Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
СОЧИНЕНИЯ XIII ТОМ.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
20.09 Mб
Скачать

Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек

Бөтә булған мәғлүмәттәргә таянһаҡ, Бөйөк Ҡошан империяһының, Гәрәй-шәп-ир вафатынан һуң, дүрт шәкелеккә бүленеше ошолай күҙаллана:

1-се шәкелек —империя баш ҡалаһы Бәһл-Шәкестан урынлашмыш хәҙерге Афғанстан төньяғы, Һиндостан төньяғы һәм төньяҡҡа табан Урта Азияның Амударьяғаса ерҙәрен үҙ ҡанаты аҫтына алған. Көнсығышта — Ҡытай, Көнбайышта Бүре-Өфө-өйө (Парфия) сиктәре. Шәкеләрҙең Арта-сос Бәһлеүән иләүе биләмәһе был. Арта-сос Бәһлеүән шәке үҙе, дүрт бер туғандарҙың нәҙере буйынса, бөтөн дүрт шәкелек өҫтөнән шәкен-шәк булып күтәрелгәнлектән, был шәкелеккә шәке итеп империя тәхете мираҫсыһы — шәкен-шәктең улы йәки, әгәр улдары булмаһа, берәй яҡын туғаны тәғәйенләп ҡуйылған булһа кәрәк. Был 1-се шәкелектәге төп өс ырыуҙың береһенең (Танғауыр) һәм уның батырының (Тимерҡотло) исемдәре башҡорт эпосы буйынса беленә:

Танғауыр бер ырыуҙың исеме булған,

Иген икмәк уларҙың кәсебе булған;

Тимерҡотло исемле эстәрендә

Ғәйәт мыҡты бәһлеүән кеше булған.

Танғауырҙар Алыҫ Көнсығыш яғынан был тарафҡа б.э. тиклем 129 йылда баяғы бөйөк Гәрәй хандың йыуасалылар иләүендә килгәндер; Р.Ғ. Кузеев та уларҙың бында Монголия яҡтарынан үтеп инеүен күрһәтә3. Танғауырҙар үҙҙәре лә Алтайҙан бүре юлбашсылығында килеүҙәрен һөйләгән4. Тимәк, танғауырҙар — бүре тоҡомдары һәм, йыуасалылар һымаҡ уҡ, Үҫәргәндең бер сатаһы. Этнонимдары ла шуны дөрөҫләй: атан-аҡ-абар (ата-аҡ-бүре) — танаҡабар, Танғауыр, йәғни һуңғыраҡ дәүерҙә Ҡытайҙың Тан (Атан йәғни ата-аҡ-бүре, Танғауыр) империяһын (618-907) нигеҙләүселәр һәм император булып ултырыусылар. Академик Н.И. Конрад яҙыуынса5, I быуаттан башлап Урта Азиялағы Ҡошан батшалығынан Ҡытайға үтеп инә башлаған яңы дин буддизм Тан империяһының аҫыл һөйәктәренең һәм императорҙарҙың үҙҙәренең ярлыҡауы арҡаһында көсәйә”... Шуныһына ла иғтибар итәйек: ошо шәкелектән күтәрелмеш императорыбыҙ Ҡош улы Ҡот-абыз (Кужула Кадфиз) тигәндәре — императорға бирелгән ләҡәп йәғни императорҙың рәсми имзаларының береһе булып (ҡытайлы тарихсылар ғына ла уның бер юлы биш имза-ләҡәбе барлығын яҙған), уның ата-әсәһе ҡушҡан исеме, моғайын, ул мөҡәддәс малайыбыҙ мөсәлдең мәсен (маймыл) йылында тыуғанғалыр, Мәсен булған булырға тейеш; йәнле телмәрҙә был исем, тора-бара, һуңғы “н” өнө “м”лашып, Мәсем тип әйтелеп киткән (эпосыбыҙҙағы Мәсем хан)...

2-се шәкелек — биләмәләре беренсе шәкелектең көньяҡ сик буйына терәлә урынлашып, үҙ эсенә хәҙерге Афғанстандың — көньяҡ, Ирандың — төньяҡ өлөштәрен һәм Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия ерҙәрен ала һәм ул ваҡыттағы Рим империяһының көнсығыш сиге буйлап ятҡан һәм уға буйһонған Сүр өйөнә — Сүрияға тиклем барып тоташа. Ана шул “Сүр”гә бәйлелер, был шәкелектең шәкеһенең, йәғни шәжәрәнең дүрт сатаһы башлыҡтарының береһенең, ләҡәбе Сүрән Бәһлеүән тип атала (“Сүр” — “Үҫәргән”, тимәк; Сүрән — Сүрия яғы, империяның көньяҡ осо). Шәкелектең ул саҡтағы бер ырыуының (Тамъян) һәм уның батырының (Тамъян) исем-ләҡәбен шулай уҡ башҡорт эпосынан алып беләбеҙ:

Тамъян — икенсе ырыу атын әйтәм,

Төшөнөрһөң барыһын атап әйтһәм;

Батырының исеме Тамъян булған,

Белерһегеҙ, тигеҙ ҡылып таҡлап әйтһәм...

