Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

СБОРНИК АКМУЛЛИНСКИХ ЧТЕНИЙ 2012

.pdf
Скачиваний:
324
Добавлен:
19.03.2015
Размер:
7.1 Mб
Скачать

Шулай уҡ дастандың эҙҙәре Октябрь революцияһына тиклем Салауат Юлаев, Ғәбдерәхим Усман, Тажетдин Ялсығолов, Ғәли Соҡорой, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Шәйхзада Бабич кеүек Көнсығыш әҙәбиәтен иғтибар менән өйрәнгән, уның традицияларына яҡын торған әҙиптәрҙең ижадтарында ла сағыла.

Шулай итеп, Ҡотб был дастанында Низами әҫәренең сюжетына таянһа ла, ул уны туранан-тура күсермәгән, ә үҙенсә яңы мәғәнә һалып үҙенең туған төрки телендә ижад иткән. Шунлыҡтан Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин” әҫәре ярым тәржемә, ярым оригинал әҫәр булып иҫәпләнә һәм әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә.

ӘҘӘБИӘТ

1.Башҡорт шиғриәте антологияһы. Боронғонан алып ХХ быуат аҙағына тиклемге осор. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001. – 816 бит.

2.Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. 1-се том. Урта быуаттар осоро. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1990. – 608 бит.

3.Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. Беренсе том. XIIIXVIII быуаттар.

Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1999. – 464 бит.

4.Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. – Үҙгәрешле 3-сө баҫма. – Өфө:

Китап, 2003. – 392 бит.

5.Ҡунафин Ғ.С. XIX быуат башҡорт әҙәбиәте. – Өфө: Китап, 2010. –

408 бит.

6.Файзуллина А.Б. Восточные традиции в башкирской литературе // Актуальные проблемы современной башкирской филологии и творческое наследие профессора Р.Н. Баимова: Материалы Всероссийской научнопрактической конференции (с международным участием). – Уфа, 2012. С. –

259-262.

©Истәкова Г.Р., 2012

Ф.Ә. Исхакова, Г.М. Нәбиуллина, М. Аҡмулла ис. БДПУ (Өфө ҡ.)

ТАҢСУЛПАН ҒАРИПОВАНЫҢ “БӨЙРӘКӘЙ” РОМАНЫНДАҒЫ ОБРАЗДАРҘЫҢ НӘҪЕЛ ШӘЖӘРӘҺЕ

Заманыбыҙҙың күренекле әҙибәһе Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуа. Яҙыусының тәүге ижад емеше – ул “Ялан сейәһе” хикәйәһе. Шулай уҡ ошо хикәйәһе уның беренсе китабына исем дә бирә. Т. Ғарипованың “Күгәрсен йыры”, “Ай менән Ҡояш бер генә”, “Бөйрәкәй” исемле роман, повесть һәм хикәйәләрҙән торған китаптары, балалар өсөн “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ” әкиәте лә китап булып бер-бер артлы баҫыла. Ә инде

271

Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһы әҙибәне бөгөнгө көндә халыҡтың иң яратып уҡыған яҙыусыһына әүерелдерҙе.

Романы биш өлөштән тора. Был романдың һәр бүлеге ҡыҙыҡлы, эстәлекле һәм үҙенә тартып торорлоҡ көскә эйә. Быға тиклем билдәле ғалимдар Р. Аҙнағолов, Г. Гәрәева, З. Әлибаев, ижадсы Р. Түләков әҫәр хаҡында байтаҡ фекерҙәр әйтһәләр ҙә, роман-эпопеялағы тархан ғаиләһенең шәжәрәһе хаҡында тейешле кимәлдә тикшеренеү эштәре булманы, шунлыҡтан был проблема хаҡында күҙаллауҙарыбыҙ менән бүлешергә булдыҡ.

Эшебеҙҙең беренсе этабы – шәжәрәнең һәр быуынындағы образдарға ҡыҫҡаса характеристика биреү.

Барсынбикә – бик матур, йомшаҡ күңелле әбей. Ләкин тормош юлдары ҡатмарлы булғас, бөтә ғүмерен, булмышын ҡасандыр юғалған ҡыҙына, ейәнсәренә бағышлай. Әммә ҡыҙының ғүмерен һаҡлап ҡала алмай (Гөлбаныу бүреләр тырнағына эләгә).

Ул бөтә ғүмере буйына әллә күпме исемдәр аҫтында йәшәй. Мәҫәлән, Фәүзиә ҡарсыҡ, Мөғлифә ҡарсыҡ. Үҙен Бәндәбикә нәҫеленән, тип иҫәпләй. Романда уның йәш сағында булған ваҡиғалар ҙа сағыла. Уларҙы, Барсынбикә төш итеп күрә.

