Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

с тел 3

.doc
Скачиваний:
49
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
120.83 Кб
Скачать

Әсә теле, 3-сө класс

Дәрес

Дәрестең темаһы

Йөкмәткеһе

Уҡыусының эшмәкәрлеге

1

Телмәр үҫтереү. Һаумы, мәктәп!

Белем көнө. Йәйге каникул хәти­рәләре. Дәреслек персонаждары (Булат, Бикә) көндәлеге (тәьҫорат­тары). Күсереп яҙыу

Йәйге каникул хәтирәләре менән уртаҡлашырға. Белем көнө менән ҡотларға

2-4

Ниҙәр иҫемдә? Нимә- ләрҙе онотҡанмын?

Ҙур хәреф. Һөйләм. Тыныш билдә­ләре. Һөйләмде дөрөҫ интонация менән уҡыу

Һөйләмде ҙур хәрефтән яҙырға. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау, өндәү билдәләрен дөрөҫ туйырға

5-9

Ҙур хәреф ҡасан яҙыла?

Исем-фамилиялар, ҡушаматтар, йылға, тау, күл атамалары һ. б. һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылы- уы. Күренекле шәхестәрҙең исем- шәрифтәре

Кешенең исем-шәрифтәрен, хайуан ҡушаматтарын, ер-һыу атамала­рын дөрөҫ яҙырға. Телетапшырыу- ҙар, яңы сыҡҡан китаптар, респуб­ликалағы ҡалалар һ. б. тураһын­дағы диалогта әүҙем тсатнатырға. Өҫтәмә материалдар ҡулланыу, һөйләмдә һаналып килгән һүҙҙәрҙең өтөр яша яҙылыуын үҙләштерергә

10

Телмәр үҫтереү. Картина буйынса эш. «Шарлауыҡ янында»

Картинаны өйрәнеү. Әкиәт геройҙа­рына исем биреү. Уларҙың эштә- ренә, ҡылыҡ-фиғелдәренә характе­ристика. Текстың инеш, төп, йом­ғаҡлау өлөшө. Һәр өлөштөң әһәмиә­те, роле. Әкиәт ижад итеү

Өлгөлә бирелгән әкиәткә оҡшатып әкиәт төҙөргә. Әкиәт йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле итеп яҙма рәүештә бәйән итергә

11-12

Башҡорт теленең төп законы. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар

Һүҙ. Ижек. Нәҙек һәм ҡалын һу­ҙынҡылар. Ҡалын һәм нәҙек әйте­лешле һүҙҙәр

Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағышты­рырға, һығымта яһарға

13-15

Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр

Башҡорт һүҙҙәренең йә ҡалын, йә нәҙек ижектән генә тороуы. Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Уларҙа ҡалын һәм нәҙек әйтелешле ижектәрҙең ҡатнаш килеүе

Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағышты­рырға, анализларға, һығымта яһарға. Ҡоштар тураһында мәғлү­мәт алырға, уның менән уртаҡ­лашырға

16-18

Тартынҡы өндәр

Парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Сонор өндәр. Тартынҡылар таблицаһы. Һүҙҙең өн моделе. К, ҡ, п өндәре­нең сиратлашыу үҙенсәлеге

Өндәрҙе сағыштырырға, күҙәтер­гә, анализларға. Уларҙы төркөм­ләргә, таблица һыҙырға. Тартын­ҡылар тураһында ҡыҫҡаса мәғлү­мәт бирә белергә. Мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе телмәрҙә ҡулланырға

19-21

Сит телдәрҙән үҙләш­терелгән һүҙҙәр

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙ­ҙәрҙең ҡулланылышы. Уларға ял­ғау ҡушыу үҙенсәлектәре

Рус һәм башҡа сит телдән ингән һүҙ­ҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға. Уларға хас булған үҙенсәлектәр тураһында фекер алышырға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға

