- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
Эпосыбыҙ буйынса, әсәһенең ҡарынында килеш атаһынан ҡалғандан һуң, үгәй атаһы Ҡарағөлөмбәт йортонда тыуып, үҫә биргәс, үҙ атаһы Бабсаҡты (тарихи Папаҡты) шул үгәй атаһы үлтергәнлеген ишетеп, олатаһы Ураҙ хан (тарихи Артавазд-Артабан V) йортона (Бүре-Өфө-өйөнә — Парфияға) ҡасып (күсеп) китмеш малай аҡтығы, Бәк-Сәсәндең ейәне, үҙенең шул тәржемәи хәленә — ҡасаҡлығына (күсәклегенә) бәйле, Ҡасаҡ (Күсәк) тип ләҡәпләнеп, эпосыбыҙға ла шул ләҡәпле — Күсәк бей булып килеп керә. Күсәк (Ҡасаҡ) хәлендә булыуына ла ҡарамай, Үҫәргән батыры Ҡарағөлөмбәттән атаһы ҡонон алырға тип, бәләкәстән үк үсләшеп йәшәй башлай. Шул маҡсатында ул үҙе ҡасып китеп һыйынған Бүре-Өфө-өйөнән (Парфиянан) ғәскәр менән баяғы Ҡарағөлөмбәт батыр хеҙмәт иткән Ҡошан империяһына — Мәсем (Хосров) хан иленә ябырылмаҡҡа, олатаһы Ураҙ хандан ғәскәр һорағандыр, моғайын, ә олатаһы ризалыҡ бирмәгәндер, сөнки бит Мәсем хан Ураҙ хандың, ут күршеһе булыу менән бергә, ауырлыҡты һәр саҡ берҙәм күтәрешкән тоғро ҡан ҡәрҙәше ләбаһа (икеһе лә үҫәргәндәр!) — теге яҡтағы яһил Рим империяһына ҡаршы тороуҙа беренсе таянысы. Һәр хәлдә, эпоста был хаҡта әйтелмәһә лә, бына былайыраҡ тоҫмаллана ул ваҡиғалар тарихи ерлек арҡылы: атаһының ҡонон ҡайтарыу үсе менән күҙен ҡан баҫҡан Күсәк, шомло маҡсатын бойомға ашырмаҡҡа, иң тәүҙә “ҡартайып алйыған” олатаһы бойороп ултырмыш Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетен үҙ ҡулына төшөрөү һәм, шул илдең ҡеүәтле ҡәскәре ярҙамында, тирә-яҡтың бөтә ваҡ батшалыҡтарын буйһондороусы ҡануни өҫтөнлөктө (ҡағанлыҡ вазифаһын) Бөйөк Ҡошан империяһында төп урын тотмош 1-се шәкелектән ҡайырып алыу өсөн, теләһә-теләмәһә лә, теге фетнәсел ике шәкелек ҡорған мәкерле хөсөттәрҙең төп башҡарыусыһына әүерелеп, олатаһы Ураҙ ханды үлтерә лә тәхетенә үҙе менеп ултыра һәм үҙен ундағы яңы батшалар шәжәрәһен башлаусы Артыш-ир (Арташир) I тип иғлан ҡылып, олатаһының шанлы ғәскәрен алып, ҡасандыр атаһының башына еткән Ҡарағөлөмбәттең Үҫәргән (“хаин”) иләүенә ябырыла, ҡон алыу хаҡына Ҡарағөлөмбәтте барлыҡ нәҫел-нәсәбе менән ҡуша ҡыра башлай:
Ҡөлөмбәттең өҙҙө тәүҙә һул ҡолағын,
Ҙурлығы тибенгеләй мул ҡолағын;
Былар бары атайымдың ҡоно өсөн, тип,
Тағы йолоп алды уның уң ҡолағын.
Ҡолағын икеһен дә йолоп алды
(Батырҙың күҙенә ҡан тулып алды);
Өҫтөндә бер нәмә лә ҡалдырмаҫтан,
Ҡара әкәнең кейемен һыпырып алды.
Күлдәк-ыштан — барыһын да систерә, ти,
Тағы үҙен аттай ҡылып бестерә, ти;
Ҡәҙимге ҡаҙаҡтарҙың дөйәһендәй,
Моронон да биҙәләп тиштерә, ти...