Диңгеҙхан власть яратыусы кеше. Ысынын әйткәндә, юлбаҫар, йәш сағында кешеләрҙе үлтереп йөрөгәс, Тирәкле ауылына икенсе исем аҫтында ҡатыны менән барып төпләнә. Бөтә ғүмере буйына ҡайҙалыр тороп ҡалған байлығы тураһында иҫенә төшөрөп, илай. Ә ҡатыны менән бергә бер түшәккә ятмай башлағас, бөтә ҡайғыһын эскелек менән юйырға тырыша. Ҡартайған көнөндә бер тол ҡатын (Рауза) менән осраша башлай. Әммә ҡатыны менән айырылам, тигән көндә ҡапыл үлеп китә.

Диңгеҙхан да, Барсынбикә кеүек, исемен үҙгәртә (Сибәғәт Моратов). Уның ике игеҙәк балаһы була, әммә, большевиктарҙы (Камалетдиновтың атаһы Ғәзизде һ.б.) үлтереп сыҡҡан төндө, ҡыҙын яр буйында төшөрөп ҡалдыра. Икенсе улы Ихсанбай ҡулында ҡала.

Ихсанбай – ул да атаһы кеүек, власть яратыусы кеше. Бер ҡасан да үпкәһен ҡайтармай ҡалғаны юҡ, үсле. Үҙенә яҡшылыҡ менән яуап бирһәләр, мең ҡабат яуызлыҡ менән ҡайтара. Ата-әсәһен һанға һуҡмай. Яратҡан кешеһен кәләш итеп алырға әсәһе рөхсәт итмәгәс, күңеле ятмаған Сәбиләне ала. Күңеле үҙ итмәгәнгәлер, балалары булмай, тыуғас та үлеп тора. Ҡатынын һанға һуҡмағас, сит ҡатындарға йөрөй, ә һуғыш ваҡытында фронтовик ҡатындарҙан “көлөп йөрөй”. Шулар араһында бер туған һеңлеһе Гөлбаныу ҙа була. Әммә Гөлбаныуҙың үҙенә туған икәнен ул белмәй.

Ихсанбай был донъяла әллә ниндәй мәкерле, яуыз эштәр эшләй. Шулар араһында кеше үлтереү йәки үлтертеү исемлегендә ошондай кешеләр була:

272

1.Гөлбикә (бүреләр Гөлбикә киткән юлда икәнен күрә, әммә барыбер ҙә ярҙам итмәй);

2.Биктимер менән Йәнтимер (бүреһенең көсөктәренә ебәреп, Күкбүренән уларҙы боғаҙлата, аҙаҡтан үҙ балаларын ҡыяр түтәленә күмеп ҡуя);

3.Зарифа (күперҙән төртөп төшөрә);

4.Ишмөхәммәт (документтарын тартып алып, ауылға ҡайтыр өсөн атып үлтерә) һ.б.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ихсанбай, бөтә ғүмере буйына яуызлыҡтар

эшләгәне, ни өсөн уларҙы эшләгәне тураһында һуң ғына уйлана. Тәүбәһенә һуңлап килә. Хатта яҡшылыҡтар ҙа ҡыла башлай. Әммә һуң була. Бөтә яуызлыҡтары өсөн ул аҙаҡтан яуап бирә: туңып үлә һәм йәне, шул ҡәҙәре яуызлыҡтарҙы күтәрә алмай, бүрегә әйләнә. Эйе, Ихсанбай был донъяға киренән бүре булып тыуа…

Ихсанбайҙан һуң ҡалған тоҡом: Сәмәрә менән Әбүбәкер. Әммә улар аталарына оҡшамағандар. Сөнки улар кешеләргә көнләшеп һәм уларҙы үлтереп йәшәргә теләмәйҙәр, ә, киреһенсә, тик яҡшылыҡҡылып йәшәргә ынтылалар. Тап шуға ла Сәмәрә менән Әбүбәкерҙе яҡшы күңелле өләсәләренә тартҡан тип әйтергә була.

