Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

Русско-башкирский автословарь

.pdf
Скачиваний:
30
Добавлен:
19.03.2015
Размер:
2.49 Mб
Скачать

глохнуть ► үлән (сүп) баҫыу глохнуть ► һаңғырауланыу глохнуть ► һүнеү глубина ► төпкөл глубина ► түр глубина ► тәрәнлек

глубина анализа ► анализдың тәрәнлеге глубина колодца ► ҡоҙоҡтоң тәрәнлеге глубина кризиса ► кризистың тәрәнлеге глубина мысли ► фекер тәрәнлеге глубинка ► төпкөл глубинные сёла ► төпкөл ауылдар

глубинные течения ► тәрәндәге ағымдар глубинный ► төпкөл глубинный ► төпкөлдәге глубинный ► тәрәндәге глубинный ► тәрәндән

глубинный лов рыбы ► тәрәндән балыҡ тотоу глубокая ► ночь ҡара төн глубокая вспашка ► тәрән һөрөү глубокая зима ► ҡара ҡыш глубокая миска ► тәрән туҫтаҡ глубокая мысль ► тәрән фекер глубокая ночь ► ете төн уртаһы глубокая старина ► алыҫ тарих

глубокая старость ► үтә ныҡ ҡартлыҡ глубокая тарелка ► сөм тәрилкә глубокая тарелка ► тәрән тәрилкә глубокая тишина ► тәрән тынлыҡ глубокие знания ► төплө белем глубокие изменения ► тәрән үҙгәрештәр глубокие корни ► тәрән тамырҙар глубокие морщины ► тәрән йыйырсыҡтар глубокий ► алыҫ глубокий ► йыраҡ глубокий ► ҡара глубокий ► сөм глубокий ► төплө глубокий ► тәрән глубокий ► үтә

глубокий взгляд ► тәрән ҡараш глубокий взор ► тәрән ҡараш глубокий голос ► ҡалын тауыш глубокий интерес ► тәрән ҡыҙыҡһыныу глубокий колодец ► тәрән ҡоҙоҡ

глубокий поклон ► башты ныҡ түбән эйеү глубокий поклон ► башты түбән эйеү глубокий снег ► тәрән ҡар глубокий сон ► тәрән йоҡо глубокий тыл ► алыҫ тыл глубоко ► бик ныҡ глубоко ► тәрән

глубоко вырыть яму ► соҡорҙо тәрән ҡаҙыу глубоко переживать ► бик ныҡ кисереү глубоководная река ► тәрән һыулы йылға

глубоководные исследования ► тәрән һыу аҫты тикшеренеүҙәре

глубоководные рыбы ► тәрән һыу балыҡтары глубоководный ► тәрән һыу …ы глубоководный ► тәрән һыу аҫты …ы глубоководный ► тәрән һыуҙағы глубоководный ► тәрән һыулы глубоководный затон ► тәрән һыулы ҡултыҡ глубокое дыхание ► тәрән һулыш

глубокое разочарование ► тәрән ҡәнәғәтһеҙлек глубокое чувство ► тәрән тойғо глубокомысленное замечание ► тәрән мәғәнәле

иҫкәрмә глубокомысленный ► төплө

глубокомысленный ► тәрән мәғәнәле (уйлы, фекерле) глубокомысленный взор ► тәрән мәғәнәле ҡараш глубокомысленный человек ► тәрән фекерле кеше глубокомыслие ► соғоллоҡ глубокомыслие ► тәрән фекерлелек (мәғәнәлелек) глубокоуважаемый ► хөрмәтле глумиться ► мыҫҡыл (мәсхәрә) итеү глумиться ► мыҫҡыллау глумиться ► мәсхәрәләү глупая затея ► ахмаҡ эш глупеть ► алйотланыу глупеть ► аңраланыу глупеть ► ахмаҡланыу глупеть ► йүләрләнеү глупец ► алйот глупец ► аңра глупец ► ахмаҡ глупец ► йүләр

глупить ► алйотланыу глупить ► ахмаҡланыу

глупить ► ахмаҡлыҡ (алйотлоҡ, йүләрлек) эшләү глупить ► йүләрләнеү глупости городить ► ахмаҡ һүҙ һөйләү глупость ► алйотлоҡ глупость ► ахмаҡ һүҙ (фекер)

глупость ► ахмаҡлыҡ глупость ► йүләрлек глупый ► аҡылһыҙ глупый ► алйот глупый ► аңра глупый ► ахмаҡ глупый ► йүләр глупый ► мәғәнәһеҙ

глупый вид ► ахмаҡ ҡиәфәт глупый человек ► аңра кеше

глух на одно ухо ► бер ҡолаҡҡа һаңғырау глухариный ► һуйыр …ы глухариный ток ► һуйыр уйыны глухарь ► һаңғырау глухарь ► һуйыр

глухая крапива ► һуҡыр кесерткән

глухая стена ► тотош стена глухая улица ► тын урам глухой ► быҫҡып ятҡан глухой ► иғтибарһыҙ

глухой ► ишетелер-ишетелмәҫ глухой ► ишетмәй (ҡолаҡ һалмай) торған глухой ► йәшерен глухой ► ташландыҡ глухой ► тоноҡ глухой ► тотош глухой ► тын