22-24

Ч, щ, ц, ё хәрефле һүҙҙәр

Ч, щ, ц, ё хәрефтәре рус һәм башҡа сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙ­ҙәрҙә. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы

Ч, щ, ц, ё хәрефтәренә һүҙҙәр туп­ларға. Уларҙы дөрөҫ яҙырға. Был һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға

25

Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәр: е, ю, я

Й хәрефе һүҙ башында, уртаһында һәм аҙағында. Ике өндө белдергән хәрефле һүҙҙәр. Һүҙ уртаһында йе ҡушымсаһының яҙылыуы

Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе сағыш­тырырға, күҙәтергә, анализлар- | ға, һығымта яһарға


26-27

Үтелгәндәрҙе нығытыу

Рус теленән ингән һүҙҙәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу. Һүҙлек менән эш. Башҡортостан гербы, флагы, гимны

Рус теле һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡул­ланырға. Уларҙың ҡайһы осорҙа ҡулланыла башлауы тураһында ҡыҙыҡһынырға

28

[й] тартынҡы өнө ҡайҙа йәшенгән?

Ике өндө белдергән хәрефтәр менән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу өҫтөндә эш

Ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәр: е, ю, я менән һүҙҙәр йыйырға. Уларҙы ҡулланып һөй­ләмдәр төҙөргә

29-30

Ике өндө белдереүсе хәрефтәр: е, ю, я

Ике өндө белдергән хәрефтәр менән һүҙҙәр туплау. Һүҙҙәрҙең өн моде­ле, транскрипцияла яҙылышы

Ҡоштар тураһында мәғлүмәт эҙләргә. Улар тураһында һөйләргә. Ҡоштарҙың йәшәйешенә ҡағылған проблемалар тураһында фекер алы­шырға. Уларҙы һаҡлау, ишәйтеү буйынса тәҡдимдәр индерергә

31

Нығытыу дәресе

Диктант, изложение яҙыу йәки тест эштәрен үтәү

Алған белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға

32-33

Һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр

Һөйләмдең тамамланған бер фе­керҙе белдереүе. Һөйләмдә һүҙҙәр­ҙең билдәле бер тәртиптә килеүе. Эйә - һөйләм башында, хәбәр - уның аҙағында

Һөйләмде мәғәнәле һәм килешле итеп төҙөргә. Уны кицәйтергә. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәк­тәрен билдәләргә. Дәрестә парлап йәки төркөмдә килешеп эшләргә

34-36

Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше

Һөйләмдә һүҙҙәрҙең ялғауҙар һәм ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында бәй-

Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡа­тырға. Ул һүҙбәйләнештәрҙе үҙ-ара

оо о



ләнеше. Эйәгә бәйләнгән һүҙҙәр эйә алдында, хәбәргә бәйләнгән һүҙҙәр һөйләмдең төрлө урынында килеүе

сағыштырырға. Уларға хас оҡшаш­лыҡтарҙы билдәләргә. Икмәк ҡәҙе­ре тураһында фекер алышырға

37-39

Һүҙбәйләнештәр

Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тар­ҡатыу. Һүҙбәйләнештәрҙе оҡшаш­лыҡтары буйынса төркөмләү

Күҙәтеүҙәр һәм сағыштырыуҙар ярҙамында эйәгә бәйләнгән һүҙҙәр эйә алдында, хәбәргә бәйләнгән һүҙҙәр һөйләмдең төрлө урынында килеүен билдәләргә өйрәнергә. Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәрҙе танырға өйрәнергә

40-41

Баш һәм эйәрсән киҫәктәр

Эйәгә бәйләнгән һүҙҙәр, хәбәргә бәйләнгән һүҙҙәр. Баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе айырыу

Һөйләмдә баш һәм эйәрсән киҫәк­тәрҙе дөрөҫ табырға һәм һыҙырға өйрәнергә. Тәбиғәтте күҙәтеүҙәргә таянып, инша яҙырға өйрәнергә. Әйтергә теләгән фекерҙе тулы һәм аныҡ итеп бәйән итергә

42-43

Нығытыу дәресе

Диктант. Хаталар өҫтөндә эш

Һөйләмде иғтибар менән тыңлап, иҫтә ҡалдырырға һәм грамоталы итеп яҙырға. Диктант тексын дәф­тәрҙә дөрөҫ урынлаштырырға: аб­зац башында «ҡыҙыл юл», һүҙҙәр араһындағы аралыҡ бер иш һ. б.

