Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

3. Рәми Ғарипов “Туған тел” шиғыры

 

                     Эй туған тел, эй матур тел,

                     Атам- әсәмдең теле.  

                                                Ғ.Туҡай.

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,

Бал ҡортондай, ынйы йыямын,

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

 

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел –

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел!...

 

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, -

Унан башҡа минең илем юҡ:

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

 

Әсәм теле миңә - сәсән теле, -

Унан башҡа минең халҡым юҡ:

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

3 – сө билет

1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан”  романының проблематикаһы. Алдынғы ҡарашлы Булат, Байғужа, Новиков образдары.

  1. Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре. Шағир – һалдат образы.

  2. Рәми  Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләү.

1 Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан”  романының проблематикаһы. Алдынғы ҡарашлы Булат, Байғужа, Новиков образдары.

«Ҡан» 1914—1918 йылдарҙа булған Беренсе донъя һуғышы тураһындағы роман. Яҙыусы был күп илдәр ҡатнашҡан донъя һуғышының империалистик асылын һәм кешелеккә килтергән фажиғәләрен бөтә ысынбарлығы менән асып биреүҙе һәм һуғышҡа ҡаршы көрәш, сикһеҙ нәфрәт тәрбиәләүҙе маҡсат итә. Һуғышҡа бәйләп ул шундай проблемаларҙы хәл итеүҙе ҡуя: һалдат массаларының нисек пассив ҡаршылыҡтан актив революцион көрәшкә күтәрелә барыуҙары, фронтта ла, тылда ла революцион хәл-ваҡиғаларҙың ҡуйырыуы, империалистик һуғышты граждандар һуғышына әйләндереп ебәреү юлдары, килешеү, тыныслыҡ өсөн көрәш мәсьәләләре.

Империалистик һуғыштың башынан аҙағына саҡлы тиерлек үҙе фронтта булған Дауыт Юлтый был проблемаларҙы фронт һәм окоп тормошоноң, ҡанлы яу эсенең иң ауыр шарттарында һалдат яҙмыштары аша асып һала.

«Ҡан» романының тәүге биттәренән үк — һалдат тормошоноң яфаһын, фронт ваҡиғаларын һүрәтләй башлағандан уҡ — һуғыштың афәт икәнен күрһәтергә ынтылыш асыҡ һиҙелә.

Һуғыштың килеп сығыуы, ни өсөн барыуы, кемдәргә үлем, кемдәргә байлыҡ килтереүе хаҡындағы тәрән уйланыуҙарға, социаль-сәйәси һығымталарға килә.

Ғөмүмән, донъяла ҡыйралыш, һәләкәт тыуҙырған, кешеләрҙең ғүмерҙәрен өҙгән, тормоштарын боҙған һуғыш ҡәһәрләнергә һәм мәңгегә бөтөрөлөргә тейеш, тигән идеялар үтә әҫәрҙән.

Һалдат образдары. Һалдаттарҙың һуғышҡа ҡаршы пассив ҡаршылыҡтарының нисек революцион көрәшкәсә үҫешен Дауыт Юлтый романының төп геройҙары Булат, Новиков, Индрил, Байғужа кеүек ҡораллы һалдат образдары аша эҙмә-эҙлекле итеп яҡтырта.

Бына автобиографик характерҙағы Булат образы. Романдағы бөтә ваҡиғалар уның исеменән һөйләтелә. Булат образы, уның һөйләгәндәре аша автор асылда үҙе фронтта күргән-белгәндәрен тасуир итә, ул хәл-ваҡиғаларҙың, һалдаттар яҙмышының иң әһәмиәтле тигәндәрен генә һайлап алып художестволы дөйөмләштерә.

Булат — ярлы крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан егет. Ике ағаһы менән бер осорҙа шинель кейгән Булат батша армияһы режимының бөтә ыҙаһын, ҡанһыҙ офицерҙарҙың йәбер-золомон кисерһә лә, башта ауыҙ асмаҫ йыуаш һалдат әле. Фронтҡа килеп кергәндә лә ул ни өсөн һуғышҡа тарттырылыуын, уның кемдәр өсөн алып барылғанын, ғөмүмән, һис нәмәнең аңын-тоңон айырып бөтмәй. Окоп тормошоноң тәүге айҙарында ул үҙ яҙмышын ҡәһәрләүҙән уҙа алмай.

Новиков кеүек ҡыйыу һалдаттарҙың үткер фекерҙәренә ҡолаҡ һалыу, тыл яны халыҡтарының һәм һалдат массаһының һуғышҡа протесын үҙ күҙҙәре менән күреү, төрлө аһ-зарҙарҙы, ҡәһәрҙәрҙе үҙ ҡолаҡтары менән ишетеү аша уҙғарып, унда революцион аң үҫешен бик ентекле хикәйәләүгә өлгәшә. Булат ул революцион ҡараштарға теләктәшлек белдереп кенә ҡалмай, тора-бара ошо ҡараштарҙы үҙе һалдаттар араһында, тылдағы халыҡ араһында үткә-реүсе ҡыйыу көрәшсегә әйләнә.

Эшселәр араһынан сыҡҡан Новиков баштан уҡ шаҡтай алдынғы карашлы һалдат.

Новиков — холҡо менән ҡыҙыу ҡанлыраҡ, тура һәм әсе теллерәк кеше. Ул башта һуғыштан ризаһыҙлығын дөйөм рәүештә йәки ярым шаярыу, асыу рәүешендә генә белдерһә, үҙ ротаһындағы һалдаттарҙың тын алыштарын яҡшыраҡ белгәс, үҙ фекерҙәрен асығыраҡ һәм төбәберәк әйтеүгә күсә. Ҡыйыу фекерҙәре һәм туралығы менән һалдаттар араһында уның абруйы ла юғары.Тиҙҙән ул фекерҙәш окопташтарын туплап алғас, һалдаттар араһында ғына түгел, фронт тирәһендәге крәҫтиәндәр араһында ла һуғышҡа ҡаршы

агитацияны оҫта ойоштороп ебәрә.

Булаттың ауылдашы һом окопташы Байғужа образында иһә һалдат массалары араһында һуғышҡа протестың тағы бер яғы асыҡ сағыла. Байғужа - ауыл батрагы. Ул ҡарап тороуға ауыр тәбиғәтле кеше күренһә лә, бик хәстәрлекле, йыйнаҡ һәм тоғро юлдаш. Байғужа һуғышҡа ҡарата, уны килтереп сығарыусылар һәм һалдат баштарын ашаусылар батша, түрәләр һәм офицерҙар тип ҡарап, ошоларҙы берәмләп юҡ итеү фекерендә. Ул үҙе урманда бер саҡ яман ике унтер офицерҙы үлтереп ташлай, хатта нисек итеп батшаны үлтереү хаҡында хыялланып йөрөй. Ләкин бындай террор юлы менән генә һуғышты туктатып булмаҫын, буш дыуамаллығын тиҙ төшөнә ул.