- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
Артыш-ир (Күсәк бей)
Әммә хәл иткес сәғәттә Ҡаран Бәһлеүән
иләүенең ҡара фетнәгә ҡатнашмайынса
ҡалыуы, шул арҡала теге ике иләү кешеләре
тарафынан, дөйөм
эшкә хыянатсы рәүешендә,
дошман иләү (ырыу) һанала башлауы мәғлүм.
Һәр хәлдә, фетнә уңышлы барып сыға: 224
йылда Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетенә,
тәхет эйәһен (сығанаҡтарҙа ул ике төрлө
— Артабан
V
тип
тә, Артавазд
тип
тә ләҡәпләнә) үлтереп, үҫәргәнле
Бәк-сәсәндең
улы Бабаҡтан
(башҡорт эпосындағы “ир-Бабсаҡ”тан)
тыумыш улан ҡанға мансылған шул тәхеткә
Артыш-ир
(Арташир)
йәғни батырлыҡта атаһынан да арттырып ебәреүсе Ир ләҡәбе менән менеп ултыра. (Һүрәттә: Артыш-ир (Күсәк бей), Иран дәүләтен нигенҙләүсе башҡорт).
Был Артыш-ир, ысынлап та Ир икәнлеген бөтә донъяға күрһәтеп, баяғы боронғо Үҫәргән дәүләте Бүре-әсә (Фарсы) илен, Ҡошан империяһының йоғонтоһонан көс менән ҡайырып алып, үҙенең тәхете ултырған Бүре-Өфө-өйөнә (Парфияға) килтереп ҡуша һәм ошо Каспий диңгеҙенән алып Күк (Һинд) оҡеандың Бүре-әсә (Фарсы) ҡултығынаса йәйрәп-киңәйгән шәкелекте (шаһлыҡты) инде уны тәхеткә ултыртҡан баяғы “дөйөм эш”кә (фетнәгә) хыянат итмеш һәм үҙенең хас дошманына әүерелмеш Ҡаран Бәһлеүән (эпостағы Ҡарағөлөмбәт) иле Торанға (йәки Туранға — был атама Тора тау исеменән алынған) ҡаршы ҡуйып, үҙенең баяғы маҡтаулы “Ир” ләҡәбе менән ул киң илде (яңы империяны) “Ирән” — Иран тип атап ебәрә; тап бына шунан һуң тарихта бер-береһенә ҡаршы ҡуйылыуы менән бөтә донъяға билдәле Торан (Туран) иле һәм Иран иле төшөнсәләре барлыҡҡа килә, был иһә боронғо эпостарға, дастандарға (мәҫәлән, Фирҙүсиҙең “Шаһнамә”һенә) һеңешә. Ә ғәмәлдә Торандың да, Ирандың да байтәхеттәрендә ултырыусы шәкен-шәктәр (шаһин-шаһтар) шәжәрәләрен бер үк Үҫәргән шәкеләре тәшкил иткән, хакимлыҡ ҡылыусы һарайҙарҙың телдәре лә бер үк башҡорт теле булған (һуңынан ғына Иранда ул хәҙерге башҡорттарға аңлайышһыҙ иран-фарсы теленә әүерелгән). Шулай итеп, ул дәүерҙәге Бөйөк Ҡошан империяһы сифатында һынланмыш Торан иленең ғүмер баҡый ут күршеһе һәм ҡан ҡәрҙәше булған Бүре-Өфө-өйө (Парфия) кинәт кенә уға дошманлыҡлы Иран иленә әйләнә, ә Торан иленең баяғы “Ир” ләҡәбе менән Артыш-Ирҙе Иран тәхетенә ултыртышҡан фетнәсел ике шәкелеге шул Иранға буйһона39, тәхетендә ғәмәлдә шул уҡ Үҫәргәндең Сәсән бәге тоҡомдары ултырмыш сәсәдәр (сасаниды) Ираны барлыҡҡа килә. Ирандың был сәсән шәкеләр шәжәрәһе тоҡомдарының ысынлап та үсүн-үҫәргәндәр икәнлеген ҡытайлылар тарихы (Хань Шу, 96а бүлек) дөрөҫләй: “Сәсәндәр дәүләте шәкеһенең баш ҡалаһы Няофей (Көн-Өфө-өй. — Й.С.) үҙәнендә... халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, өҫ-баш кейемдәре үсүндәрҙеке менән бер. Малдары менән һыулы һәм үләнле ерҙәргә күсенеп йөрөйҙәр. Ғәмәлдә боронғо сактар улар” (ә сактар һәм үсүндәр — шул уҡ үҫәргәндәр бит).