Гөлбаныу (Күкһылыу) – уны яр буйында Шәһәрбаныу исемле бер ҡатын табып ала. Ҡыҙын йәберләмәһендәр өсөн бүтән сит ауылға күсеп китәләр. Гөлбаныу – йомарт, эшсән, матур, һылыу булып үҫә. Кескәй сағынан уҡ әсәһе менән бергә эшләп йөрөй. Үҙенең ысын мөхәббәте итеп Ихсанбайҙы иҫәпләй. Ҡыҙҙың һылыулығына бик күптәрҙең иҫе китә, шуның өсөн күп егеттәр уға ғашиҡ була, уны һоратып киләләр. Әммә Хашим исемле егетте кире борғас, Хашим үсен ҡайтара: Гөлбаныуҙы көсләп, үҙенеке итә. Шул көндән улар ир менән ҡатын булып йәшәй башлайҙар.

Гөлбаныу үҙенең ғүмере буйына тик бәхетһеҙлек күрә тиерлек:

1.әсәһе тип иҫәпләгән Шәһәрбаныу сирләп үлеп китә;

2.ҡыҙы Мәҙинәне ФЗО-ға ебәрмәҫ өсөн, күрә алмаған, ә шул уҡ ваҡытта шашып яратҡан Ихсанбайға ярҙам һорап килә;

3.тағы ла 9 ай үткәс, бөтә ауылды көлдөрөрлөк ваҡиға итеп ике игеҙәк малай таба;

4.Ихсанбай һыйырын тартып ала;

5.яратмаған кешеһенә кейәүгә сыға;

6.бүреләр тырнағына эләгеп фани донъя менән хушлаша.

Бөтә бәхетһеҙлектәрен үҙенең моңло булыуынан күрә: “Моңло кеше бәхетһеҙ була ул”, – ти ул йыш ҡына.

Мәҙинә – бик йомарт, уңған, эшсән, тырыш, һылыу, малһөйәр, матур ҡыҙ. Ул ғүмере буйына ҡыйынлыҡтар ҙа, бәхетһеҙлек тә күрә, бәхет- ҡыуаныстар ҙа, шатлыҡ та татый. Ауырлыҡтар осраһа ла, Мәҙинә бер ҡасан

273

да бөгөлөп төшмәй, ә алға ынтыла. Шулай уҡ ул өләсәһе Барсынбикә кеүек баҡшылыҡ серҙәненә эйә булып, кешелә ргә ярҙам итә.

Мәҙинәнең һылыулығына бөтәһе лә хайран ҡала. Шулай уҡ ул матур йырлай. Ләкин ул да әсәһе кеүек: ”Моңло кеше бәхетһеҙ була”, – тип ҡабатларға ярата.

Таңдыса – Мәҙинәнең ейәнсәре. Матур, тырыш, шулай уҡ малһөйәр йән. Саяфтың улы Саярға ғашиҡ. Саяр ҙа уны, егерме йәшкә унан өлкән булыуына ҡарамаҫтан, Таңдысаны ярата.

II. Ҡайһы быуында бер үк нәҫел тамырҙары ҡушыла. Был ниндәй фажиғәле мәлдәргә килтерә? Ошондай һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Эйе, ысынлап та, бер быуында бер үк нәҫел тамырҙары ҡушыла. Был ваҡиға Гөлбаныу (Күкһылыу) менән Ихсанбай араһында була. Улар үҙҙәренең бер туған, игеҙәк икәнен белмәй.

Тағы ла туғыҙ ай үткәс, уларҙың мөхәббәттәренең асы емеше булып ике игеҙәк малай тыуа. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ихсанбай уларҙы бүреһенән үлтертеп ҡотола. Ошондай фажиғәле мәлдәргә килтерә.

III. Романда Барсынбикә образының романдағы роле. Ниндәй исемдәр менән роман биттәрендә хәрәкәт итә?

Барсынбикә образының романдағы роле бик ҙур. Ул романда үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте тоташтырыусы герой. Уның йәш сағындағы яңылышҡаны (ирен тыңлап, балаһын ташлап китеүе) бөтә үҙенең һәм балаларының ғүмерен, тормошон аҫтын-өҫкә килтерә. Әммә, шулай булһа ла, Барсынбикә был йомғаҡты сисер өсөн әллә күпме көсөн, сабырлығын түгә.

Барсынбикә роман биттәрендә төрлө исемдәр менән хәрәкәт итһә лә, ул үҙенең Барсынбикә исемле икәнен бер ҡасан да онотмай, хәтерләп йәшәй.