44

Һүҙ нисек яһала?

Һүҙҙең яһалышы. Тамыр һәм ялғау. «Ҡөрьән» - изге һәм ҡим­мәтле китап

Һүҙҙе күҙәтергә, уны тамыр һәм ялғауға тарҡатырға өйрәнергә. Һүҙҙә тамырҙы һәм ялғауҙы тейеш­ле тамғалар менән билдәләргә.


Бер үк тамырҙан, яһаусы ялғауҙар ҡушып, яңы һуҙ яһарға өйрәнергә һәм уларҙың һүҙ төркөмөн бил­дәләргә

45-46

Ялғауҙар ниндәй була?

Ялғауҙарҙың ике төрө. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар, һүҙьяһа­лыш

Ялғауҙарҙы һүҙ яһаусы һәм үҙгәр­теүсе ялғауҙарға айырырға. Яһау­сы ялғауҙың һүҙҙә башҡарған эшен ацлата белергә. Уларҙы тейешле тамға менән тамғаларға. Бирел­гән тамыр һүҙҙән һүҙҙәр төҙөргә өйрәнергә

47-48

Ҡуш тартынҡы - орфограмма

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡуш тартынҡының бе­реһе төшөп ҡалғанда, һүҙҙең мәғә­нәһе үҙгәреү осраҡтары (ҡаҙҙы - ҡаҙы, етте - ете һ. б.)

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙе иғтибар­лы тыңларға. Уның ҡуш тартын­ҡылы урынын яҡшы тойомлап, дөрөҫ яҙырға. Шул уҡ һүҙҙең ҡуш тартынҡыһының береһен төшөрөп ҡалдырып, һуҙ яһарга һәм был ике һүҙҙе сағыштырырға (ҡатты - ҡаты, ҡаҙҙы - ҡаҙы һ. б.), куҙәтергә һәм мәғәнә үҙгәреүен билдәләргә

49

Нығытыу дәресе

Тест үткәреү

Алған белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға

50-51

Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр

Һүҙҙең тамырында о - ө хәрефе булһа, ялғауында ла о - ө хәрефе яҙылыу осрағы

О - ө хәрефле һүҙҙәрҙе сағышты­рырға, куҙәтергә, анализларға. Тикшереү эше һөҙөмтәһендә тамы­рында о - ө хәрефтәре булған һүҙ­ҙәрҙең ялғауында әйтелгәнсә яҙыл-

мау осраҡтарын асырға һәм ундай һүҙҙәрҙең яҙылыш ҡағиҙәһен фор­малаштырырға

52-53

Тамырында ла, ял­ғауында ла - о булған һүҙҙәр

Һүҙҙең тамырында о хәрефе булһа, ялғауында ла о яҙылыуы

Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылыш -ҡағиҙә­ләрен уҙләштерерг ә

54-55

Тамырында ла, ялғауында ла - ө булған һүҙҙәр

Һүҙҙең тамырында ө хәрефе булһа, ялғауында ла ө яҙылыуы

Һүҙҙең тамырында ө хәрефе булһа, ялғауында ла ө яҙылыу осрағын куҙәтергә. Бындай һүҙҙәрҙең яҙы­лыш ҡағиҙәһен сығарырға