Тамъяндар иһә Танғауыр ырыуының бер ҡанаты булып, был яҡтарға, үҙҙәре һөйләүенсә, “Алтай яҡтарынан” баяғы бөйөк Гәрәй ханыбыҙҙың Йыуасалы иләүендә килгәндәр булһа кәрәк. Р.Ғ. Кузеев та бит ғәмәлдә ошо фекерҙә тора6. Этнонимдары ла танғауырҙарҙыҡылай: атаб-аҡ-ан (“ан” — сығанаҡ килеш ялғауы; тимәк, “атам-аҡ”тан тыуған” тигән һүҙ) — атабаған — атамайан, Тамъян; шул уҡ ата-аҡ-бүре балалары — Үҫәргән сатаһы икәндәр. Ошо атаб-аҡан этнонимы борон атаб-аҡас тип тә әйтелгәнлектән, — атабаҡас — табаҡас, Табғас һәм атаба — Таба (ҡытайса, Тоба) формаһы ла булғанлыҡтан, Тоба, Тува, Түбә тип тә йөрөткәндәр уларҙы һәм шул исемле батшалыҡтары ла булған бер заман төньяҡ Ҡытайҙа. Табғастарҙың (йәғни тамъяндарҙың) бөйөк юлбашсыһы Таба ағай (ҡытайса Тоба гуй) 397 йылда ҡытайлыларҙың Һуңғы Янь батшалығын ҡыйратып, урынына табғастарҙың (тамъяндарҙың) Төньяҡ Бай (Северная Вэй) империяһын (397-439) төҙөй һәм үҙе уның беренсе императоры була.

3-сө шәкелек — Амударья менән Сырдарья аралығын биләй; көнсығыштан Етеһыу аралығы, Иртыш буйҙары, көнбайыштан Арал диңгеҙе менән Каспий диңгеҙенең көнсығыш яр буйҙары шуға керә. Бүре-Өфө-өйө (Парфия) уға ут күрше булып тора. Был биләмә баяғы бөйөк Гәрәй хан шәжәрәһе дүрт тармағының Ҡошом — Аҫаубағабатыр Бәһлеүән өлөшөнә тейгән һәм, бәлки шуғалыр ҙа, ундағы бер йылға Ҡош-аға-дарья — Ҡашҡадарья тип исемләнгән. Шәкелектең ул саҡтағы ырыуҙары араһындағы бер ырыуының (Ҡыпсаҡ) һәм уның батырының (Бабсаҡ) исем-ләҡәбен дә башҡорт эпосы әйтә:

Өсөнсө ырыу исеме булыр Ҡыпсаҡ,

Белерһегеҙ, баян итеп яҙып ҡуйһаҡ;

Эстәрендә бер батыр булған икән —

Фил мөсәлле, арыҫлан йөрәк, исеме Бабсаҡ...

Р.Ғ. Кузеев та ҡыпсаҡтарҙың Иртыш буйы далаларында йәшәүен, шул яҡтарҙан көньяҡҡараҡ (Сырдарья буйҙарына) һәм көнбайышҡараҡ (Иҙел-Волга буйҙарына) күсенеүен яҙа7 бит — был хәл, моғайын, Бөйөк Ҡошан империяһының әлеге өсөнсө шәкелегендә ҡыпсаҡтарҙың берегеп йәшәү осоронда булғандыр. Эпостағы ҡыпсаҡ ырыуының батыры Бабсаҡ, тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, был өсөнсө шәкелектең Ҡыпсаҡ ырыуы батыры итеп, ул вазифаға, ҡыпсаҡтарҙың үҙ араһынан түгел, ә уларға ут күрше дүртенсе шәкелектең империя күләмендә хакимлыҡ итеүсе Үҫәргән ырыуынан килтереп ҡуйылған кеше һәм, анығыраҡ әйткәндә, шул дүртенсе шәкелектең шәкеһенең, үҫәргәнле Бәк-сәсәндең, улы булған ул. Ҡеүәтле Үҫәргән ырыуының ул саҡтарҙа ҡыпсаҡтар һ.б. өҫтөнән бойороуын (тимәк, ҡыпсаҡтарҙың һ.б. түрәлек вазифаларына ла үҙ кешеләрен ҡуйыуын) “Мүйтән бей тураһындағы йыр”ында халыҡ хәтере ныҡ һаҡлай:

Бөтә башҡорттар буйһонған мүйтәндәргә —

Үҫәргәндәр ишәйгәндәр күп һандарҙа,

Бөрйән, Ҡыпсаҡ бейҙәр буйһонған уларға,

Йөҙ тамғалы башҡорт артылған Уралға8...

Боронғо Ҡыпсаҡ ораны “Атаҡа”ға (“Ата-аға”ға) Үҫәргән ораны “Асаба”ның (“Әсә-апа”ның) ялғаныуынан “атаҡа-асаба” — дөйөм башҡорт халыҡ ораны “Тоҡсаба” хасил булыуы ла тап шул үҫәргәндәр өҫтөнлөк иткән Бөйөк Ҡошан осоронан ҡалғандыр...Үҫәргәндең (“Күсәк бей”ҙәге “хаин”дың) ана шулай ишле-ҡеүәтле “туп” булып ныҡ “туп”ланыуын эпос та аныҡ һөйләй:

Ул ваҡыт хаин ырыуы туп булыпты...

Шәкелектәрҙәге көс-ҡеүәт нисбәте дүрт ырыу батырҙарының, Мәсем хан ораны буйынса, яу ҡырына нисәшәр балуан (батыр) алып килеүҙәрендә лә күренә: Тимерҡотлоноҡо — йөҙ һикһән, Тамъяндыҡы — йөҙ илле, Бабсаҡтыҡы — һигеҙ, ә үҫәргәнле Ҡарағөлөмбәттеке өс йөҙ алтмыш балуан булған...

