Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
готовые ответы на экз. билеты по литературе.doc...doc
Скачиваний:
215
Добавлен:
16.09.2019
Размер:
393.22 Кб
Скачать

3. Әҙәбиәт теорияһы: баллада тураһында төшөнсә.

БАЛЛАДА (итальянса ballade — бейеү) — лиро-эпик поэзияның бер төрө; романтик характерҙағы сюжетлы поэтик жанр.

Урта быуаттарҙа француз, испан һәм итальян әҙәбиәттәрендә баллада тип бейеү, таҡмаҡ йырҙарына әйткәндәр. Тора-бара йыр-баллада драматик йөкмәткеле сюжетлы йырҙарға әүерелгән, һуңыраҡ героик тематикалы шиғри жанр булып формалашҡан (Робин Гуд тураһындағы һ. б. балладалар).

Хәҙерге рус әҙәбиәтендә героик-революцион йөкмәткеле балладалар күберәк урын алды (Н. Тихонов, Э. Багрицкий, М. Светлов балладалары).

Башҡорт әҙәбиәтендә Ғ. Сәләмдең («Ҡыҙыл букет», «Самурай һәм уның хужаһы»), Х. Кәримдең, Ҡ. Даяндың балладалары заманында популяр булды.

Хәҙер ҙә баллада жанрына мөрәжәғәт итмәгән шағир юҡтыр. Хәҙерге башҡорт балладалары күберәк романтик рухта (Назар Нәжми, Муса Ғәли, Рәми Ғарипов балладалары).

  1. – Се билет

1.Зәйнәб Биишеваның драматургия өлкәһендәге уңыштары. Уҡыусыға оҡшаған драма әҫәренә анализ.

2.Рәми Ғариповтың “Аманат” ҡобайырында шағирҙың яңы быуынға аманат һүҙҙәре, уларҙың бөгөнгө көн күҙлегенән актуаль булыуы.

3.Һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡан берәй әҫәргә анализ.

1.Биишеваның драматугия өлкәһендәге уңыштары. Уҡыусылурға оҡшаған драма әҫәренә анализ.

Биишеваның драматугия өлкәһендәге эшмәкәрлеге. «Тылсымлы ҡурай» драматик поэмаһында ҡуйылған мөһим проблема — яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше темаһы.

Драматик поэмала ҡуйылған мөһим проблема, әҫәрҙең героик йөкмәткеһе яҙыусынан бөтә әҫәрҙе юғары стилдә, романтик күтәренкелек менән һүрәтләүҙе, халыҡ ижадына хас фантастика, шартлылыҡ, гипербола алымдары ҡулланыуҙы, ҙур дөйөмләштереү көсөнә эйә булған символик образдар ижад итеүҙе һорай. Әҫәр романтизм традициялары рухында яҙылһа ла, унда яҙыусы бөгөнгө әҙәбиәткә хас реалистик һүрәтләү сараларын да оҫта ҡуллана.

Халыҡ вәкилдәре образдарын, мәҫәлән, Кинйәбайҙың әсәһе Ишбикә, туғандары Алтынбай менән Алсынбай, сәсән, ҡарттар образдарын һүрәтләүҙә яҙыусы реалистик тасуирлау сараларына мөрәжәғәт итһә, Ирәмәл батыр, Кинйәбай, бигерәк тә яуызлыҡтың символы — Юха образын һүрәтләүҙә романтик стиль саралары өҫтөнлөк ала.

Ирәмәл ҡарт, уның улы Кинйәбай образдарында яҙыусы халыҡтың көсөн, ҡеүәтен, ныҡлығын, еңелмәҫлеген, бөйөк идеалдарын символлаштыра. Халыҡ эпостарының Урал батыр, Һәүбән батыр кеүек мәңге тере батырҙары рухында ижад ителгән был халыҡсан образдар аша яҙыусы кеше рухының бөйөклөгөн раҫлай.

Ирәмәл батыр бөтә ғүмерен Юха менән көрәшеп үткәрә. Үлер алдынан да уны аҡ ҡылған баҫҡан далала — бер кескәй генә түбәләс өҫтөндә эйәренә башын һалып ятҡан килеш күрәбеҙ. Ул ғүмерен халыҡ бәхете әсән көрәшкә арнаған, үлгәндә лә уны халыҡ яҙмышы борсой. Улдары Алтынбай, Алсынбай, Кинйәбайҙарға ла ул халыҡ яҙмышы хаҡында уйлап, уның бәхете әсән көрәшеп йәшәргә, ил-ырыуға ғәҙел, тоғро хеҙмәт итергә, ә Юха менән көрәште дауам итергә васыят әйтеп ҡалдыра. Шуның өсөн дә дошманды таныу ауыр. Ул төрлө ҡиәфәткә инә. Был көрәште аждаһа Юхаға әйләнгәнсе башлағанда, уны һаҙлыҡтан алып ҡояшлы ергә ырғытҡанда ғына еңеп була. Сөнки ул һаҙлыҡта йәшәгәндә генә тере, ә ҡояш, яҡтылыҡ уның өсөн үлем. Урал батыр үлгәс, уның ҡәберенән Урал тауы үҫеп сыҡҡан кеүек, Ирәмәл ҡарт үлгәс, уның ҡәберендә лә Ирәмәл тауы үҫеп сыға. Бының менән Ирәмәлдең ғәҙәттән тыш көслө, ғәйрәтле батыр, баһадир булыуы тағы ла бер тапҡыр раҫлана.