Баҫтырҙы ул Ҡөлөмбәтте арты менән,
Атам ҡонон алам, тиеп, шарты мәнән;
Ҡарағөлөмбәт ухылдап ҡоланы, ти,
Биленә тоҫҡап алмас уҡты тартыу менән...
Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең бөтә донъяға билдәле сәсәндәр (сасаниды) тармағын башлап ебәреүсе ошо яугир Артыш-ир (Арташир) I Бабсаҡ (Папак) улы — йәғни Үҫәргән бәге Бәк-Сәсәндең ейәненең, ә башҡорт эпосындағы атаҡлы Күсәк-бейҙең, тормошоноң серле булып ҡалмыш тәүге осорон ғәрәп тарихсылары Ибн әл-Әсир, Табари, Балғами һәм грек руханийы Евтихий (929 йылда үлгән) ентеклерәк тасуирлай. Улар төҫмөрләүенсә, Артыш-ирҙең (Арташирҙың) ҡартатаһы, ә Папактың атаһы Сәсән Истахр10 ҡалаһына яҡын бер өлкәнең бәге һәм шундағы Инәһөтө (Анахита) хоҙайбикә ҡорамының11 әжерсеһе (жрецы) булған һәм шул Парса (Бүре-әсә — Үҫәргән. — Й.С.) иленең шәкеһе Бойороҡ-маһирҙың (Бозоргмихр) ҡыҙына өйләнгән. Бойороҡ-маһир үлгәс, уның тәхетенә ҡыҙы яғынан ейәне йәғни кейәүе Сәсәндең улы Бабсаҡты (Папак) шәке итеп ултырталар. Бабсаҡ (Папак) үҙенең баяғы кесе улы Артыш-ирҙе (Арташирҙы йәки эпостағы Күсәк-бейҙе), батша улына лайыҡлы белем алһын өсөн, Дарабгирд12 ҡалаһы башлығы Бабайҙың (Бабуйа) һарайына уҡытырға ебәрә. Бабай иһә Артыш-ирҙе (Арташирҙы) тап үҙенең балаһылай яҡын күреп тәрбиәләй һәм вафаты алдынан уға Дарабгирд ҡалаһының башлығы булыуҙы васыят ҡылып ҡалдыра. Ошолай түрә булып алған Артыш-ир (Арташир) атаһы Бабсаҡ (Папак) һәм бер туған ағаһы Шәп-ир (Шаппур) менән берләшеп, Парса шәкеһе Бойороҡ-маһирҙы тәхетенән бәреп төшөрәләр, Бабсаҡ (Папак) менән уның улы Шәп-ир (Шаппур) икәүләшеп тәхеткә ултыралар. Тап шул хыянаты өсөндөр инде, моғайын, башҡорт эпосының Ҡарағөлөмбәт батыры Бабсаҡты үлтерә, ләкин үҙе лә Бабсаҡ улы Күсәк-бей (Артыш-ир) ҡулынан үлә. Һөҙөмтәлә Шәп-ир (Шаппур) ҙа тәхеттән ҡолатылып, урынына Артыш-ир (Арташир) үҙе менеп ултыра һәм тирә-яҡ өлкәләрҙе яулап алырға тотона. Үҙенең атаһы урынына ҡалған, Артыш-ирҙе “үҙенең улы кеүек күргән” (Фирҙәүси. Шаһнамә, VI том, М., 1989, 96-сы бит) тәрбиәсеһе, Бүре-Өфө-өйө (Парфия) батшаһы Артабан V ғали йәнәптәренә лә дәһшәтле ҡул күтәрә ул. 224 (йәки 226) йылда Хормиздакан (Термез) уйһыулығындағы һуғышта Артабан V еңелеп, Артыш-ирҙең ҡулынан шәһит китә, уның данлыҡлы Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләте йәшәүҙән туҡтай. Урынына үҙенең “Ир”лек (Иран) дәүләтен төҙөп, Артыш-ир (Арташир) уның беренсе батшаһы була ла Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең сәсәндәр (сасаниды) тармағын башлап ебәрә...