4-се шәкелек — көньяҡ сиге Сырдарьянан алып төньяҡ сиге Ҡар диңгеҙенәсә (Төньяҡ Боҙло оҡеанғаса) арауыҡты иңләп алып, Урал — Алтай, Иҙел — Кама буйҙары, Каспий диңгеҙенең төньяҡ яры, Төньяҡ Ҡафҡаз кергән был биләмәгә. Ошо ерҙәр баяғы бөйөк Гәрәй хан шәжәрәһе дүрт сатаһының Ҡаран Бәһлеүән өлөшөнә тейгән, “Ҡаран” ләҡәбе лә, бәлки, Ҡар диңгеҙенә һәм шул Ҡар яҡтан ағылмыш Ҡаран һыуға (хәҙерге Ҡариҙелгә) бәйле булып танылған. Үҫәргәндең шул ҡарлы-ҡараңғы яҡтарғаса таралыуының билдәләре тарихта ла, халыҡ һәм ер хәтерендә лә ярылып ята: үҫәргәндәрҙең Болғар ҡалаһы һәм дәүләте, Кама йылғаһы (Үҫәргәндә Ҡама араһы бар), Бишбүләк (Үҫәргәндең биш бүлеге) башҡорттары, Бөрө (бүре — үҫәргәндәр дәдәме) йылғаһы һәм ҡалаһы, Аҫҡын районының Сураш (Үҫәргән араһы Сураш) башҡорттары... Шәкелектең ул саҡтағы (эпостағы) бер ырыуының (хаин йәғни бүре - Әсә-бүре тоҡомо Үҫәргән) һәм уның батырының (Ҡарағөлөмбәт) исем-ләҡәбен шул уҡ башҡорт эпосынан беләбеҙ:

Дүртенсе ырыу аты хаин булған,

Мәсем ханға ерҙәре яҡын булған...

...Башлыҡтары Ҡарағөлөмбәт батыр булған...

“Мәсем ханға ерҙәре яҡын булған”, — тигәндән, баяғыса, тарихтағы был дүртенсе Ҡаран Бәһлеүән шәкелеге менән Ҡош-улы Ҡот-абызды (эпостағы Мәсем ханды) тыуҙырмыш өсөнсө шәкелек Ҡошом — Аҫаубағабатыр Бәһлеүән шәкелеге бер-береһенә терәлеп үк тормош, йәғни ут күршеләр икәнлеге аңлашыла. Изге Тора тауыбыҙ балҡып торған, шуның сәбәпле боронғо Торан (Туран) иленең мәркәзе булған был шәкелекте бабаларыбыҙ, “Урал батыр” эпосындағы миһырбанлы Һомай хоҙайбикә исеме менән, Һомай иле (боронғо ҡытайлылар тарихындағы “Һомай дәүләте”, ә Көнбайыш тарихсылары яҙмаларында — Һоман йәки Ҡоман иле) тип тә исемләп йөрөткән. Ошо илдең ысынлап та конфедератив ҡоролошло Бөйөк Ҡошан (ҡытайса Тухоло, Тохар) империяһының тәбиғи бер өлөшө икәнлеген дә дөрөҫләй ул ҡытайлылар яҙып ҡалдырған сал тарих: “Һомай дәүләте, икенсе төрлө ул Дим-Шишмә йәки Ҡаған иле тип тә исемләнә; ә Юань Вэй (Төньяҡ Бай, б.э. 386-534 йй.) дәүләте осоронда ул Бохэ (бүре йәғни үҫәргәндәр — Й.С.) тип йөрөтөлгән, шулай уҡ боронғо Тохар (башҡорт йәғни Бөйөк Ҡошан. — Й.С.) дәүләтенең өлөшөн тәшкил иткән... Ундағы тау мемерйәһендә (Шүлгәнташта! — Й.С.) тылсымлы ат (Аҡбуҙат! — Й.С.) йәшәй, йыл һайын аттарын шул мәмерйә эргәһендә көтәләр, һөҙөмтәлә мотлаҡ данлыҡлы тоҡом ҡолондар тыуа” (Бэй Ши, 97). Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, әйтеп үткәйнек инде, был дүртенсе шәкелектең шәкеһе ул заманала үҫәргәнле Бәк-сәсән булған (3-сө шәкелектең Ҡыпсаҡ ырыу батыры итеп ҡуйылмыш Бабсаҡтың атаһы). Эпосыбыҙҙа Үҫәргәндең хаин тип, ә баяғы яҙма тарихта ла “вәғәҙәһен боҙоусы” тип исемләнеүенең, һәм ул ырыу ләҡәбе “хаин”дың тап шул “вәғәҙәһен боҙоусы” мәғәнәһендәге “хаин” һәм “хыянатсы” һүҙҙәренә әйләнеүенең тарихи сәбәбен һуңғараҡ аңлатырбыҙ.

Дүрт ырыу (шәкелек) биләмәләрен ошолай урынлаштырыу был ырыуҙарҙың борон ҡайҙарҙа йәшәгәнлектәрен хәтерләтеүсе башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады һ.б. тарихи мәғлүмәттәр менән дә дөрөҫләнә42. Бөйөк Ҡошан империяһының (эпостағы Мәсем хан дәүләтенең) көнбайышында, ул саҡтағы донъялағы иң шәп ҡоралланған һәм яугир ғәскәренең үткер уҡ-һөңгөләре менән Рим империяһының ҡабырғаһына ҡаҙалып, үҙаллы йәшәмеш ҡан ҡәрҙәш дәүләт Бүре-Өфө-өйө (Парфия) көн күргәнен һәм уның башҡорт эпосындағы Ураҙ хан иле икәнлеген дә әйткәйнек. Ҡан ҡәрҙәш, Башҡорт, сөнки эпосыбыҙҙа атала бит:

Мәсем хан менән Ураҙ хан ҡатар булған,

Нәҫеле икәүенең дә Башҡорт булған;

Йыл һайын бәйге яһап, балуан һайлап,

Икәүе уйын уйнап ятыр булған.

