Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

СБОРНИК АКМУЛЛИНСКИХ ЧТЕНИЙ 2012

.pdf
Скачиваний:
323
Добавлен:
19.03.2015
Размер:
7.1 Mб
Скачать

алыу» уйы менән янып йөрөгән колхоз председателе Нурихановтың, юғары даирәләрҙән төшкән пландарҙы йән-тәслим үтәргә тырышҡан «патриот» етәксенең, крәҫтиәндәрҙең ихтыяждарын һанға һуҡмайса, ҡыҙыу эшмәкәрлек йәйелдереүенең тыуған еренең ысын улы Яубаҫаров етәкселегендә халыҡтың ҡырҡа ҡаршылығына осрауы мөһим ижтимағи яңғыраш алыусы картиналарҙа сағылдырылды, тәнҡит күҙлегенән яҡтыртылды.

Был романдарҙа сюжет ҡоролошо персонаждарҙың күңел түренә тәрәнерәк үтеп инеү, ҡылыҡ-хәрәкәттәренең социаль-психологик мотивтарын асыҡлау маҡсатына буйһондоролған. Художестволы анализдың күп төрлө сараларының берләшмәһе: көсөргәнешле психологик деталдәр, эске монологтар, автор комментарийҙары аша тулылана барыусы уй-тойғоларҙы бар нескәлегендә пластик асыҡ итеп һүрәтләүсе алымдар барыһы ла геройҙарҙың эшмәкәрлегенең һәм рухи йәшәйешенең динамикаһын фәлсәфәүи-аналитик планда асып биреүгә хеҙмәт итә. Боронғо эпостарҙан уҡ башланғысты алған тәбиғәт донъяһы менән кешелек донъяһының бәйләнешен, башҡорт халҡының тәбиғәт балаһы, еренә ереккән милләт булыуын, тәбиғәт, тыуған ер менән үҙен бер бөтөн итеп хис итеүен, быуаттар дауамында формалашҡан һәм быуындан быуынға күсә килгән милли менталитетын, ғәзиз тупрағын яратыуын, уны һаҡлап ҡанлы яуҙарға күтәрелеүен, патриотизм тойғоһон күп планлы һүрәтләү башҡорт прозаһында ҡеүәтләнә, заманға хас үҙенсәлектәрҙе алып ҡатмарлаша барҙы.

Кеше һәм тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙең социаль-психологик, әхлаҡи-этик йөкмәтке алыусы, тәбиғәттең әйләнә-тирә мөхит тураһында кешенең әхлаҡи, философик, эстетик ҡараштары системаһын билдәләүсе, милли характер формалашыуының нигеҙе рәүешендә сығыш яһауын сағылдырыусы, актуаль заман тема-проблемаларын, замандаш эшмәкәрлеген яҡтыртыусы башҡорт прозаһының әлеге идея-художество йүнәлеше, төп үҫеш тенденцияларының береһе 90-сы йылдар уртаһында киң ижтимағисоциаль яңғырашҡа эйә шау-шыулы, туҡтауһыҙ үҙгәреп тороусы, дауыллы, ташҡынлы сәйәси ваҡиғаларҙы, замана тыуҙырған сенсацион күренештәрҙе, тормоштағы мөһим үҙгәрештәрҙе фәлсәфәүи күҙаллау, дөйөмләштереү, шымартыуһыҙ, киҫкен мәсьәләләрҙе «урап» үтмәйенсә, бөтә ҡырҡыулығында яҡтыртыу, ысынбарлыҡты бөтөн булған ыңғай һәм ғәрип яҡтарында ҡырыҫ реалистик принциптарға таянып һүрәтләү иҫәбенә тулылана төштө. Йәмғиәт үҫешенең һынылышлы мәлендә халыҡ тормошон заман позицияһынан, хатта үҙ заманынан алғараҡ китеп баһалау, замандаштың рухи-әхлаҡи портретын тыуҙырыу ихтыяжына яуап бирерҙәй Д.Бүләковтың «Ғүмер бер генә», «Туҙҙырылған тамуҡ», Х.Тапаҡовтың «Һайлау», Ә.Әминевтың «Бер кәмәлә» роман һәм повестары башҡорт прозаһының был үҫеш тенденцияһын ҡеүәтләп ебәрҙе. Яҡут әҙәбиәтендә Далан, Н.Габышев, С.Данилов,

211

Г.Дьячков, Н.Курилов, Г. Кэптукэ, Э.Соколов, Ф.Захаров, И.Гоголев, Н.Лугинов, В.Титов, Е.Неймохова, ысынбарлыҡты нисек биҙәмәй яҡтыртһалар, геройҙарын тормоштоң ауыр һынауҙары алдына ҡуйһалар, башҡорт прозаһында ла ижтимағи-социаль ҡаршылыҡтар, был ҡаршылыҡтар менән көрәшеүсе геройҙар шундай уҡ ҡырыҫ дөрөҫлөктә яҡтыртылды.

