Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

СБОРНИК АКМУЛЛИНСКИХ ЧТЕНИЙ 2012

.pdf
Скачиваний:
323
Добавлен:
19.03.2015
Размер:
7.1 Mб
Скачать

башҡорттоң да, ҡаҙаҡтың да, татар һәм башҡа халыҡтарҙың да ауыр тормошон күргән, шул яҙмышты үҙе уртаҡлашҡан. Ҡайҙа ла ярлының михнәт сигеүен, байҙарҙың рәхимһеҙлеген, ҡомһоҙлоғон күреп йөрәге әрнегән, тәүгеләренә теләктәшлек, икенселәренә нәфрәт хисе ҡайнаған. Ярлы-ябағаны яҡлап, уның көнкүреше әҙ генә булһа ла йүнәлмәҫме тип, уны тырыш булырға, ғилемгә ынтылырға саҡырып, шиғырҙар әйткән, байҙарҙы аҡылға ултыртмаҡ, йүнгә килтертмәк булып, төртмә һүҙле, сатирик шиғырҙары менән көрәшкән. Уның теләктәшлеге, әлбиттә, ярлы хеҙмәтсән халыҡ яғында. «Ғәжәп! Һәр кем бай булһа, уның йөҙө шат булыр. Фәҡир меҫкенгә көн юҡ – рәнйетелгән зат булыр», – ти ул.

Шағир тора-бара ана шул рәнйетелгән заттарҙы яҡлап, рәнйетеүсе залимдарҙы фашлап, ҡыйыуыраҡ һүҙ ҡуҙғата башлай. Алдап-талап кеше көсө менән байыған залимдарға, түрәләргә шундай әсе ҡылыҡһырлама бирә Аҡмулла:

Яҡын барһаң, тимерсе күрегеләй Ул һине керләүгә бар, паклауға юҡ.

Тейеп китһәң, ҡара май силәгендәй – Ҡарайтып, датлауға бар, аҡлауға юҡ.

(Заман ғалимдарына) Ундайҙарға Аҡмулла «оло тип әйткән муллаң – әрәмтамаҡ, күңеле ҡара, ауыҙы ала, ирене ялаҡ», тип йөҙҙөренә бәреп әйтә. Шундай үлтергес теле өсөн Аҡмулланың төрмәгә ябылып ҡуйылыуы ла һис осраҡлы түгел. Шағирҙың көрәш ҡоралы – шул үткер һүҙе.Үҙе әйтмешләй, уның «тура һүҙе

– берәүгә им, берәүгә ыу» – ағыу ул.

Аҡмулла бар булмышын , бөтә сәсәнлек һәм шағирлыҡ оҫталығын иҫкелеккә йәбешеп ятыусы яһил муллаларҙан көлөүгә, уларҙың халыҡты ағартыу урынына, киреһенсә, аңын томалауҙа ғына булышлыҡ итеүен күрһәтә. Был бигерәк тә шағирҙың замана муллаларына арнап яҙған шиғырында асыҡ күренә:

Һәр кемде мулла тибеҙ, алданғанда, Ысын мулла аҙ табылыр, тыңлағанда, Яҡшылығы дөрөҫлөккә сыҡҡан ҡайҙа. Күҙ һалып , хәҡиҡәтте аңлағанда.

(Заман ғалимдарына) Шулай уҡ муллаларҙың халыҡ алдында ҙур яуаплылыҡ тотоуын ярып һала:

Муллалыҡ эше ҡыйын, йүн белмәһә, Хоҙайым тәүфиҡ биреп күндермәһә, Ғалимдан хаким менән күп һорау бар: Көтөүсе таяҡ ейер, бағалмаһа.