Был мәғлүмәт асылда СССР ҡыҙыл империяһының рәсми тарихсылары раҫлауҙарына ла ҡаршы килмәй, сөнки б.э. тиклем 247 йылда уҡ үҙаллы Парфия дәүләтен төҙөүселәр итеп “шул тирәләге Гәрәй-шәке (Аршак) етәкселегендәге күскен ҡәбиләләр”ҙе билдәләй улар43, ә борондан уҡ башҡорттарҙың бер өлөшөнөң “шул тирәлә” күсмә тормош ҡороуы һәм бер быуаттай һуңғараҡ шул яҡтарҙа Бөйөк Ҡошанды нигеҙләүсе йыуасалы-башҡорт Гәрәй-шәкенең дә шул бер үк баяғы Парфия Гәрәй-шәкеһен тыуҙырмыш бүре-шәкеләр (Үҫәргән) ырыуынан сығыуы зыялы һәр кемгә мәғлүм. Ул боронғо замандарҙа Каспий диңгеҙе лә Үһәркән (Һәркән, Һирҡан) йәғни Үҫәргән тип исемләнгән бит, һәм бөтә тирә-яҡ яр буйҙары тап ана шул Әсә-бүре тоҡомло Үҫәргән ере булған. Шуға күрә лә ул ерҙәрҙе Геродот замандарынан уҡ географтар Үһәркән (Һирҡан) иле, йәки Ил-бүре-әсә (Эльбурс) тип билдәләгән; һуңғы исем географик карталарҙа мәңгелеккә тороп ҡалған: Каспий көньяғындағы Ил-бүре-әсә (Эльбурс) тауы һәм шул уҡ Каспий көнбайышындағы икенсе Ил-бүре-әсә (Эльбрус)... Үҫәргәндәрҙең Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләте ғәскәрҙәренең заманында донъялағы иң көслө һәм яҡшы ҡораллы булғанлығын, боронғо латин тарихсыларына таянып, Францияның бөйөк аҡыл эйәһе һәм гөмансыһы (гуманисы) М. Монтень (ХVI быуат) ифрат һоҡланып яҙа: “Римлыларҙың һуғыштарында ҡайнашып тәрбиәләнгән Аммиан Марцеллин парфяндарҙың римлыларҙыҡынан ҡырҡа айырылып торған ҡоралланыу үҙенсәлектәрен ҡыҙыҡһындыртҡыс билдәләй. Улар, тип хәбәр ҡыла ул, ҡаурыйҙарҙан туҡылғандай еңел, хәрәкәттәрен тотҡарламаусы һәм бер үк ваҡытта шул тиклем дә ныҡ сифатлы көпләмә (броня) кейерҙәр ине — беҙҙең һөңгөләр уларға ҡаҡлығып сирғынылар... Уларҙың аттары көр, түҙемле ине; һыбайлылар үҙҙәре иһә баштан-аяҡ ҡалын тимер ҡабырсаҡтар менән ҡапланған — улар (тимер ҡабырсаҡтар) шундайын да оҫта йәтешләнгәндәр ки, кәрәк саҡта теләгән яҡҡа бөгөлөп-һығылалар. Былар ниндәйҙер тимер кешеләр икән, тип уйларлыҡ ине; баштарына кейгән ҡашҡалары (каскалары) йөҙҙәренең килбәтенә һәм өлөштәренә шул тиклем дә теүәл йәпләшеп тора ине ки, фәҡәт күҙ, йәки танау тәңгәлендәге бәләкәй түңәрәк тишектәре аша ғына сәнсеп була ине уларҙы”:

Уны кейгән тәнгә йәпләнеп терелмеш

Һығылмалы буталға бер ҡарауҙан ҡотоң осор;

Тимер үтәләй һулаусы тимер кешеләр килә, тип уйларһың...

Аттары ла көпләнгәндер тап шулай:

Тимер күкрәктәре менән дөрөп ябырылалар,

Яндарын да япҡан тимер кейем һаҡлай уларҙы”9.

Баяғы беҙ тоҫмаллап урынлаштырған шәкелектәр буйынса күҙ йөрөтөп ҡараһаҡ, Парфия иле (Ураҙ хан) көнсығыштан — беренсе шәкелек менән, ә төньяҡтан — өсөнсө шәкелек (һәм ундағы Ҡыпсаҡ ырыуы) менән сиктәш (ут күрше) булған:

Ураҙ хан Ҡыпсаҡ ырыуын яратыпты,

Барына инғам-ихсан таратыпты;

Ҡыпсаҡтарҙың батыры Бабсаҡҡа

Тапшырып, илен-йортон ҡаратыпты...

Һуңғы ике юлда, моғайын, эпос батыры Бабсаҡтың йәғни тарихи Бабаҡ (Папак) батырҙың, ҡулына Парфияның (буласаҡ Ирандың) яйлап ҡына ҡала барыуы сағыла...

Ураз хандың Йәмилә атлы ҡыҙы булған,

Ҡуй эсендә алтын тояҡ ҡуҙы булған,

Ҡыпсаҡтарҙың батыры Бабсаҡҡа

Ҡыҙымды бирәм” тигән һүҙе булған...

Һәм бына бер заман, шул һүҙе бойомға ашып:

Ир-Бабсаҡ Йәмиләне алып ҡайтҡан...