Д.Бүләковтың «Ғүмер бер генә» романында ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, экологик проблемалар киҫкен күтәрелә, ил үҫешен ысын демократик юлдан алып барыуға ҡаршы тенденциялар бөтә ҡырҡыулығында фашлана. Яҙыусы дәүләт органдарына һайлауҙар кампанияһы мәлендәге ваҡиғаларҙы хикәйәләү аша айырыуса асыҡ, ҡалҡыу итеп бөгөнгө йәмғиәттең социаль-әхлаҡи портретын асып һала. Романда депутат булып үтеү өсөн үҙенсә «тырышыусы» кандидаттарҙың, һинд сәйе, автомобиль покрышкаһы, торба, асфальт юл, телефон, шприц һ.б. таратыусыларҙың «эшмәкәрлеге» – ысынбарлыҡта реаль урын алған көлкөлө лә, ҡыҙғаныс та, ғибрәтле лә ваҡиғалар юмор ҡатыш та, әсе сарказм менән дә, тәрән һыҙланыу, әрнеү һәм ҡырҡа кире ҡағыу, фашлау менән һуғарылған публицистика аша ла, Арғынбаев, Танағол, Ҡанбулатов һымаҡ ғәзиз ер, тыуған тәбиғәт, ватан, халыҡ яҙмышын ҡайғыртыусы ысын ил улдарының көрәше, фиҙаҡәр эшмәкәрлеге романтик юғарылыҡ, лирик йылылыҡ менән дә һүрәтләнде. «Туҙҙырылған тамуҡ» романында сәйәси, иҡтисади, ижтимағи проблемалар ҙа, тәбиғәткә, ил байлығына, мәҙәниәткә, телгә, халыҡтың күңел ихтыяждарына ҡағылышлы рухи сафлыҡ мәсьәләләре лә үтә ҡырҡыу булып алға баҫыуы һыҙыҡ өҫтөнә алып һүрәтләнә. Әҫәрҙә тотош ил, халыҡ яҙмышы, ер-һыу яҙмышы, милләттең киләсәге хаҡында уйланыуҙар, киҫкен көрәш рухы үткер ижтимағи-сәйәси, социаль-әхлаҡи конфликттың киҫкен төйөнләнешен тәьмин итә. Проблемалар ҡырҡыулашҡан һайын көрәш майҙаны ла киңәйә бара, сюжет көсөргәнешле үҫтерелә, ваҡиғалар үҫеп-үҙгәреп тора, көтөлмәгәнсә боролоштар ала, драматизм артҡандан-арта бара. Романда телерадиокомитет рәйесе Ҡормантаевтың, яуаплы дәүләт эшмәкәрҙәре Дилауиров, Ямантаевтарҙың енәйәтсел эшмәкәрлектәрен хөкүмәт етәкселәре, депутаттар йыйылышында фашлап сығыш яһауы кульминация өлөшөн тәшкил итә. Был – демократик һәм антидемократик көстәрҙең иң киҫкен бәрелеш мәле. Романда символик күренештәргә – ҡойоп ямғыр яуыуына, төнгө ҡоштоң ергә бәрелеп үлеүенә, ярғанаттың тәҙрәгә килеп һуғылыуына, шартлап ағас һыныуына һ.б. тәрән фәлсәфәүи мәғәнә, кинәйәле фекер һалынған. Ғөмүмән, Д.Бүләковтың ҡайһы әҫәрен генә алһаң да, улар күтәренке рух, оптимизм, яҡтылыҡ менән һуғарылған. «Килмешәк» романы ғына түгел, «Ғүмер бер генә» һәм хатта «Туҙҙырылған тамуҡ» романы ла – иҫ киткес юғалтыуҙар, ҡыйралышемереүҙәр, халыҡты, тотош илде бөлгөнлөккә төшөрөү аша төҙөлөп ятҡан демократик тормошто, дөрөҫөрәге, шуға ынтылышты, ялған, уғрылыҡ донъяһына ҡаршы көрәшеүселәрҙең исемен бысраҡҡа буяуҙы, хатта

212

үлтерештәрҙе һүрәтләһәләр ҙә, оптимистик рух, яҡтылыҡ, дөрөҫлөктөң тантана итеүенә оло өмөт менән һуғарылғандар, ҡырыҫ, аяуһыҙ реализм ҡанатлы романтизм менән аралашып, үрелеп килгән.

© Гәрәева Г.Н., 2012

Г.Ф. Ғәбдрәхимова, Л.Р. Зиннәтуллина, филол.фән. канд., доц, БДУ-ның Нефтекама филиалы

.

ҒАЙСА ХӨСӘЙЕНОВ ИЖАДЫНДА ПАРСА ЖАНРЫ

Парса жанры бәләкәй күләмле проза әҫәренә ҡарай. Уның нигеҙендә шәреҡ әҙәбиәтенең традициялары, поэтикаһы ята. Парса жанры башҡорт әҙәбиәтенең бөтә үҫеш этаптарында ла күҙәтелә, бигерәк тә көнсығыш, мосолман мәҙәниәт йоғонтоһонда был жанр әҙәбиәттә активлашып китә.