глухой ► тәҙрә-ишекһеҙ глухой ► үлән баҫҡан глухой ► һаңғырау глухой ► һиҙелер-һиҙелмәҫ глухой ► һил глухой ► эске глухой ► эстән генә

глухой голос ► тоноҡ тауыш глухой протест ► йәшерен протест

глухой ропот ► эстән генә һуҡраныу глухой сад ► үлән баҫҡан баҡса глухой согласный ► һаңғырау тартынҡы глухой угол ► ҡараңғы мөйөш глухонемой ► һаңғырау-телһеҙ глухота ► һаңғырау булыу глухота ► һаңғыраулыҡ глушитель ► (ниҙелер) быуыусы глушитель ► ирек бирмәүсе глушитель ► тауыш йотҡос глушитель ► тауыш кәметкес глушитель ► томалағыс глушитель ► томалаусы

глушитель свободы ► ирек быуыусы глушить ► баҫыу глушить ► быуыу глушить ► ирек бирмәү глушить ► иҫәнгерәтеү глушить ► ишеттермәү глушить ► ҡаплау глушить ► томалау глушить ► һүндереү глушить ► шаңғытыу

глушить звук ► тауышты баҫыу глушить инициативу ► инициативаға ирек бирмәү глушить мотор ► моторҙы һүндереү глушить рыбу ► балыҡты шаңғытыу глушить самовар ► самауырҙы баҫыу глушь ► ҡараңғы яҡ глушь ► төпкөл (урын)

глыба ► ҙур киҫәк глыба льда ► ҙур боҙ киҫәге глюкоза ► глюкоза глядеть ► бағыу глядеть ► йүнәлеү

глядеть ► күренеү глядеть ► ҡарарға глядеть ► ҡарау

глядеть в будущее с надеждой ► киләсәккә өмөт менән ҡарау

глядеть в гроб ► үлем алдында тороу глядеть в оба ► абай булыу глядеть в оба ► алды-артты ҡарап эш итеү глядеть в оба ► һаҡ булыу глядеть в окно ► тәҙрәнән ҡарау

глядеть за детьми ► балаларҙы ҡарау глядеть исподлобья ► ҡаш аҫтынан ҡарау глядеть косо ► ҡырын ҡарау

глядеть правде в глаза ► дөрөҫлөктән ҡурҡмау глядеться ► үҙеңде ҡарау глядеться в зеркало ► көҙгөнән үҙеңде ҡарау глядь ► ҡара глянец ► ялтырауыҡ

глянец потускнел ► ялтырауыҡ тоноҡлонған глянуть ► ҡарап алыу глянуть ► ҡарап ҡуйыу глянцевать ► ялтыратыу глянцевать ► ялтырауыҡлау

глянцевать фото ► фотоны ялтыратыу глянцевая бумага ► ялтырауыҡлы ҡағыҙ глянцевый ► ялтырауыҡлы гляциолог ► гляциолог гляциолог ► гляциология белгесе гляциология ► гляциология гм ► улай икән гм ► һе

гнать ► ашыҡтырыу гнать ► баҫтырыу гнать ► елдереү гнать ► ҡайнатыу гнать ► ҡыуып ебәреү гнать ► ҡыуыу гнать ► саптырыу гнать ► тиҙләтеү

гнать в шею ► төрткөләп сығарыу гнать в шею ► этеп-төртөп сығарыу гнать взашей ► төрткөләп сығарыу гнать взашей ► этеп-төртөп сығарыу гнать дёготь ► дегет ҡайнатыу гнать дёготь ► дегет ҡыуыу

гнать лошадь во весь опор ► атты бар көсөнә ҡыуыу гнать машину ► машинаны ҡыуыу гнать на коне ► атта елдереү

гнать на полевые работы ► ялан эшенә ҡыуыу гнать плоты ► һал ҡыуыу гнать работу ► эште ашыҡтырыу гнать спирт ► спирт ҡыуыу гнать стадо ► көтөү ҡыуыу гнаться ► артынан ҡыуыу гнаться ► баҫтырыу

гнаться ► ҡыуып (баҫтырып) барыу гнаться ► ҡыуыу гнаться ► ынтылыу

гнаться за зайцем ► ҡуян артынан ҡыуыу гнаться за мальчиками ► малайҙар артынан ҡыуыу гнаться за прибылью ► табыш артынан ҡыуыу гнаться по пятам ► арттан ҡалмай баҫтырыу гнаться по пятам ► арттан ҡалмай ҡыуыу гнаться по пятам ► эҙенән ҡалмай баҫтырыу гнаться по пятам ► эҙенән ҡалмай ҡыуыу гнев ► асыу гнев укротился ► асыу баҫылды

гневаться ► асыуланыу гневаться на детей ► балаларға асыуланыу гневливый ► асыусан

гневливый человек ► асыусан кеше гневный ► асыулы гневный взгляд ► асыулы ҡараш гнедой ► туры

гнедой жеребёнок ► туры ҡолон гнездиться ► оялау гнездиться ► тулып ятыу гнездиться ► тулыу гнездиться ► урын алыу гнездиться ► урынлашыу гнездо ► йорт гнездо ► ҡыуыш гнездо ► оя гнездо ► соҡор гнездо ► төлөк гнездо ► уйым гнездо ► уйымтыҡ гнездо ► урын

гнездо аиста ► ҡауҙы ояһы гнездо белых цветов ► аҡ сәскәләр ояһы гнездо груздей ► гөрөздәләр ояһы