Шиғырҙағы Бабсаҡ батырға маҡтаулы ләҡәп итеп йәбештерелгән һәм эпос буйынса гел ҡупырайтып ҡабатланған Ир” һүҙенә иғтибар ҡылығыҙ — Ир-Бабсаҡ ҡулынан тыуасаҡ Ир-ан (Иран) империяһының шәүләһе, исем-шәриф башы ул... Шулай итеп, Бүре-Өфө-өйө (Парфия) батшаһы Ураҙ хандың ҡартайып әлһерәй барыуы асыҡ күренә; һәм уның аҫтынан тәхетен кейәүе файҙаһына тайҙыртыу өсөн, дипломатик сара итеп, айырым төркөм тарафынан уларҙың ғаилә мөнәсәбәттәре лә оҫта файҙаланылған, булһа кәрәк, — ошонда ята тарихи һәм эпик низағтың башы. Иң мөһиме, башҡорт эпосы “Күсәк бей”ҙә әйтелмеш һәм тарихи Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) императорыбыҙ заманындағы Бөйөк Ҡошан империяһының конфедератив бәйлелекле берәгәй өлөштәре булмыш баяғы “дүрт ырыу” ерҙәренең (дүрт юлдың) ҡитғабыҙҙа ҡайһылайыраҡ урынлашҡанлығы тергеҙелде әлегә мөмкин булғанса. Күренеүенсә, башҡорт халҡының нигеҙ ташын тәшкил иткән игеҙәк тәүырыу Үҫәргән менән Башҡорт ул саҡта ла үҙҙәренең донъя яратылғандан уҡ ҡанунлашҡан тарихи ерҙәрендә торған икән дә һаман. Шуныһын да онотмайыҡ: донъя яратылғандан уҡ стратегик әһәмиәтле Көн-Өфө юлы менән Ҡуңыр-Буға юлы армыттары игеҙәк ырыу Үҫәргән менән Башҡортҡа уртаҡ булған; ҡитғаның барса дүрт, һуңынан һигеҙ һәм ун ике тарафына ла тартылмыш ул армыттарҙың һәр береһенән барлыҡ ырыуҙар ҙа иркен йөрөгән. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: башҡорт ҡарыһүҙендәге (мифологияһындағы) Донъя-Ғаләм-Тереклек яратылышынан уҡ бар нәмәнең бөтөнлөгөнөң тигеҙ ике яртынан хасиллыҡ ҡағиҙәһе (көн һәм төн, Күк һәм Ер, әсә һәм ата, Үҫәргән һәм Башҡорт, Эске Башҡорт ере һәм Тышҡы Башҡорт ере, Көн-Өфө юлы һәм Ҡуңыр-Буға юлы һ.б.) ошо Ҡошан империяһы биләмәләренең, баяғы беҙ ҡулланған әрмән тарихы буйынса ла (65-се бит), төп ике яртыға төркөмләнеп бирелешендә лә сағыла: Төньяҡ” ярты һәм “Көньяҡ” ярты (тимәк, ҡәҙимге Тышҡы Башҡорт һәм Эске Башҡорт). Боронғо башҡорт йәмғиәт ҡоролошон, тарихын белмәүселәрҙе был аптырашҡа ла һала. Әйтәйек, аныҡ ҡына билдәләүе ҡыйын булған ҡайһылыр бер үк осорҙа Бөйөк Ҡошан тәңкәләренең бер юлы ике хаким исеменән һуғылыуын (ә бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыямы?!.) тәңкәләрҙәге бер “дәлил”гә — хаким ләҡәп-титулының бер үк заманда ике төрлө (Васудева һәм Канишка III44) булыуына таянып билдәләй ғалимдар. Ләкин бер һорау борсой: ул ике ләҡәп (Васудева һәм Канишка III) артында ысынлап та ике шәхес торамы, әллә ул бер үк шәхес-императорҙың бер юлы йөрөткән ике төрлө ләҡәбе генәме?.. Сөнки бөйөк империяның иң нығынған, сәскә атҡан осоронда уның ҡап-уртаға үҙаллыланып бүленеүе, берәгәй-берәү урынына бер юлы ике император пәйҙә булыуы мөмкинме ни?! Юҡ, әлбиттә, сөнки Ҡошан тәхетендәге бер үк императорҙың бер юлы биш ләҡәпкә эйә булыуын да яҙып ҡалдырған бит ҡытайлылар. Төпсөрләп ҡарағанда, ысынлап та, Васудева — Абызи-түбә (йәки Боҙ-тау — изге Тора тауҙың ләҡәбе) ул; ә мәғәнәләре буйынса Абызи (Башҡорт тигән ләҡәп) һәм Боҙ (шул уҡ Башҡорт) — икеһе лә баяғы “төньяҡ” (Тышҡы Башҡорт яҡ) яртыны аңлата бит. Абызи-түбә (Васудева) ғали йәнәптәре, тимәк, үҙенең тыумыш-сығышы йәки идара итеү урыны буйынса “төньяҡ” яртыға ҡараған император (ә, бәлки, ҡайһылыр бер осорҙа,“төньяҡ” ярты өсөн — Васудева, ә “көньяҡ” ярты өсөн Канишка III яҙылып та йөрөгәндер?!). Ә ул “төньяҡ” ярты иһә шул уҡ әрмән тарихында Карэн атала, йәғни үҙебеҙсә Ҡаран — ҡар иле, ҡараңғы яҡ — баяғы 3-сө шәкелек һәм 4-се шәкелек араһындағы сик һыҙығы һаналмыш Сырдарья һыуының төньяғы булып сыға (Урал). Ә асылында кем һуң ул Абызи-түбә (Васудева), ҡайһы йылдарҙа ултырҙы икән тәхеттә? Япон ғалимы К. Эноҡи төҙөгән хронология буйынса, б.э. 217-241 йылдар менән билдәләнә ул осор, тимәк, беҙ белгән шул уҡ бөйөк императорыбыҙ Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) — Хосров осоро, имеш: Васудева менән ул икеһе бер үк шәхес. Хатта төп-нигеҙ ләҡәптәре лә тап килешә — икеһе лә Абызи (Абыз). Ҡытай тарихы иһә шуныһын уғата асыҡлап дөрөҫләй: Ҡытайҙың Вэй батшалар шәжәрәһе һарайына 230 йылдың 5 ғинуарында “Дәү Йыуасалы” (Бөйөк Ҡошан империяһы) императоры Абызи-түбәнең (Васудеваның) илселеге килеп еткән һәм, өҫтәүенә, Ҡытай йылъяҙмасылары уның ләҡәбен дә, әлеге беҙ белгәнсә, Поҙиао — Боҙ-өйө тип яҙып ҡалдырған45. Тимәк, тарихи әҙәбиәттәге Ҡуджула Ҡадфиз, Хосров, Васудева ләҡәптәре менән бер үк шәхес атап йөрөтөлә — 217-252 йылдарҙағы Бөйөк Ҡошан императоры Ҡош улы Ҡот-абыз. Ә ғәмәлдә ошо уҡ әҙәм башҡорт эпостарындағы (“Күсәк бей”, “Аҡбуҙат”) атаҡлы Мәсем хан да икәнен әйтә биреп ҡуйғайныҡ. Тимәк, уның император тәхетле мәркәзе лә, ҡайһылыр бер осорҙа, ҡытайҙар яҙған баяғы Боҙ-өйө” (Тышҡы Башҡорт) яғындараҡ — бәлки, хәҙерге Тора тау һәм Мәсем тауы тирәһендә булғандыр һәм ул аҙаҡтан, халыҡ хәтере һаҡлағанса, ысынлап та шул Мәсем тауға ерләнгәндер?.. Ә инде икенсе ләҡәп Канишка — Көни-шәке тигәнгә килһәк, исеменән үк күренеүенсә, баяғы “Көньяҡ” (Эске Башҡорт яҡ) яртының шәкеһе, тигәнде аңлата ул; йәки, анығыраҡ әйткәндә, бер үк ваҡытта империяның “Көньяҡ” яртыға төркөмләнмеш бейлектәренең дә шәкен-шәкеһе, тигән һүҙ; ә асылында ике яҡ өсөн дә бер үк бойороусы Ҡош улы Ҡот-абыздың императорлыҡ ләҡәптәренең береһе. Был “Көньяҡ” ярты ла шул уҡ әрмән тарихындағы Сурэн, йәғни үҙебеҙсә Сүрән — сүр (һыу-һүл, йылы яҡ) иле булып сыға — Сырдарья һыуының аръяғы, көняғы (Сүриә иленәсә булған арауыҡ).