Ғ.Хөсәйенов билдәләүенсә, “парса – ул фәһемле бер хәл ваҡиғаны, күренеште йәки уй-фекерҙе образлы һәм йыйнаҡ итеп тасуирлаған кескәй әҫәр. Парса теҙмә йәки сәсмә формала ла килергә мөмкин. Күләме бәләкәй генә булған осраҡта ла, күләм сиктәре төрлө булыуы ихтимал”.

Хәҙерге әҙәбиәттә лә парса жанрына мөрәжәғәт иткән әҙиптәр байтаҡ, ләкин шуның иң тос, художестволы оҫталыҡ кимәлендә иң камил, сағыу өлгөләрен Ғайса Хөсәйенов ижад иткән. Уның 1976 йылда “Сәйәхәт дәфтәре”, 1990 йылда “Тормош”, 2000 йылда “Донъя” китаптары тулыһынса быны иҫбатлайҙар.

Ғ.Хөсәйеновтың парсалары донъя һәм тормош, кешеләр һәм яҙмыштар, йәшәү һәм үлем, тәбиғәт һәм хәҙерге цивилизация, фән һәм әҙәбиәт, яҙыусы һәм сәнғәт кешеһе, тарих һәм башҡалар хаҡында уйланыуҙарға, күҙәтеүҙәргә, әхлаҡи, фәлсәфәүи фекерләүҙәргә ҡоролған.

“Донъя” китабында парсалар ике ҙур киҫәккә бүленеп бирелә: “Тормош” һәм “Донъя”. Улар иһә бер нисә бүлектәрҙән торалар. “Тормош” тигән киҫәге “Тамсылар”, “Тарих”, “Тыуған яҡ”, “Кеше”, “Тыуған тел”, “Ғүмер” кеүек бүлектәрҙе үҙ эсенә алһа, икенсе киҫәген “Үҙем дә һүҙем”, “Мәлдәр. Хәлдәр”, “Донъя”, “Әҙәм”, “Әҙәп-әхлаҡ”, “Фән”, “Филология”, “Дин”, “Сәнғәт”, “Театр”, “Ваҡыт. Ғүмер”, “Мөхәббәт Ғаилә” тигән бүлектәрен тәшкил итә.

Парсаларының береһендә Ғ.Хөсәйенов “минең үҙем өсөн тыуған Башҡортостаным – төп темам”, – тип яҙа. Тыуған яҡ темаһы Ғ.Хөсәйенов парсаларының беренсе бүлектәренең береһен тәшкил итә. Әҙип тыуған яҡ темаһын мәҙәниәт тормошо, әҙәбиәте, тарихы, хәҙерге киләсәге менән бәйләй. Яҙыусыға ауыл балаһы булараҡ һәр бер үләне, һәр бер ҡошо, һәр бер саң бөртөгө, һәр бер һыу, тамсыһы ҡәҙерле. Мәҫәлән, “Тыуған тупраҡ” тигән парсаһында былай итеп һүрәтләп үтә: “… Ситтә кешене ризыҡ йөрөтһә, бер мәл уны тыуған тупраҡ барыбер үҙенә тартып ҡайтара. Берәү ситкә оҙаҡҡа йәки изге яуға китһә, ер төҫө һәм ҡото итеп, бер ус тупрағын ала. Уны бетеүҙәй итеп үҙе менән йөрөтә…”

213

Әҙип Алла менән дин төшөнсәләренә лә битараф ҡалмай. Дингә ҡарата үҙенең ҡарашын белдереп уның әһәмиәтен, байлығын, ҡәҙерлеген иҫбатлай. Автор фекеренсә, һәр кемгә Исламды, Ҡөръән ҡанундарын, шәреҡ мәҙәниәтен белеү мөһим. Әҙиптең дин тураһында хикмәтле һүҙҙәрен килтереп үтә. Бында “Иҙрис бәйғәмбәр”, “Ғайса бәйғәмбәр” “Гонаһ шомлоғо”, “Тамуҡ киҫәүе”, “Ахыр заман”, “Тәү гонаһ”, “Дин ҡанундарынан” һ.б парсаларын индереп ебәргән.

Рухи хазина, тере тарих, ата-әсә теле булараҡ туған тел Ғ.Хөсәйенов тарафынан иң изге, бөйөк, матур тел тип раҫлана. Уның өсөн халыҡтың күңеле лә, тормош тәжрибәһе лә, милләт йәшәүе лә. “Диалектизм” тигән парсаһында Ғ.Хөсәйенов диалект һүҙҙәр беҙҙең әҙәби телде байыталар, яңы мәғәнәле, синонимик һүҙҙәр, яңы лексик табыштар булып ҡабул ителә тигә фекер бирә. Шуның менән беҙҙең әҙәби тел үҫешә, камиллаша бара.

