- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
Эпосыбыҙ игеҙәк геройҙары Урал менән Шүлгән бер-береһенә хасланып алышҡандай, игеҙәк туғандар татар менән монгол да баяғы башҡорт-аталары үҙҙәренә бүлеп биргән ҡитға өлөшөндә өҫтөнлөк итеү өсөн үҙ-ара ыҙғышып та, һуғышып та йәшәйҙәр, был иһә шәжәрәләребеҙҙә лә, ҡытайҙар тәүәрихендә лә сағылған. Һөҙөмтәлә б.э. тиклем 209 йылда «монгол» яҡтың Оғуз-ханы (Модэ) «татар» яҡтың ханын һуғышып еңә лә үҙен ике ҡулдың да башы (ҡағаны) итеп иғлан ҡыла. Артабан ул Ҡытай империяһын да буйһондороп, көнсығыштағы Корея диңгеҙ ҡултығынан алып көньяҡтағы Һиндостанғаса, көнбайыштағы Каспий диңгеҙенәсә бөтә Азияны яулап ала; ата-баба йолаһын тотоптор инде, боронғо «атай йорто» Европаға ҡул һуҙмай...
Бына бер заман «монгол» Оғуз-хандың алтынсы быуын тоҡомо Ил-ханды уның үҙенең баяғы «игеҙәк туған татар» тоҡомо Сөйөнөс-хан, ҡырғыҙҙар менән берләшеп, тамам ҡыйратып ташлай; ҡырғындан фәҡәт дүрт йән: Ил-хандың улы Ҡаян һәм ҡатыны, Ҡаяндың ике тыуған ҡустыһы Нөгөш (Нагос) һәм ҡатыны ҡалып, Урал тауҙары араһындағы Өргөн-күл (Иргана-кон) буйына йәшеренә. Дүрт йөҙ йыл дауамында шунда тоҡомдары ныҡ үрсеп, моғайын, хәҙерге Ҡаяна (Ҡана) һәм Нөгөш йылғалары буйында көн күрәләр. Хәтһеҙ ишәйгән был ҡәүем, имеш, тау араларын тарһынып, көнсығышҡа дала яғына сығырға ынтыла. Тимер рудалы тау-кәртәне ут яғып иретеп, ҡырҡып юл асалар, имеш (хәҙерге Белорет районындағы Ҡыраҡа-тау һәм Әбйәлил районындағы Ҡырҡты-тау?)... Әммә «игеҙәк туған»дары татарҙар уларҙы тамам ҡырып ташларға ябырылғас, башлыҡтары Бөрйән-хан (Бертече-хан) етәкселегендә татарҙарҙың үҙҙәрен ҡыйратып ташлайҙар. Был хәл «монгол» бабаһы Ил-ханды «татар» бабаһы Сөйөнөс-хан һәләк ҡылғандан һуң дүрт йөҙ илле йыл үткәс була — татар үсе үлгәнсе, тигән мәҡәл шунандыр... Б.э. 92 йылында был «монгол»-һундарҙы ҡытайҙар тар-мар ҡылып, ҡалдыҡтары Алтай тауҙарына ҡасып йәшенә лә 552 йылда, имеш, изге Бүре әсә-инә (Әсинә, Ашина) башлығындағы төркиҙәр (үҫәргәндәр) исемендә ҡабаттан күтәрелеп, атаҡлы Төрки Ҡағанатын төҙөйҙәр. (Н.Я. Бичурин [Иакинф], 1 том. 224, 226-нсы биттәр).
Ләкин әле әйтелгән бик боронғо “татар” һәм “монгол”дар – хәҙерге этник татар һәм монголдар түгел, сөнки былары һуңғыраҡ дәүерҙә (беҙҙең эрала) хасил булмыш ҡәүемдәр.
Боронғо Татар-хан һәм Монгол-хан биләмәләрен ҡытайҙарҙан ҡабат яулап алған Төрки Ҡағанатты төньяҡ-көнсығыштан — тунгус-жужандар, көньяҡ-көнбайыштан ҡытайҙар һөжүме ныҡ ҡаҡшатҡанлыҡтан, шул яҡтағы ил сиктәрендә даими ғәскәр төркөмдәре тоторға кәрәк була. Баяғыса, әҙәм кәүҙәһе рәүешендәге дәүләт ҡоролош ҡануны буйынса, көнсығыштағы сик ғәскәре — «татар» (уң ҡул), ә көнбайыштағыһы «монгол» (һул ҡул) тип йөрөтөлә. Сик ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү бик ауыр һәм хәүеф-хәтәрле булғанлыҡтан, унда илдең (үҙебеҙҙең Төрки Ҡағанаттың) иң боҙоҡйән-енәйәтселәрен (Н.Я. Бичурин [Иакинф], 1 том. 45 — 46-нсы биттәр) һәм бигерәк тә төҙәлгеһеҙ енәйәтсел йәштәрен — баламуттарҙы (ҡытайсанан был һүҙ урыҫсаға «молодые негодяи» тип тәржемә ҡылына. — Л.Н. Гумилев. Древние тюрки. М., 1993; 296-нсы бит) мәңгелеккә көсләп һөрәләр. Йәғни ҙә: «По их законам не повинующийся Приказаниям старейшины Приговаривается к смерти... Беглых и изменников, старшиною преследуемым, никто в стойбищах не должен Принимать. Все таковые изгоняются в гибельную сторону, лежащую в песчаной степи». (Н.Я. Бичурин [Иакинф], 1 том. 144-енсе бит).