IV. Роман уҡыусыға ниндәй фәһем бирә?

Роман уҡыусыға ҙур фәһем бирә. Бигерәк тә тәрбиәүи яҡтан. Был роман һәр уҡыусыға тормошҡа икенсе яҡтан (күҙлектән) ҡарарға ярҙам итә: яҡшылыҡты яманлыҡтан, туғандарҙы дошмандарҙан айырырға өйрәтә. Донъя аяуһыҙлыҡтарҙан азат түгел: атай кеше аҡса, байлыҡ өсөн, хатта үҙ балаларын үлтерә. Ошондай һәм башҡа тормош ауырлыҡтарын еңер өсөн, роман уҡыусыға көслө рухлы булырға кәрәклеген һөйләп бирә. Һәм шундай көслө рухлы кеше булып романда Мәҙинә кәүҙәләнә. Ул беҙҙең тормошобоҙҙа өлгө булырлыҡ кеше. Сөнки ул роман уҡыусыһын, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар осрамаһын, гел алға һәм тик алға ғына ынтылырға өйрәтә. Ул – ысын башҡорт рухлы, оло йөрәкле, сая ҡатын. Һәм беҙ уның менән ғорурланырға ғына түгел, ә уға оҡшарға тырышырға тейешбеҙ.

Шулай итеп, роман ихтияр көсө тәрбиәләй. Мәҫәлән, Мәҙинәгә тормошта ниндәй генә ҡыйынлыҡтарҙы уға осратырға тура килмәй. Бала саҡ әхирәте ғүмере буйы көнләшеп, уға гел аяҡ салып йәшәй; ире Әптеләхәтте

274

ҡулға алалар, аҙаҡтан ауылдашы уны үлтерә. Кескәй, нескә генә йөрәге нисек был ауырлыҡтарға сыҙаған икән? Быға аныҡ ҡына яуап биреп булмай, әммә шуны әйтеп була: Мәҙинәнең ҡанында ысын башҡорт рухы йәшәй. Ошо рух Мәҙинәгә бөгөлмәй алға барырға ярҙам иткән.

Роман тағы ла бер фәһемле яғы менән иғтибарға лайыҡ: кешегә баҙҡаҙыма, үҙең төшөрһөң тигән әйтем иҫкә төшә. Ысынлап та, романда кешегә хөсөтлөк, үсләшеү мәлдәре етерлек. Әммә барыбер аҡыл менән эш итеү, изгелек ҡылыу өҫтөнөрәк. Кемдәр яуыз уйлы, уларҙың тормошо ла йүнле бармай. Ихсанбай ғына ла ошоноң асыҡ сағылышы. Миһырбанлылыҡ, итәғәтлелек, киң күңеллелек, изге уйҙар – бына тормошто матурлаусы, күркәм итеүсе сифаттар. Мәҙинә яҙмышы быға асыҡ дәлил.

Йыйып әйткәндә, “Бөйрәкәй” романы һәр кемгә тәрбиә бирерлек, аҡыл тупларлыҡ әҫәр. Уны мәктәп программаһына рәсми рәүештә индереү ваҡытлылыр.

ӘҘӘБИӘТ

1.Ғарипова Т.Х. Бөйрәкәй.- Өфө, 2006.

© Исхакова Ф.Ә., 2012

Ф.Ф. Ишмурзина, М. Аҡмулла ис. БДПУ (г. Уфа)

Я. ХАММАТОВНЫҢ «ТЫУҒАН КӨН» РОМАНЫНДА ТОРМОШ МАТЕРИАЛЫ

1941 йылдың 22 июнендә Германия Рәсәйгә ҡаршы һуғыш аса. Ошо ҡәһәрле һуғыш миллионлаған кешенең ғүмерен өҙә. Балалар аталарын, ҡатындар ирҙәрен, әсәләр уландарын юғалталар. Беҙҙең Башҡортостандың һәр бер ҡалаһынан, бөтә ауылдарынан ир-егеттәр һуғышҡа алына. Ауылдарҙа тик бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар тороп ҡала. Бөтә ауыр эштәр уларҙың елкәһенә төшө лә инде. 1978 йылда Я. Хамматовтың хәрбипатриотик темаға яҙылған «Тыуған көн» романы донъя күрҙе. Был романда бик матур, әҙәпле ғаиләлә тәрбиә алған Миңлеғәле Ғөбәйуллиндың батырлығы, ҡаһарманлығы үҙәк урынды алып тора.

Билдәле булыуынса, М. Аҡмулла үҙенең нәсихәттәрендә былай ти: Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман, тигән… Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел, тигән...

Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл, тигән...

Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән...

Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән...

Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән...

Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән.