гнездо для патронов ► патрон уйымтығы гнездо ласточки ► ҡарлуғас ояһы гнездо слов в словаре ► һүҙлектә һүҙҙәр ояһы гнездоваться ► бала сығарыу гнездоваться ► оя ҡороу гнездоваться ► оялау гнездовой ► оя итеп эшләнгән гнездовой ► оялап башҡарылған гнездовой посев ► оя итеп сәсеү гнездовье ► оялау урыны гнейс ► гнейс гнести ► интектереү гнести ► ҡыҫыу гнести ► һығыу гнести ► яфалау

гнетущее впечатление ► ауыр тәьҫир гнетущие мысли ► ауыр уйҙар гнетущий ► ауыр гнетущий ► күңелһеҙ

гнёт ► баҫтырыҡ гнёт ► баҫырау гнёт ► иҙеү

гнёт ► ҡыҫырынҡылау гнёт ► ҡыҫыу гнида ► ас бет гнида ► һеркә гниение ► сереү

гниение овощей ► йәшелсәләрҙең сереүе гнилая осень ► ямғырлы көҙ гнилая теория ► серек теория гнилец ► серек ауырыуы гнилое озеро ► серек күл гнилое яблоко ► серек алма гнилой ► еүеш гнилой ► йонсоу гнилой ► серек гнилой ► ямғырлы

гнилой либерализм ► һөрһөгән либерализм гнилостные ► бактерии сереткес бактериялар гнилостные бактерии ► сереткес бактериялар гнилостный ► серегән гнилостный ► сереткес гнилостный ► серетә торған гнилостный ► сереү …ы гнилостный запах ► серегән еҫ гнилушка ► сөрөк гнилые зубы ► серек тештәр гниль ► серегән нәмә гниль ► серек гниль ► үңәҙ

гнильё ► серегән нәмәләр гнильё ► сөрөк-сарыҡ гнить ► сереү

гнить в тюрьме ► төрмәлә сереү гноение раны ► яра эренләү

гноеотделение ► эрен бүлеп сығарыу (бүленеп сығыу) гноеотделительный ► эрен бүлеп сығарыу …ы гноеотделительный процесс ► эрен бүлеп сығарыу

процесы гноеродные бактерии ► эрен барлыҡҡа килтерә торған

бактериялар гноеродный ► эрен барлыҡҡа килтерә торған гноить ► серетеү

гноить в тюрьме ► төрмәлә серетеү гноиться ► эренләү гной ► эрен

гнойная опухоль ► эренле шеш гнойник ► эрен үҙәге гнойное выделение ► эрен бүленеүе

гнойное выделение ► эрен сығыуы гнойный ► эрен …ы; эренләү …ы гнойный ► эренле гнойный процесс ► эренләү процесы гном ► гном

гносеологические взгляды ► гносеологик ҡараштар гносеологические выводы ► гносеологик һығымталар гносеологический ► гносеологик гносеология ► гносеология гнус ► себен-серәкәй гнусавить ► тыңҡауланыу гнусавить ► тыңҡышланыу гнусавость ► тыңҡаулыҡ гнусавость ► тыңҡышлыҡ гнусавый ► тыңҡау гнусавый ► тыңҡыш гнусавый ► һиңрәү

гнусавый голос ► һиңрәү тауыш гнусавый ребёнок ► тыңҡыш бала гнусная клевета ► ерәнес яла гнусность ► ҡәбәхәтлек гнусность ► хәсислек гнусность ► әшәкелек

гнусность поведения ► үҙ-үҙен тотоуҙың хәсислеге гнусные измышления врага ► дошмандың әшәке

уйҙырмалары гнусный ► ерәнес гнусный ► ҡәбәхәт гнусный ► хәсис

гнусный человек ► хәсис кеше гнутая мебель ► бөгөп эшләнгән йорт йыһазы гнутый ► бөгөлгән гнутый ► бөгөп эшләнгән гнуть ► бөгөү гнуть ► ҡайырыу гнуть ► эйеү

гнуть в три погибели ► бишкә бөгөү гнуть в три погибели ► яфа сиктереү гнуть дугу ► дуға бөгөү гнуть подковы ► даға бөгөү гнуть проволоку ► сым бөгөү

гнуть своё ► үҙеңдекен ҡайырыу гнуться ► бөгөлөү гнуться ► һығылыу гнуться ► эйелеү

гнушаться ► ғәрлек (хурлыҡ) тип һанау гнушаться ► ерәнеү гнушаться ► сикәнеү гобелен ► гобелен гобоист ► гобойсы гобой ► гобой говеть ► сиркәүгә йөрөү

говеть ► тәүбәгә килеү говеть ► христиандарҙа ураҙа тотоу говор ► һөйләш говор ► һөйләшеү

говор ► һөйләшкән тауыш говорил он меньше вчерашнего ► ул кисәгенән әҙерәк

һөйләне говорильня ► файҙаһыҙ күп һүҙ һөйләү

говорильня ► һүҙ бутҡаһы урыны говорить ► гәпләшеү говорить ► күренеп тора говорить ► һөйләү говорить ► һөйләшеү

говорить ► әйтеп (һөйләп, белдереп) тороу говорить ► әйтеү говорить без лести ► юхаланмай ғына һөйләү