56-58

Телмәр. Уның төрҙәре. Һөйләү телмәре. Диалог

Телмәр төрҙәре (һөйләү һәм яҙма телмәр). Күренештәр, хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеү, бәхәсләшеү. Ике йәки бер нисә кешенең ара­һында ҡоролған һөйләшеү - диа­лог. Диалогты дәфтәргә теркәү. Һәр кешенең әйткәнен яңы юлдан баш­лап яҙыу, уның алдына һыҙыҡ ҡуйыу. Фекер әйтелеп бөтһә, һөйләм аҙағында .?! билдәләре ҡуйылыуы. Автор һүҙҙәре. Уның дөрөҫ яҙылышы

Парлап һәм төркөмләп эшләп өйрәнергә. Диалог ҡорорға. Диа­логты дәфтәргә дөрөҫ теркәргә (яҙырға). Диалог барышында әңгә­мәсең әйткәнен тыңлай белергә. Уның фекерен ихтирам итергә. Әйтергә теләгән уй-фекереңде әңгә­мәсеңә ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткерергә

59-61

Монолог

Монолог. Кешенең аулаҡта үҙ аллы һөйләнеүе (фекер йөрөтөүе, уйла- ныуы)

Монологты диалог менән сағыш­тырырға, анализларға. Монолог текстың йөкмәткеһенә ярашлы эмоция, интонация, мимика, иша­ра сараларын ҡулланып һөйләргә өйрәнергә

62-64

Яҙма телмәр

Яҙма телмәр - уй-фекереңде эҙмә- эҙ ҡағыҙ битенә теркәү. Яҙма телмәр төрҙәре. Инша, хикәйә, әкиәт, шиғыр, көндәлек яҙыу, хат, иғлан, белдереү һ. б.

Әҙәби жанр төрҙәрен сағышты­рырға, күҙәтергә, анализларға һәм бер-береһенән айырырға өйрә­нергә

65-67

Ым-ишара. Уйлау, хыял итеү

Кешенең эстән уйланыуы, ым- ишараһы, йөҙ мимикаһы - эске телмәр

Яҙма телмәр менән эске телмәрҙең айырмаһын асыҡларға. Хис-тойғо­ларыңды, уй-хыялдарыңды монолог формаһында һөйләргә өйрәнергә

68-69

Ҡушма һүҙҙәр

Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙ­ҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡайһы бер ҡушма һүҙҙәрҙең башҡорт теленең төп законына буйһонмау осрағы

Ҡушма һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыш­тырырға, анализларға, һығымта яһарға. Уларҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштерергә. Ағиҙел, Ҡариҙел һ. б. йылғалар тураһында мәғлүмәт, материал табырға

70-71

Ҡушылып яҙылыу­сы ҡушма һүҙҙәр

Ике һүҙҙән яһалып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы

Ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Уларҙы ҡулланып һөйләм, текстар төҙөргә

72-74

Ҡушма һүҙҙәрҙә ь һәм ъ билдәләре ҡасан яҙыла?

Ҡушма һүҙҙең беренсе ижеге нәҙек булып, икенсе һүҙе я, ю хәрефтә­ренән башланған осраҡта, ике һүҙ араһында ь айырыу билдәһенең яҙыЛыуы. Ҡушма һүҙҙең беренсе ижеге ҡалын булып, икенсе һүҙе я, ю хәрефтәренән башланған осраҡ­та, ике һүҙ араһында ъ айырыу билдәһенең яҙылыуы

Ҡушма һүҙҙәрҙең әйтелешен транскрипцияла яҙырға. Уларҙың хәрефтәр менән яҙылыш үҙенсәлек­тәрен күҙәтергә һәм дөрөҫ яҙырға күнегергә өйрәнергә. Ҡушма һүҙ­ҙәрҙә ь һәм ъ билдәләре булған һүҙҙәргә миҫалдар уйларға, уларҙы дөрөҫ яҙырға күнегергә

75-77

Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр

Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр

Һыҙыҡса аша яҙылған һүҙҙәрҙе күҙәтергә. Уларҙы башҡа төрлө яҙылған ҡушма һүҙҙәр менән сағыштырырға һәм айырмаһын билдәләргә. Ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнергә

78-79

Нығытыу дәресе

Диктант йәки башҡа төр ижади эш

Үтелгән темаларҙы үҙләштереү кимәлен тикшерергә

80

Шиғыр. Әкиәт. Хикәйә

Шиғырға, әкиәткә, хикәйәгә хас үҙенсәлектәр

Был әҙәби жанр төрҙәрен айырыр­ға өйрәнергә

81-82

Шиғыр нисек яҙыла?