(Заман ғалимдарына) Халыҡ сәсәнебеҙ ниндәй генә проблеманы күтәреп сығармаһын – йәшәп килгән йәмғиәт тәртиптәренең кәмселектәре, түрә – чиновниктарҙың башбаштаҡлыҡтары һәм рәхимһеҙлектәре, дин әһелдәренең ике йөҙлөлөгө һәм фанатизм хаҡындамы, тәбиғәт һәм кеше, йәшәүҙең мәғәнәһе, быуындар

61

бәйләнеше, рухи байлыҡ тураһындамы – бөтәһен дә аң-белем, ғилем-һөнәр, әхлаҡ һәм мәҙәниәт мәсьәләләренә килтереп бәйләй. Тап ул аң-белемгә, һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тигән ныҡлы фекергә килеп, иң беренсе булып туған халҡына : «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» – тип мөрәжәғәт итә. Ошо исем менән йөрөгән шиғыр Аҡмулла поэзияһының ғына түгел, ә мәғрифәтсе башҡорт әҙәбиәтенең иң характерлы әҫәрҙәренең береһе.

Белем – кешенең иң ҙур ҡаҙанышы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлығы. Белем – кешеләрҙең ихтирамы, наҙанлыҡҡа, дошманға, ҡараңғылыҡҡа ҡаршы ҡоралы ул.

Эҙләһәң, табылыр эҙләгәнең, Белем ал белемгә дуҫлашҡан менән (Егетлек хасиәте – мәғрифәттә).

Хәл килһә, төрлө фәнде күргән яҡшы, Ғалимдар ҡатарына кергән яҡшы. Русса уҡып-яҙып ҡына түгел белмәк, Хәл килһә, французса белгән яҡшы.

( Борадәргә) Һәр ваҡыт белем кимәлен арттырып торорға, буш ваҡытта китаптар уҡырға кәрәк. Белемде киләсәк йәш быуынға ла өйрәтеү мөһим бурыс. Ошондай төплө

фекерҙәрҙе беҙ уның киләһе шиғыр өҙөктәренән күрә алабыҙ: Китап ҡарау – ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта. Беҙҙең дә белем ишеге бикләнгән юҡ, Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта. Ғилем өйрәт, улың булһа, уҡыт һабаҡ.

(Егетлек хасиәте – мәғрифәттә) Мифтахетдин Аҡмулла беренсе планға «иман» төшөнсәһен ҡуя һәм күңел сафлығы, намыҫ, яҡтылыҡ, нәфсене тыя белеү, әҙәплелек, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы уның менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡалыуын хуп күрә. Уныңса, кешенең иманһыҙлығы – иҙелеп йәшәүҙең төп сәбәпсеһе. Шуға ла ул ҡан- ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур, пак булырға саҡыра һәм шул саҡта ғына йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәр бөтөр, бөтәһе лә яҡшы тормош юлына сығыр тигән фекеренә һығымта яһай. Шағир фекеренсә, ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа – ярты

бәлә, ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа – ул инде халыҡ бәләһе. Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман, тигән, Әхирәт эштәренә инан, тигән.

«Хоҙай, кисер!» – тигән менән эш бөтмәйҙер, «Иман шарты»н өйрәнмәһә – Иван тигән

(Нәсихәттәр)

Ғилемеңдең емешен күрә алмағас, «Иман шарты»н күреүҙән ни файҙа бар?...

(Нәсихәттәр) Түрәләр, байҙар һәм муллалар иманлы, әҙәпле, ғилемле булғанда ғына

илдең алға барыуы, халыҡтың бәхетле йәшәүе мөмкин.

62

Аҡ маралға ҡара ҡабан ҡушылмаған кеүек, изгелек менән яуызлыҡ араһында ла бер ниндәй уртаҡлыҡ юҡ. Ысынлап та, саф алтынды күпме генә нәжескә буяһаң да, алтын – алтын булып ҡала, ҡоторған эт ҡарап өрҙө тип, ай ҙа нурһыҙланып ҡалмай:

Яҡшыны һүккән менән, аты китмәҫ, Нәжес китәр, алтындың заты китмәҫ. Ҡыйыш уҡ атҡан менән, туры китмәҫ, Асманда торған айҙың нуры китмәҫ.

(Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе) Мифтахетдин Аҡмулла – бар булмышы менән халыҡ шағиры. Уның ижады бөгөнгө көндә лә ҡабатланмаҫ моң булып халыҡ күңелендә йәшәүен дауам итә. Аҡмулла әҫәрҙәре – ысын мәғәнәһендә кешеләрҙе уйландырыусы, хәҙеллекте һәм яҡтылыҡты алға һөрөүсе, ата бабаларыбыҙҙың, тыуған еребеҙҙең рухи ауаздарын быуындарҙан быуындарға тапшырыусы, төрлө илдәргә һәм ҡитғаларға, тыуыр

йылдарға еткереүсе мәңге яңғырар хитап, аҫыл шиғриәт өлгәләре ул.

ӘҘӘБИӘТ

1.Аҡмулла. Шиғырҙар. – Өфө: Китап, 2006. – 248 б.

2.«Ағиҙел» ж. – Өфө, 2006. – № 11, 149 – сы бит.

3.Башҡорт әҙәбиәте: 9 синыф өсөн дәреслек ( Ғ.Б. Хөсәйенов һ.б.). 5- се баҫмаһы. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2002. – 208 б.

4.«Ватандаш» ж. – Өфө, 2011. – № 9. – 180 б.

©Ғөбәйҙуллина Ҡ.Р., 2012

Р.Ғ. Дәүләтбаева пед.фәнд.д-ры, проф.,, М. Аҡмулла ис. БДПУ (Өфө ҡ.)

МИФТАХЕТДИН АКМУЛЛАНЫҢ БАШҠОРТТАРҘЫ УҠЫУҒА САҠЫРЫУ ҺҮҘҘӘРЕН ТОРМОШҠА АШЫРЫУҘА ЛИНГВОМЕТОДИК ´ҮҘӘК

Исследование выполнено при поддержке федеральной целевой программы развития образования МОиН РФ соглашение №14. В37.21.2127

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк. М.Акмулла М.Аҡмулла башҡорттарҙың уҡыуын, белемле булыуын теләгән.

Башкорт дәүләт педагогик университеты юҡҡа ғына уның исемен йөрөтмәй. Ысынданда, беҙҙең университет студенттарға төплө белем биреүгә көсөн йүнәлткән. Тап шул маҡсат менән БДПУ-ла Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса Лингвометодик үҙәк аса. Уның төп

63

маҡсаттары булып мәктәптәрҙә дәүләт телдәрен өйрәтеүҙә мөһим методик мәсьәләләрен хәл итеү, билингвизм шарттарында лингвистик дисциплиналар буйынса яңы фәнни-методик технологияларҙы өйрәнеү, эксперименталь тикшереү, БР дәүләт телдәре тураһындағы Законды тормошҡа ашырыуҙа уҡытыусыларға һәм мәктәптәргә практик ярҙам күрһәтеү тора.

Ошо маҡсаттарҙан сығып түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

-Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен уҡытыуҙың торошо тураһында материал туплау;

-дәүләт телдәре булараҡ рус һәм башҡорт телдәренә уҡытыуҙың про-

блемалары буйынса фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү; - мәктәпкәсә йәштәге балалалар учреждениеларын, дөйөм белем биреү

мәктәптәрен, колледждарҙы һәм юғары уҡыу йорттарындағы милли бүлектәрҙе уҡытыуҙың яңы технологияларын иҫәпкә алып төҙөлгән дәреслектәр, уҡытыу-методик әсбаптар менән тәьмин итеү;

-фәнни тикшеренеүҙәрҙе үткәреү һәм апробациялау өсөн эксперименталь майҙансыҡтар булдырыу;

-республиканың бөтә типтағы белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлегенә ғилми-тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәләрен индереү;

-уҡытыу процесында информацион һәм телекоммуникацион технологияларҙы ҡулланыу;

-уҡытыусылар һәм студенттар өсөн электрон дәреслектәр һәм ҡулланмалар, методик һәм дидактик материалдар эшләү;

-алдынғы педагогтарҙың эш тәжрибәһен өйрәнеү өсөн студенттарға база булдырыу;

-йәш белгестәрҙең методик оҫталығын арттырыу маҡсатында практик

семинарҙар, мастер-кластар үткәреү;

-студенттарҙы, аспиранттарҙы, уҡытыусыларҙы яңы информацион технологиялар ҡулланып, дәрес ойошторорға һәм үткәрергә өйрәтеү;

-Лингвометодик үҙәк күтәргән проблемалар буйынса үткәрелгән йыйылыштарҙа, конференцияларҙа, семинарҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу.

