Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

СБОРНИК АКМУЛЛИНСКИХ ЧТЕНИЙ 2012

.pdf
Скачиваний:
323
Добавлен:
19.03.2015
Размер:
7.1 Mб
Скачать

Аҡмулла, килешмәне йәштә көйөң, Таушалды күп уйлауҙан башта мейең. (“Кәңәш”). Башыңдан бағың тайһа, баһаң китер,

Шул саҡта дуҫың килеп дошман итер. (”Моңло егет зарын әйтер”). Ғәҙеллек ҡыл, әгәр ҡунһа башыңа баҡ, Мин-минлек ҡылма аслан менһәң дә таҡ. (“Кәңәш”).

Һөйләшерлек белем алып һәр бер баштан, Бәләнән имен булыр телен баҡҡан. (”Моңло егет зарын әйтер”).

Алға китеш, мәҙәниәтлек, замананан хәбәрҙар булыу - бөтәһе лә аҡыл йыйыу, мәғрифәткә ынтылыу менән бәйле. Шуға күрә шағир наҙанлыҡҡа,

вайымһыҙлыҡҡа ҡаршы сыға: “Һәр ҡайҙа хәлең харап, булһаң наҙан, йоҡонан баш күтәрер зирәк әҙәм” (“Егетлек хасиәте – мәғрифәттә”).

Аҡыл менән йөрәк ҡапма-ҡаршы категориялар. Ҡайһы берәүҙәр хистойғоларға бирелеп, аҡылына буйһонмай. Хистәрен йүгәнләй алмаған шундай әҙәмдәр тормошонда ҙур хаталар ебәрә: “Аҙ эшкә асыуланып,

динен боҙор, иманын көфөрлөккә һатыр, тигән”(“Нәсихәттәр”).

“Аҡыл” концептына иң ҡәҙерле, ғәзиз” мәғәнәләре хас. Аҡыл – гәүһәр, ти автор “Кәңәш” шиғырында. Эйәлек заты формаһындағы аҡыллым һүҙе шуның өсөн ҡәҙерле кешегә яратып, иркәләп өндәшеүҙе аңлата.

Аҡыл – аҫылташ кеүек ҡиммәтле әйбер. Ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан әҙәм балаһына бүләк итеп бирелгән. Уны һаҡларға һәм ҡәҙерләргә кәрәк. Аҡылы таушалмаһын өсөн бәндә дөрөҫ йәшәргә, Аллаһы Тәғәлә күрһәткән юлдан барырға, ғалимдарҙың өгөт-нәсихәттәренә, кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға тейеш. Тәбиғәттә гәүһәр аяҡ аҫтында аунап ятмағандай, йәмғиәт тә тик камил аҡыллы кешеләрҙән тормай. Ҡайһылары үҙенең нәфсеһен тыя алмай, аҙашыу юлында була. Был турала Аҡмулла бик тапҡыр әйткән:

”Асыу бысаҡ булғанда, аҡыл – таяҡ,кәмейҙер шул таяғың юнғандан һуң” (“Инсафлыҡ”)

Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл, тигән, Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән (“Нәсихәттәр”).

Тәүфиҡ – ғәрәп теле аша ингән һүҙ. Мәғәнәһе: “уңыш”, “бәхет”, ярҙам”, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте төшөү, тура юлдан барыуҙа булышлыҡ итеү.”Бит тәүфиҡ” – “Уңыштар!” Эше уңышлы сыҡҡан кешегә:”Ҡайһылай яҡшы эшләйһең!” тиһәләр, ул: “Аллаһ миңә тәүфиҡ бирҙе (ярҙам итте)”, - ти. (Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа “тәрбиә” тип тәржемә итәләр, был дөрөҫ түгел). Аҡмулласа, аҡыллы кеше - ихлас була, йәғни берҙе һөйләп, икенсене эшләп йөрөмәй. Уға монафиҡлыҡ, йәғни икейөҙлөлөк ят нәмә. Аҡыллы, тимәк, әҙәпле, иманлы. Бөтә ерҙә лә,һәммә кеше алдында ла асыҡ күңелле.

Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:

Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас – юлдаш, тигән.

