
- •1. Дауыт Юлтыйҙың ижады. Беренсе донъя һуғышына ҡаршы протест белдереп яҙылған шиғырҙары: “Сумка”, “Шинель”, “Ҡан баҙары”.
- •2. Н. Нәжмиҙең “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙары, уларҙа патриотизм темаһы.
- •Д.Юлтыйҙың “Атлан, батыр!” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •1. Дауыт Юлтыйҙың ижады. Беренсе донъя һуғышына ҡаршы протест белдереп яҙылған шиғырҙары: “Сумка”, “Шинель”, “Ҡан баҙары”
- •2. Н. Нәжмиҙең “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙары, уларҙа патриотизм темаһы.
- •2. Атлан, батыр
- •1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһы, унда сағылдырылған тарихи осор, драманың төп конфликты.
- •2. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһында шәхес культы осоро фажиғәләрен, замандың ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыу. Халыҡтың ижади көсөн данлау идеялары.
- •3. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •2. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһында шәхес культы осоро фажиғәләрен, замандың ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыу. Халыҡтың ижади көсөн данлау идеялары.
- •3. Рәми Ғарипов “Туған тел” шиғыры
- •2. Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре. Шағир – һалдат образы.
- •1. Мөхәмәтша Буранғолдоң фажиғәле яҙмышы. Уның халыҡ ижадын йыйыуҙағы ҙур хеҙмәте.
- •2. Рәми Ғариповтың “Уйҙарым” ҡобайырында Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары.
- •3. Салауат Юлаевтың үҙеңә оҡшаған шиғырын ятҡа һөйләргә.
- •– Сы билет
- •1.Мөхәмәтша Буранғолдоң “Башҡорт туйы” драмаһы, унда күтәрелгән проблемалар, төп образдары.
- •2.Хәсән Назарҙың “Заман заңы”, “Асманға ашыу” китаптарында фәлсәфәүи һәм гражданлыҡ лирикаһы. Унда йәшәү мәғәнәһе, тел һәм милләт яҙмышы, ижад, талант һәм үлем, үлемһеҙлек хаҡында уйланыуҙар.
- •3.Әҙәбиәт терияһы: трагедия жанры тураһында төшөнсә.
- •1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады.
- •Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһының идея - тематик йөкмәткеһе. Айгөл образына характеристика
- •Ғәлимов Сәләм “Бала” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.
- •1.Һәҙиә Дәүләтшинаның фажиғәле яҙмышы һәм ижад юлы. “Айбикә” повесының темаһы һәм идея йөкмәткеһе.
- •2.Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель”, “Һуңғы уҙаман” пьесаларының проблематикаһы, идея йөкмәткеһе, композицион ҡоролошондағы новаторлығы.
- •3.Ш.Бабичтың “Халҡым өсөн” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •3.Ш.Бабич.”Халҡым өсөн “
- •– Сы билет
- •– Сы билет
- •2. Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһында Үлмәҫбай һәм Теребай образдарында башҡорт халҡының хәрби традицияларының әһәмиәтен сағылдырыу.
- •3.Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •1.Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһының йөкмәткеһе. Тыуған ил һәм халыҡ образдарының кәүҙәләнеше.
- •2.Фәррәх Дәүләтшиндең тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләргә.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: комедия жанры тураһында төшөнсә.
- •2. Ф.Дәүләтшиндың тормош юлы һәм ижады.
- •3.Комедия жанры тураһында.
- •2. Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә» романының темаһы һәм идея йөкмәткеһе. Образдар системаһы, үҙегеҙгә оҡшаған геройға характеристика.
- •3.Лиро-эпик жанрҙар
- •2. Ғайса Хөсәйеновтың “Батырҙар ҡиссаһы” китабының йөкмәткеһе һәм әҙәбиәттә уның яңы күренеш булыуы.
- •3. Үлтер, улым, фашисты
- •– Се билет
- •2. Хәсән Назарҙың “Шәмсыраҡ” поэмаһы. Әҫәрҙең композицион үҙенсәлеге. Поэманың лирик геройы, уны тасуирлауҙың поэтик үҙенсәлектәре.