Инде хәҙерге Бөрйән (“бер йән”) ырыуының Үҫәргәндән ҡайһылайыраҡ саталаныуына килһәк, ул да баяғы ваҡиғаларға туп-тура бәйле. Башҡорт эпосында ла, әрмән тарихында ла ҡаны ҡыҙышҡан Күсәк-бей (Арташир) үҙенең ҡан дошманы Ҡарағөлөмбәт (Карэн-Пахлав) менән ҡуша уның нәҫел-нәсәбен дә ҡороторға тырыша. Әммә Үҫәргән батыры Ҡарағөлөмбәттең нәҫеленән (ә һис тә бөтә Үҫәргән ырыуынан түгел!) фәҡәт бер малай — бер йән генә иҫән ҡалды, тип әйтелә эпосыбыҙҙа. Шул бер йән үҫеп етеп, тирәһенә ил ҡороп, “бер йән” тигән ырыу булып китте, ти — Үҫәргәндең берйән (Бөрйән) тигән бер сатаһы -- үҙенә башҡа ырыу булып йөрөй ул хәҙер...
Башҡортостан тарихындағы ошо тетрәткес ваҡиғаларҙың боронғо әрмән тарихында көҙгөләгеләй сағылышын барлайыҡ: “Гәрсә Хосров (мәкерле Арташирға ҡаршы һуғыш башлаған Мәсем хан. — Й.С.) үҙенең туғандарының (Бәк-Сәсән етәкселегендәге үҫәргәндәрҙең. — Й.С.) ярҙамға килеүенә ҡыуанһа ла, шатлығы оҙаҡҡа барманы, оҙаҡламай ул ошондай ҡайғылы хәбәр алды: ғәскәренең башында Арташир (Күсәк. — Й.С.) үҙе баяғы ҡан дошманы Карэн-Пахлав (Ҡара-Ҡөлөмбәт. — Й.С.) йорто артынан эҙәрләп барып, ҡыуып етеп, бөтә нәҫел-нәсәбен ҡылыстан үткәргән, үҫмерҙәрҙән алып имсәк сабыйынаса булған ир-ат затын ҡырған, бер малай ғына иҫән тороп ҡалған. Карэн йорто дуҫтарының Бурз (Бүре-әсә. — Й.С.) исемле береһе шул бер йән малайҙы алып, ҡошандар еренә (1-се шәкелеккә. — Й.С.) килтергән һәм уны уның туғандарына тапшырған. Арташир (Күсәк — Й.С.) ул малайҙы ҡулға төшөрөргә күпме генә тырышып ҡараһа ла, уның үҙ-ара татыу туғандарынан йола алмағас, малайҙың ғүмерен өҙөр өсөн ҡул һуҙмаҫҡа тип, үҙ ихтыярынан тыш ант итергә мәжбүр булған. Ошо ваҡиға айҡанлы парсалар (бүре-әсәләр йәғни Ирандағы фарсы-үҫәргәндәр. — Й.С.) малай хаҡында меңәрләгән әкиәт уйлап сығарған, йәнәһе “уға телһеҙ яныуарҙар ярҙам иткән” тип13. Шул малай тап үҙе инде Перозамат (бер-азамат йәғни берйән-азамат. — Й.С.), бөйөк Ҡамсараҡан (Ҡама-Үҫәргән йәки Ҡоман-Үҫәргән. — Й.С.) ырыуының бабаһы”51... Берйән (Бөрйән) ырыуының ысынлап та Үҫәргән ырыуынан саталанып киткәнлеген күрһәтеүсе был шаһәҙәтнамәнән аңлашыла ки: “бер йән” ырыуын борон заман “бер азамат” ырыуы тип тә йөрөткәндәр икән; “азамат” иһә шул уҡ “аҫабалар” йәғни үҫәргәндәр тигән һүҙ булып, баяғы “бер йән”дең “бер үҫәргәнле” йәғни оло иләү Үҫәргән ырыуының бер (Ҡарағөлөмбәт) нәҫел-араһынан ҡалмыш бер малай икәнлеген аңлата. “Ҡамсараҡан” (Ҡама-асараҡан) тигән уның ырыу исеме лә шул уҡ Ҡама-Үҫәргән булып, Үҫәргән саталарының береһен тәшкил итмеш Ҡама сатаһына (боронғо ҡамандар — ҡумандар) ишара был. Үҫәргән ырыуында әлегәсә шул Ҡама араһы иҫән (был юлдарҙың