71

Һүҙ оҫтаһының төрлө жанрҙарға ҡараған әҫәрҙәрендә ысын кеше сифаттарын һаҡлап ҡалыу, абруйҙы төшөрмәү проблемалары күтәрелә: “Ир-

егет, уйлап һөйләп, байҡап баҫһа - халыҡтың һөт өҫтөндә ул ҡаймағы”

(“Яңғыҙлыҡта мыуафиҡ булһа яҙың...”).

Уйлап һөйләү, байҡап баҫыу – аҡыллылыҡ билдәһе.

Ихтыярлы һәм көслө характерлылар тормошон аҡыл менән, файҙалы итеп ҡора.

“Ир аҙмайҙыр, - тигән бар, Үҙ аҡылын һаҡлаған...”(“Йырау”).

Фәһемле һүҙҙе юғары интеллектлы кеше генә баһалай ала:

Ир аҙмаҫ – ямандарға эйәрмәҫ булһа, Ошаҡ йөрөтөп, кеше ғәйбәтен тирмәҫ булһа. Һүҙеңдең ҡәҙерен белер шундай әҙәм –

Аҡылы – аҡылыңа тиңдәш булһа. (“Ир аҙмаҫ”).

Зирәк кешегә күп һөйләп аңлатырға кәрәкмәй, уға кинәйә лә етә.Аҡыллыға – ишара, тигән һүҙ бар,

Артыҡ һүҙ - әҙәпһеҙлек аҫыл затҡа

(“Солтан Ғәбиҙуллаға шикәйәт”). Аҡыллы кеше йәмғиәткә файҙа килтерә.Әҙип йыш ҡына “аҡыл менән һөйләү” һүҙбәйләнешен ҡуллана һәм уны яҡшылыҡтөшөнсәһе менән

тиңдәш итеп күрһәтә:

Телде байҡап һөйләгеҙ аҡыл менән, Эш башлайҙар яҡшылар яҡшы менән.

Уныңса, күп һөйләү – аҡылһыҙлыҡ билдәһе һәм ул йыш ҡына бәлә килтерә: “Ләпелдәк тел һәр ваҡытта бәлә булыр, һаҡһыҙлыҡтың китмәгеҙ йүне менән” йәки “Аҡылһыҙҙың үҙ һүҙе үҙен орор” ( “Аҡыл”). Уңыштың серен сәсән ғәмле булыуҙа һәм уй-ниәттәрҙе түгеп-сәсеп йөрөмәүҙә күрә:

Аҡылыңды өскә бүл: берен һөйлә, Икеһе эстә торһон – уға теймә. Аҡыллының кәңәше эстә торор.”

Тотанаҡлылыҡ, сабырлыҡ кеүек сифаттар аҡыллыларҙа була.Шуға күрә аҡыл дыуамаллыҡҡа ҡаршы сыға: “ Бәхетең артыр, кемдәр юлай

ҡашыңа – һарылмаһаң; серең ситкә сығарма, ярылмаһаң” (“Аҡыл”).

Аҫыл заттарҙы шағир камил аҡыллы, инсафлы, баҫалҡы, тотанаҡлы, сабыр, кеселекле, тәүфиҡлы, диндар, иманлы, ихлас, зирәк, яҡшы хәтерле, мәғрифәтле, әҙәпле, һүҙенә эше тап килә тип ҡылыҡһырлай.

Белеме, аҡылы ярҙамында күтәрелгәндәрҙе ул ғәҙел булырға саҡыра:”Ғәҙеллек ҡыл, әгәр ҡунһа башыңа баҡ” һәм“Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт,” - тип кәңәш бирә. (“Кәңәш”). “Кәңәш”, “кеселеклелек”, “фекер” концепттарын автор “аҡыл” компоненты аша билдәләй: “Үҙендә камил аҡыл булһа

72

ла, ир, кәңәш әйтеп, һәр кемдән аҡыл һорар” (“Аҡыл”). Ошондай тәрән мәғәнәләргә эйә булған аҡыл Аҡмулла әҫәрҙәрендә камил,ҡиммәтле кеүек эпитеттар,аҡыл -

таяҡ, аҡыл - гәүһәр ише метафоралар, аҡыл ҡунһа,аҡыл тайһа һымаҡ йәнләндереүҙәр менән тасуирлана. Шулай итеп, был мәҡәләлә беҙ Аҡмулла әҫәрҙәрендә “аҡылкомпонентлы тел берәмектәрен асыҡлап, “аҡыл” концептының семантикаһын, эмоциональ аспектын тикшерҙек. Килтерелгән миҫалдар йор һүҙле, зирәк аҡыллы шағирҙың индивидуаль тел картинаһын күҙ алдына баҫтыра һәм уҡыусыларҙың лингвокультурологик компетенцияларын үҫтереүгә булышлыҡ итә.