- •2. Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһы. Батыршаның тотҡонлоҡтағы уйҙары, батшаға хат яҙырға йыйыныуы. Балладаның художество үҙенсәлеге.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: лирик герой тураһында төшөнсә.
- •1.Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат темаһының үҫеше, уға бағышлап ижад ителгән әҫәрҙәр.
- •2. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” әҫәренең идея –тематик йөкмәткеһе.
- •1.Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат темаһының үҫеше, уға бағышлап ижад ителгән әҫәрҙәр.
- •2. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһының идея-тематик йөкмәткеһе.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: поэма тураһында төшөнсә.
- •– Се билет
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: баллада тураһында төшөнсә.
- •– Се билет
- •2.Рәми Ғариповтың «Аманат» ҡобайырында ша ғирҙың яңы быуынға аманат һүҙҙәре, уларҙың бөгөнгө көн күҙлегенән актуаль булыуы.
- •– Сы билет
- •2. Рауил Бикбаевтың гражданлыҡ поэзияһы .
- •3. Р.Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.
- •2.Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп ҡороу реформалары осорона хас һыҙыттар.
- •2.Рәшит Солтангәрәевтың “Хамбал” хикәйәһе, халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ауыл тормошон кәүҙәләндереү. Хамбал образы.
- •3.Мостай Кәримдең “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа” шиғырын ятҡа һөйләү.
- •2. Рәшит Солтангәрәевтең “Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһе. Ҡарт әсәнең уй-һағыштарының сағылышы. Хикәйәнең психологизм алымдары.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙә автор теле һәм персонаждар теле.
- •2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.
- •3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты тураһында төшөнсә.
- •2.Баязит Бикбайҙың “Аҡсәскә” повесының идея – тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙең төп образдары, ғаилә мөнәсәбәттәре.
- •3.Әҙәбиәт теорияһы: роман – эпопея тураһында төшөнсә.
- •2. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрендә кешенең тәбиғәткә, хеҙмәткә мөнәсәбәте. Мораль –этик проблемалар.
3.Мостай Кәримдең “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын ятҡа һөйләү.
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Эйәрләне атай, ялын үреп,
Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙтым минең абынмаҫ,
Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанында.
Йыуырмын мин фашист ҡаны менән
Илем күкрәгенең яраһын,
Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа
Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.
Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуһарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн -
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
11– се билет
1.Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһының йөкмәткеһе. Тыуған ил һәм халыҡ образдарының кәүҙәләнеше.
2.Фәррәх Дәүләтшиндең тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләргә.
3. Әҙәбиәт теорияһы: комедия жанры тураһында төшөнсә.
1. Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһының йөкмәткеһе. Тыуған ил һәм халыҡ образдарының кәүҙәләнеше. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р.Ниғмәти ижады идея - художество яғынан тағы юғарыраҡ күтәрелә. Һуғышҡа тиклем үк инде Ватанды һаҡлау өсөн көрәш кеүек ҙур темаларҙы үҙ әҫәрҙәрендә сағылдыра килгән Р.Ниғмәти Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был теманы конкрет материалдар ерлегендә тағы ла киңерәк яҡтырта башлай. Ватан, уның азатлығын һаҡлау Ниғмәти ижадының төп темаһына әйләнә.
“Үлтер, улым, фашисты!” тигән поэмаһында илебеҙ кешеләренең героизмын, фронт һәм тыл берҙәмлеген кәүҙәләндерә.
Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙған осоронда, Сталинград өсөн һуғыш барған айҙарҙа, Рәшит Ниғмәти ошо “Үлтер, улым, фашисты!” (1942) поэмаһын яҙҙы. Башҡорт атлы дивизияһының Дон далаларында дошманға ҡаршы һуғышын, фронт менән тыл берҙәмлеген сағылдырған был поэма идея – тематик йөкмәткеһе һәм художество үҙенсәлектәре яғынан халыҡтың гериок эпостарына тартым. Ғәҙәттә, героик эпосторҙа халыҡ батырҙарының көс сығанағы, изге көрәштәре һүрәтләнә, ғәйрәтлелек, илде һаҡлау идеялары поэтиклаштырыла. Башҡорт фольклорының эпик репертуарындағы ҡобайыр кеүек жанрҙарҙа Тыуған ил азатлығы өсөн көсөн аямау, дошманға нәфрәт хистәре халыҡты көрәшкә сакырыусы Ватан ораны төҫөн ала.