Шул рәүешле «татар» яғына — Татар диңгеҙ боғаҙы буйҙарына һөрөлмөш баламуттарыбыҙ, ундағы тунгус-жужандарҙың шундай уҡ баламуттары менән аралашып та туғанлашып, телдәрен дә, ҡиәфәттәрен дә шаҡтай үҙгәртмеш яңы этносҡа — Сыңғыҙ-хан заманындағы татарға әүереләләр. Ә «монгол» яғы көнбайышҡа һөрөлгән баламуттарыбыҙ иһә ҡытайҙарҙың шундай уҡ баламуттары менән буталышып, телдәрен дә, ҡиәфәттәрен дә үҙгәртеп, «монгол» тигән яңы этнос тыуыуына сәбәпсе булалар...
Сығышы буйынса Үҫәргән-Бөрйән башҡорто Сыңғыҙ-хан иһә шул йыйын боҙоҡбаш баламут-башкиҫәр татар, монголдарҙы («ике ҡул»ды) илбаҫар яуҙарының алғы һыҙығында һуғыштырып йөрөтөп, ошо ике этнонимдың барлыҡ тарафтарға мәғлүм ҡылыныуына килтерә, шул арҡала уның бөтә ғәскәрен дә, дәүләтен дә һәм үҙен дә татар-монголдар тип беләләр. 1221 йылда Сыңғыҙ-хан ыҫтанында булып киткән Ҡытай илсеһе Чжао Хун да этнонимдарҙың икеһен берләштереп, «мэн-да» — «монгол-татарҙар» тип ала ла уларҙың дөйөм бер ырыуҙан саталанып (шато) сығыуҙарын билдәләй (дөп-дөрөҫ — башҡорттоң ике «ҡул»ы!).
Сыңғыҙ-хандың улы Яусы (Жучи) етәкселегендәге авангард ғәскәрендә башҡорттарҙың төп урын тотоуын 1236 йылдың 20 июнендә Башҡортостанда булған венгер миссионеры Юлиан хәбәр итә: «Татар халҡы (йәғни татар-монголдар) башҡорттарға күрше йәшәй. Шул татарҙар элек башҡорттар менән бәрелешеп, һуғышта башҡорттарҙы еңә алмағандар, ә киреһенсә, беренсе бәрелештә үк башҡорттарҙан еңелгәндәр. Шуға күрә уларҙы (башҡорттарҙы) үҙҙәренең дуҫтары һәм берлектәре итеп һайлап алғандар ҙа, шул рәүешле берләшеп, улар бергә ун биш батшалыҡты бөтөнләй тар-мар ҡылғандар»...
Алтын Урҙа империяһында ла башҡорттар ҙур урын тота, улар араһынан күренекле вәзирҙәр, сәрғәскәрҙәр (мәҫәлән, атаҡлы Йеҙекәй батыр), хатта бөйөк Туҡтамыш-хан һәм башҡа хандар билдәле. Алтын Урҙа халыҡтарының дөйөм ҡаҙанында башҡорт ырыуҙары (мәҫәлән, Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Мең) менән ҡуша ҡайнаған татар-монголдар һуңғы заманаларҙа яңынан йөҙҙәрен дә, телдәрен дә үҙгәртеп, Геродот яҙған бик боронғо «атай йорто»на — башҡорт теле мөхитенә ҡайталар һәм башҡорт теленең бөгөнгө өсөнсө (төньяҡ-көнбайыш) диалектында аралаша башлайҙар. Ошо тәңгәлдә күренекле аҡыл эйәһе мәрхүм Лоҡман-Хәким ағай Ғиләжевтең 1988 йылдың 24 майында әйткән тос фекерен яҙыусы Ф. Әсәновтың көндәлегенән күсерәм. «Кисәге партсобраниела, — тип яҙа Ф. Әсәнов, — милләт, тел мәсьәләләре күтәрелде. Беҙҙең милләт телдәре бөтөүгә табан бара — шул хаҡта булды һүҙ. Х. Ғиләжев әйтә: «Татар теле юҡ, ул башҡорттоң бер диалекты», — ти» («Тамаша» 2002/2 журналы, 34-енсе бит).