275

Беҙ ошо нәсихәттәрҙән сығып, романда һүрәтләнеүсе ғаилә Хәбибулла менән Мәликә Ғөбәйҙуллиндар яҡташтары билдәле сәсән һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла билдәләгән нәсихәттәрҙе төп тормош законы итеп ҡабул итеүҙәре, шулар нигеҙендә ике ир баланы, Миңлеғәле һәм Тимерғәле, тәрбиәләүҙәрен, егеттәрҙҙең герой, батыр булып үҫеүҙәрен күҙәтәбеҙ. Үҫмер Миңлегәленең татыу, эшсән ғаиләлә яҡшы тәрбиә алыуы, тырыш, түҙемле, нескә тойғоло, һәр яҡлап уңған, ғәҙел, ҡыҙыҡһыныусан һәм үҙ һүҙенә тоғро булып формалашыуы, көндәлек тормошо, эш-ҡылығы, көнкүреш-хәлдәргә актив мөнәсәбәте аша конкрет һәм эҙмә-эҙлектә асыла бара. Миңлеғәле тормошта иманлы, киң күңелле, аҡыллы,сабыр, әҙәпле, ихлас күңелле егет булараҡ үҙен таныта: ул үҙе ныҡышып һуғышҡа китә, Ләйләгә булған мөхәббәт тойғоларына тоғро була, иптәштәрен ихтирам итә, ихлас күңелле мөғәлләмә итә. Иптәштәрен ҡотҡарыр өсөн үҙе амбразураға ташлана, 21 йәше тулған ғына көндө ғүмере өҙөлә. Ул илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн ғүмерен бирә!

Яныбай Хамматов геройы Миңлеғәленең күңелендә ватансылыҡ тойғоһоноң тәрәнәйә барыуын күрһәтеүгә төп иғтибарын туплай. Миңлегәленең Ләйләгә, иптәштәренә булған һөйөү тойғоһоноң сафлығы тасуирлана, ауылдаштарының яҙмышы хаҡында борсолоуҙарҙы, бергә уҡыған төрлө милләт егеттәре менән татыулығы, дуҫлығы хикәйәләнә.

Шул уҡ ваҡытта Миңлегәленең алыштарҙа ҡатнашыуы, һалдаттар ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойғоһоноң үҫеүе, яугирлыҡ оҫталығын үҙләштереүе, шул уҡ ваҡытта кешелек, шағирлыҡ хисенең көсәйеүе һүрәтләнә.

Көслө ихтиярлы Миңлеғәленең оло ҡаһарманлыҡҡа әҙерләнеүе, уның батырлыҡҡа килеүен күңеленең осраҡлы елкенеүе итеп түгел, ә беҙҙең ысынбарлыҡта тәрбиәләнгән кешенең үҙ иле, юғары идеалдары хаҡына ҡылған көндәлек ынтылышы төҫөндә дөйөмләштерелә.

Был сифаттары менән Миңлеғәленең үҙ взводындағы һалдаттарға өлгө булыуы, Матросов батырлығының уның өсөн идеалға әүерелеүе сағылдырыла. Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин Александр Матросовтың (Р.Насыров тикшеренеүҙәре аша беҙ уны Шакирйән Мөхәмәтйәнов тип таныйбыҙ) батырлығын ҡабатланы. Илебеҙ өсөн үҙ ғүмерен бирҙе.

Шулай итеп, Я.Хамматов романында Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин батырлығын һүрәтләгәндә тормош материалдарына таяна, уларҙы геройының характерын тыуҙырғанда төп сара булараҡ ҡуллана.

ӘҘӘБИӘТ

1.Башҡорт әҙәбиәте тарихы.VI том. – Өфө: Китап, 1996. – 292-313-се б.

2.Байымов Р. Я. Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте. – Өфө, 2003. –

408-413-се б.

276

3.Хамматов Я. Х. Тыуған көн. – Өфө, 1978. – 400 б.

4.http://www. akmulla.ru

©Ишмурзина Ф. Ф., 2012

Йәнбирҙина З.И., филол.фән.канд., Үтәев А.Ф., БДУ-ның СФ (Стәрлетамаҡ ҡ.)

ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ХИКӘЙӘЛӘРЕНЕҢ ГЕРОЙЫ

Художестволы әҫәрҙең төп образы – герой. Автор әҫәрҙең идеяһын ошо геройҙың яҙмышы, характеры аша күрһәтә. Һәр бер осор әҙәбиәтенең үҙ геройын айырып күрһәтергә була. XXI быуат башҡорт әҙәбиәтенең геройын билдәләү өсөн беҙ «Ағиҙел» журналында һуңғы йылдарҙа донъя күргән хикәйәләренә мөрәжәғәт иттек. Бөгөнгө көндә хикәйә иң популяр әҙәби жанрҙарҙың береһе, күләме яғынан бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, ул тәрән йөкмәткеле, ҡыҙыҡ сюжетлы. Ғөмүмән, хикәйәләр күберәге кеше яҙмышына бәйле була, шуға ла был әҫәрҙе уҡыусылар яратып уҡый.