ӘҘӘБИӘТ

1.Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда / Россия Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге, тар., тел һәм әҙ. институты. – М.: Рус. яз., 1993 - 816 бит.

2.Йәғәфәрова Г. Н. Данлы ғүмер, талантлы ижад: Зәйнәб Биишеваның тыуыуына йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция материалдары,

14 февраль 2008 йыл, Башҡортостан Республикаһы, Салауат ҡалаһы. - Стәрлетамаҡ: Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2008. – 130 бит.

3.Сәмситова Л.Х. Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары. -

Өфө: Китап, 2010. – 164 бит.

4. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәреслеге. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1997. – 344 бит.

© Килсенбаева Р.З., 2012

Л.Р. Кирәева., филол. фәнд. канд., БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы (Стәрлетамаҡ ҡ..)

АҠМУЛЛА ӘҪӘРҘӘРЕНДӘ ХРОНОТОП ҮҘЕНСЛЕКТӘРЕ

Һуңғы йылдарҙа әҙәбиәт ғилемендә ваҡыт-арауыҡ ойошторолошо мәсьәләләрен тикшереү актуалләште. Икенсе төрлө был төшөнсәләрҙе хронотоп тип атайҙар. Был терминды әҙәбиәт ғилеме донъяһына М.Бахтин индерҙе һәм шундай билдәләмә бирҙе: “Әҙәбиәт тарафынан ижади эшкәртелгән, күпмелер кимәлдә әһәмиәтле ваҡыт-урын бәйләнештәрен беҙ хронотоп тип атарбыҙ. … Хронотоп – форманың да, йөкмәткенең дә категорияһы”. Шул уҡ ваҡытта был термин Бахтин өсөн – ваҡыт һәм урын бәйләнеше генә түгел, бәлки шул бәйләнештең образлы сағылышы, әҙәби әҫәрҙең идея-эстетик, фәлсәфәүи йөкмәткеһен белдереү юлы ла. Йәғни текстарҙың ваҡыт-арауыҡ ойошторолошон тикшереү әҫәрҙәрҙең поэтикаһын ғына түгел, авторҙың донъяны ҡабул итеү концепцияһын да аңларға ярҙам итә.

Был йәһәттән Аҡмулланың поэтик донъяһы ғәжәп үҙенсәлекле күренеш. Шағирҙың үҙ әҫәрҙәрендә ғәрәп-фарсы поэтикаһы нигеҙендә формалашҡан

73

яҙма әҙәбиәт һәм халыҡ ижады традицияларын берләштереүе әҙәбиәт тарихы өсөн сер түгел. Бында өҫтәп шуны ла билдәләргә кәрәк: сәсәнлек һәм шағирлыҡтың органик бәйләнеше авторҙың мифопоэтик, фәлсәфәүи ҡараштарында, донъяны танып белеү ҡеүәһендә асыҡ сағылыш таба.

Художестволы ваҡыт төшөнсәһен алғанда ла, Аҡмулланың әҫәрҙәрендә күпселек осраҡта көнсығыш фекерләү тибына хас булған “яҙмыштан уҙмыш юҡ” мотивы урын ала.

Шабырҙап яуған ямғыр ташҡа ҡунмаҫ, Аҡылһыҙға һүҙ әйтһәң, башҡа ҡунмаҫ. Бәндәгә ни яҙһа, шуны күрер, Бер кем дә тәҡдиренән башҡа булмаҫ.

Йә иһә:

Бәндәне ризыҡ тигән ҡыймылдатыр, Сәселгән ризығы булһа, йөрөп татыр. Һәр бәндә күрәһене күрмәй ҡалмаҫ, Кәрәк солтан булһын, кәрәк император.

Был юлдарҙа ваҡыттың пространство менән сағыштырғанда беренсел булыуы хаҡында һүҙ бара. Шағир кеше яҙмышының үҙгәрмәҫ, алдан билдәләнгән, “маңлайға яҙылған” булыуына ишара яһай.