Әҙәп-әхлаҡ тураһында ла Ғ.Хөсәйенов бик фәһемле фекрҙәр еткерә. Был тематикаға арналған парсаларҙың күбеһен мәҡәлдәр һәм әйтемдәр тәшкил итә. Яманлыҡ менән яҡшылыҡ, һаранлыҡ, нәфсе, иман, яңғыҙлыҡ хаҡында тос фекрҙәр йөрөтә. Яманлыҡ менән яҡшылыҡҡа миҫал булып Ғ. Хөсәйеновтың “Яманлыҡ менән яҡшылыҡ” парсаһы тора. Мәҫәлән: “Конфуцийҙан шәкерттәр бер саҡ һораған, ти:

Яманлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап биреп булмаймы?

- Ә ул саҡта яҡшылыҡҡа ни менән яуап бирергә һуң? – тип һораған үҙ сиратында остаздары. – Яманлыҡҡа хаҡлыҡ менән яуап бирергә кәрәк, яҡшылыҡҡа – яҡшылыҡ менән,” – тип яуап биргән Конфуций.

Образдар системаһы яғынан Ғ.Хөсәйенов парсалары бай, үҙенсәлекле. Уның образдары булып бөйөк шәхестәр, әҙиптәр, абстракт төшөнсәләр, хайуандар, ниндәй ҙә булһа деталдәр тора. Йыш ҡына әҙип мифологик һәм дини образдарҙы индереп ебәрә (“Сизиф эше”, “Прометей”, “Иблис менән Алла әрепләшеүе”).

Парсаларҙы башынан уҡ Ғ.Хөсәйенов беҙҙе ниндәйҙер сихри матур донъяға илтә. Был гүзәллекте ул художестволы саралар ярҙамында барлыҡҡа килтерә. Ғ.Хөсәйенов бер генә һүҙҙе лә бушҡа индермәй, уның һәр бер һүҙе ниндәйҙер роль, функция алып бара.

Ғ.Хөсәйенов уҡыусыларға фән һәм әҙәбиәт үҙенсәлектәрен үҙендә берләштергән парссалар тәҡдим итте. Уның парсаларына тәрән йөкмәтке, сәйер һәм пародаксаль хәл-ваҡиғалар, фәлсәфәүилек хас.

ӘҘӘБИӘТ

1.Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006. – 242 бит.

2.Хөсәйенов Ғ.Б. Өс томда. Икенсе том. Донъя. Парсалар. – Өфө: Китап, 2000. – 676 бит.

©Зиннәтуллина Л.Р., Ғәбдрәхимова Г.Ф, 2012

214

Ё1Ғәбитова З. Ф., доц. Рәхимова Э.Ф., М.Аҡмулла ис. БДПУ (Өфө ҡ..)

БАШҠОРТ ҺӘМ ИНГЛИЗ ТЕЛДӘРЕНДӘ БИЛДӘҺЕҘЛЕК АЛМАШТАРЫ

Алмаштар башҡа исем һүҙҙәр менән сағыштырғанда үҙенә бер айырым урын тотҡан һүҙ төркөмө һанала.Башҡа исем һүҙ төркөмдذре (исем, сифат, һан) һымаҡ алмаш ысынбарлыҡтағы конкрет предметтарҙы, хәл-ваҡиғаларҙы белдермәй, алмаштар телмәр процесында һүҙ барған әйберҙәр, предметтар һәм хәл-ваҡиғаларҙы актуалләштереп киләләр. Лексик берәмек булараҡ һан яғынан күп булмаһалар ҙа, улар телмәрҙә актив ҡулланыла, сөнки алмаштар башҡа исем һүҙҙәрҙең һәм рәүештәрҙең урынбаҫары сифатында уларҙы һөйләмдә алмаштырып киләләр [Аҙнабаев, Хайруллина, 2006: 56].

Башҡорт телендә алмаштарҙы арҙаҡлы ғалимдар: Дмитриев Н.К, Ишбулатов Н.Х., Кейекбаев Ж.Ғ, Сәйетбатталов Ғ.Ғ., Ишбирҙин Э.Ф., Аҙнабаев Ә.М., Зәйнуллин М.В. өйрәнгәндәр. Ә инглиз телендә Ионина А.А., Саакян А.С., Резник Р.В. һ.б.

Хәҙерге көндә алмаштарҙы сағыштырма планда өйрәнеү бик актуаль. Сөнки, беренсенән, әлеге ваҡытта алмаш һүҙ төркөмө инглиз һәм башҡорт телдәрендә сағыштырмаса өйрәнелмәгән һәм айырым хеҙмәттәр юҡ; икенсенән, буласаҡ тәржемәселәргә башҡорт теленән инглиз теленә һәм инглиз теленән башҡорт теленә тәржемә итеүҙә методик ҡулланма булараҡ хеҙмәт итә ала.