Авторҙар хикәйәлә төп геройҙы төрлөсә сағылдыра. Һәр бер әҫәрҙә герой индивидуаль, ҡабатланмаҫ характерҙарға эйә. Мәҫәлән, Х.Тапаҡовтың «Ҡурсаҡ» хикәйәһенең төп героиняһы Илһөйәр Вариҫовна. Исеменән был героиня, тәү ҡарамаҡҡа, илен һөйөүсе, үҙенән һуң халҡы өсөн тик яҡшылыҡ, изге эштәр ҡалдырыусы кеше булып күҙ алдына баҫа, әммә әҫәр барышында беҙ бөтөнләй икенсе сифаттарға эйә булған геройҙы күрәбеҙ. Илһөйәр Вариҫовна фирма директоры, ҙур етәксе. Ул бик көслө, уҡымышлы, уңған бизнесмен ҡатын-ҡыҙ. Тик рухи яҡтан ул ярлы кеше, сөнки «ул аҡса ҡоло». Илһөйәр Вариҫовна үҙенең эше, карьераһы тип кенә йәшәй. Фирмаһы алға барһын өсөн ул башҡа етәкселәр менән енси мөнәсәбәткә инергә лә риза.

Илһөйәр Вариҫовна карьера тип үҙ мөхәббәтенән дә баш тарта: һөйгәненең үҙенән түбән эштә эшләүен ҡабул итмәй, уны тиң күрмәй. Шуға ҡарамаҫтан, ул ғүмере буйына тик Ғаязды ғына һөйә, хатта ҡыҙы Гөлкәйҙе больницанан алып ҡайтҡанда Ғаязовна, тип ала. Илһөйәр Вариҫовна ҡыҙын бик ярата, ул бәхетле булһын өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырырға тырыша. Гөлкәйҙе ул ҡурсаҡ урынына күрә, уның яҙмышын да үҙенсә ҡорорға теләй. Ул башлаған эште ҡыҙы дауам итергә тейеш, тип уйлай. Пландарын тормошҡа ашырыр өсөн хатта Гөлкәй менән Сабиттың мөхәббәт емештәре – балларын да тыумаҫ элек үлтерә. Үҙ хатаһын аҙаҡ аңлауға ҡарамаҫтан, Гөлкәй башҡа бала таба алмай ҡала.

Шулай итеп, был әҫәрҙең төп героиняһы аҡса, карьера тип йәшәгән кешеләрҙең береһе. Автор әҫәре менән бындай кешеләр тормош юлдарында бик күп хаталар эшләй һәм ҡартлыҡ көндәрендә яңғыҙҙары ғына тороп ҡала, тип әйтергә теләй һымаҡ.

277

Ошо уҡ геройға оҡшаш кешене беҙ башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә лә осратабыҙ. Мәҫәлән, Т.Ғиниатуллиндың «Тыуған тупраҡ» хикәйәһендә йәштәр һүрәтләнә. Азат менән Әниә яңы өйләнешкән ғаилә, атай-әсәй булырға йыйыналар. Улар аҡса эшләү маҡсаты менән Себергә сығып китәләр. Ғаилә башлығы бик ышаныслы, көслө рухлы кеше, ул ҡатынының тыуған яғын ташлап киткеһе килмәгәнен белеүгә ҡарамаҫтан, үҙе менән уны барыбер алып китә. Йәштәр барып еткәс һәйбәт кенә урынлашып йәшәп китәләр. Икеһе лә эшкә керә. Барыһы ла яҡшы, бөтөнөһө лә бар кеүек. Әммә яҙмыш улар алдына бер һынау ҡуя. Бөтөнләй спиртлы эсемлек эсмәгән йәштәр, сит ерҙә эсә башлайҙар. Яңы йыл мәжлесе ваҡытында ауырлы Әниә лә эсә һәм ауырып үлеп китә. Себергә килгән көнөнән үк күңеле ятмаған ҡыҙ, тыуған яғын һағынып кире ҡайтыу теләге менән йәшәй. Хатта һуңғы минуттарында иренә, үлгәс тыуған ауылында ерләргә, тигән теләген әйтеп ҡалдыра. Азат яңғыҙы тороп ҡала, ҡайғыһынан эскегә һалыша. Донъяның барлыҡ йәмен юғалтып, ғүмерен урам буйында эсеп йөрөп үткәрә. Бик күп ваҡыт үткәс Азат кәләшенең теләген үтәргә була. Әниәнең ҡәберен соҡоп һөйәктәрен ала, тыуған ауылына алып ҡайтып ерләргә була. Автор Азаттың хатаһын аңлауын күрһәтә. Ул бик ныҡ үкенә, кәләшен кире терелтерҙәй була, әммә һуң инде. Автор беҙгә тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар сыҡһа ла бирешмәҫкә, еңергә, көслө булырға өндәй.