говорить без толку ► мәғәнәһеҙ һөйләү говорить гадости ► әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләү говорить гладко ► шыма һөйләү говорить грубости ► тупаҫ һүҙҙәр әйтеү говорить дерзости ► тупаҫ һүҙҙәр әйтеү говорить к месту ► урынлы әйтеү

говорить комплименты ► комплименттар әйтеү говорить мерзости ► әшәке һүҙҙәр әйтеү говорить мудрёно ► аңлайышһыҙ һөйләү

говорить на разных языках ► бер-береңде аңлап етмәү говорить не таясь ► йәшермәй әйтеү говорить о высоких материях ► юғары материялар

тураһында һөйләү говорить о своём горе ► үҙ зарыңды һөйләү

говорить об отъезде ► китеү тураһында һөйләү говорить потерянным голосом ► аптырап ҡалған тауыш

менән һөйләү говорить пошлости ► әшәке һүҙҙәр һөйләү

говорить правду ► дөрөҫөн һөйләү говорить прямо ► туранан-тура һөйләү говорить пустое ► бушты һөйләү говорить пустяки ► буш һүҙ һөйләү

говорить с акцентом ► акцент менән һөйләү говорить с апломбом ► артыҡ шапырынып һөйләү говорить с гордостью ► ғорурлыҡ менән һөйләү

говорить с дрожью в голосе ► ҡалтыранған тауыш менән һөйләү

говорить с пафосом ► пафос менән һөйләү говорить с приятелем ► дуҫ менән гәпләшеү говорить с уверенностью ► ышаныс менән һөйләү говорить с ужимками ► ҡылансыҡланып һөйләү говорить с экивоками ► кинәйә менән һөйләү говорить сальности ► әшәке һүҙҙәр әйтеү говорить тихо ► аҡрын һөйләү

говорить умирающим голосом ► хәлһеҙ тауыш менән һөйләү

говорить фривольности ► килешһеҙ һүҙ һөйләү говорить шёпотом ► бышылдап һөйләшеү говорить шутя ► шаяртып һөйләү говориться ► тиелеү говориться ► әйтелеү говориться ► әйтеү говорливый ► сылтырауыҡ говорливый ► хәбәрсел говорливый ► һүҙсән

говорливый ручеёк ► сылтырауыҡ шишмә говорливый человек ► хәбәрсел кеше

говорун ► лабырҙаҡ говорун ► тел биҫтәһе говорун ► телдәр говорун ► тәтелдәк говорунья ► лабырҙаҡ говорунья ► тел биҫтәһе говорунья ► телдәр говорунья ► тәтелдәк говядина ► һыйыр ите говяжий ► һыйыр …ы говяжий ► һыйыр ите …ы

говяжий фарш ► һыйыр итенән фарш говяжьи котлеты ► һыйыр ите котлеты говяжья печень ► һыйыр бауыры говяжья туша ► һыйыр түшкәһе гоголь ► ала сумғалаҡ гоголь-моголь ► гоголь-моголь гогот ► ҡаңғылдау гогот ► ҡыйғаҡлау гогот ► һаһылдау

гогот гусей ► ҡаҙҙар ҡаңғылдауы гоготанье ► ҡаңғылдау гоготанье ► ҡыйғаҡлау гоготанье ► һаһылдау

гоготанье гусей ► ҡаҙҙар ҡаңғылдауы гоготать ► ҡаңғылдау гоготать ► ҡыйғаҡлау гоготать ► һаһылдау год ► йыл год ► йылдар год ► йәш год ► саҡ

год на год не приходится ► йылдыҡы йылға тура килмәй год от года ► йыл һайын год от года ► йылдан-йыл год от году ► йылдан-йыл годами ► йылдар буйына година ► йылдар

година испытаний ► һынау йылдары годиться ► яраҡлы булыу годиться ► ярау

годичные издержки ► йыллыҡ сығымдар годичный ► йыллыҡ годичный цикл ► йыллыҡ цикл

годная для питья вода ► эсергә яраҡлы һыу годность ► яраҡлы булыу годность ► яраҡлылыҡ

годность зерна для посева ► орлоҡтоң сәсеүгә яраҡлылығы

годный ► яраҡлы годный ► ярарлыҡ

годный к воинской службе ► хәрби хеҙмәткә яраҡлы годовалая тёлка ► бер йәшлек башмаҡ годовалое сено ► йыллаған бесән годовалый ► бер йәшлек

годовалый ► йыллаған годовалый баран ► бер йәшлек тәкә

годовалый малыш ► бер йәшлек сабый годовалый ребёнок ► бер йәшлек бала

годовая амплитуда температуры ► температураның йыллыҡ амплитудаһы

годовой ► йыллыҡ годовой баланс ► йыллыҡ баланс

годовой доход ► йыллыҡ килем годовой план ► йыллыҡ план годовщина ► йыллыҡ годовщина победы ► еңеүҙең йыллығы годы бегут ► йылдар уҙа

годы молодости ► йәшлек йылдары годы мчатся ► йылдар тиҙ үтә годы нищенства ► хәйерселек йылдары годы утекли ► йылдар уҙып китте годы ученичества ► уҡыу йылдары гол ► гол голавль ► ажау

