- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
Инде ҡабат Үҫәргән сатаһы Йыуасалы ырыуына, уның бөйөк юлбашсыһы — гректарҙың күп быуатлыҡ баҫҡынсылығынан сал-боронғо дәүләтебеҙ Бәктораны ҡотҡарып, үҙаллы дәүләт итеп яңынан йән өргән баяғы Гәрәй-шәке Һоробүре (Аршак Храбрый) Бәһлеүән (Пехлеви) ғали йәнәптәренә әйләнеп ҡайтып, нәҫел-нәсәбен тикшерһәк, Үҫәргәндең борон-борондан уҡ ҡитғабыҙҙағы төрлө дәүләт тәхеттәренә шәкеләр ҙә хандар бирмеш бөйөк батшалар шәжәрәһенән икәнлеген күрәбеҙ. Бәктора бәге Сураш-Тора (Заратуштра йәки Зороастр) һәм уға ҡаршы баш күтәргән Муса (Моисей) пәйғәмбәр, Геродот тарихына теркәлмеш бүре-әсә (парса) дәүләте шәкеләре ғәййәр Кир, Дарий, шулай уҡ Бүре-Өфө-өйө (Парфия), Иран, Ҡошан, Бүре-әсә иле (Берсилия) Хазар, Болғар, Төрки Ҡағанат тәхеттәренең эйәләре һәм беренсе мең йыллыҡтың тәүге яртыһында Ҡафҡазды, Ҡара диңгеҙ буйҙарын, Көнбайыш Европаны бер-бер артлы яулап алмыш Баламбүре (Баламбер), Әттил (Аттила) кеүек шанлы шәкеләр ҙә тап ана шул “бүре тоҡомло” шәжәрәнән ҡарпыған. Бына ошо урында, Гәрәй-шәке Һоробүренең тоҡомдары тәңгәлендә, боронғо Ҡытай яҙма тарихы, боронғо әрмән яҙма тарихы, башҡорт эпосы мәғлүмәттәре барыһы бергә төйнәлеп, ошоларҙы бер-береһенә сағыштырыу ярҙамында тарихыбыҙҙың йомағын сисеү мөмкинлеге асыла. Әрмән батшалар шәжәрәһе лә тамыры менән үҙебеҙҙең Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләтенең (б.э. тиклем 250 — б.э. 224) батшалар шәжәрәһенә тоташҡанлыҡтан һәм Бөйөк Ҡошан империяһының шәкеләр (батшалар) шәжәрәһен башлап ебәреүсе шанлы Гәрәй-шәке Һоробүре Бәһлеүән тоҡомонан булғанлыҡтан, әрмән тарихында ошо бөйөк тоҡом (Гәрәй) шәжәрәһенең тәүге байтаҡ быуындары тураһында эҫе мәлендә мәғлүмәт яҙып ҡалдырылып һаҡланған. Бына ул сата ҡайһылай күҙаллана:
Гәрәй-шәке (Аршак) Һоробүре Бәһлеүән, 31 йыл батшалыҡ итә, унан ҡала — Арта-сос36 (Арташес, 26 йыл) — йәнә бер Гәрәй-шәке (Бөйөк Аршак, 53 йыл) — Гәрәй-шәкән (Аршакан, 30 йыл) — Гәрәй-шәнәк37 (Аршанак, 31 йыл) — Гәрәй-сос (Аршез, 20 йыл) — Гәрәй-шәп-ир (Аршавир, 46 йыл) ...
Шулай итеп, бөйөк Гәрәй-шәке шәжәрәһенең сылбыр осо ҡулыбыҙҙа, сылбырҙың һәр дүңгәләгенең тәхеттә ултырыу йылдары ла билдәле. Һәм шулай уҡ сылбыр башын — йыуасалы Гәрәй хандың, Грек-Бәктора тәхетен батырҙарса кире ҡайтарып алып, нисәнсе йылда үҙе менеп ултырыу, тимәк, шундағы шәкеләр шәжәрәһен башлап ебәреү ваҡытын да беләбеҙ: б.э. тиклем 129 йыл. Ошо йылға артабанғы һәр быуын шәкенең тәхеттә ултырыу йылдарын өҫтәп, ул заманда тәхеттә ултырыу ғүмерлек эш булғанлыҡтан, шуның аша уларҙың үлеү йылдарын да билдәләй алабыҙ:
Гәрәй-шәке Һоробүре Бәһлеүән вафат булмыш б.э. тиклем 98 й.