Башҡорт һәм инглиз телдәрендә билдәләү алмаштарын ҡарап үтәйек. Башҡорт телендә билдәһеҙлек алмаштары – әллә кем, әллә нимә, әллә ниндәй, әллә ҡасан, әллә ҡайҙа, әллә ниңә, әллә күпме, әллә ҡайһы, әллә ни, әллә ҡайһыныһы, нимәлер, кемдер, нисектер, ҡасандыр, ҡайҙалыр, ниндәйҙер, ниҙер, ҡайһылыр, ҡайһы бер, ниңәлер, нисәлер, нисәнселер, теләһә кем, теләһә нимә, теләһә ниндәй, теләһә ни, теләһә нисек, теләһә ҡайҙа

булһа,инглиз телендә some, any, many, few, little, all, every, both, each, somebody, anybody, something, anything, everybody, everything.

Башҡорт телендә билдәһеҙлек алмаштарының бер төркөмө әллә киҫәксәһе һәм һорау алмаштарынан яһала: әллә кем, әллә нимә, әллә ниндәй,

әллә ҡасан, әллә ҡайҙа, әллә ниңә, әллә күпме, әллә ҡайһы, әллә ни, әллә

ҡайһыныһы. Икенсе төркөм билдәһеҙлек алмаштары теләһә киҫәксәһенән һәм һорау алмаштарынан төҙөлә. Өсөнсө төркөм билдәһеҙлек алмаштары һорау алмаштарына -лыр икеләнеү киҫәксәһе һәм уның фонетик варианттары

ҡушылып яһала: нимәлер, кемдер, нисектер, ҡасандыр, ҡайҙалыр, ниндәйҙер, ниҙер, ҡайһылыр, ҡайһы бер, ниңәлер, нисәлер, нисәнселер.

215

Башҡорт телендә билдәһеҙлек алмаштары эйәлек заты менән үҙгәрә: әллә кемем, әллә кемең, әллә кеме, әллә кемдәрем, эллә кемдәребеҙ, әллә кемдәрегеҙ,

әллә кемдәре. Билдәһеҙлек алмаштары ла, ниндәй һүҙ төркөмөнән булған һүҙҙәрҙе алмаштырыуына ҡарап, төрлө һөйләм киҫәге булып киләләр. Ә инглиз телен алып ҡараһаҡ, билдәһеҙлек алмаштары эйәлек заты менән үҙгәрмәй.

Мәҫәлән, инглиз телендәге someалмашы тик хәбәр һөйләмдә генә ҡулланыла, ә билдәһеҙлекте белдереү өсөн any алмашы менән алмаштырыла.

Миҫал:Ihaven'tanyapples. – Минең бер ниндәй ҙә алмам юҡ.

Башҡорт телендәге билдәһеҙлек алмаштарына түбәндәге инглиз алмаштары тура килә:some – нисә, әҙерәк, ҡайһы бер, берәүҙәр; any – ниндәй, ниндәй булһа ла, һәр;much, many – күп; little, few – әҙ, аҙ; all– бөтәһе лә бар; both – икеһе лә; each, every – һәр; somebody – кемдер; anybody – әллә кем; something, anything – ни булһа ла, нимә булһа ла һ.б.

Мәҫәлән: Somebodyiscominghere – Кемдер бында килә ята.Didyouseeanybodyhere? – Һеҙ унда бер кемде лә күрмәнегеҙме? There is something in the garden – Баҡсала ниҙер (нимәлер) бар. Please? Give me some books – Миңә бер нисә китап бирегеҙ әле. There were many students at the meeting – Йыйылышта күп студенттар булды. He has few friends – Уның иптәштәре аҙ. I have little time – Минең ваҡытым аҙ. All the students have passed the examination – Бар (бөтә) студенттар ҙа имтиханды тапшырҙы.

Алмаш һүҙ төркөмөн башҡорт һәм инглиз телдәрендә сағыштырмаса өйрәнеү ҙә бик ауыр. Шуның өсөн, иң беренсе инглиз телендә алмаш төркөмсәләрен айырым, төплө өйрәнергә кәрәк.

Шулай итеп, башҡорт башҡорт телендә 7 алмаш төркөмсәһе бар: зат,

эйәлек, күрһәтеү, һорау, юҡлыҡ, билдәләү, юҡлыҡ. Инглиз телендә шул уҡ алмаш төркөмсәләре бар, ләкин тикшеренеү барышында билдәләү алмаш төркөмсәһе функцияһын үтәп йөрөгән относительный, возвратный, союзный алмаш төркөмсәләре бар. Ошо 3 төркөмсәне, дөйөм итеп алғанда, билдәләү алмаш төркөмсәһе итеп алһаҡ, бер ҙә хата булмаҫ Тексты тәржемә иткән ваҡытта инглиз алмаш төркөмсәләре тулыһынса башҡорт алмаш төркөмсәләренә тура килмәй.

ӘҘӘБИӘТ

1.Азнабаев А.М., Хайруллина Р.Х. Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков: Учебное пособие. – Уфа: Ғилем, 2006. – 150 с.