Шул уҡ ваҡытта күпселек шиғырҙарында художестволы ваҡыт бөгөнгөнән киләсәккә аға. Белем-мәғрифәткә ынтылған көслө ихтыярлы, аҡыллы һәм әҙәпле шәхес үҙ яҙмышына үҙе хужа! “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк”, “Бәхет”, “Уяныу”, “Өмөт” кеүек шиғырҙарында был мотив асыҡтанасыҡ бирелгән. Әйтәйек, Уяныу” шиғырында:

Күҙ һалып ҡарағыҙсы һәр тарафҡа – Донъяла асылғандай тимер ҡапҡа.

Һин дә инде һөнәргә ынтыл, хәрәкәт ҡыл, Талпынып һөнәр өсөн бындай саҡта! –

тип киләсәкте уйларға саҡыра шағир.

Үрҙә әйтелгәндәрҙән шуны билдәләп була: шағир кеше ғүмеренең ҡыҫҡа, ваҡытлы икәненә, ләкин тарихи ваҡыттың мәңгелек булыуына ишара яһай.

Аҡмулланың лирик геройы йәмғиәт тормошоноң ғәҙелһеҙ һәм иҫке ҡанундарына ҡаршы сыға. Был ҡаршылыҡ ике тип пространствола хәл ителә:

1)психологик пространство – эске кисерештәр, күңел донъяһы;

2)социаль пространство – шағирҙы уратып алған мөхит, йәмғиәттең иҫке ҡанундары донъяһы.

Конфликт асылы һәм урын-ваҡыт ойошторолошо Аҡмулла әҫәрҙәренең поэтикаһын да билдәләй: шағир йыш ҡына йәнәшәлек, антитеза алымдарын ҡуллана, символик метафораларға мөрәжәғәт итә.

74

Шағир өсөн белем, аҡыл, мәғрифәт – ул сикһеҙ юғары пространство. Шуғалыр ҙа уның моделен тыуҙырғанда Аҡмулла ай, күк, йондоҙҙар кеүек космик образдарҙы ҡуллана: “Мәржәни – ул Тимерҡаҙыҡ! Булмаһа, ҡибла тапмай аҙашырһың. Ҡараңғыла йүн белмәй, юлдан яҙып”, “Уҡығандар күктә осор”, “Ғилем – бер нур”, “Ҡоторған эт һауа ҡарап өргән менән, асманда торған айҙың нуры китмәҫ” һ.б.

Шағирҙың ижадында художестволы ваҡыт координаталары ла ҡапма- ҡаршылыҡлы төҫ ала. Автор наҙанлыҡты ҡараңғы төн, белемле булыуҙы яҡты көн менән сағыштыра:

Тормошо башҡа илдәрҙең көн шикелле, Тормошо наҙан илдең төн шикелле.

Был юлдарҙа лирик герой үҙенең ғүмерен милләт, ил ваҡыты контексына ҡуя.

Ғөмүмән, уның өсөн, ғилемдең, белемдең әһәмиәте милләтең, халҡың өсөн ҡылған эштә күренә:

Ғалим булһа, милләт өсөн зарлы булһын, Кәрәк ул бай, кәрәк ярлы булһын.

Аҡмулланың ижадына бинар метафорик фекерләү хас. Тап ошо һыҙат шағир стиленең үҙенсәлеген билдәләй. Йәғни художестволы ваҡыттың һәм арауыҡтың ойошторолошо ҡапма-ҡаршылыҡлы донъя картинаһын аса: ул пространство структураһы (юғары – түбән, күк – ер, ҡараңғылыҡҡтылыҡ), ваҡыт координаталары (көн - төн, яҙ - ҡыш), төҫтәр балҡышы (аҡ - ҡара), ҡапма-ҡаршылыҡлы фәлсәфәүи категориялар (оло - кесе, ут - һыу, бәхет - бәхетһеҙлек, яҡшылыҡ – яманлыҡ, тормош - үлем) менән билдәләнә.

Аҡмулланың күпселек әҫәрҙәренең структураһында мәғрифәтселек реализмына хас автобиографик хронотоп урын ала.

“Урыным - зиндан” шиғырын ғына алайыҡ. Был ябыҡ пространствола лирик герой ауыр кисерештәргә, һыҙланыуҙарға дусар була:

Һарғайтты аҡ йөҙөмдө ҡара таш өй, Ат менән ниҙәр күрмәй әҙәм башы. Ҡаңғырҙы башым минең тауыш менән, Яҡшының ямандан юҡ айырмаһы.

