “Айбикә” повесының темаһы һәм идея йөкмәткеһе.
- •2.Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель”, “Һуңғы уҙаман” пьесаларының проблематикаһы, идея йөкмәткеһе, композицион ҡоролошондағы новаторлығы.
- •3.Ш.Бабичтың “Халҡым өсөн” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •3.Ш.Бабич.”Халҡым өсөн “
- •– Сы билет
- •– Сы билет
- •2. Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһында Үлмәҫбай һәм Теребай образдарында башҡорт халҡының хәрби традицияларының әһәмиәтен сағылдырыу.
- •3.Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •1.Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһының йөкмәткеһе. Тыуған ил һәм халыҡ образдарының кәүҙәләнеше.
- •2.Фәррәх Дәүләтшиндең тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләргә.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: комедия жанры тураһында төшөнсә.
- •2. Ф.Дәүләтшиндың тормош юлы һәм ижады.
- •3.Комедия жанры тураһында.
- •2. Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә» романының темаһы һәм идея йөкмәткеһе. Образдар системаһы, үҙегеҙгә оҡшаған геройға характеристика.
- •3.Лиро-эпик жанрҙар
- •2. Ғайса Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы” китабының йөкмәткеһе һәм әҙәбиәттә уның яңы күренеш булыуы.
- •3. Үлтер, улым, фашисты
- •– Се билет
- •2. Хәсән Назарҙың “Шәмсыраҡ” поэмаһы. Әҫәрҙең композицион үҙенсәлеге. Поэманың лирик геройы, уны тасуирлауҙың поэтик үҙенсәлектәре.
- •2. Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһы. Батыршаның тотҡонлоҡтағы уйҙары, батшаға хат яҙырға йыйыныуы. Балладаның художество үҙенсәлеге.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: лирик герой тураһында төшөнсә.
- •1.Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат темаһының үҫеше, уға бағышлап ижад ителгән әҫәрҙәр.
- •2. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” әҫәренең идея –тематик йөкмәткеһе.
- •1.Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат темаһының үҫеше, уға бағышлап ижад ителгән әҫәрҙәр.
- •2. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһының идея-тематик йөкмәткеһе.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: поэма тураһында төшөнсә.
- •– Се билет
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: баллада тураһында төшөнсә.
- •– Се билет
- •2.Рәми Ғариповтың «Аманат» ҡобайырында ша ғирҙың яңы быуынға аманат һүҙҙәре, уларҙың бөгөнгө көн күҙлегенән актуаль булыуы.
- •– Сы билет
- •2. Рауил Бикбаевтың гражданлыҡ поэзияһы .
- •3. Р.Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.
- •2.Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп ҡороу реформалары осорона хас һыҙыттар.
- •2.Рәшит Солтангәрәевтың “Хамбал” хикәйәһе, халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ауыл тормошон кәүҙәләндереү. Хамбал образы.
- •3.Мостай Кәримдең “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •2. Рәшит Солтангәрәевтең “Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһе. Ҡарт әсәнең уй-һағыштарының сағылышы. Хикәйәнең психологизм алымдары.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙә автор теле һәм персонаждар теле.
- •2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты тураһында төшөнсә.
- •2.Баязит Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесының идея – тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙең төп образдары, ғаилә мөнәсәбәттәре.
- •3.Әҙәбиәт теорияһы: роман – эпопея тураһында төшөнсә.
- •2. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрендә кешенең тәбиғәткә, хеҙмәткә мөнәсәбәте. Мораль –этик проблемалар.
1. Мөхәмәтша Буранғолдоң фажиғәле яҙмышы. Уның халыҡ ижадын йыйыуҙағы ҙур хеҙмәте.
2. Рәми Ғариповтың “Уйҙарым” ҡобайырында Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары.
3. Салауат Юлаевтың үҙеңә оҡшаған шиғырын ятҡа һөйләргә.