авторы ла Үҫәргәндең Ҡама араһынан). “Уға телһеҙ януарҙар ярҙам иткән”, имеш, тигән мәғлүмәт тә туп-тура Үҫәргәндең Муса пәйғәмбәр “Биш китаб”ына, “Йек-Мәргән” эпосына, боронғо ҡытайҙар тарихына теркәлмеш шул уҡ Үҫәргән ҡарыһүҙенә барып тоташа: уларҙа ла Үҫәргән ырыуының бабаһы булыр малай тап шундай уҡ фажиғәләр кисерә, бүре һәм башҡа януарҙар уға ярҙамға килә... Ләкин текстың төп өлөшөн “Күсәк бей” эпосына тап килеүсе тарихи ваҡиға биләй — “бер йән” малайҙан берйән (Бөрйән) ырыуының барлыҡҡа килеүе, әсә ырыу Үҫәргәндән саталанып, тарихи майҙанда үҙаллы яңы ырыу булып йәшәй башлауы. Тимәк, хәҙерге Бөрйән (әүәлге “берйән”) ырыуының донъяға тыуған ваҡытын да тарихи ерлектә ярайһы ғына теүәл билдәләп була: Күсәк бей (Арташир I) Парфия-Иран тәхетен биләгән б.э. 224-239 йылдар араһы ул. Шуға тиклемге ваҡиғаларға бәйле тарихи сығанаҡтарҙа бүре тоҡомло ырыу (бүрес, парс, берсил, буржан, бургон, бургар һ.б. — бөтәһе лә үҫәргәндәр!) хаҡында һүҙ барһа, ул Үҫәргән биш ырыу берлегенең берәйһе була; ә “бер йән”ле берйән (Бөрйән) тарихы иһә, әле генә күреүебеҙсә, баяғыларҙың барыһынан да һуңғараҡ — б.э. III быуат уртаһынан башлана.
Бөйөк Ҡошан империяһының архитекторы тип данланған,Үҫәргән биш ырыу берлеге менән башҡорт ете ырыу берлеген үҙ дәүеренең тоташ ун ике ырыу берлегенә уҡмаштырып, ғәмәлдә бөгөнгө башҡорт милләтен нигеҙләгән Мәсем (Хосров) хан яҙмышы ла арыу уҡ билдәле шул әрмән тарихынан. Олатаһын үлтереп, уның тәхетенә эйә булған Күсәкте (Арташир I-ҙе), тип әйтә алабыҙ хәҙер, ғәҙеллекте аяҡҡа баҫтырыу өсөн, ныҡышмалы эҙәрлекләй бөйөк Хосров-Мәсем хан. Ҡаты бәрелештәрҙән һуң ҡалдыҡ ғәскәре менән Һиндостан яғына ҡасып китмеш Күсәк (Арташир I), башын һаҡлап ҡалыр өсөн, төрлө саралар күрә: эҙәрлекләүсеһен ағыулатып йә хәнйәр ҡаҙатып үлтертмәккә, шундай үлтереүсегә шуғаса донъяла булмаған, шул батша ауыҙынан башҡорт әкиәттәренә кереп урынлашҡан хисапһыҙ ҙур бүләктәр, шул иҫәптән ярты батшалығын биреүҙе вәғәҙәләй. Бигерәк тә үҙ ҡулынан кискән олатаһы Ураҙ хандың ырыуҙаштарын — Мәсем хандың туғандарын — йәлеп итергә тырыша был ҡанлы эшкә. Анығыраҡ әйткәндә, Мәсем хандың башын киҫкән йәлләткә ул Мәсем хан идаралығындағы тулайым Ҡошан илен, һәм шуға өҫтәп үҙе хакимлыҡ иткән Ирандың яртыһын бирергә, был тирәлә үҙенән ҡала уны икенсе хакимдар яһарға нәҙер ҡыла (“Күсәк бей”ҙәге Мәсем хандың арыҫланды үлтереүсегә ярты батшалығын, ҡыҙын бирергә вәғәҙә итеүен хәтерләгеҙ!). Һөҙөмтәлә Сурэн-Пахлав (Ҡыпсаҡ. — Й.