Ҡара төҫтәр, ҡараңғылыҡ менән тасуирланған ошо хәрәкәтһеҙ ваҡытарауыҡҡа “аҡ йәне нахаҡ көйгән” лирик геройҙың күңел донъяһы ҡапма- ҡаршы ҡуйыла.

Яу ҡайтып, баш асылыр был ҡайғынан, Шоңҡарҙай күҙен асҡан томағанан. Тотҡон булып, гәүһәрем юғалмаған: Ул гәүһәр – бер аллаһы тәғәләнән.

75

Авторҙың шәхси донъя моделендә урын алған тағы бер пространство образдарының береһе – тыуған йорт образы. Күп һынауҙар үтеп, лирик герой атай йортона ҡайта, ләкин аңлау һәм яҡлау тапмай.

Ун өс йылда бер ҡайтып, күңел һынды, Инде беҙгә тереклектән үлгән артыҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шағир ижадында тыуған йорт образы хәҡиҡәттең асылығы, тормоштоң ғәҙелһеҙлеге мотивтары менән бәйле…

Аҡмулла шиғриәтендә борондан уҡ килгән “тормош - юл” мифологемаһы йыш осрай. Юл – шағир өсөн - өмөт тә, ышаныс та, тормош мәғәнәһе лә. Был юлда уға тик яҡшы күңелле, инсафлы, белемле, намыҫлы, аҡыллы кешеләр генә юлдаш була ала.

Фани донъя – ҡыйыш юл ул борғоланған, Ҡыйыш булһын, ҡыйын булһын – юлсы барған.

Юл ауыр, тип, мин – бахыр, тип, туҡтап ҡалма, Өмөтөңдө өҙә күрмә истиҡбалдан!

Ат атлыҡмаҫ арпаның һаламына, Булма юлдаш дуҫтарҙың яманына. Юлдаш булһаң дуҫ күренгән монафиҡҡа, Ташлап китер дошмандың табанына.

Ғөмүмән, Аҡмулла әҫәрҙәренең ваҡыт-арауыҡ ойошторолошо, мифопоэтик йөкмәткеһе, образлылығы халыҡтың быуаттар буйына формалашып, быуындан-быуынға күсеп килеүсе ижади фекерләүенән айырылғыһыҙ. Шул уҡ ваҡытта улар - заманынан өҫтөн булған ысын таланттың ижади гәүһәрҙәре лә. Шағир бар күңеле һәм йөрәге менән кешеләрҙе яҡтылыҡҡа әйҙәп, яҡшылыҡҡа, белемгә өндәп, быуаттар аша әле һаман да “Башҡорттарым!”, тип өндәшә кеүек…

© Киреева Л.Р., 2012

Д.Т. Ҡарасурина, 141-се мәктәп (Өфө ҡ..)

АҠМУЛЛАНЫҢ МӘҒРИФӘТСЕЛЕК ҠАРАШТАРЫ

Үҙе тере саҡтан уҡ халыҡ күңеленең, заманының бөйөк улы булып танылған мәшһүр шағир Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй мираҫ ҡалдырҙы.

Дөйөм уяныу, башҡорт халҡының милләт булып формалашыу дәүерендә әҙәбиәткә килеп, ул исемдәре легендаға әйләнгән атаҡлы сәсндәрҙең, башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәтенең быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл традицияларын яңы шарттарҙа дауам иттерҙе, яҡтылыҡты, ғәҙеллекте, батырлыҡты, азатлыҡты данланы, яңырыу, мәғрифәтселек идеяларын арымай-талмай пропагандаланы.

76

Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) 12-се башҡорт кантоны Күл иле Мең олоҫо Туҡһанбай ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районына ҡарай) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатты бөтә Рәсәй империяһына киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары “Урал-Волга буйының Физулийы” тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә ул дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала.