Ошо маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн Лингвометодик үҙәк 2006 йылда республиканың дөйөм биреү учреждениеларында 11 эксперименталь майҙансыҡ асты.

Был майҙансыҡтарҙа эксперименталь эш дөйөм бер тема өҫтөндә алып барыла: «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен уҡытыу процесына белем биреү инновацияларын һәм информацион технологияларын ҡулланып уҡытыуҙы ойоштороу принциптарын индереү».

Хәҙерге заман йәмғиәтенә иҡтисад, фән, мәҙәниәт өлкәһендә төрлө информация менән үҙ аллы эшләй, үҙ белемен төрлө өлкәлә камиллаштыра һәм арттыры белгән йәштәр кәрәк. Һуңғы йылдарҙа белем биреү учреждениела-

64

рында һәр бер уҡыусыға мәктәптәге информацион үҙәктә генә түгел, ә донъя кимәлендәге информацион үҙәктәрҙә әүҙем танып-белеү процесына йәлеп итеү өсөн шарттар тыуҙырыла.

Был бурыстарҙы хәл итеү өсөн белем биреү парадигмаһын үҙгәртеүсе яңы педагогик һәм информацион технологияларҙы индереү ярҙам итә. Ә информацион технологияларҙы ҡулланыу – яңы педагогик технологияларға һалынған мөмкинселектәрҙе эффектлы тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Компьютерҙар (кеҫә, селтәр һәм телефон системаһы) танып-белеү һәм коммуникацион мөмкинселектәрҙе киңәйтә.

Информацион технологиялар: ярҙамсы (айырым темаларҙы, бүлектәрҙе уҡытҡанда дидактик бурыстарҙы хәл итә), төп (бүтән технологиялар араһында иң мөһиме булып тора), монотехнология (бөтә уҡытыу: диагностика, мониторинг һ.б.) компьютер ҡулланыуға таяна.

Информацион технологияһының тәүге ике вариантында уҡыусы өсөн компьютер уҡытыусы ла, эш ҡоралы ла, уҡытыу объекты ла булып тора; уҡытыусы өсөн – информацияның уҡытыу сығанағы, уҡытыусыны һәм китапты алыштырыусы, күргәҙмә-демонстрацион материал, шул иҫәптән мультимедия, телекоммуникация, тренажер, диагностика һәм контроль сараһы. Информацион технологияһын ҡулланыу уҡытыусыға индивидуаль эш үткәреүгә мөмкинселек тыуҙыра.

Белем биреүҙе информациялау уҡытыусы һәм уҡыусы алдына компьютер грамотаһына эйә булыу (хәҙерге операцион системаһын белеү, уларҙың төп командаларын үҙләштереү, дөйөм тәғәйенләштең операцион сараларын һәм уларҙың функцияларын ҡулланыу) проблемаһын ҡуя.

Информацион технологияның өсөнсө варианты уҡыусыларға уҡытыусыһыҙ белем алыу мөмкинселеген бирә. Был форма дистанцион уҡытыу тип атала. Дистанцион уҡытыуҙың төп тәшкил итеүсе системалары булып программалар, уҡыу һәм уҡытыу әсбаптары, йәғни телекоммуникацион селтәрен белем биреү ресурстары менән мәғәнәүи тултырыу. Башланғыс этабында был ҡатмарлы йөкмәткеле мәсьәлә ижади коллективтарҙың берҙәм көсө менән хәл ителә ала.

Дистанцион белем алыу уҡыусы өсөн уңайлы ваҡытта һәм уңайлы урында белем алырға мөмкинселек бирә.

Кукушин В.С. раҫлауынса дистанцион белем биреүҙә ойоштороуҙа модуль принцибы отошло. Уҡытыу модуле тейешле белем кимәлен һәм күләмен булдырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә информацион-структур-логик системаһы булып тора. Уҡытыу модуле информацион, өйрәтеү, контроль компоненттарын үҙ эсенә ала.