Хаин” ырыуы хаҡында

Сал эпостың ике ырыу вәкилдәрен ошо һуңғы быуатҡаса үҙ-ара аймылыштыртҡан, ошо көндә лә фольклорсыларға ауыр мәсьәлә булып ҡалған “дүртенсе ырыу... хаин”дың кемлеген, ысынлап та үҫәргәнлеген ентеклерәк барлайыҡ. Билдәле булыуынса, башҡорттоң күп һанлы ырыуҙары, хатта ырыу аралары араһында ла юҡ һәм булмаған ундай исемле ырыу. Эпостағы “бер йән” ырыуы башланып китеү хикәйәтенә ҡарап, шул “бер йән” иһә Ҡарағөлөмбәт бей тоҡомо булғанлыҡтан, бик боронғо шул Ҡарағөлөмбәт ырыуын да “бер йән” (Бөрйән) тип исемләй бирәләр һаман яңылыш. Әммә Ҡарағөлөмбәт бей ырыуы уның эпостағы “бер йән” булып ҡаласаҡ улы тыуғанға тиклем үк донъяла булған, ер һелкетеп тә күк күкрәтеп йәшәгән һәм ил тотор иң көслө дүрт ырыуҙың береһен тәшкил иткән дәбаһа. Бик боронғо был төп ырыуҙы, тимәк, эпостағы “ҡырылып бөткән” Ҡарағөлөмбәт батыр тоҡомонан ғына ҡалмыш (ә бөтә ырыуҙан түгел!) бер йәнгә бәйле “бер йән” (Бөрйән) нәҫел исеме менән атарға хаҡыбыҙ ҙа юҡ, сөнки, нәҫел генә түгел, ә ырыу тиклем ырыу тәшкил итмеш ул төп ырыуҙың (Үҫәргәндең) нәүбәттәге тик бер сатаһы ғына бит ул “бер йән” (Бөрйән); ә Үҫәргән эпостағы ул ваҡиғанан, Ҡарағөлөмбәт нәҫеле ҡырылып бер йәнгә һәм “Бөрйән”гә ҡалғандан, һуң да үҙенең ҡеүәтле ырыулығын һаҡлаған һәм әлегәсә шул килеш йәшәй бирә. Шуға күрә эпос та уны, төп ырыуҙы, бәғзе ғалимдарыбыҙға күрәләтә ҡарышып, һуңғараҡ хасил “Бөрйән” менән һис тә генә лә бутамай, үҙенә башҡа “хаин” ырыуы хәлендә ләҡәпләй бирә. Тик, нимә тигән һүҙ һуң ул, хаин? Әлеге фольклорсы ғалимдарыбыҙ шуны ғәрәп һүҙе тип ала ла (ә ниңә үҙебеҙҙән ғәрәпкә ингән һүҙебеҙ булырға мөмкин түгел?!), мәсьәләне аңлаттыҡ, һыуҙан ҡоро сыҡтыҡ, тип мыйыҡ бороп ҡуя: “хаин (ғәрәпсә) — хыянатсы, вәғәҙәһен боҙоусы. Ҡыпсаҡ ырыуы сәсәндәре Бөрйән ырыуын, үҙ исеме менән әйтмәй, кәмһетеп хаин тип атағандар (ха! — “Бөрйән” ырыуы тыумаҫ борон уҡ “Бөрйән” ырыуы булғанмы?!. — Й.С.). Бөрйән VII быуатта уҡ (ха! тәрән һөрәм, тип уйлай! — Й.С.) тарихта билдәле ырыу”. Тимәк, был аңлатманы яҙған фольклорсы ғалим да, халыҡ этимологияһына эйәреп, “хаин ырыу” тип хәҙерге Бөрйән ырыуы аталғанлығын таный һәм, “хаин” тигән “яман” ләҡәпкә ризаһыҙлығын белдереп, Бөрйән ырыуы эпоста хикәйәтләнгән ваҡиғаларҙан күпкә элгәре — “VII быуатта уҡ тарихта” булғанлығын иҫкәртеү юлы менән эпостағы ваҡиғаларҙың шул VII быуаттан күпкә һуңыраҡ осорҙа барғанлығын тумбыта. Шуның арҡаһында ул, теләйме-теләмәйме, башҡорт хәтеренең тарихи ерлеген кәмһетә (сөнки, уныңса барһаҡ, эпостағы “бер йән” ырыуының барлыҡҡа килеү заманы уғата боронғораҡ тарихи Бөрйән ырыуыныҡына тап килмәй). Икенсе бер аңлатмала ауыҙ тултырып әйтелә йәнә: “Легендаларҙа, эпик әҫәрҙәрҙә ана шул “бер йән”дән Бөрйән ырыуы таралып киткән, тип аңлатыла. Был, әлбиттә, тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй. “Күсәк бей” эпосы ижад ителеүҙән бик күп элек, VII быуатта уҡ (ха! — Й.С.), бөрйәндәрҙең ҙур һәм көслө ҡәбилә булып йәшәүҙәре тарихҡа билдәле”46. Ләкин мәсьәлә шунда: ғәрәп һүҙеме “хаин”?