«Мулла» төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, ғилем, аҡыл эйәһе тигән мәғәнәне һала. Мулламын тигән кеше иң әүәл донъяуи ғилемгә, һөнәргә эйә булырға һәм йәш быуынды ла шул рухта тәрбиәләргә тейеш. Аҡмулла үҙе лә сәсән-шағир ғына түгел, слесарлыҡҡа, тегенселеккә һәм башҡа донъя кәрәкяраҡтары яһау оҫтәлығына эйә булған; балаларҙы ла үҙ туған телендә заманса уҡытырға һәм тәрбиәләргә тырышҡан. Шуға ла ҡаҙаҡ дуҫтары уға «Аҡ мулла» тигән исем ҡушҡандар. Был ҡушамат шағирҙың изге күңелле, саф йөрәкле, ғилемле һәм һөнәрле кеше икәнен аңлата. Аҡмулла, башҡорт ерендә формалашып, ғүмеренең ҙур өлөшөн әле башҡорт, әле ҡаҙаҡ донъяһында үткәргән. Шуға ла уның ижадында башҡортҡа башҡортса, ҡаҙаҡҡа - ҡаҙаҡса булып күренгән колоритлы үҙенсәлектәр ярылып ята. Аҡмулланың, башҡорттарым! тип өндәшеүе лә, ҡаҙағым, тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай. Уның поэзияһының был үҙенсәлеген әҙәбиәт белгесе Роберт Бикмөхәммәтов дөрөҫ тотоп алған. “Толпар”, “йондоҙ ҡашҡа” һәм “шоңҡар” менән сағыштырыуҙарҙы,- киң картиналарҙа бирә.

Идея йүнәлеше йәһәтенән Аҡмулла поэзияһы шағирҙың дөйөм мәғрифәтселек ҡараштары менән билдәләнгән. Нимә тураһында ғына яҙмаһын, уның төп иғтибары һәр саҡ бер нәмәгәәхләҡ, ғилем ,һөнәр, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Шуға ла уның шиғырҙары күбеһе өгөт-нәсихәткә ҡоролған, уларҙа белемгә, сафлыҡҡа, ғәҙеллеккә саҡырыу ҙур урын алған.

Аҡмулла ижадындағы Тыуған ил, туған халыҡ төшөнсәһе, патриотизм, юғары гражданлыҡ тойғоһо башҡорт халыҡ поэзияһынан, героик эпостарҙан килгән тыуған Уралды һаҡлау, ирек, азатлыҡ өсөн көрәш кеүек поэтик яңғырашлы мотивтарҙан айырылғыһыҙ.

Тыуған ил, тыуған тупраҡ тойғоһо, юғары гражданлыҡ пафосы поэзияһында, ҡағиҙә булараҡ, халыҡ тормошоноң һынылышлы, дәһшәтле дәүерҙәрендә айырыуса ныҡ сағыла.

Аҡмулла поэзияһының тағы бер үҙенсәлекле яғын әйтеп үтергә кәрәк. Улшағирҙың боронғо сәсәндәрҙән үк килгән традицияхалыҡҡа туранантура поэтик мөрәжәғәт, йәғни шиғри хитап алымын киң ҡулланыуы. Был да шулай уҡ поэзияла халыҡ тормошоноң һынылышлы моменттарында ғына барлыҡҡа килә торған көнкүренеш..

77

М.Аҡмулла поэзияһы жанр формалары һәм поэтик үҙенсәлектәр төрлөлөгө йәһәтенән ғәйәт бай ижад. Классик көнсығыш поэзияһынан килеп ингән робағи- Аҡмулланың иң яратып ҡулланған шиғыр төрө. Уның күпселек әҫәрҙәре шул робағи ҡалыбы менән яҙылған.

Аҡмулла поэзияһының башҡорт һәм ҡаҙаҡ ысынбарлығында тәрән тамырҙар ебәреп үҫеп сығыуын күрһәтеүсе мөһим бер деталь бар. Ул - шағирҙың был халыҡтарҙа боронғораҡ замандарҙа киң таралған йырау жанрына мөрәжәғәт итеүе.

Аҡмулла башҡорт поэзияһында беренселәрҙән булып шиғри хат яҙа. Шағирҙың был жанрҙа ижад иткән күренекле әҫәрҙәренең береһе - “Урынымзиндан”.

Аҡмулла ижадында уның дөйөм философик ҡараштарын, донъяның, йәшәйештең мәғәнәһе тураһында уйланыуҙарын сғылдырған, тәбиғәт күренештәренә, йыл миҙгелдәренә арналған лирик шиғырҙар циклы айырылып тора.

Тәбиғәткә арналған шиғырҙар циклында шағир йыш ҡына диалектик йәһәттән дөрөҫ шиғри асыштарға һәм дөйөмләштереүҙәргә өлгәшә, унда шағирҙың донъяға ҡараш офоҡтары тағы ла асылыбыраҡ китә, дини сикләнгәнлеккә бөтөнләй урын ҡалмай.