1.1. Мөхәмәтша Буранғолдоң фажиғәле яҙмышы. Уның халыҡ ижадын йыйыуҙағы ҙур хеҙмәте. М.Буранғолов 1888 йылдың 15 декабрендә Ырымбур өлкәһе Тәңес ауылында тыуа.1900 йылда етем ҡала. Күршеләге Иҫке Юлдаш земство мәктәбен тамамлай, ҡаҙаҡ балаларын уҡыта, Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәҫәһендә уҡый. Уҡытыусы, халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй. Үҙ ғүмерендә биш тапҡыр ҡулға алына. 1944йылдың 18 апрелендә уға Башҡортостандың халыҡ сәсәне исеме бирелә. Холоҡ төҙәтеү лагерына 10 йылға хөкөм ителә. 6 йылдан һуң азат ителә. Уға ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем үҙен-үҙе яҡлап, гражданлыҡ һәм яҙыусылыҡ хоҡуҡтары өсөн тиңһеҙ көрәш алып барырға тура килә. Уның фольклор йыйыу эшмәкәрлегендәге иң ҙур ҡаҙанышы - 1910 йылда яҙып алынған “Урал батыр” эпосы.
Халыҡ сәсәненең мираҫында, поэзия, драматургия (Башҡорт туйы”),проза жанры,фольклор йыйыу эшмәкәрлеге(“Башҡорт туй йолалары”) бик ҙур һәм мөһим урында тора.”Ерәнсә сәсән”,”Ете ырыу”, “Байыҡ Айҙар” сәсән һ.б.яҙып ала. Башҡорт фольклорсыларынан иң беренселәрҙән булып, халыҡ ижадын ғилми өйрәнеүҙе башлап ебәрә.
2. Рәми Ғариповтың “Уйҙарым” ҡобайырында Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары. Р.Ғарипов”Уйҙарым” ҡобайырында ил, халыҡ, тел яҙмышы тураһында тәрән уй-тойғолар тирәһенә туплана. Шағирҙың поэтик көсө-ҡобайыр алымында, ҡобайыр стилендә оҫта һәм үтемле итеп еткерә белеүендә. Күпселек юлдар, ҡобайыр строфалары әйтем һүҙҙәр кеүек ишетелә, иҫтә ҡала.
3.С.Юлаев. “Уҡ”
Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам,
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.
Һауаларға атҡан уҡҡайым
Тау,урмандар аша уҙһасы
Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,
Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.
– Сы билет
1.Мөхәмәтша Буранғолдоң “Башҡорт туйы” драмаһы, унда күтәрелгән проблемалар, төп образдары.
2.Хәсән Назарҙың “Заман заңы”, “Асманға ашыу” китаптарында фәлсәфәүи һәм гражданлыҡ лирикаһы. Унда йәшәү мәғәнәһе, тел һәм милләт яҙмышы, ижад, талант һәм үлем, үлемһеҙлек хаҡында уйланыуҙар.
3.Әҙәбиәт терияһы: трагедия жанры тураһында төшөнсә.