Ҡошсо
улы Ҡот-Абыз
(Хосров)
Сығанаҡтарҙы сағыштырып ҡарағанда, боронғо ҡытайлылар яҙған, “үҙенән башҡа дүрт бейҙе буйһондороп, үҙен батша итеп иғлан ҡылған, һикһән-дән ашыу йәшәп үлгән Киоцзюкю”40 һәм әрмәндәр ҙә яҙған шундай уҡ шөһрәт-ле һәм тәржемәи хәлле, исем-ләҡәбе уларҙа ике төрлө яҙылышлы “батша Ҡосров//Хосров” (ҡош-ырыу йәғни Ҡошсо ырыуы тигән һүҙ, 217-252 йылдарҙа батшалыҡ итә)41 һәм шул дәүер Бөйөк Ҡошан импери-алдарына (тәңкәләренә) яҡты йөҙөн сырайлатып ҡалдырмыш Ҡош улы Ҡот-абыз (Кужула Ҡадфиз) — өсөһө бер үк әҙәм, үҙебеҙҙең (башҡорт) әлегәсә иҫән-аман Ҡошсо ырыуының исеме менән ләҡәпләнмеш шәкен-шәк (император) булып сыға: Киоцзюкю — Ҡош-шәке; Ҡосров һәм Хосров (икеһе бер) — Ҡош-ырыу; Ҡуджула — Ҡош улы (Бөйөк Ҡошан империяһының архитекторы тип йөрөтөлмөш императорыбыҙ). Тимәк, беҙгә таныш дүрт бала атаһы мәрхүм Арта-сос (Арташес) шәкенең (Хосров-Парвездың тип тә тоҫмаллайҙар) ҡыҙы Ҡошом-Буран бикәнән (был бикә бер йыл батша тәхетендә лә ултырған) “Ҡошсо” ләҡәбе алып дауамланмыш “Ҡошсо ырыуының улы Ҡот-абыз” тигән мәғәнәлә була был бөйөк императорыбыҙҙың ләҡәбе. Уның тәғәйен Ҡошом (Ҡошсо) ырыуынан сыҡҡанлығы үҙ заманында тап шул Ҡошом-ҡыҙ өлөшөнә тейгән 3-сө шәкелеккә (тимәк, тарих менән эпосты ҡатнаштырып әйтһәк, Хосров-Мәсем хан ырыуы ерҙәренә) яҡын — хатта терәлеп торғандай итеп башҡорт эпосындағы Ҡарағөлөмбәт (әрмәнсә, Ҡаран — 4-се шәкелек) ырыуы ерҙәренең күрһәтелеүе менән дә дөрөҫләнә:
Д
Мәсем ханға ерҙәре яҡын булған...
Тимәк, был Хосров-Мәсемде тыуҙырған Аҫаубағабатыр Бәһлеүән (Ҡошом) шәкелеге менән Ҡарағөлөмбәтте тыуҙырған Ҡаран Бәһлеүән шәкелеге бер-береһенә терәлешеп торғандар — ут күршеләр булған икән. Тарих менән эпос бергә төйнәлмеш ошо тәңгәлдә, күренеүенсә, заманында дүрт бер туған йөкмәгән нәҙер буйынса, шул дүрткә саталанмыш шәжәрәнең фәҡәт Арта-сос сатаһына тейешле шәкен-шәк (император) тәхетенә, ни сәбәп менәндер, быға “тейешһеҙ” Ҡошом (Ҡошсо) сатаһының кешеһе менеп ултырған булып сыға — заманаһы шулай ҡушҡандыр инде... Империяның бер юлы бөтә төбәктәренең, шул иҫәптән Әрмәнстан тигән төбәктең дә, шәкеләре өҫтөндәге шәкен-шәкеһе (шаһин-шаһы) булған был Ҡошан императоры боронғо әрмән тарихында, баяғыса, әрмән күҙенән ҡарап, Ҡосров һәм Хосров (йәғни Ҡош-ырыу) тип тә, Тиридат II (217-252 йй. батшалыҡ итә) тип тә ләҡәпләнә лә, бәғзеләргә, Әрмәнстандың ғына батшаһы булған икән ул, тип яңылыш һығымталарға юл ҡалдыра. Хосровтың әгәр Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) икәнлеген һөйләмеш баяғы мәғлүмәттәрҙе таныһаҡ, ошо хата юйылыр, Бөйөк Ҡошан империяһы тарихындағы байтаҡ серҙәр, аҡ таптар асыҡлана төшөр...
Т
Ҡошом-Буранбикә
Ҡошом-Буранбикә
Ҡошом-Буранбикә
Ҡошом-Буранбикә