голавль ► ҡушбаш голая голова ► таҡыр баш

голая истина ► ап-асыҡ хәҡиҡәт голая соль ► шау тоҙ голая степь ► ҡола дала

голенастый ► оҙон сираҡлы (аяҡлы, ботло) голенище ► ҡуныс голенище валенка ► быйма ҡунысы голень ► енсек голень ► сираҡ голец ► еҙмыйыҡ

голец ► яланғас балыҡ голик ► ырҙын һеперткеһе голкипер ► голкипер голкипер ► ҡапҡа һаҡсыһы голкипер ► ҡапҡасы голландец ► голланд ир-аты голландка ► галанка

голландка ► голланд ҡатын-ҡыҙы голландская порода скота ► голланд тоҡомло мал голландский ► голланд …ы голландский ► Голландия …ы голландский сыр ► голланд сыры

голландское искусство ► Голландия сәнғәте голландцы ► голланд халҡы голландцы ► голландтар голо ► таҡыр голо ► яланғас голова ► аҡыл голова ► баш голова ► башлыҡ

голова болит ► баш ауырта голова варит ► башы эшләй голова варит ► тиҙ төшөнә голова города ► ҡала башлығы

голова демонстрации ► демонстрацияның башы голова идёт кругом ► баш ҡата голова идёт кругом ► баш ҡатты голова идёт кругом ► баш ҡатып бөтә

голова идёт кругом ► баш әйләнеп бөтә голова кружится ► баш әйләнә голова прошла ► баш ауыртыуы бөттө голова сыру ► бер баш сыр

головастая ворона ► ҙур башлы ала ҡарға головастик ► сүмесбаш головастый ► аҡыллы головастый ► зирәк головастый ► ҙур башлы головастый ► тубал баш

головастый человек ► аҡыллы кеше головешка ► торонбаш головёшка дымится ► торонбаш төтәп ята головизна ► балыҡ башы головка ► баш головка ► эшләпә

головка винта ► винт эшләпәһе головная боль ► баш ауырыуы

головное предприятие ► баш предприятие головной ► алдағы головной ► алдан (башлап) барыусы головной ► баш …ы головной ► баштағы головной мозг ► баш мейеһе

головной отряд ► алдан барыусы отряд головной убор ► баш кейеме головные вагоны ► баштағы вагондар головня ► торон головокружение ► баш әйләнеү

головокружительная высота ► баш әйләнерлек бейеклек головокружительный ► баш әйләндергес головокружительный ► баш әйләндерерлек

(әйләнерлек)

головокружительный ► иҫ китерлек головокружительный успех ► иҫ китерлек уңыш головоломка ► башватҡыс головоломный ► башватҡыс головоломный ► бик ҡыйын головоломный ► ҡатмарлы

головоломный вопрос ► ҡатмарлы мәсьәлә головомойка ► ҡаты шелтә головомойка ► ныҡ ҡыҙҙырыу головорез ► башкиҫәр головотяп ► бәшәлкәһеҙ кеше головотяп ► йүнһеҙ головотяпство ► бәшәлкәһеҙлек головотяпство ► йүнһеҙлек голография ► голография голод ► ас булыу голод ► аслыҡ голод ► асығыу

голод ► ашағы килеү голод ► йот голод ► йотлоҡ голод ► ҡытлыҡ

голодание ► етешмәү голодание ► ҡытлыҡ голодать ► ас булыу голодать ► ас тороу (йөрөү) голодать ► асығыу

голодать целый день ► көнө буйы ас тороу голодно ► ас голодно ► аслы-туҡлы голодно ► аслыҡ

голодное истощение ► аслыҡтан ябығыу голодный ► ас голодный ► аслы-туҡлы голодный ► аслыҡ

голодный ► аслыҡтан (булған) голодный ► астан (булған) голодный ► етер-етмәҫ голодный ► йот голодный ► йотлоҡ голодный ► ҡытлыҡ

голодный год ► аслыҡ йыл голодный край ► йот яҡ голодный паёк ► етер-етмәҫ паёк голодный скот ► ас мал голодовка ► аслыҡ голодовка ► ашауҙан баш тартыу голое дерево ► шәрә ағас

голое любопытство ► асыҡтан-асыҡ ҡыҙыҡһыныу гололедица ► боҙлауыҡ гололедица ► тайғаҡ голоногий ► ялан аяҡ голоногий ► ялан аяҡлы голоногий ► яланғас аяҡлы

голоногий мальчишка ► ялан аяҡлы малай голопузый ► яланғас ҡорһаҡлы голос ► ауаз голос ► тауыш голос ► фекер голос ► һүҙ

голос мой дрогнул ► минең тауышым ҡалтырап китте голос моторов ► моторҙар тауышы голос не установился ► тауыш нығынмаған голос пресёкся ► тауыш өҙөлдө голос совести ► выждан ауазы голос соловья ► һандуғас тауышы

голос читателей ► уҡыусылар фекере голоса умолкли ► тауыштар тынды голосистый ► көслө тауышлы голосить ► аҡырып йырлау (ҡысҡырыу) голосить ► һамаҡлап (әйтемләп) илау голосить песню ► аҡырып йыр йырлау

голосить по покойнику ► мәйет өҫтөндә әйтемләп илау

голословное обвинение ► дәлилһеҙ ғәйепләү голословный ► дәлилһеҙ голосование ► тауыш голосование ► тауыш биреү голосовать ► ҡул күтәреү голосовать ► тауыш биреү голосовать ► тауышҡа ҡуйыу голосовая щель ► тауыш еге