Бөгөнгө хикәйәләрҙә геройҙар тик үҙ тормошон ғына ҡайғыртҡан кешеләр тип әйтеп кенә булмай, әлбиттә. Мәҫәлән, Әмир Әминевтың «Ҡар кешеһе» хикәйәһендә төп герой – Йомағол ҡарт. Ул ауылдың иң шәп һунарсыһы, аҡыллы, йомарт, күп күргән кешеләрҙең береһе. Бик күп йәнлектәрҙе аулаған Йомағол ҡарт ауылға бүреләр төшкән саҡта ла, уларҙы ҡырып колхоз, ауыл халҡы малдарын бәлә-ҡазанан ҡотҡарып алып ҡала. Был юлы ауыл кешеләренә икенсерәк төрлө ҡурҡыныс янай. Был – ҡар кешеһе: үҙе кешенән ҙур, йөнтәҫ, ҡурҡыныс йән эйәһе. Ауыл халҡы уға яуызлыҡ күрһәткәс, был ғифрит үҙен яҡлап ҡалыр өсөн кешеләргә ташлана, уларҙың малдарын алып китә башлай.

Йомағол ҡарт бер үҙе генә ҡар кешеһен ауларға сығырға була. Тик ул хайран ҡалып, хәлдән тайып ҡайтып керә, сөнки ҡар кешеһе уға ҡарағанда ла аҡыллы, етеҙ, хәйләкәр булып сыға. Хикәйә барышында Йомағол ҡарт дүрт мәртәбә уның менән күрешә. Һунарсы мылтығынан атып маташҡас, ҡар кешеһе уға үҙенә йәбешә. Икенсе күрешеүендә ҡартты ауыл кешеләре килеп ҡотҡарып өлгөрәләр. Өсөнсө күрешеү ҡарттың урамында була, ҡар кешеһе Йомағол йортона төбәп килә һәм улар күҙмә-күҙ күрешәләр. Ҡарт ғифриттең ниҙер әйтергә теләгәнен тоя. Ошо күрешеүҙән һуң ҡарт ғифриттең урманда электән йәшәп килеп тә, кешеләргә яңы күренә башлауы тураһында уйлана башлай, сәбәптәренә төшөнөргә теләй. Әммә ул уйҙарының осона аҙағынаса сыға алмай.

278

Йәнә ҡар кешеһенә һунарға сығыуы ҡарттың еңелеүе менән, фажиғәле тамалана. Әҫәрҙә ҡар кешеһе – тәбиғәттең символы. Кешеләр тәбиғәтте талаған, ҡыйратҡан, уға яуызлыҡҡылған һайын, ул шундай уҡ яуап ҡайтара, үҙенсә һаҡланырға тырыша, иҫкәртергә теләй. Йәмғиәт үҙе ҡар кешеһен тыуҙырған булып сыға. Автор мәңгелек булған тәбиғәт һәм кеше проблемаһын күтәрә.

Шулай итеп, хәҙерге хикәйәләрҙә бөгөнгө көндәге актуаль булған проблемалар бар тулылығында сағылыш таба. Уларҙың геройҙары ла беҙҙе уратып алған кешеләргә, замандашҡа оҡшаған. Уларға төрлө һыҙҙаттар, сифаттар, ҡатмарлы яҙмыштар хас. Яҙыусылар шул геройҙары, гибрәтле хәлваҡиғалары аша уҡыусыларға мөрәжәғәт итә, уйланырға саҡыра.

ӘҘӘБИӘТ

1.Гәрәева Г.Н. Заман көҙгөһө: геройҙың рухи донъяһы. – Өфө: БДУ баҫмаһы, 2003. – 128 бит.

2.Шаһиев Р.В. Башҡорт прозаһында герой орбитаһы. – Өфө: Китап,

2010. – 176 бит.

3.Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Беренсе киҫәк. Теоретик поэтика / Ғ.Б.Хөсәйенов. – Өфө: Ғилем, 2006. – 403 бит.