Бөйөк башҡорт милләтенең ҡушала нигеҙ ташын тәшкил итмеш игеҙәк тәүырыуҙың һыңары Үҫәргән ҡәбиләһе һәм уның сата ырыуҙары әлегәсә үҙҙәрен бүре-әсә һәм бүре-ата тоҡомдары һанауын; ә икенсе һыңары — Башҡорт ҡәбиләһе һәм уның сата ырыуҙары үҙҙәрен борон инә-эйә (һыйыр, болан) һәм үгеҙ-буға тоҡомдары һанағанын беләбеҙ. Ә боронғо телебеҙҙә бүренең күп төрлө ләҡәптәре бар, шуларҙың береһе ҡайан (ҡайын, каин, хаин) — “бүре-әсә” тигән һүҙ; ә ҡайат (койот, ҡойто, ҡиат) — “бүре-ата” тигән һүҙ. Һуңғыһының исеме менән Америка бүреһе — койот һәм Үҫәргәндең боронғо бер сата-ырыуы Ҡиат ләҡәпләнә, ә бүрелеккә хас хәтәр хәлде “ҡойто” тип әйтәбеҙ әлегәсә. Тәүгеһенең исеме ҡайан (бүре-әсә) — тап Үҫәргән ыруының күп һанлы ләҡәптәренең береһе булған ул, ә шуның төрө ҡайын — ҡайандың (бүре-әсәнең) һыйыныр изге ағаслығы; тап шул изге “бүре-әсә”беҙгә бәйләп, ул изге ағасыбыҙ йәнә бүрәсә тип әйтелгән дә “береза” булып кергән урыҫ теленә. Бүре-әсәнең тап ошо “ҡайан” ләҡәбе “ҡуйан” (заяц) булып яңылышып киткән дә инде әүәлерәк телгә алынмыш “Жик-Мәргән” эпосында... Шулай итеп, “Күсәк бей” эпосындағы Ҡарағөлөмбәт батыр ырыуы хаин — Үҫәргән булып сыға, ә Үҫәргән батыры нәҫеленең тамам ҡоротолоуҙан ҡурсаланып ҡалмыш “бер йән”е тирәһенә төп ырыу Үҫәргәндән дә, ҡан ҡәрҙәш башҡа ырыуҙарҙан да һарҡып тупланмыш инсандарҙан айырым яңы бер иләү — берйән, хәҙерге беҙ белгән Бөрйән ырыуы барлыҡҡа килә; ә шуға тиклем бик боронғо замандарҙан уҡ Үҫәргәндең ләҡәптәренең береһе лә бүре-әсән (“бүре-әсәнән тыуған” мәғәнәһендә, ә “бер йән” түгел!) — бүрсән — Бөржән — Бөрйән булған, шул ләҡәбе менән Үҫәргән (хәҙерге бөрйәндәргә тикленм үк!) сит ил халыҡтары яҙмаларында сағылған.

