- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
«Үҫәргән тәүәрихе»нән билдәле булыуынса, ХII быуатта был ҡәлғә тәхетендә атаҡлы баба Төкләҫтең улы Тора кенәз ултырған, тарихта ул Тора хан исемендә билдәле. Ул ултырған Тора ҡәлғәһенең нигеҙе әлегәсә һаҡланған — Өфө (боронғо Көн-Өфө) ҡалаһының «Йәшел сауҡалыҡ» санаторийына йәнәш Ҡариҙел сағылы түбәһендә ул. XII быуатта йәшәгән был Тора хандың ҡәбер кәшәнәһе уның хан йәйләүендә — Өфөгә терәлеп торған Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылы эргәһендә; ул да шулай уҡ әлегәсә һаҡланған, архитектор-белгестәр уны, ысынлап та, ХI — ХII быуаттар ҡомартҡыһы тип билдәләй (Б.Г. Калимуллин. Башкирское народное зодчество. Уфа, 1978; 114-енсе бит). Боронғо Башҡортостан дәүләтенең ҡоролошо хәҙерге төшөнсәһендә федерация тәшкил итеп, дәүләтебеҙҙең федераль үҙәге Көн-Өфө ҡалаһынан тороп идара ҡылыусы иң юғары хакимдарыбыҙ булған көнәсәгә (кенәзгә) илдең төрлө өлөштәрендәге ылыҫтарҙың (улустарҙың) хандары, ә хандарға — төбәктәрҙең (түбәләрҙәң) бейҙәре, мырҙалары буйһоноп торған. Был Әйлеләр шәжәрәһендә ап-аруҡ төҫмөрләнә:
Өфө ҡәлғәһен, Дим тамағын Тора хан (ул осорҙа Йеҙекәй батырҙың бер туған ҡустыһы Боҫҡон. — Й.С.) биләне.
Аҡтүбәне (хәҙерге Ырымбур. — Й.С.) Бажман хан (дөрөҫө — Баҫман йәғни Йеҙекәй батыр үҙе. — Й.С.) биләне.
Тауыт Яйыҡ тамағынан түбән Әлмәтле тауға (хәҙерге Татарстандың Әлмәт районы. — Й.С.), Камаға тиклем Жаған биләне. (Жаған хандың ҡәлғәһе, моғайын, хәҙерге Уральск ҡалаһы урынында булғандыр, сөнки шунда Яйыҡҡа ҡойған йылғаның исеме Жаған йәки Чаған. — Й.С.).
Сары Сабаҡты Баһуман хан биләне.
Инйәрҙе Хәким хан биләне.
Тубылды Күсем хан биләне.
Тораны (Тора тау янындағы Эстәрлетамаҡ?) Урыҫ хан (Уаҡҡас улы Мусаның улы Ырыҫ; уның ейәндәре, көсләп суҡындырылып, урыҫтарҙың Урусов дворян фамилияларын башлаған. — Й.С.) биләне.
Сим — Яйыҡ араһын Йәнбәк хан биләне.
Әй менән Үҙәнде Туҡтамыш хан биләне (Башкирские шежере [филологические исследования и публикации]. Уфа, 1985; 67-нсе бит).
Күренеүенсә, Тора хандан алып (ХII быуат) Мортаза улы Күсем ханғаса (ХVI быуат аҙағы) заманаларҙың мәғлүмәттәре хандар торған ылыҫтарға бәйләп теркәлгән бында. Шул ылыҫтарҙың хандары ла, төбәктәрҙең бейҙәре һәм мырҙалары ла Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең (ул «Үҫәргән тәүәрихе»ндә шаҡтай тулы бирелә) инсандарынан тәғәйенләнер булған. Шуға күрә Себер ханлығы хандарын дөйөм Башҡортостан тарихы контексында ҡарау ғына дөрөҫтөр.
Шулай итеп, Тайбуғаның улы Хужа, Хужа улы Мар сиратлаша тәхеттә.
Атаҡлы Йеҙекәй батырыбыҙ (Үҫәргән башҡорто) 1416 йылдан һуңыраҡ Ҡырым яғынан тыуған иленә әйләнеп ҡайтып, Бәләкәй Нуғай170 урҙаһын (баш ҡалаһы Һарайсыҡ) төҙөй ҙә тәхетенә үҙенең атаҡлы улы Нурадинды (эпостағы Мораҙымды) ултырта; үҙе хәҙерге Ырымбур ҡалаһы урынындағы Аҡтүбә ҡәлғәһендә урынлаша, ә Көн-Өфөнөң Тора ҡәлғәһенә, минең самалауымса, үҙенең ғәййәр бер ейәнен — Уаҡҡас Нәҙерғол улын тәғәйенләй һәм ул, Уаҡҡас, ҡәҙимгесә, Тора ҡәлғәһенә бәйле, Тора хан тип аталып китә; һәм боронғо тәүәрихтәрҙә, Көн-Өфө (Өфө) ҡалаһына бәйләп, Өфөк (Упаҡ, Ивак) хан тип тә яҙып йөрөтәләр уны.
Бына шул Йеҙекәй әйләнеп ҡайтҡан 1416 йылдан һуңыраҡ осорҙа, Есипов йылъяҙмалары буйынса, баяғы Тайбуғаның ейәне тип һаналмыш Марҙың «Өфөк батшаһы» (йәғни Уаҡҡас) ҡыҙына өйләнеүе билдәле.
Әммә ошонда ниндәйҙер ки билдәһеҙлек тә башлана, буғай. Сөнки, тарихсылар әлегәсә аса алмаған сәбәптән, бына шул ҡөҙрәтле Тора хан (Упаҡ), йәғни Уаҡҡас, ғәскәре менән Урал аша артылып, Сыңғыҙин ҡалаһын баҫып ала, кейәүе Марҙы үлтерә. Сыңғыҙин ҡалаһының исемен Тора тип үҙгәртеп (йылға ла шул тора исемен ала), шунда хан булып ултыра. Фажиғәле ваҡиғаның асылы нимәлә һуң?
Сиселмәҫтәй һорауҙарғы яуапты башҡорт тәүәрихтәренән табабыҙ.