2.Дроздова Т.Ю., Брестова А.И., Маилова В.Г. Englishgrammar. Referenceandpractice : учебное пособие. – Издание одиннадцатое, исправленное. Спб. : Антология, 2010. – 464с.

3.Хасанов М.А. Сопоставительный анализ английского и башкирско-

го языков. Comparative analysis of the English and Bashkort languages. – Уфа:

Аэрокосмосиноосфера, 2005. - 80 c.

©Ғәбитова З.Ф., 2012

216

Ы.Д. Ғәйнетдинова, Фәтҡуллин А.А., филол.фән.канд., доц., БДУ-ның Бөрө филиалы (Бөрө ҡ.)

ҒАРИФУЛЛА КЕЙЕКОВТЫҢ ФӘЛСӘФӘҮИ ӘҪӘРҘӘРЕНЕҢ БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ ТОТҠАН УРЫНЫ

Ғарифулла Кейеков XIX быуаттың икенсе яртыһында ижад итеп, башҡорт әҙәбиәтендә төрлө темаларҙы асыҡлаған күп әҫәрҙәрен ҡалдырған. Туған телде маҡтау, яҡлау, тарих темалары яҙыусының әҫрҙәрендә бик йыш һәм актуаль күтәрелеүенән ҡарамаҫтан, уның әҫәрҙәрендә фәлсәфә темаһы ла урын таба.

Ҡулъяҙма әҫәрҙәренән “Кеше ғүмере” һәм “Шәриф бабабыҙҙың ҡылысына” исемле шиғырҙры диҡҡәтте тарта. Уларҙа авторҙың донъяға ҡарашы, кеше һәм халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙары сағылыш тапҡан. Шағирь 1910 йылда ижад иткән һәм ҡулъяҙма хәлендә һаҡланған “Шәриф бабабыҙҙың ҡылысына” тигән әсәрендә батшаға һәр саҡ туғры хеҙмәт иткән йыраҡ туғаны Шәриф Кейековтың (48 йыл ғәйнә һәм ирәкте башҡорт ырыуҙарының баш старшинаһы була) Пугачевҡа ҡаршы һуғыш алып барыуына үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Екатерина II старшинаға алтынға мансылған ҡылыс бүләк иткән.

Эй, мөбәрәк ҡылыс! Нисә баштарҙы ҡыйҙың?

Атланып,айғырҙы аҡыртып, Нисә башҡортто һуйҙың? Йә, ҡылыс, ник өндәшмәйһең? Ҡайҙа ҡуйҙың дуҫыңды? Россияны һаҡлайым, тиеп, Балаларың нитте һуңында.”

– тип әсенеп яҙа ул. Был шиғыр үҙ эсенә тәрән мәғәнә һалған. Уйланыуҙар менән бер рәттән автор Башҡортостандың тарихы, атабабаларының тормошо менән таныштыра. Шиғырҙа ҡылыс йәнләндерелеп, вафат булған хужаһы Шәриф бабай образын асығыраҡ итеп күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Шағирҙың фәлсәфәүи идея менән һуғарылған шиғырҙары тәрән мәғнәле һәм әҙәбиәттә урынлы. Әммә улар матбуғтта баҫылып сыҡмай, ҡулъяҙма выриантында ғына ҡалған. Әҙиптең “Дуҫтарыма” исемле шиғыры баҫылып сыҡмаған һәм ентекле итеп тикшерелмәгән. Автор был әҫәре менән халыҡты киләсәк турһында уйланырға, милләтте, тыуған ерен һаҡларға бурыслылыҡтарын әйтеп уҙа:

Беҙҙә алға барыу юҡ, Киләсәккә ҡайғы юҡ, Ҡәрҙәш хәлен уйлау юҡ, Шәфҡәт бөттө, дуҫтарым.

217

Милләт өсөн ҡайғырған, Ил эшен алда тотҡан Халыҡтар алға киткән, Беҙҡалғанбыҙ, дуҫтарым!”

Әҙиптең ошо ике әйтелеп уҙған шиғырҙары алда ижад ителгән шиғыр- әҫәрҙәренән, публицистик һәм фәнни эштәренән үҙҙәренең төҙөлөшө, теле менән ныҡ айырылып тора. Шиғырҙар стиле һәм структураһы яғынан тикшергәндә XX быуат бшында яҙылған тип иҫбат итергә мөмкин. Уларҙа реаль булған һәм әҙипте борсоған темалар асыҡлана.