голосовая щель ► тауыш ярыларындағы ярыҡ голосовой ► тауыш …ы голосовой аппарат ► тауыш аппараты

голосовые связки ► тауыш ярылары голубая акула ► зәңгәр акула голубеводство ► күгәрсен аҫрау (үрсетеү) голубеть ► зәңгәрләнеү

голубеть ► күгелйемләнеп (зәңгәрләнеп) күренеү голубеть ► күгелйемләнеү голубец ► голубец голубизна ► зәңгәрлек голубика ► күк көртмәле

голубиная почта ► күгәрсен почтаһы голубиное яйцо ► күгәрсен йомортҡаһы голубиный ► күгәрсен …ы голубить ► иркәләү голубка ► инә күгәрсен голубка ► күгәрсенкәй

голубоглазый ► зәңгәр күҙле голубоглазый мальчик ► зәңгәр күҙле малай голубое небо ► зәңгәр күк голубой ► зәңгәр голубой ► күк голубой песец ► күк төлкө

голубой фаянс ► күкһел фаянс голубой экран ► зәңгәр экран голубцы ► голубцы голубчик ► иркәм голубчик ► күгәрсенем голубчик ► ҡәҙерлем

голубые глаза ► зәңгәр күҙҙәр голубь ► күгәрсен голубь мира ► тыныслыҡ күгәрсене

голубятина ► күгәрсен ите голубятник ► күгәрсен аҫраусы голубятник ► күгәрсен типкес голубятник ► күгәрсен тотоусы голубятня ► күгәрсен кетәге голые амёбы ► яланғас амёбалар голые ноги ► яланғас аяҡ голые стены ► буш стеналар голые факты ► ҡоро факттар голые цифры ► ҡоро һандар голый ► ап-асыҡ голый ► асыҡтан-асыҡ голый ► ҡаҡ голый ► ҡола

голый ► ҡоро голый ► таҡыр голый ► шәрә голый ► яланғас

голыш ► шыма йомро таш голыш ► шәрә бала голыш ► шәрә кеше

голышом ► яланғас (шәрә) килеш гольё ► башы-эсәге гольё ► ейелгән тире гольф ► гольф гомеопат ► гомеопат

гомеопатическая аптека ► гомеопатия дарыуханаһы гомеопатические средства ► гомеопатия саралары гомеопатический ► гомеопатия …ы гомеопатия ► гомеопатия гомон ► сыр-сыу гомон ► шау-шыу

гомонить ► сыр-сыу килеү гомосексуализм ► гомосексуализм гон ► ҡарығыу гон ► ҡауышыу гон ► эҙәрлекләү

гон волков ► бүреләр ҡарығыуы гонг ► гонг гондола ► гондола

гондольер ► гондольер гонение ► эҙәрлекләү гонение ► эҙәрләү гонец ► атсабар гонец ► сапҡын

гонитель ► йәберләүсе гонитель ► ҡыҫыусы гонитель ► эҙәрләүсе гонка ► ашығыслыҡ гонка ► ҡабаланыу гонка ► уҙыш гонка ► ярыш

гонка вооружений ► ҡыҙыу ҡоралланыу гонкая борзая ► йүгерек бурҙай гонкий ► йүгерек гонококк ► гонококк гонор ► маһайыусанлыҡ гонор ► тәкәбберлек гонор ► һауалылыҡ гонор ► эрелек гонорар ► гонорар

гонорарная статья ► гонорарлы мәҡәлә гонорарное издание словаря ► һүҙлектең гонорарлы

баҫмаһы гонорарный ► гонорарлы гонорея ► гонорея

гоночная лодка ► уҙышыу кәмәһе гоночный ► уҙышыу …ы гоночный ► ярыш …ы

гоночный автомобиль ► уҙышыу автомобиле гонт ► гонт гонтовая крыша ► гонт менән ябылған түбә

гонтовой ► гонт менән ябылған гонтовой ► гонтлы гончак ► эҙәрлекләүсе (тазы) эт гончар ► көршәксе

гончарничать ► көршәк яһау менән шөғөлләнеү гончарное искусство ► көршәк яһау сәнғәте гончарные изделия ► балсыҡтан яһалған нәмәләр гончарный ► балсыҡ гончарный ► балсыҡтан яһалған гончарный ► көршәк яһау …ы гончая ► тазы (эҙәрлекләүсе) эт гонщик ► уҙышсы гонщик ► уҙышта ҡатнашыусы

гонщик-мотоциклист ► уҙышсы мотоциклист гонять ► йөрөтөү гонять ► йүгертеү

гонять по всему курсу ► бөтә үтелгән курс буйынса ҡыуыу

гонять ребёнка с поручениями ► баланы йомош менән йүгертеү

гонять чаи ► оҙаҡ итеп сәй эсеү гоняться ► йөрөү гоняться ► сабыу

гоняться за двумя зайцами ► ике кәмә ҡойроғон тотоу гоняться за редкими книгами ► һирәк осрай торған

китаптар артынан йөрөү гоп ► һоп гопак ► гопак гора ► бик күп

гора ► өйөм-өйөм гора ► тау гора ► тау-тау гора ► тауҙар

гора ► таулы урын гора валежника ► лапы өйөмө

гора с плеч ► өҫтән тау төшкәндәй булды гора с плеч свалилась ► өҫтән тау төшкәндәй булды горазд ► булдыра горазд ► оҫта гораздо ► байтаҡ гораздо ► күп гораздо ► шаҡтай горб ► бөкрө горб ► көмрө горб ► үркәс