С.) ырыуының Анаҡ тигән бер батыры, һуңынан әрмәндәрҙе христиан диненә суҡындыртҡан һәм уларға мәғрифәт нуры сәскән суҡынмыш ҡыпсаҡлы Григорий Мәғрифәтсенең атаһы, шул вәғәҙәләргә ҡыҙығып, 48 йыл буйына тәхеттә ултырған Мәсем (Хосров) ханды мәкерле рәүештә үлтерә, ләкин үҙе лә шул ыңғайы бөтә ярандары менән ҡуша ҡырыла52. Был хәл 252 йылда була. Шулай уҡ Күсәк бей (Арташир I) ҙә был айҡанлы тантана итергә өлгөрә алмай донъя ҡуя. Ә шулай ҙа уның вариҫы Шәп-бүре (Шаппур), атаһының нәҙерен үтәп, Мәсем (Хосров) ханды үлтереүсе Анаҡ батырҙың иҫән ҡалып Иранға ҡасҡан бер улына үҙенең ярты батшалығын — боронғо Бүре-Өфө-өйө (Парфия) илен бүлеп бирә — Ирандағы үҙенән ҡала икенсе хакимдар ҡыла53. Үҫәргәндең Бәк-Сәсәне тоҡомло был Күсәк бей (Арташир I) башлап ебәргән ошо Иран батшалар шәжәрәһе, үҙенең һуңғы быуынын тәшкил итмеш Бүрәсә (Пероз) шәке 484 йылда Мәсем хан тоҡомо булған бөйөк Абзал шәкен-шәке тарафынан ҡон алыу һуғышында еңелеп үлтерелгәнгәсә, туғыҙ быуын тирәһе уҙырҙай 260 йыл һуҙымында дауамланып, Иран тарихындағы атаҡлы Сәсән (Бәк-Сәсән) тоҡомдары — сасанидтар тип аталмыш шәкеләр шәжәрәһен тәшкил итеп, шәжәрә башы Күсәк (Арташир I) һәм шәжәрә аҙағы Бүрәсә (Пероз) менән ҡушып һанағанда, барлығы 16 шәхес билдәле унда:
Арташир I, б.э. 224-240 йй. Иран тәхетен нигеҙләүсе.
Хормизд Арташир, 272-273.
Варахран I, 273-276.
Варахран II, 276-293.
Варахран III, 293.
Нарсе, 299-302.
Хормизд II, 302-309.
Шаппур II, 309-379.
Арташир II, 379-383.
Шаппур III, 383-388.
Варахран IV, 388-399.
Йездигерд I, 399-421.
Варахран V, 421-439.
Йездигерд II, 439-457.
Хормизд III, 457-45954.
Пероз, 459-484.
Үҫәргәндең баяғы Бәк-Сәсән тоҡомдары (сасанидтар) тәшкил итмеш был Иран батшалыҡ шәжәрәһе шәкен-шәктәре (шаһин-шаһтары) үҙҙәренең бабаларының тәүтөйәгендәге изге Асылыкүл буйында Муса пәйғәмбәрҙең замандашы һәм дини дошманы Сураш-Тора (Заратуштра йәки Зороастр) тәүдинде реформалап барлыҡҡа килтергән Зороастризм динен тотоп, уны үҙҙәре хакимлыҡ ҡылған Иран империяһында дәүләт дине рәүешле нығыталар; Будда динен (Тибеттан), Христиан динен (Римдан), йәһүд динен (Ассириянан) ҡабул ҡылып тота башлаған Үҫәргән-башҡорт ҡәрҙәштәренең ҡабат бабалар диненә (Зороастризмға) ҡайтыуын дәғүәләп, “кафыр” Ҡошан империяһына ҡаршы күп тапҡыр һуғышалар. Боронғо рухи байлығыбыҙ ҡомартҡыларын киләсәк өсөн һаҡлап алып ҡалыуҙа уларҙың да өлөшө ҙур, әлбиттә. Зороастризмдың бабалар ҡарыһүҙе менән һуғарылмыш иң боронғо текстары тәғәйен улар тарафынан бөтәһе бергә (21 киҫәк) тупланып, кешелек донъяһының бөйөк ҡомартҡыһы булған шул изге китап Авеста (“апа-әсәләр” йәғни үҫәргәндәр, тигән һүҙ) ул замандың хәҙер беҙгә аңлайышһыҙ дәүләт теленә күсереп яҙып алына (ошо бөйөк ҡомартҡыбыҙҙы башҡорт теленә тәржемәләп ҡайтарыу эше зыялыларыбыҙҙың бурысы булып торалыр).