Йәнбирҙина З.И.,Үтәев А.Ф., 2012

Г.У. Кабирова, канд. филол. наук, БГПУ им. М. Акмуллы (г.Уфа)

ПРЕДЛОЖЕНИЯ С ИМЕННЫМИ ПРЕДИКАТАМИ ОЦЕНКИ

Исследование выполнено при поддержке федеральной целевой программы развития образования МОиН РФ соглашение №14. В37.21.2127

Впоследние десятилетия наблюдается расширение сферы культурологического подхода в исследованиях самых различных направлений и в отечественной, и в зарубежной науке.

Представляется, что анализ языковой культуры без учета категории оценки будет неполным.

Вбашкирском языке большая часть субстантивных (именных) предикатов характеризуются оценочностью. Оценка – категория логикосемантическая. Мы понимаем ее как результат соотнесения говорящим како- го-либо понятия со своим или общепринятым представлением о норме. Оценочная семантика существует в каждом языке, ибо объективный мир характеризуется говорящим с точки зрения его ценностного характера: добра и зла, пользы и вреда и т.д.

Из этого следует, что предикативная оценка того или иного понятия возможна только в том случае, если само понятие содержит информацию, позволяющую соотносить его с представлением говорящего о нравственном

279

и безнравственном, разумном и неразумном, красивом и некрасивом. Мотив же может заключаться либо в лексическом значении слова, именующего оцениваемое понятие, либо в мотиваторе-слове или словосочетании, конкретизирующем оцениваемое понятие.

По мнению лингвистов, семантическая структура конструкций с предикатами оценочного характера состоит из следующих компонентов: 1) субъекта оценки (говорящего); 2) объекта оценки (лица); 3) основания оценки; 4) собственно оценки. Таким образом, в таких предложениях субъект соответствует объекту оценки, а предикат выражает собственно оценку: «Юл еүеш ине» (Р. Ғабдрахманов); «Нәфисә матур ине» (М. Хисмәтуллина).

Как и во многих тюркских языках, в башкирском языке предложения с оценочными предикатами, выраженными субстантивами, делятся на несколько подгрупп:

а) предикаты, содержащие оценку черт характера человека. Для этого в башкирском языке используются лексемы типа «алдаҡсы», «хәйләкәр» и т.д. «Ул

– тар күңелле кеше» (Ш. Биҡҡол), «Был кеше ҡырҡыу холоҡло» (Һ. Дәүләтшина). б) предикаты, характеризующие лицо по физическим качествам: «Ул ҡыйыу, көслө кеше» (Һ. Дәүләтшина), «һин – батыр!» (Д. Бүләков). Предикаты, дающие оценку лицу по внешним данным: «Ул – оҙон буйлы, ҡалын кәүҙәле кеше» (Ә. Гәрәев), «Яныш буйға төпөш» (Ғ. Хөсәйенов), «Ул бик

йыуан кеше ине» (Ә.В. Туған).

в) предикаты, выражающие оценку лица по интеллектуальным и умственным способностям: «Ул бик талантлы бит» (Д. Исламов), «һин – аҡыллы кеше» (Р. Өмөтбаев), «һин – талант, һин – даһи» (Ш. Биҡҡол), «һеҙ - идиот» (И. Насыри).

г) предикаты, дающие оценку лицу по морально-эстетическим качествам: «һин – хыянатсы» (Н. Мусин), «Имай ҡарт – ауыл ҡуштаны» (М. Ғафури), «Баҙарғол – алабарман, маҡтансыҡһәм ҡурҡаҡ» (М. Буранғол).

д) предикаты, содержащие оценку человека по отношению к трудовой деятельности и т.д. «Килен һәйбәт, егәрле», «Күршенеңҡатыны ялҡауыраҡ ине» (Һ. Дәүләтшина).

Анализ фактов башкирского языка показывает, что в таких конструкциях в качестве предиката могут выступать слова с метафорическим значением. Для характеристики человека используются эмоционально окрашенные слова, типа «айыу», «ҡуян», «төлкө» и т.д. Данные метафоры определяют сущность человеческого характера. Например, слово «ҡуян» употребляется для характеристики трусливого человека, «төлкө» – хитрого, «айыу» – неуклюжего полного человека, «йылан» – коварного, «ишәк» – упрямого и т.д., т.е. в роли оценочных метафорических предикатов наибольшее употребление в башкирском языке получили названия животных (зооморфизмы).

По мнению Н.Д. Арутюновой, особенностью метафоры является то, что слово употребляется для обозначения некоторого класса объектов, явлений, действий или признаков с целью характеризации или номинации другого, сход-

280