Информацион технологияларҙы белем биреү учреждениеларының уҡытыу процесына индереү проблемаһы актуаль булып тора.

65

Программаның төп маҡсаттары һәм бурыстары булып информацион һәм коммуникацион технологияларҙы уҡытыу процесына индереү һәм уларҙы уҡыусы һәм уҡытыусылар өсөн ҡулланыуға уңайлы шарттар тыуҙырыу тора.

Ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы хәл итергә кәрәк:

уҡытыу процесына хәҙерге информацион сараларҙы индереү: аудио-, кино-, видио-, электрон уҡыу ҡулланмалары;

уҡытыусыларҙы, сығарылыш студенттарын яңы информацион технологияларҙы эффектлы ҡулланырға тәьмин итеүсе дәрестәрҙе ойоштороу һәм үткәреү методикаһына өйрәтеү;

рус һәм башҡорт телдәре буйынса ҡулланылған электрон сараларға тура килгән дидиактик материалдар сығарыу;

индивидуаль һәм коллектив уҡытыу формалары өсөн электрон

ҡулланмалар эшләү (электрон дәреслектәр һәм белешмәләр, видематериалдар, мультимедия саралары, студенттар һәм уҡыусылар өсөн тестар);

тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса материалдарҙы баҫмаға әҙерләү һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф министырлығының «Ғилем», «Китап» баҫмалары планына тәҡдим индереү;

педагогтарҙы информацион хәбәр итеү каналын ҡулланыуға өйрәтеү буйынса өҫтәлмә дөйөм белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырыу;

кабель һәм Интернет селтәрҙәрендәге информацион һәм методик уҡытыу фильмдарын ҡулланыуға модуль программаһына өйрәтеү.

Программаның төп концептуаль урыны:

1.Уҡытыу – ул баланың компьютер менән аралашыуы.

2.Уҡытыуҙың диалогик характеры: уҡытыусы – компьютер – уҡыусы; уҡыусы – компьютер – уҡытыусы.

3.Идаралыҡ: уҡыусының өйрәнеү процесына уҡытыусының төҙәтмәләр индерергә киң мөмкинселеге булыуы.

4.Уҡыусы менән компьютерҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе: субъект – объект, субъект – субъект, объект – субъект.

5.Индивидуаль һәм төркөм эштәрҙең оптималь тура килеүе.

6.Компьютер менән эш иткәндә уҡыусыларға психологик комфорт тыуҙырыу.

7.Сикләнмәгән уҡытыу: эстәлеге, уның интерпретациялары, ҡушымталары.

8.Үҙ аллы белем кимәлен билдәләү мөмкинселеге.

Программаны ғәмәлгә ашырыу механизмы: берҙәм методоллогик нигеҙенә таянып, технологик, техник, методик тәшкил итеүселәрҙе иҫәпкә алып Программаны ғәмәлгә ашырыу:

66

уҡытыу технологияларҙы проектлауҙа эстәлеклек, процессуаль, мотивацион аспекттарҙың берҙәмлеге;

бөтә технологик процесты уңышлы тәьмин итеүсе аныҡ структуралау;

алгоритмизацияның юғары кимәле: информацион технологияға

индерелгән процедураларҙың һәм операцияларҙың үтәлешен баһалау, яҡшы һөҙәмтәләргә алып килеүсе шарттарҙы тыуҙырыу һәм һаҡлау;

ҡулланылған технологияларҙы ғәмәлгә ашырыу кимәлен билдәләү, дәрестә тема буйынса өйрәнгәнлек кимәлен белер өсөн диагностик инструментарийҙы (контроль-тест биремдәргә критерийҙар) булдырыу;

рус һәм башҡорт теле дәрестәрендә тел шәхесен формалаштырыуҙа программа-маҡсатлы уҡытыу;

уҡытыу процесында шәхескә йүнәлтелгән принцип;

информацион технологиялар системаһына ингән яңы табыштарҙың резервтарын методик яҡтан камиллаштырыу.