Тәрән фәлсәфәүи мәғәнәле “Кеше ғүмере” исемле шиғыры алдағы ике әҫәрҙәр менән сағыштырғанда, иртәрәк яҙылан хеҙмәт тип әйтергә мөмкин. Автор һуңғы строфала: “Мең дә сигез йөз дә туҡсан туғызынчы йыл иде…” тип яҙа. Әҫәрҙә байтаҡҡына ғәрәп теленән килгән һәм элекке һүҙҙәр ҡулланылған. Ул был шиғырҙа кеше ғүмерен тыуыуынан алып, донъялағы һуңғы көнөнә тиклем яҙып үтә: “Өч йәшендә йүгерә, өйләрә сыймаз…Ун бишендә “Ғилми сарыф” һәм “Нәхү” ләғиән гүйә… Утызында һиммәт итәр, мәктәп йә мәдрәсә ҡорар… Сиксән бишендә сыпырып аҡ саҡалын, Күтәрер доғаға ҡулын инанып тотҡан гүйә… Йөз йәшендә бу заманда ҡалмады һич кешедин, “Йөз бишләр бар”, диләр, инде ул ялған гүйә…” .

Хеҙмәттәредә әҙип тарихты өйрәнергә һәм туған телде һаҡларға, уҡыуға, белемгә өндәүе менән генә сикләнеп ҡалмай. Ул халыҡтың бөгөнгө һәм киләсәге өсөн дә янып-көйә, кешенең уй-фекерен, уның донъяла ни өсөн йәшәүен, ниндәй юл уҙғаны хаҡында ла яҙа. Ғ.Кейеков XIX быуат аҙағы – XX быуат башында яҙылған фәлсәфәүи эстәлекле әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтен байытып, ҙур урын алып тора.

ӘҘӘБИӘТ

1.Башҡорт әҙәбиәте антологияһы, ике томда. II том. XIX быуат. – Өфө:

Китап, 2007. – 388 бит.

2.Кейеков Ғ. Башҡорт тарихы вә ирәкте нәсәбе / Төҙ., инеш һүҙ

авторы, аңлатмалар биреүсе М.Х. Нәҙерғолов. – Өфө: РФА ӨҒҮ ТТӘИ, - 2011. – 112 бит.

©Ғәйнетдинова Ы. Д., 2012

Ғ.Ғ. Ғәлина, М.Аҡмулла ис. БДПУ (Өфө ҡ..)

ДРАМА ӘҪӘРҘӘРЕН ӨЙРӘНЕҮБУЙЫНСА ҠАЙҺЫ БЕР ФЕКЕРҘӘР

Исследование выполнено при поддержке федеральной целевой программы развития образования МОиН РФ соглашение №14.В37.21.2127

Хәҙерге театр тамашасыһын тәрбиәләүҙә театрҙың, драматургтың ғына түгел әҙәбиәт уҡытыусыһының да роле ҙур. Әҙәбиәт дәрестәрендә драма

218

әҫәрҙәрен өйрәнеү сағыштырмаса һуң, 7-се класта Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһын өйрәнеүҙән башлана. Сәхнәлә ҡуйылыу өсөн яҙылған был жанр менән танышыу айырым бер ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Сөнки бында проза әҫәрҙәрендәге кеүек тасирлауҙар ҙа, автор характеристикаһы ла, герой һәм ваҡиғаларҙы йәнле итеп күҙ алдына китерергә ярҙам итеүсе автор хикәйәләүе лә юҡ. Шуның өсөн драма әҫәрҙәрен өйрәнгәндә күп нимә уҡыусының хыял итеү, фекер йөрөтөү, күҙаллау һәләтенә бәйләнгән.

Драма – диалог формаһында яҙылған сәхнә әҫәре. Геройҙарҙың рухи донъяһы, уй-хистәре, портрет характеристикаһы, улар йәшәгән мөхит, хәрәкәт, мимикалары, ваҡиғаларҙың барған урыны һәм ваҡыты тураһында беҙ монологтар, диалогтар, реплика һәм ремаркалар аша беләбеҙ.

Автор позицияһы ла, башҡа төр әҫәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, төпкәрәк йәшерелгән, һәм уны дөрөҫ асыҡлау уҡыусының иғтибарлы булыуын, тәрән уйланыуын талап итә.

Драма әҫәрен ижад иткәндә яҙыусы тормош ҡаршылыҡтарын бар киҫкенлегендә, ҡаршылығында күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн ул үткер конфликтлы сюжет тыуҙырырға ынтыла. Драманың конфликты, үҙ сиратында, ваҡиғаны хәрәкәткә килтерә, характерҙарҙың асылын аса.

Мәктәптә драма әҫәрҙәрен өйрәнгәндә шул моменттарҙы иҫтә тоторға кәрәк. Анализ яһағанда драма әҫәренең ике сәнғәт төрөнөң: һүҙ һәм театр сәнғәтенең синтезы икәнлеген иҫәпкә алып өйрәнеү мөһим.

Был иһә, үҙ сиратында, уҡытыусы алдына драма әҫәрен өйрәнеү дәрестәрен ошоға ярашлы дөрөҫ принциптарға таянып ойоштороу бурысын ҡуя.