Арта-сос — б.э. тиклем 72 й.
Бөйөк Гәрәй-шәке — б.э. тиклем 19 й.
Гәрәй-шәкән — беҙҙең эраның 11 й.
Гәрәй-шәнәк — 42 й.
Гәрәй-сос — 62 й.
Гәрәй-шәп-ир — 108 й. (һулдан һүрәттә).
Гәрәй-шәп-ир
Шул заманда дүрт төрлө ырыу булған икән...
...Мәсем хандан бүләк ерҙә торған икән.
Тимәк, ырыу башлыҡтарына уларҙың ырыу ерҙәренең — изге Тора (Тәүрат) китабындағы Яхве (Дәү Хоҙай), тәүәрихтәрҙәге ярым ҡарыһүҙи Оғуз хан, тарихи Сыңғыҙ хан (ә аҙаҡ урыҫ “аҡ батша”һы) тарафынан “бүләк ителеү” алымы (берәгәйле үҙәккә бойондороҡлолоҡ ҡануны) бында ла күҙәтелә. Бөтә мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Бөйөк Ҡошандың дәүләт ҡоролошо, ошолай, борон-борондан килмеш тәгәрмәсҡалабыҙ (Арҡайым) рәүешендә үҙәкләштерелгән башҡорт дәүләтселлеге ҡанундарына бәйле: дөйөм ер тәүҙә ҡап-уртаға — Эске Башҡорт (әрмән тарихындағы “көньяҡ” ярты — башҡорт эпосындағы Сәмәр хан иле) һәм Тышҡы Башҡорт (әрмән тарихындағы “төньяҡ” ярты — башҡорт эпосындағы Мәсем хан иле) яҡтарына бүленеп, һәр ике ярты бер юлы тағы ҡап-уртаға бүленеүҙән бөтәһе дүрт юл-иләү — дүрт шәкелек хасил була. Шул уҡ ваҡытта һәр шәкелек эсендә өсәр тәүырыу (шәкенең үҙенең ырыуы һәм урындағы уға буйһонған ике бейҙең ырыуы) берләшкәнлектән, килеп сыға бөтөнө ун ике тәүырыу — башҡорт халҡыныңј ун ике тәүырыу берлеге. Иң өҫтә (берәгәй үҙәктә) бөтөнөһө өҫтөнән бойороп ултыра “дүрт ҡуллы” шәкен-шәк (император), йәғни уның “дүрт ҡулы” аҫтында — дүрт шәке, һәр шәкенең ике ҡулы аҫтында — ике бей, һәр бейҙең уң ҡулы аҫтында — батыр, һул ҡулы аҫтында — аҡһаҡал-шаман (йәки таман) һәм бармаҡ аралары — ырыу аралары... Затлы дүрт туғандың ошолай итеп һүҙ ҡуйышыуы, әлбиттә, үлере алдынан аталары әйтеп ҡалдырған васыятты тотоу нәҙере булғандыр. Бына ниңә был бүленеш дүрт нәҫелдә быуындан-быуынға ҡануни мираҫ ителәсәк, тырышып үтәләсәк, тип ҡабул ҡылалар. Һәм уларҙың һәммәһе лә затлы тоҡом — бөйөк Гәрәй-шәке Һоробүре Бәһлеүән шәжәрәһенән икәнлектәрен донъяға мәңге белдереү өсөн, дүрт туғандың һәр береһенә Гәрәй-шәке бабанан ҡалмыш Бәһлеүән (әрмәнсә Пахлав, фарсыса Пехлеви, ҡытайса “хэулэу-булэ” — бәһлеүән-бүлә) ләҡәбе беркетелә: Арта-сос Бәһлеүән, Ҡаран Бәһлеүән, Сүрән Бәһлеүән, Аҫаубағабатыр Бәһлеүән (әрмән тарихында аспахапет пахлав); һәм уларҙың тоҡомдары бөтәһе лә бәһлеүәндәр заты, тип йөрөтөлә. Ысынлап та, тап башҡорт эпосындағыса икән шул:
Дүрт ырыуҙың дүрт башҡа булған аты,
“Бәһлеүән” — һәр ҡайһының ата заты...