Программала күрһәтелгән маҡсаттарҙы, бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн эксперименталь майҙансыҡтарҙа түбәндәге эштәрҙе башҡарыу мотлаҡ:

1. Дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыу процесында уҡытыуметодик, фәнни тәьминәт булдырыу.

2.Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен вариатив йөкмәткеле уҡытыуҙы иҫәпкә алып уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу.

3.Рус һәм башҡорт телдәре буйынса дәреслектәр, уҡыу-методик

әсбаптар булдырыу һәм уларҙы эксперименталь тикшереү.

4.Хәҙерге заман талаптарына ярашлы практик һәм лингвокультурологик йүнәлешен, милли-региональ компонентын иҫәпкә алған дәреслектәр һәм уҡыу-методик әсбаптар ҡулланыу;

5.Тикшеренеү эш барышында комплекслылыҡ, бер-бер артлылыҡ, күсәгилешлек, объективлылыҡ, йәмғиәтләштереү, оптималлылыҡ, теләк менән эшләү принциптарын иҫәпкә алыу.

6.Белем биреү учреждениеларына компьютер, экран, интерактив таҡталар, локаль һәм Интернет селтәрҙәр булдырыуҙы шарт итеп ҡуйыу.

7.Уҡыусы һәм уҡытыусыларҙың компьютер грамотаһына эйә булыуы, хәбәр итеү каналын ҡуллана белеүе мөһим.

8.Эксперименталь майҙансыҡтарҙа видиоһәм медиатекалы фәнниметодик лабораториялар булдырыу.

9.Информацион-белем биреү каналы өсөн рус һәм башҡорт телдәре буйынса дәрес конспекттары һәм методик материалдары менән тултырыу өсөн ижади төркөмдәр булдырыу.

Программаның һөҙөмтәләрен күҙаллау:

– эксперименталь майҙансыҡтарҙың эш һөҙөмтәләренә экспертиза эшләр өсөн эксперт төркөмдәр булдырыу;

67

информацион технологияһын ҡулланып уҡытыуҙың һөҙөмтәһе буйынса һан һәм сифат баһаһын уҡытыусылар коллективына, ата-әсәләргә һәм уҡыусыларға еткереү;

уҡытыуҙың һөҙөмтәһе буйынса ата-әсәләргә диагностикала ҡатнашыуға шарт булдырыу;

тикшеренеү эшләнештәрҙең һөҙөмтәләре мәҡәләләрҙә, йыйынтыҡтарҙа, электрон һәм методик әсбаптарҙа урын алыуы.

Республикабыҙҙың мәктәптәрендә Лингвометодик үҙәктең ғилми хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә информацион-белем биреү каналы өсөн дәресөлгөләре әҙерләүсе ижади төркөмдәр әүҙем эшләй. Был төркәмдәр түбәндәге йүнәлештәрҙә эш алып бара:

1.Дәүләт теле булараҡ башҡорт теленә өйрәтеү.

2.Туған тел булараҡ башҡорт телен уҡытыу.

3.Милли мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу.

4.Рус телен туған тел булараҡ уҡытыу.

Республикабыҙҙың һәм башҡа региондағы рус һәм башҡорт теле уҡытыусыларына үҙҙәренә кәрәкле материалды инфомацион-белем биреү каналынан алыу мөмкинселеге бар.

Шулай итеп, М.Аҡмулланың мираҫын тормошҡа ашырыуҙа Лингвометодик үҙәк күп көс һала һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.

© Дәүләтбаева Р.Ғ., 2012

Л.И. Дәүләтшина, М. Аҡмулла ис. БДПУ (Өфө ҡ.)

