Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

2. Хәсән Назарҙың “Шәмсыраҡ” поэмаһы. Әҫәрҙең композицион үҙенсәлеге. Поэманың лирик геройы, уны тасуирлауҙың поэтик үҙенсәлектәре.

Хәсән Назар “Шәмсыраҡ” поэмаһында уйы-күңеле менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, замандаштарының бөгөнгө яҙмыштары, әҙәп-әхлаҡ донъялары хаҡында уйлана.

Шәмсыраҡ нимәне аңлата һуң ул? Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенә мөрәжәғәт итәйек. Шәмсыраҡ – аҫыл таш тигән мәғәнәлә. Әгәр ҙә шәм-сыраҡ һыҙыҡса яҙылһа – ут яҡтыһы бирә торған төрлө яҡтыртҡыс.

Автор шәмсыраҡтай булып янған рухи донъяһына алып инә. Шағирҙың уй-кисерештәрен беҙ уның 30 йыл элек Морат дуҫына әрменән яҙған хаты буйынса белә алабыҙ.

Лирик герой бәләкәй саҡтан башлап үҙендә әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгән. Көтөү көткәндә уның ҡулында һәр саҡ китап булған, риүәйәттәр уның күңелен йылытҡан.

Шағирҙың ижадында ҡыҙыл еп булып тәбиғәт темаһы тора. “Шәмсыраҡ” поэмаһында ла Х.Назардың тыуған яҡҡа булған һөйөүен күрәбеҙ. Һалдат Козельск ҡалаһында хеҙмәт итә, яҡында ғына Жиздра йылғаһы ағып ята, тик уға былар ят. Лирик герой тыуған ауылы Таулыҡайҙы, Ҡороюл йылғаһын “үлеп” һағына.

Һалдат кескәй саҡтан эшкә өйрәнеп үҫкән: көтөү көткән, әсәһе менән утын ташыған, ун биш йәштән башлап һабансы булған. Тик яҙмышы ниндәй генә ауыр булмаһын ул күңелен таҙа, матур итеп һаҡлаған. Һәр бер йөрәк шәмсыраҡ кеүек нурлы, таҙа булһа, кешенең үҙенә лә йәшәргә еңелерәк, донъя ла матурыраҡ булыр ине.

Әҫәрҙә ҡоршаулы сюжет. Поэма автор һүҙе менән башлана һәм бөтә, әҫәрҙең үҙәгендә лирик геройҙың хаты тора.

3. Үҙегеҙгә оҡшаған йәш яҙыусы һәм уның әҫәре тураһында әңгәмә.

15 – се билет

1.Баязит Бикбайҙың “Салауат” драмаһында Салауат образы. Образдың һеҙгә булған йоғонтоһо.

2. Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһы. Батыршаның тотҡонлоҡтғы уйҙары, батшаға хат яҙырға йыйыныуы. Балладаның художество үҙенсәлеге.

3. Әҙәбиәт теорияһы: лирик герой тураһында төшөнсә.

1.Баязит Бикбайҙың “Салауат” драмаһында Салауат образы. Образдың һеҙгә булған йоғонтоһо.

XVIII быуаттағы Пугачев ихтилалы һәр ваҡыт яҙыусыларҙы үҙенә йәлеп итеп торҙо. Б.Бикбай ҙа ситтә ҡалманы, “Салауат” исемле драма яҙҙы.

Был әҫәр халыҡтар дуҫлығы, хеҙмәтсән халыҡ араһында туғандарса берҙәмлек, интернационализм тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Драма 1773-1775 йылдарҙа алып барылған Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларын яҡтырта.

Драманың үҙәгендә Салауат образы тора. Унда халҡыбыҙға хас иң яҡшы сифаттар тупланған. Салауат ҡурҡыу белмәҫ батыр, тәүәккәл, ҡаты холоҡло, ҙур йөрәкле кеше. Ул үҙ халҡын, тыуған ерен ҡайнар һөйөү менән ярата, дошмандарға ҡарата аяуһыҙ. Салауат образы драмала героик һәм лирик планда асыла. Яҙыусы уны халыҡтың данлыҡлы батыры һәм шағир-импровизатор итеп һүрәтләй.

Төп конфликт халыҡ һәм власть араһында. Халыҡ батша власының сикһеҙ ҡыҫымына, төрлө дәрәжәле чиновниктарҙың башҡорт ерен талауына ҡаршы, баш күтәререгә әҙер. Салауат башҡорт егеттәрен Пугачев менән бер сафта көрәшергә саҡыра. Батыр көрәштә халыҡҡа таяна, һәр ерҙә ул халыҡтың ярҙамын күрә.

Драма халыҡтың еңелеүен, Салауаттың ҡулға алыныу картиналарын күрһәтеү менән тамамлана, халыҡ еңелә, ләкин ул еңеүгә булған ышанысын юғалтмай, үҙ эшенең хаҡлығын аңлай, Салауат батыр тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.

Салауат образын Ҡолой Балтасов, Солтан һәм Бохайыр кеүек башҡорт феодалдары, урыҫ байҙары образдарына ҡаршы ҡуйып була. Улар халыҡ көрәшенә ҡаршы сығалар. Бының менән автор ихтилалдың социаль һәм милли тамырҙарын аса.