Аҡмулланың шиғырҙары дини мотивтарҙан азат булыуы, философик фекер тәрәнлеге менән иғтибарҙы айырыуса йәлеп итә. Рәшит Шәкүр билдәләүенсә, бөйөк әҙиптең тәбиғәт күренештәренә арналған шиғырҙар циклы башҡорт классик поэзияһының иң күркәм өлгөләре кимәлендә тора.

Шулай итеп, Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла үҙ халҡын мәғрифәткә өндәүсе сәсән шағир булып йәшәгән, үҙенең шәхсиәте менән дә, поэтик ижады менән дә халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең гүзәл өлгөләрен күрһәткән арҙаҡлы шәхес. Уның ҡараштары, идеялары, эстетикаһы, философик фекерҙәре стихиялы көрәш процесында тыуған һәм үҙ заманының,үҙ халҡының рухи байлығын эсенә алған, шул нигеҙҙә формалашҡан. Эйе, Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары беҙҙең өсөн, бер яҡтан, башҡорт шиғриәтенең бүтән халыҡтарҙы ла таң ҡалдырырлыҡ юғары ҡаҙанышы, классик өлгөләре булһа, икенсенән, ул беҙҙең милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө, ул ысын мәғәнәһендә тормош һабағы, был ғәҙелһеҙ донъяла әҙәм балаларының яралы күңеленә йыуаныс һәм таяныс. Бындай изгелекле миссия бары тик халыҡ өсөн йәшәп, бар ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған ысын халыҡ шағирҙарының ғына өлөшөнә төшә.

ӘҘӘБИӘТ

1.Аҡмулла М. Шиғырҙар. – ANKARA, 2007.

2.Аҡмулла. Шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1981.

78

3.Башҡорт әҙәбиәте тарихы. II том. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1990.

4.Вильданов Ә. Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1981.

5.Ҡунафин Ғ. XIX быуат башҡорт әҙәбиәте. – Өфө: Китап, 2010.

©Ҡарасурина Д,Т., 2012

Д.Р. Миңлейәрова, М.Аҡмулла ис. БДПУ (Өфө ҡ..)

РИФ ТОЙҒОНДОҢ ИЖАДИ ПОРТРЕТЫ

Күреп ҡалам йыйындарҙа Һинең сал сәстәреңде.

Һин шиғырҙар көйләгәндә, Йотам күҙ йәштәремде… Рамай Ҡаһир «Тойғон ағайға»

Риф Ғәлим улы Тойғонов (Тойғон) иң тәүҙә беҙгә үҙенең ғүмерен шиғриәткә бағышлаған шағир булараҡ таныш. Бөгөнгө көндә ул шиғриәттең юғары баҫҡыстарына менгән, үҙ заманы менән бергә атлаған, туған халҡының киләсәген ҡайғыртҡан, уның хәсрәттәрен күрә белеп, үҙенең яҙған әҫрҙәрендә сағылдырған шағир. Шулай уҡ, сәсмә әҫәрҙәр яҙыу буйынса ла ҡәләмен һынап ҡарап, “Актриса”, “Туҡталҡа ” исемле, заман проблемаларын асыҡлаған ҡыҙыҡлы повестарын, “Был ни хәл?!”, “Төнгө поезд”, “Мөхәббәттән оло булып булмай” исемле драмаларын уҡыусыға тәҡдим итә. Шуға ҡарамаҫтан – ул беҙҙең өсөн шағир булып ҡала.

Үҙенең тәүге шиғырҙарын ул мәктәп парталарында ижад итә. Беренселәҙең беренсеһе булып Ленин хаҡындағы шиғырҙың тәржемәһе була. Тойғондоң шиғырҙары етмешенсе йылдар башынан алып республика матбуғатында, шулай уҡ “Йәш көстәр” альманахында баҫылып килә. Бөгөнгө көндө Тойғондоң унға яҡын китабы донъя күрҙе.

Ҡул йылыһы” тип аталған тәүге китабы 1982 йылда баҫылып сыға. Был китап эсендә халҡыбыҙҙың үткәне һәм бөгөнгөһе менән бергә Ватанға тоғролоҡ, донъя именлеге өсөн көрәш кеүек мөһим темалар сағылыш тапҡан.