Әле генә исемдәре атап кителгән дүрт бер туған бәһлеүәндәрҙең һуңғыһының “Аҫау-баға-батыр” тигән, батшаларға хас булмаған исеменең ҡыҙыҡлы сәбәбе бар. Ул заманда унда тәхеткә ҡатын-ҡыҙ ултырмағанлыҡтандырмы, юғиһә әллә император ҡыҙының, Ҡошандың, үҙенең теләге буйынсамы, Ҡошан-бикә урынына уның Аҫаубағабатыр ләҡәпле ире шәке итеп ҡуйыла. Ә уның был ләҡәбенә килгәндә, был бик батыр яу башлығы — кавалерия сәрғәскәре (командующийе) булған, шуға күрә уға баяғы маҡтаулы “аҫау (ат) бағыусы батыр” ләҡәбе бирелгән булған һәм, шәке булып тәхеткә ултырғас та, шул ләҡәбе һаҡланған... “Ошо тәртиптәге уларҙың хакимиәте оҙаҡ йылдар буйынса, шәжәрәләре тамам өҙөлгәнсе дауам иткән”38. Ләкин хакимлыҡ итеүсе был дүрт тармаҡ араһындағы нәҙер-килешеү ҡайһылыр бер заманала боҙола: Сүрән Бәһлеүән шәкелеге менән Аҫаубағабатыр Бәһлеүән шәкелеге шәкеләренең, үҙәк ҡыҫымын тарһынып, сикәләре тартыша башлай: шәкен-шәк (император) ниңә был икәүҙең ҡулдарына ирек бирмәй, ә үҙенең үҙәк шәкелегенең йоғонтоһон сит илдәргә киңәйтә лә киңәйтә? Күрәһегеҙме, Үҫәргән диңгеҙе буйындағы ҡөҙрәтле Бүре-Өфө-өйө (Парфия иле) лә , Күк диңгеҙ яғындағы Бүре-әсә (Фарсы иле) лә оло аға Арта-сос бәһлеүән ырыуы шәкелегенең үҙенең генә елән итәге аҫтына инеп бара: тиҙҙән ундағы тәхеттәргә лә оло аға ырыуының кешеләре генә ултыртыласаҡ, ә быларҙың, кесе бер туғандарҙың, ырыуҙары һаҡал һыпырып ҡаласаҡ... Һәм йәшерен һүҙ ҡуйышалар: борон-борондан уҡ үҙҙәренең бүре нәҫелдәре бойороп ултырған Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетенә үҙ ырыуҙарының шәкеһен ултыртырға ла уның ҡул аҫтына баяғы Фарсыны ла ҡушырға. Кем белә, бәлки, Бөйөк Ҡошан империяһының да үҙҙәре яҡ ҡап-яртыһын айырып алып, үҙаллыланыу, үҙенә башҡа империя төҙөү ниәте лә булғандыр. Тәүге мәлдә ошо йәшерен эште, Ҡаран Бәһлеүән шәкелегенең шәкеһен дә күндереп, өстаған рәүешле башлауҙары ла ихтимал, сөнки был берҙән-берәүҙең (императорҙың) ҡыҫымынан арындыртҡыс дөйөм эшкә ул ырыу ҙа йылдам ҡатнашмай ҡалмаҫ, ә өстаған таймаҫ, тигән мәҡәл бар...