МИФТАХЕТДИН АҠМУЛЛА ИЖАДЫНДА САТИРА

Заманында “ҡара төндәге яҡты йондоҙ” булып балҡыған оло талант, мәшһүр шағир Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла XIX быуат башҡорт әҙәбиәтендә үҙәк урындарҙың береһен алып тора. Бөтә аңлы ғүмере башҡорт йәйләүҙәре, ҡаҙаҡ далалары менән, феодаль эксплуатация шарттарында ауыр донъя йөгөн үҙ иңдәрендә тартыусы хеҙмәтсән халыҡ массалары менән айырылғыһыҙ бәйләнгән был илгиҙәр шағир “үҙенең көслө шиғри шишмә ағышын халыҡтың көнкүреш рәүешенә, башҡорт менән ҡаҙаҡтың ярым күсмә тормошона ярашлы итеп борорға теләгәндәй, илдән-илгә, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсә йөрөп ижад итте” [1; 338]. Уның поэтик аһәңе башҡортто ғына түгел, ҡаҙаҡты ла, татарҙы ла берҙәй үк зауыҡландырған, уларға берҙәй үк хеҙмәт иткән.

Аҡмулла – үҙенең тәрән халыҡсан, юғары художестволы шиғриәте менән ғәйәт киң массаларҙың мөхәббәтен яулаған шағир. Ул үҙенең шиғырҙарын баҫтырып сығарыу өсөн яҙмаған. Ныҡ үҫешкән сәсәнлек таланты уға уларҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ-ниһеҙ теге йәки был иғтибарҙы

68

йүнәлтерҙәй хәл-ваҡиға айҡанлы ирекле импровизация рәүешендә ижад итергә мөмкинлек биргән.

М. Аҡмулла шиғырҙарында сатира контраст алымдар үҙенсәлеген үҫтереүгә нигеҙләнгән. Уның махсус сатирик шиғырҙары юҡ. Әммә күпселек әҫәрҙәрендә шағирҙың үҙенә генә хас тапҡырлыҡ менән эшендә “инсафтан мыҫҡал да ҡалмаған”, үҙ-ара тартышып, таяҡлашып ғүмер һөргән муллаларҙың йүнһеҙлеген элеп алған, наҙанлыҡты, донъя эштәренә битарафлыҡты һелкеп һалған сәнскеле юлдар, “аҡрын ҡисса ҡылып һулҡылдатҡан” киңәйәле строфалар тулып ята. Мәҫәлән,

1. Мулла шул: дин өйрәтеп, хаҡ алмаһа, Донъяла динен һатып юғалмаһа. Ғалидән хаким менән күп һорау бар: Көтөүсе таяҡ ейәр, баға алмаһа. (“Заман ғалимдәренә”, 79-сы бит).

2. Егеттәр, наҙан дуҫтан дошман артыҡ, Үлгәндән һуң арыҫлндан сысҡан артыҡ. Ҡулына бер наҙандың гәүһәр төшһә,

Баһаһын ҡыла алмайҙыр мыстан (баҡыр) артыҡ..

(“Моңло егет зарын әйтер...”) Һүҙ ҡеүәһен Аҡмулла иң үткер ҡорал дәрәжәһенә күтәрҙе. Асылда, “башҡорт яҙма әҙәбиәтендә сатираның тамыры, сәнғәтсә көлөүҙең башы ла Аҡмуллаға ҡайтып ҡала” [1;348]. Бының тарихи сәбәптәре шунан ғибарәттер: мәғрифәтселек әҙәбиәте феодаль иҫкелеккә, схоластик тәртиптәргә ҡаршы көрәш ҡоралы булараҡ үҙенә генә хас, бығаса әҙәбиәт тарихында күрелмәгән ижади алымдарға – сатираға мөрәжәғәт итте. Артабан, йәмғиәттәге социаль айырымланыш көсәйгән һайын, сатира ла камиллаша, яңы, социаль йөкмәткегә эйә була бара. Ғ.Туҡай, М.Ғафури, Ш.Бабич кеүек әҙиптәр ижадында был бигерәк тә асыҡ күренде. Татар әҙәбиәтсеһе И.Нуруллин был турала: “.Реакция осоронда сатира ижтимағи эстәлек алды, руханиҙәрҙең реакцион эшмәкәрлектәренән башлап, монархистик ҡоролошҡа тиклем, барлыҡ крепостнойлыҡ һәм феодализм ҡалдыҡтарын ҡамсылай башланы”, - тип яҙҙы [2; 50]. Бына шул сатираның башҡорт әҙәбиәтендә нәҡ Аҡмулла поэзияһында тыуыуы тәбиғи. Уның ижадының “идея-эстетик ҡиммәте мәғрифәтселек ҡараштарын томаналыҡҡа, деспотизмғаҡаршы сатира уғын

ысын сәнғәт юғарылығына күтәреүендә” сағылды [3; 9].