“Тәҙрәмдә нурҙар уйнай” исемле китабы 1987 йылда донъя күрә. Был китабына шул йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары һәм “Фатиха”тигән поэмаһы индерелә. “Фатиха” тигән поэмала ғәҙелһеҙлеккә, һуғышҡа ҡаршы оран яңғырай, бөгөнгө йәш быуындың атай-олатайҙарҙың данлы эшенә тоғролоғо тасуир ителә.

“Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә” исемле бик үҙенсәлекле йыйынтығында 1994 йылда “Был ни хәл?!” исемле комедияһы баҫтырыла.

79

1996 йылда, иһә тиҫтә йылға яҡын Мәжит Ғәфури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләүҙең һөҙөмтәһе булып “Төнгө поезд” исемле китабында “Актриса” повесының, “Төнгө поезд”, “Мөхәббәттән оло булып булмай…” тигән драма әҫәрҙәре донъяға килеүен күрәбеҙ.

“Шундай мәлдәрем бар” тигән йыйынтығы 2001 йылда баҫыла. Был китабында ла шағир Тойғон үҙенең ғүмер тураһындағы уйланыуҙары менән уҡыусыны фекер йөрөтөүгә, ғүмер юлын намыҫ менән үтергә саҡыра.

Әҙипкә 60 йәш тулыу уңайы менән “Һайланма әҫәрҙәр” китабы нәшер ителә. Был китапҡа шиғыр йыйынтыҡтарынан башҡа “Фатиха”, “Көҙгө баҡсала”, “Ҡәнифә юлы” поэмалары, “Туҡталҡа” повесы, “Был ни хәл?!” комедияһы индерелә. “Көҙгө баҡсала” һәм “Ҡәнифә юлы” поэмаларында һүҙ күберәк кешенең кешелек сифаттары тураһында бара. Беренсеһендә бер шәхес культы ғына ҡаралһа, икенсеһендә ҡараш киңерәк алына. “Туҡталҡа” повесының исеме есемен күрһәтеп тора, тик әҙип ябай туҡталҡа аша, беҙгә тотош 90-сы йылдарҙа хөкөм һөргән социаль-психологик мөхитте асып бирә. Шул осорҙоң проблемаларын автор беҙгә ябай бер ауыл халҡы тормошо аша ентекле итеп бирә. Был инде Тойғондоң прозала ла һәләтле икәнен раҫлай.

“Мөхәббәттән донъя ҡотайыр” исемле китабы 2011 йылда баҫыла. Был йыйынтыҡҡа ингән фәлсәфәүи уйҙар уҡыусыны битараф ҡалдырмай.

Беҙ тәҡдим иткән эштә шағир, прозаик, драмматург Риф Тойғондоң ниндәйҙер кимәлдә уның ижад иткән китаптыры күҙәтелде, шуға өҫтөп бер нисә һүҙ уның шиғриәте тураһында ла әйтеп китке килә.

Ринат Камал үҙенең бер мәҡәләләрендә шағир Тойғондо үҙ заманы менән атлаған шағир тип яҙа. Был һүҙҙәр менән беҙ тулыһынса килешә алабыҙҙыр. Сөнки, Тойғон ябай телдә яҙылған шиғырҙары аша, халҡының көндәлек проблемаларын яҡтырта. Уларҙың һәр бер юлында шағир йөрәге аша үткән әрнеү, һағыш, кешелеклектең күргән ҡайғы-хәсрәттәренә ҡайғырыу. Быға дәлил булып түбәнге шиғыр юлдары:

Халҡы моңон тоя белмәй икән – Ундай йөрәк булыр тойғоһоҙ. Ер ғазабын уртаҡлашмай икән – Ундай баш ул булыр ҡайғыһыҙ.

Йәки:

Халҡым хәле үтмәҫ тауар кеүек, Хоҙайҙың шулай әмере? Әйберҙәрҙең хаҡы артҡан һайын Осһоҙлана уның ғүмере…

Ниндәй тәрән уйҙар, халыҡ яҙмышын хәстәрләү сағыла был шиғыр юлдарында. Ғөмүмән, кешеләргә һөйөү йөрөткән шағирҙың, замандаштарына ҡарата әйтер һүҙҙәре шиғыр юлдары аша бирелә.

80