Ирәмәл ҡарт уландарына йәшәү юлының көрәш, тартыш юлы булыуын, еңеүгә ирешеү өсөн серле тылсым көсөнә эйә булырға кәрәклекте аңлатып бирә. Халыҡ үҙен ҡотҡарыусы батырҙы көтә. «Эй, ер, тыуҙыр, тыуҙыр батырҙы!» — тип Ер-әсәгә мөрәжәғәт итә. Кинйәбай, атаһы васыятына тоғро ҡалып, халыҡты Юха ҡоллоғонан ҡотҡарыу, Юханы юҡ итеү өсөн көрәш башлай. Халыҡ үҙ батырын данлай, уға ат, ҡылыс, уҡ-һаҙаҡ бүләк итә.

Кинйәбайҙың ағалары Алтынбай менән Алсынбай көрәштән ҡасып, аталары Ирәмәл батырҙың васыятына хыянат итәләр. Кинйәбай аяуһыҙ ҡаты көрәштә һаҙлыҡты еңһә лә, Юханы юҡ итә алмаған. Сөнки ул төрлө ҡиәфәткә кереп, халыҡ араһында йөрөп, уның аңын томалай.

Хәйләнең көсөнә ышанған Юха үҙен үлемһеҙ тип иҫәпләй

Ул бай егет ҡиәфәтенә инеп, халыҡтың күҙен быуа, аңын томалай. Ағаһының ил алдында хөрмәт ҡаҙаныуынан, абруйынан көнләшеп ҡараған ялҡау Алтынбай менән Алсынбайҙы ла ул һатып ала, Гөлзифаның йөрәгендә Кинйәбайға ҡарата шик тыуҙыра. Аҙаҡтан уны ҡот осҡос ҡарсыҡ ҡиәфәтенә индерә. Кинйәбай хаҡында «ул Юха» тигән хәбәр таратып, халыҡты ышандыра. Юханан алданған халыҡ Кинйәбайҙың ҡулынан ҡоралын тартып ала, шуның менән уның көрәшеү мөмкинлеген юҡҡа сығара. Шулай итеп, Кинйәбай ҙа, Гөлзифа ла, сәсән дә бар халыҡ менән бергә ҡоллоҡҡа эләгә, унда бик оҙаҡ йылдар яфа сигә. Күп йылдарҙан һуң Кинйәбай алдына төрлө сәскәләрҙән биҙәк һалып туҡылған аҡ елән, сәскәләрҙән һәм һыу тамсыларынан үрелгән аҡ таж кейгән иҫ киткес матур, мөһабәт Ер-әсә килеп баҫа. Шулай итеп, яҙыусы әгәр Кинйәбай образында тыуған илгә, халыҡ эшенә бирелгәнлек, халыҡ бәхете өсөн барлыҡ көсөңдө, кәрәк булһа, ғүмереңде лә бирергә әҙер тороу идеяһын сағылдырһа, Ер-әсә образында тыуған ер, Тыуған илде һынландыра: Ер-әсә менән Ирәмәл батыр Тыуған иле, халҡы менән берҙәмлектә һүрәтләнә, халыҡҡа таянғанда, тыуған еренән көс алғанда ғына батыр еңә ала тигән идеяны үткәрә.

Драмала ҡурай образы ҙур идея мәғәнәһенә эйә. Ул халыҡтың рухи көсөнөң, халыҡ күңеленең сафлығы, ныҡлығы, үлемһеҙлеге символы дәрәжәһенә күтәрелә.

Ер-әсә Кинйәбайға тылсымлы ҡурай бүләк итә.

Кеше азатлығына, яҡшылыҡҡа, изгелеккә, бөтә кешелеккә ҡаршы торған яуызлыҡ символы Юха нисек кенә йөҙөн үҙгәртмәһен, ниндәй генә ҡиәфәткә инмәһен, кеше рухының ныҡлығы алдында юҡҡа сыға, унан еңелә.

Әҫәрҙең идея мәғәнәһе тәрән фәлсәфәүи дөйөмләштереү көсөнә эйә. Әҫәр ер йөҙөндә ике ҡапма-ҡаршы көс араһында киҫкен көрәш барған дәүерҙә кешелеккә ҡаршы торған реакцион көстәрҙең еңеләсәгенә ышаныс, тормошҡа актив мөнәсәбәт, халыҡ бәхете өсөн көрәш идеяһын данлауы менән бөгөн дә заманса яңғырай, шуның менән ул йәш быуынға идея-эстетик тәрбиә биреүҙә әһәмиәтле урын тота.