- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
Башҡорт “туған”ы татар
Беҙ – игеҙәктәр, тибеҙ...
Кешелек донъяһының иң сал дәүерҙәрен шаһитлаған бөйөк эпостарыбыҙ, ҡатлам-ҡатлам хазиналы тел байлығыбыҙ башҡорттарҙың бик боронғо халыҡ икәнлеген дәлилләй. Шуныһы менән ул төркилектең умыртҡаһын тәшкил итә шикелле. Һәм ошо дөйөм төркилектә үҙенең теле менән дә, моңо-мәҙәниәте буйынса ла, хатта йәшәгән тупрағына тиклем, башҡортҡа иң яҡын торған халыҡ бар — татар ул. Юҡҡамы ни Ҡазан, Иҙел ярҙарынан алып Ағиҙел, Дим буйҙарынаса ҡанатлы һүҙ талпына: «Башҡорт менән татар — бер ҡоштоң ике ҡанаты!» (М. Шәймиев). Һәм шул уҡ Ҡош Юлында: «Беҙ — игеҙәк туғандар!» — тигән тәмле-татлы шиғар ҙа йыш яңғырай...
Әммә асыһы ла арта: тымыҡ ҡына Ҡазан йылғаһы тамағында ошбу изге хистәребеҙҙе ҡазаларға тырышыусылар ҙа ишәйҙе. Ундайҙары, биғәйни, ҡуш ҡанатлы баяғы ҡоштоң һыңар ҡанатын ҡайырып ташларға яҫҡана...
Шуныһы бик имәнес: Иҙел аръяғында түгел, ә Ағиҙел биръяғында аҫаба башҡорт ата-әсәнән тыуып, Башҡортостандың түңәрәк имәне төбөндә хәләл башҡорт икмәген ашап үҫеп тә, шайтан таяғы күләгәһендә үҙ намыҫын һуҡыр тингә алмаштырған “йыраусы” бәғзе берәү, күҙ ҙә йоммай: «Бер миллион башҡорт-яуыз ете миллион татарҙы йота!» — тип баяғы үҙҙәре осорған ҡошҡа йылан ҡаяуын ҡаҙай (әстәғәфирулла тәүбә, бер башҡорттоң ҡарынына, бер түгел, ете татар башы-тояғы менән һыя икән дә!..), ә икенсе береһе, шәжәрәһенең һикһән һигеҙ быуыны ла аҫыл башҡорт балаһы, кәртә арттарынан ыҡҡан Ыҡ йылғаһы ҡабырыйында һыбыҙғыһын сыйнатып: «Ҡайда булдығыз сез, татарларым?!.» — тип ҡанлы күҙ йәштәрен ағыҙа. Һәм шуларға ҡушылып, Өфөбөҙҙөң һыңар устай өйөрөлмөш һоро ҡорт-яһилйәне зыҡ-ҡубып ҡоторона. Ниңә ҡотормаһындар, республикабыҙҙа полный хөрриәт! Ауыҙлыҡһыҙланған һөмһөҙҙәрҙән һорайһы ине лә бит: Ленин бабағыҙ ошбу башҡорттоң тере тәненән умырып алып Ыҡ аръяғында һеҙҙәргә биреп ҡалдырған өс йөҙ мең йән аҫаба башҡортто ҡайҙа иттегеҙ?!. Тик унһыҙ ҙа билдәле ғәмәлдәре. Фәҡәт был ярҙан тороп: «Ҡайҙа булдығыҙ һеҙ, башҡорттарым?!.» — тип сеңләүсебеҙ генә юҡ...
Үҙҙәре үк телдәренән төшөрмәгән ошо «игеҙәк туған»ын күрә алмай күҙҙәрен ҡан баҫҡан бәғзе бер йылғырйән «тарихсы»ларының, телсе «ғалим»дарының ялған тәңкә һуғыусыларҙыҡына тиң «асыш»тарынан иҫең-аҡылың китер. Уҙған йылда Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау алдынан һәм һайлағанда саманан ашып китте был баш-баштаҡлыҡ. Тыумыштан уҡ намыҫын юйған әфәнделәр барлы-юҡлы демоҡратияны күрәләтә хәтәр эшкә файҙалана: уткүршеһе Башҡортостан өҫтөнә, башҡорт халҡының башына көн-төн бысраҡ яла яғыу, ушат-ушат уҡшытҡыс әшәке ауҙарыу... Ҡабырсаҡтағы тыйылған ҡанды урлап эсеп күҙҙәре тонған мифик игеҙәк туғандар Урал менән Шүлгәндең бер-береһенә ҡанығыуы әлегәсә дауам итәме икән ни?.. Кем һуң беҙ?
Асылында хәҙер үҙҙәрен "татар" итеп йөрөүселәр кем ул? — Әтил һыуы буйында боронғо Болғар дәүләтен ҡорған болғарҙар (элекке башҡорт), башҡорттар һәм сыуаштар, һәм йәнә лә шуларҙың тоҡомдарына 1917 йылдан һуңғы "революцион" 1926 йылда советтар режимы декрет менән көсләп ҡушҡан һәм үҙ этносын мәжбүри оноттортҡан аҫаба башҡорттар улар. Донъяларҙы емереп-ҡороуға һәүәҫләнеп хакимлыҡ ҡылыусы ленин-сталинсылар ошо большевистик "винегрет"тың аймылышҡан зыялыларын ҡәүемдәре менән ҡуша "татар" булып яҙылырға күндерә — яһалма татар милләте барлыҡҡа килә. Миңә ҡалһа, тулыһынса төрки телле был кешеләр үҙҙәрен йә болғар, йә башҡорт, йә сыуаш тип атаһа дөрөҫөрәк булыр ине, сөнки улар үҙҙәренең тамыры һанаған атаҡлы Сыңғыҙхан заманы "тот-ар"ҙарына (тот-ирҙәргә) һис бер мөнәсәбәттәре юҡ, быны тарих иҫбатлай.