горб на спине ► арҡалағы бөкрө горбатый ► бөкрө горбатый ► көмрө горбатый ► кәкре

горбатый мост ► көмрө күпер горбатый нос ► көмрө танау горбатый человек ► бөкрө кеше

горбинка ► көмрө горбинка ► кәкре горбить ► бөкрәйтеү горбить ► көмрәйтеү горбить ► кәкрәйтеү

горбить спину ► арҡа көмрәйтеү горбиться ► бөкрәйеү горбиться ► көмрәйеү

горбиться при ходьбе ► бөкрәйеп йөрөү горбоносый ► көмрө танаулы горбун ► бөкрө горбун ► көмрө горбунья ► бөкрө горбунья ► көмрө горбуша ► горбуша

горбуша ► көмрө балыҡ горбушка ► ҡыйыр горбушка ► ҡыйырсыҡ горбыль ► гәрбил горбыль ► таҡта ҡыртышы

горделивая осанка ► ғорур һын горделивый ► ғорур горделивый ► маһайыусан горделивый ► тәкәббер горделивый ► эре гордец ► һауалы (эре) ир-ат гордиться ► ғорурланыу гордиться ► маҡтаныу гордиться ► танау сөйөү

гордиться ► тәкәбберләнеү гордиться ► эреләнеү

гордиться успехами ► уңыштар менән ғорурланыу гордость ► ғорурлыҡ гордость ► һауалылыҡ гордость ► эрелек

гордые мечты ► бөйөк хыялдар гордые сосны ► мәғрур ҡарағайҙар гордый ► бөйөк гордый ► ғорур гордый ► илаһи гордый ► мәғрур гордый ► һауалы гордый ► эре

гордый взгляд ► ғорур ҡараш гордячка ► һауалы (эре) ҡатын-ҡыҙ горе ► бәлә-ҡаза горе ► бәхетһеҙлек горе ► зар горе ► ҡайғы горе ► хәсрәт

горе горькое ► ҡара ҡайғы горе совсем извело ► ҡайғы бөтөнләй бөктө горе точит ► ҡайғы һарғайта

горе-руководитель ► етәксе йораты горе-рыбак ► балыҡсы шәрәмәте

горевать ► көйөнөү горевать ► ҡайғырыу горевать ► хәсрәтләнеү горелая кожа ► серегән күн

горелая корка ► көйгән ҡыртыш горелка ► горелка горелки ► әбәк-көбәк горелый ► бурһыған горелый ► көйгән горелый ► көйөк горелый ► ҡыҙған горелый ► серегән горелый ► янған

горелый лес ► янған урман горелый хлеб ► ҡыҙған ашлыҡ горельеф ► горельеф горемыка ► хәсрәт тоҡсайы горемыка ► әҙәм имгәге

горемычное житьё ► ҡайғы-хәсрәтле тормош горемычный ► бисара горемычный ► бәхетһеҙ горемычный ► ҡайғы-хәсрәтле

горемычный человек ► бәхетһеҙ кеше горестная весть ► ҡайғылы хәбәр горестное лицо ► хәсрәтле йөҙ горестные минуты ► ҡайғылы минуттар горестный ► зарлы горестный ► ҡайғылы горестный ► хәсрәтле горесть ► бәхетһеҙлек горесть ► ҡайғы горесть ► ҡайғы-хәсрәт горесть ► хәсрәт гореть ► балҡыу гореть ► бик ныҡ теләү гореть ► ҡыҙарыу гореть ► ҡыҙыу гореть ► тетелеү гореть ► тиҙ туҙыу гореть ► юҡҡа сығыу гореть ► яныу

гореть в аду ► тамуҡта янырға гореть желанием ► теләк менән яныу

гореть любовью ► ғишыҡ утында яныу горец ► ҡымыҙлыҡ горец ► тауҙа йәшәүсе горец ► таулы

горец змеиный ► йылан тамыр ҡымыҙлығы горечавка ► бабасыр уты горечь ► йөрәк әрнеше горечь ► әсе горечь ► әсе тәм горечь ► әсенеү

горечь полыни ► әрем әсеһе горечь утраты ► юғалтыу ауырлығы

горечь утраты ► юғалтыуҙан әсенеү горизонт ► горизонт горизонт ► күк йөҙө горизонт ► офоҡ

горизонт алеет ► офоҡ алһыулана горизонт воды ► һыу горизонты горизонт раздвинулся ► офоҡ киңәйеп китте горизонталь ► горизонталь

горизонтальная линия ► горизонталь һыҙыҡ горизонтальная плоскость ► горизонталь яҫылыҡ горизонтальный ► горизонталь горилла ► горилла гористая местность ► таулы ер

гористая местность ► таулы урын гористый ► таулы горихвостка ► ҡыҙылғойроҡ горицвет ► умырзая

горицвет весенний ► яҙғы умырзая горицвет красный ► ҡыҙыл умырзая горка ► горка горкнуть ► әсе тәм инеү горкнуть ► әсеү горком ► горком