Халыҡ ижадының шундай поэтик традицияларына мөрәжәғәт итеп, Рәшит Ниғмәти үҙ поэмаһын Ватан ораны, халыҡтың йөрәк һүҙе формаһында еткереү өсөн эпос рухын, ҡобайыр алымдарын бик оҫта файҙалана.
Дошман яуҙарының илебеҙ сиктәрен емереп үткәнен күреп торған Уралтау “юлбарыҫтай ярһынып” аяҡҡа баҫа һәм ил улдары алдында телмәр тота. “Усына шоңҡар ҡундырған, еренә батыр тыуҙырған, иленә яу килгәндә, егетен атҡа мендереп, дошманын пыр туҙҙырған, дуҫын түргә уҙҙырған, аҫыл, батыр Урал”
Үҙ телмәрендә Тыуған ил азатлығының ни икәнен әйтә, илен-ерен һаҡлап дан ҡаҙанған батыр улдарын иҫкә ала, хас дошманға ҡаршы яуға сығырға саҡыра.
Шағир, шулай итеп Уралтауҙы, башҡорт халыҡ ауыҙ – тел ижадындағыса, символик төҫ алған тере образ рәүешендә һүрәтләй.
Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында Уралтау образын биреүе, башҡорт халҡының яугир традицияларын хәтергә төшөрөүе, Ҡаһым түрә, Салауат кеүек полководецтарын атауы, Шәһит Хоҙайбирҙин һымаҡ революционерҙарҙы иҫкә алыуы, әҫәрен халыҡ эпосына оҡшаш ҡороуы – һәммәһе лә ана шул патриотизм һәм милли ғорурлыҡ тойғоларын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Ә һуғыш яланында башҡорт егеттәренең Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурыстарын йәнен – тәнен аямай намыҫ менән үтәүҙәрен, батыр һуғышсыларын һүрәтләү, генерал Шайморатов, Күсимов кеүек хәрби етәкселәре үҫеүен, яңынан - яңы геройҙар тыуыуын данлау оло тойғоларҙың яуҙа ниндәй ҡеүәт биргәнлеген шулай уҡ асыҡ характерлай.
Тыуған илен дошмандан һаҡлауҙа борон – борондан урыҫ һәм бүтән туғандаш халыҡтар менән бер сафта баҫып көрәшкән башҡорт халҡы, үҙенең үткән яугир традицияларына тоғро булып, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ла үҙен тағы ҙур данға күмде. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында илебеҙ кешеләрен ошондай батырлыҡтарға илтеүсе көстөң сығанағы – патриотизм, милли ғорурлыҡ, халыҡтар дуҫлығы икәнлеге бөтә тулылығы менән күҙ алдына баҫтырыла ла инде.
Поэма һуғыш йылдарында халыҡтың яратып уҡыған әҫәренә әйләнде, уның күп строфалары өскөл фронт хаттарында урын алды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары кешеләрҙең батырлыҡ һәм түҙемлек сифаттары менән бергә, уларҙың мораль көсө, эске рухи сафлығы һәм ныҡлығына ла ҙур һынау булды. Тыуған илде һөйөү тойғоһо иң ауыр моменттарҙа ла кешегә ҙур көс бирә, тиңһеҙ батырлыҡтарға алып бара. Тормошто һөйөү һалҡын үлемде ҡыуа, ошо үлемде сәсеүсе дошманға нәфрәтте арттыра. Р.Ниғмәти үҙе әйткәнсә, Тыған илгә булған һөйөү кешеләрҙе ҡалҡан һымаҡ һаҡлап тора, хатта “тап йөрәккә тейер пулялар ҙа тайпылышып теймәй үтәләр”.