Шиғыр һыҙмаһы. Рифмалы һүҙҙәр. Ритм. Шиғырҙы күсереп яҙыу ҡағиҙәләре

Шиғриәткә битараф булмаған иптәштәреңдең ижади эштәрен тыңларға, хупларға. Рифмалы һүҙҙәр аша ике йәки дүрт юллыҡ­тар ижад итеп -карарға

83-84

Әкиәт яҙып ҡарайыҡ

Әкиәтте яҙыу үҙенсәлеге. Әкиәттә күп ҡулланылған һүҙҙәр. Башҡорт халыҡ, рус халыҡ әкиәттәренең үҙенсәлекле геройҙары (дейеү, мәскәй әбей һ. б.)

Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәрен сағыштырырға. Уларҙың сюжет үҙенсәлектәрен, геройҙарына хас оҡшаш һыҙаттарҙы асытсларға. Үҙ аллы әкиәт сюжеты уйлап сыға­рырға, уны тасуирлап һөйләргә

85-86

Хикәйә ижад итергә өйрәнәм

Хикәйә - бәйләнешле телмәрҙең бер төрө. Картина буйынса хикәйә төҙөү. Хикәйәгә план төҙөү

Һөйләмдәр тәртибе дөрөҫ бирелмәгән тексты тәртипкә һалырға. Уның планын төҙөргә. Хикәйә йөкмәт­кеһенә ҡарата һорауҙар төҙөргә.

Класың, класташтарың, дуҫтарың тураһында хикәйә ижад итергә

87-89

Аҡыллы текстар

Аҡыллы текстар - халыҡ ижады (әйтем, йомаҡ, мәҡәл, һынамыш­тар, һанашмаҡтар һ. б.)

Халыҡ ижады төрҙәрен айырырға өйрәнергә: әйтем, мәҡәл, һына­мыш, һанашмаҡ һ. б. Уларҙы тел­мәрҙә ҡулланырға күнегергә

90-91

Олатайымдың, өләсәйемдең әйткәне

Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәре. Аҡһа­ҡалдар әйткәне. Мәҡәлдәр, әйтем­дәр

Олатай-өләсәйҙәрҙең аҡыллы һүҙҙә­рен, әйткән кәңәштәрен төшөнөргә, башҡалар менән уртаҡлашырға

92-93

Һаумы, йәмле йәй!

Үтелгән темаларҙы системаға кил­тереү

Йыл буйына алған белемде, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе системаға һалырға

94-95

Ура! Йәйге каникул етә!

Үтелгән темаларҙы нығытыу

Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте тураһында һөйләшергә. Уны һаҡлау буйынса ҡағиҙәләр уйлап сығарырға

96-97

Белемеңде тикшер

Дәреслектәге тест эштәрен үтәү

Алған белем сифатын тикшерергә, һөҙөмтәләрҙе анализларға

98-99

Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш

Грамоталы яҙыу оҫталығын тик­шереү

Үтелгән орфограмма, пунктуация ҡағиҙәләрен уҙләштереу кимәлен өйрәнергә

100- 102

Үҙ аллы эштәр

Һорауҙарға яуаптар биреү йәки тест эшләү

Үтелгән тема буйынса белемдәрҙе тикшерергә. Каникулға әҙерлек. Үҙ-үҙеңде һаҡлау, имен-аман булыу һәм һау-сәләмәт йәшәү

ҡағиҙәләрен нығытырға