1.Мөхәмәтша Буранғолдоң “Башҡорт туйы” драмаһы, унда күтәрелгән проблемалар, төп образдары.М.Буранғоловтоң «Башҡорт туйы» драмаһы фольклор материалдарынан, халҡыбыҙҙың туй йолаларынан килгән күтәренке рухлы, тәрән мәғәнәләр һәм кинәйәләр менән һуғарылған, йор һүҙ, уйын-көлкө, йыр-моң менән тулы тормошсан һәм ғәйәт үткер көнкүреш драмаһы. Пьесаның конфликты ла ,унда барған ваҡиғалар ҙа башҡорттоң йола ҡанундары һәм туй барышында йола ҡушҡанды үтәү кәрәклеге менән билдәләнә. Бай ҡыҙы Гөлзифаны кейәүгә бирмәкселәр.Әммә уның бала сағында, нәҙер әйтеп ҡолағын тешләтеп,аҙаҡ ҡапыл ғына юғалған егете булған. Көрәшергә сыҡҡан Юлдыбай тигән егетте ағаһы- кантон хәҙрәт ҡулға алырға бойора. Гөлзифаны бай егеткә биреү тейеш тигән талап ҡуя. Халыҡ Гөлзифа менәнЮлдыбай яҡлы. Юлдыбайҙы Себер һөрөп, үлеп ҡалған тигән хәбәр таратып, Гөлзифаны бай егеткә сығырға күндерәләр. Әммә Юлдыбай ҡасып ҡотолған булып сыға. Ул Гөлзифаны ҡотҡарып ҡалмаҡсы була. Юлдыбай үҙен бала сағында ҡолағын тешләтеп йәрәштерелгән егете Уралбай булыуын асып һала. Гөлзифа һөйгән егете менән ҡасып китергә ризалыҡ бирә. Был әҫәр башҡорт драматургияһында айырым урын алып тора.Уның төп үҙенсәлеге- драматургтың фольклор-этнографик характерҙағы пьесаларының береһе,тотош сюжет үҫешенең йола күренештәрен - туй йолаһын атҡарыуға ҡоролоуы менән билдәләнә.
2.Хәсән Назарҙың “Заман заңы”, “Асманға ашыу” китаптарында фәлсәфәүи һәм гражданлыҡ лирикаһы. Унда йәшәү мәғәнәһе, тел һәм милләт яҙмышы, ижад, талант һәм үлем, үлемһеҙлек хаҡында уйланыуҙар. Х.Назарҙың «Заман заңы», «Асманға ашыу» әҫәрҙәрендә бөйөк рух,иман тота донъяны, шундай рух йәшәтә кешене, кешене кеше итешә тигән мотив үҙәкләшә. Әгәр иман ҡаҡшай икән, ил ҡаҡшай, рух ҡаҡшай.Был поэмала автор үҙенсә бер рух дастанын яҙа. Заман рухы, хәҡиҡәт шағир өсөн үҙе бер иман.Тағы ла бер тема-яҙмыш. Ул Ер шары,ил, халыҡ, милләт, тел яҙмышы, авторҙың шулар хаҡындағы хәстәре. Шағир өсөн һүҙ, шиғыр үҙе яҙмыш. Философик йөкмәткеле «Асманға ашыу» поэмаһында һорау өҫтөнә һорауҙар һәр кемде уйға һала, яуаптар эҙләтә.Тормош айышы, йәшәү мәғәнәһе, заманалар заңы, яҙмыштар, иман, әҙәп-әхлаҡ һ.б. хаҡында уйҙар даръяһына инәбеҙ. Х.Назар был китабы өсөн С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһын ала. 3.Трагедия жанры тураһында төшөнсә.
Жанрҙың исеме грекса tragoidia ( tragos – кәзә, ode – йыр) һүҙенән алынған. Дионис исемле алла хөрмәтенә үткәрелгән тамаша ваҡытында боронғо гректар кәзә ҡорбан итер булғандар һәм был алланың күргән ғазаптары тураһында күңелһеҙ йырҙар йырлағандар. Тәүге трагедиялар ошо йырҙарға нигеҙләнеп тыуған.
Трагедия төп герой һәм башҡа персонаждарҙың һәләкәте менән тамамлана. Ләкин геройҙарҙың үлемендә ҙур социаль – сәйәси, фәлсәфәүи, әхлаҡи мәғәнә ята. Хаҡлыҡ өсөн ҡорбан булғанлыҡтан, трагик образдарҙың яҙмышы тамашасыларҙа һоҡланыу уята. Башҡорт әҙәбиәтендә трагедия өлгөһөн М.Кәрим бирҙе. “Ай тотолған төндө”, “Ташлама утты, Прометей”.
7 – се билет