горланить ► аҡырып йырлау горланить ► аҡырыу

горланить ► ҡысҡырып йырлау (һөйләшеү һ.б.) горластый ► аҡырыусан горластый ► ларылдаҡ горластый ► әсе тауышлы

горластый петух ► әсе тауышлы әтәс горластый человек ► ларылдаҡ кеше горлинка ► алатуба горлинка ► урман күгәрсене горлица ► алатуба горлица ► урман күгәрсене горло ► ауыҙ горло ► боғаҙ горло ► муйын горло ► тамаҡ

горло бутылки ► шешә ауыҙы горло залива ► ҡултыҡ тамағы горловая болезнь ► тамаҡ ауырыуы горловая чахотка ► тамаҡ сихуты горловина ► ауыҙ горловина ► үҙәк

горловина вулкана ► вулкан ауыҙы горловина парового котла ► пар ҡаҙанының ауыҙы горловина реки ► йылға үҙәге горловой ► тамаҡ …ы горлышко ► ауыҙ

горлышко бутылки ► шешә ауыҙы гормон ► гормон гормональный ► гормон …ы гормональный ► гормональ гормональный ► гормонлы

гормональный препарат ► гормонлы препарат гормоны щитовидной железы ► ҡалҡан биҙ гормондары горн ► борғо горн ► горн горн ► усаҡ

горная страна ► таулы ил горная тропа ► тау юлы горная трясогузка ► тау сәпсеге горнист ► борғосо

горничная ► хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ горничная в гостинице ► ҡунаҡханалағы хеҙмәтсе

ҡатын-ҡыҙ горновой ► горновой

горнозаводский ► тау заводы …ы горнозаводский ► тау сәнәғәте …ы горнозаводский район ► тау сәнәғәте районы горнозаводчик ► горнозаводчик горнозаводчик ► тау заводы хужаһы горнолыжная база ► тау саңғыһы базаһы горнолыжник ► тау саңғысыһы горнолыжница ► тау саңғысыһы горнолыжный ► тау саңғыһы …ы горнолыжный спорт ► тау саңғыһы спорты горнопромышленный ► тау сәнәғәте …ы

горнопромышленный район ► тау сәнәғәте районы горнорабочий ► тау сәнәғәте эшсеһе горнорабочий ► тау эшсеһе

горнорудные предприятия ► тау тоҡомдарын эшкәртеү предприятиелары

горнорудный ► тау тоҡомдары …ы горноспасатель ► тау эштәрендә ҡотҡарыусы горностаевый ► аҫ горностаевый ► аҫ …ы горностаевый воротник ► аҫ яға горностаевый мех ► аҫ тиреһе горностай ► аҫ горностай ► аҫ тиреһе

горные вершины тау ► түбәләре горные лыжи ► тау саңғыһы горные пастбища ► тау көтөүлектәре горные породы ► тау тоҡомдары горные работы ► тау эштәре горный ► тау …ы горный ► таулы

горный ильм ► тау йылаһы горный инженер ► тау инженеры горный источник ► тау шишмәһе горный ключ ► тау шишмәһе

горный ландшафт ► тау ландшафы горный ледник ► тау боҙлоғо горный лён ► тау етене горный массив ► тау массивы горный орёл ► тау бөркөтө

горный поток ► тау йылғаһы ташҡыны горный проход ► тау үткәле

горный техник ► тау эштәре технигы горный туризм ► тау туризмы горняк ► горняк горняк ► таусы

горняцкий ► горняктар …ы горняцкий ► таусылар …ы

горняцкий посёлок ► таусылар ҡасабаһы город ► ҡала город ► ҡәлғә

город застроился ► ҡала төҙөлөп бөткән город лежит на берегу моря ► ҡала диңгеҙ буйында

урынлашҡан город мне нравится ► ҡала миңә оҡшай

город разросся ► ҡала үҫеп киткән город разрушился ► ҡала ҡыйралды город-герой ► герой ҡала городить ► һөйләү

городить чепуху ► юҡ-барҙы һөйләү городить чушь ► буш һүҙ һөйләү городище ► ҡаласыҡ городки ► бура городничий ► ҡала башлығы городовой ► городовой городок ► бура городок ► ҡаласыҡ

городошная площадка ► бура һуғыу майҙансығы городошник ► бура һуғыусы (уйынсы) городошный ► бура һуғыу …ы городошный спорт ► бура һуғыу спорты городская улица ► ҡала урамы

городское автохозяйство ► ҡала автохужалығы городское дорожное управление ► ҡала юл идаралығы городской ► ҡала …ы городской арсенал ► ҡала арсеналы

городской транспорт ► ҡала транспорты горожанин ► ҡала кешеһе горожанин ► ҡалала йәшәүсе горожанка ► ҡала кешеһе горожанка ► ҡалала йәшәүсе гороскоп ► гороскоп гороскоп ► йондоҙнамә горох ► борсаҡ гороховый ► борсаҡ …ы гороховый ► борсаҡ төҫлө гороховый ► һорғолт һары

гороховый пиджак ► һорғолт һары пинжәк гороховый стручок ► борсаҡ ҡуҙағы гороховый суп ► борсаҡ ашы горошек ► бөрсөк горошина ► (бер) борсаҡ горошина ► борсаҡ бөртөгө

горская деревня ► таулылар ауылы горские племена ► таулылар ҡәбиләләре горский ► таулы …ы горсовет ► ҡала советы