1. Драма әҫәрҙәрен өйрәнгәндә теоретик белемгә эйә булыу. Анализ барышында драманың сәхнәлә уйнау өсөн яҙылғанлығын иҫтә тотоу зарур. Әҫәрҙе театр сәнғәте күҙлегенән сығып, пьесаға хас теге йәки был үҙенсәлектәрҙе фәнни нигеҙләнгән, конкрет әҙәби терминдар ярҙамында (реплика, диалог, монолог, ремарка һ. б.) өрәнеү талап ителә. Шулай булмағанда, уҡыусылар пьесалағы үҙ-ара диалект бәйләнештә торған әҙәби һәм «театраль» яҡтарҙы күрә алмаясаҡтар.

2. Драма диалог формаһында яҙылғанлыҡтан уны ҡабул итеү билдәле бер ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуның өсөн дә әҫәрҙе анализлағанда уның теленә иғтибар бүлеү талап ителә. Был икенсе мөһим принцип. Пьеса теленә ҡыҫҡалыҡ, аҙ һүҙлелек хас. Күп һүҙ әҫәрҙең динамикаһын боҙа, ваҡиға үҫешен тотҡарлай. Драма әҫәрҙәрендә һәр реплика ҙур әһәмиәткә, мәғәнәгә эйә, һәр һүҙ эш башҡарырға булышлыҡ итә. ХХ быуаттың тәүге яртыһында драматургияла ваҡиға эсендәге эпизодтарҙы үҙ-ара бәйләү, ситуацияны аңлатыу, ҡатнашыусыларға характеристика биреү эшен башлыса монолог башҡарһа, хәҙерге башҡорт драматургияһында быларҙың барыһы ла диалогтар, репликалар ярҙамында башҡарыла. Шунлыҡтан әҫәрҙе уҡый башлағас та уҡыусыларҙың иғтибарын ҡатнашыусыларзын телмәренә йүнәлтергә кәрәк.

219

3.Драма әҫәренең сәхнәлә ҡуйылыу тарихын өйрәнеү һәм ошоға ҡағылышлы материалдарҙы дәрестә файҙаланыу. Был принцип драманың ике яҡлы тәбиғәтен аңларға ярҙам итә. Үрҙә билдәләүенсә драма һүҙ сәнғәте емеше булараҡ та, театр сәнғәте өлгөһө булараҡ та ҡаралырға тейеш Был принципҡа ярашлы драманың төп идеяһын асыуҙа декоратор, режиссер эшмәкәрлегенең ролен дә, актерҙар хеҙмәтенең әһәмиәтен дә анализлау мөһим. Геройҙарҙың рухи донъяһын сәхнә саралары ярҙамында сағылдырыу мөмкинлеге лә ошо принципҡа ярашлы өйрәнелә.

4.Әҫәрҙе тулыраҡ ҡабул итеү маҡсатында анализ юлы булараҡ «автор эҙенән барыу» юлын һайлау. Был осраҡта драма әҫәре йөкмәтке һәм форма берлегендә анализлана.

5.Әҙәби текст өҫтәндә үҙаллы эшләү өсөн дәрескә бүленгән ваҡыттың

күберәк өлөшөн уҡыусыларға ҡалдырыу. Бының өсөн уҡытыусы төрлө варианттағы эш төрҙәрен әҙерләргә тейеш. Сөнки драма әҫәрҙәре күп планлы, ҡатмарлы структуралы булыусан. Шулай уҡ уҡытыусы тарафынан был эштәрҙе башҡарыу буйынса ентекле инструктаж да бирелергә тейеш. Тәҡдим ителгән эштәр драманың жанр үҙенсәлеген, анализдың маҡсаты һәм бурыстарын күҙ уңында тотоп һайланылырға тейеш. Мәҫәлән, ролдәргә бүлеп уҡыу, мизансценалар төҙөү, образдарҙы сағыштырма планда өйрәнеү, әҫәрҙең сәхнә тарихы менән танышыу һ. б.

6. Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, ҡайһы класта уҡыуҙарын һәм уларҙың әҙерлек дәрәжәләрен иҫәпкә алыу. Әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә программа һәм дәреслектәрҙә был моменттар иҫәпкә алынған. Шулай ҙа уларҙа әҙәбиәт кеүек оло донъяның бар нескәлектәре лә иҫәпкә алынып бөтмәгән. Был мөмкин дә түгел. Шуның өсөн дә уның детәлдәрен, уҡытыу процесындағы төрлө варианттарҙа сағылыштарын уҡытыусы үҙе иҫәпкә алырға тейеш.

Әҙәбиәт уҡытыусыһы эшендә һаналып киткән принциптарға таянып эш итергә тейеш. Был принциптар драманың театраль һәм әҙәби үҙенсәлектәрен аңларға ярҙам итә, ижади фекерҙе үҫтерә, яҡшы уҡыусы ғына түгел, сәхнә әҫәрен төрлө яҡлап белеүсе тамашасыны ла әҙерләй.

ӘҘӘБИӘТ

1.Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

2.Иҙелбаев М.Х Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: БДУ-ның РНБ, 2011.

©Ғәлина Ғ.Ғ., 2012

220