Шулай итеп, Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла үҙ халҡын мәғрифәткә өндәүсе дәртле сәсән шағир булып йәшәне, үҙенең шәхсиәте менән дә, поэтик ижады менән дә халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең гүзәл өлгөләрен күрһәтте. Уның ҡараштары, идеалдары, эстетикаһы, философик фекерҙәре стихиялы көрәш процесында тыуҙы һәм үҙ заманының, үҙ халҡының рухи байлығын эсенә алды, шул нигеҙҙә формалашты.

69

М. Аҡмулла 1895 йылда вафат булды. Ул вафат булған йылда Ш. Бабич донъяға килде. Ә, Ш. Бабич вафат булған йылды М. Кәрим донъяға килде. Ысынлап та, 100 йылға бер тапҡыр шундай бөйөк шағирҙарыбыҙ донъяға киләлер.

ӘҘӘБИӘТ

1.Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2 том. Өфө. – 1990. – 229-сы б.

2.Вилданов Ә. Аҡмулла шиғырҙар. Өфө, 1981, 7, 24-25, 79, 178-се биттәр.

3.Нуруллин И. XX йөз башы татар әдәбияты. Ҡазан, 1966, 50-се бит.

4.Харисов Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. – Өфө, 1965. – 338,

348-се б.

5.Хөсәйенов Ғ. Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары. Өфө, 1968.

9-сы б.

©Дәүләтшина Л.И., 2012

Р.З. Килсенбаева, (Салауат ҡ..)

АҠМУЛЛА ИЖАДЫНДА “АҠЫЛ” КОНЦЕПТЫ

“Хәҙерге тел ғилемендә В. Фон Гумбольд башлаған телде халыҡтың мәҙәниәтен барлыҡҡа килтереүсе булараҡ ҡарау традицияһы ҡайтанан тергеҙелде. Донъяның тел картинаһы мәсьәләһен тикшергәндә төп конструкт булып концепт төшөнсәһе алына. Тел һәм мәҙәниәт араһындағы бәйләнештәрҙе асыҡлағанда теге йәки был этник үҙенсәлекте сағылдырыусы концепттарҙы анализлау маҡсатҡа ярашлы” [Йәғәфәрова 2008: 26]. Был мәҡәләлә беҙ Аҡмулланың индивидуаль поэтик донъяһында “аҡыл” концептын асыҡлау бурысын ҡуябыҙ.

“Башҡорт теленең һүҙлеге”ндә [Башҡорт теленең һүҙлеге, 1993: 44] аҡыл һүҙенең 2 мәғәнәһе күрһәтелгән: 1. Кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте. 2. Берәй нәмәгә, эш-хәлгә ҡарата булған уй, фекер.

Л.Х.Сәмситованың “Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары” һүҙлегендә [Сәмситова, 2010: 105] уның интеллект, фекерләү һәләте, аң, иҫ, фекер, һәләт кеүек синонимдары һәм аҡылһыҙлыҡ, башһыҙлыҡ, ахмаҡлыҡ, алйотлоҡ, йүләрлек, иҫәрлек, дыуамаллыҡ, диуаналыҡ

тигән антонимдары бирелгән.

Аҡмулланың һәр бер әҫәрендә тиерлек “аҡыл” һүҙе менән бирелгән концепт осрай.Ул башҡа концепттарҙы сағыу итеп күрһәтергә ярҙам итә. Шуға бәйле “аҡыл” концептының семантик полелары формалаша.

Аҡмулла шиғриәтендә [Тикеев, 1997: 194] “аҡыл”“аң”, “зирәклек”, “хәтер”, “баҡ”, “белем”, “мейе” төшөнсәләренә синоним булып килә:

Таушалды ҡайғы менән аҡыл,хәтер.

Эсемдә ҡайғы-хәсрәт тулып ятыр. (“Урыным – зиндан”).

70