Ураҙ I

Инде ошо Үҫәргәндән айырымланмыш нәҫел-нәсәб “бер йән”дән Үҫәргәндең нәүбәттәге сатаһы булып өр-яңы “Бөрйән” ырыуы тыуыу ваҡиғаһының тарихи ваҡытын теүәлерәк билдәләү, һәм шул ыңғайҙан Мәсем хандың, эпостағы бөтә дәрәжәләре буйынса ла император (башҡорттоң бөтөн ун ике ырыу берлегенең һәм дүрт шәкелек-юлының берәгәй бойороусыһы) икәнлеге күренеп торған шәхестең, һәм уның замандашы, ут күршеһе Ураҙ хандың, өҫтәрәк әйтелгәнсә, ысынлап та тарихи шәхестәр икәнлеген ентеклерәк дәлилләү бурысы тора. Беренсенән, “Күсәк бей” эпосының 7-се вариантында Ураҙ хандың Бүре-Өфө-өйө (Парфия) шәкеһе икәнлеген тоҫмаллатҡыс мәғлүмәт бар: Күсәк бейҙең әсәһе (Ураҙ хандың ҡыҙы) — Урта Азия ханы ҡыҙы, тип әйтелә; ә көньяҡлап Месопотамиянан алып Бүре-әсә (Фарсы) иле аръяғынаса биләмә-ерҙәрҙе үҙ эсенә индергән Бүре-Өфө-өйө (Парфия) империяһының баш ҡалаһы (латинса яҙыуҙа Гекатомпил) ысынлап та тап шул Урта Азияла — хәҙерге Төрөкмәнстан ерендә гөрләп торған. Икенсенән, ысынлап та булғанмы ул Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетендә тарихи шәхес Ураҙ хан? Бар ундай һәм берәү генә лә түгел! Ата-бабанан килмеш йола буйынса, ул шанлы исем (Ород, Ороз) ундағы Гәрәй-шәке батшалар шәжәрәһендә императорҙар ләҡәбе рәүешендә күп тапҡыр ҡабатланған — ырыҫлы бабанан киләлер (һулда һүрәт: Ураҙ I).

Ғалимдарҙың яҡынса билдәләүенсә:

Ураҙ I — б.э. тиклем 80-78 йылдарҙа тәхеттә ултырған;

Ураҙ II — 58-39;

Ураҙ III — беҙҙең эраның 4-7 йылдарында;

Ураҙ — 89-90;

Ураҙ — 108-127 йылдарҙа

Күренеп тора ки, быларҙың береһенең дә, хатта һуңғыһының да, батшалыҡ итеү йылдары һис тура килешмәй беҙ Мәсем хан тип ҡараған Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) йәки Хосров (217-252) тәхеттә ултырған йылдар менән. Тик шуны ла онотмайыҡ: “Ҡайһы берҙәренән тыш, был бөтә даталар ҙа тоҫмаллау-юрау һөҙөмтәһе булып тора”, — тип, хронологияның теүәлһеҙлеге тураһында иҫкәртеп-киҫәтә бит хронограф Э. Биккерман47 үҙе. Тимәк, беҙ һүҙ алып барған һуңғы Ураҙҙың батшалыҡ итеү йылдары, әле генә хронологияла күрһәтелгән 108-127 булмайынса, һуңғараҡ — Хосров менән бер замандаш булыуы ла ихтимал. Әммә улай түгелдер, тип, уға ҡарата Э. Биккерман билдәләгән баяғы 108-127 йылдар дөрөҫтөр, тип уйлаһаҡ, тарихыбыҙҙа бер юлы ике төрлө — Артабан V һәм Артавазд (яҡынса 209-224) ләҡәптәре менән билдәле булған һәм өҫтәрәк телгә алынмыш тарихи Сәсән улы Арташир I тарафынан үлтерелгән һуңғы императорҙың, әле күрһәтелгән ике ләҡәбенән тыш, шул ҡәҙимгесә бер нисә төрлө исем-ләҡәптәре араһында Ураҙ тигәне лә булғандыр, сөнки бит Ураҙ был батшалар шәжәрәһендәге шанлы бабаларҙың шундай уҡ күренекле береһе һаналып, уның исеме, ғәҙәттәгесә, унан һуңғы императорҙарға ла ләҡәп итеп йыш ҡушыла килгән бит (хронологияны ҡарағыҙ). Һәр хәлдә, теҙмәләге һуңғы Артавазд-Артабан V тигәндең ысынлап та Ураҙ хан да икәнлеген уның тарихи шәхси фажиғалы яҙмышы ла, башҡорттоң киң билдәле, шулай уҡ баҙыҡ тарихи йөкмәткеле “Күсәк бей” эпосы ла дөрөҫләй һәм беҙ шуға таянабыҙ ҙа, инанып. Тимәк, тарихи Бүре-Өфө-өйө (Парфия) тәхетенең Папак//Бабаҡ улы Арташир ҡулынан үлгән һуңғы эйәһе Артавазд-Артабан V — эпостағы үҙебеҙҙең Ураҙ хан; ә уны үлтереүсе тарихи Папак//Бабаҡ улы Арташир — эпостағы үҙебеҙҙең Бабсаҡ улы Күсәк йәғни Үҫәргән шәкеһе булған тарихи Бәк-Сәсәндең ейәне.

Инде килеп, шулай уҡ үҙебеҙҙең Мәсем хан булып сыҡҡан Ҡошан императоры Ҡош улы Ҡот-абызды (Ҡуджула Ҡадфизды), уның Хосров ләҡәбе буйынса, әрмән тарихынан барлауыбыҙҙы дауам ҡылайыҡ. Батшалыҡ итеү дәүеренә (217-252) таянһаҡ, уға бәйле шәжәрәнең уға тиклемге быуындарының баяғы өҙөлөп ҡалмыш сылбыр осондағы Гәрәй-шәп-ир (108 йылда үлгән) тигән императорыбыҙҙың шул 108 йылда атаһы (йәғни Гәрәй-шәп-ир) урынына тәхеткә ултырмыш өлкән улы император Арта-сос (Арташес) ғали йәнәптәренең ейәне булырҙай быуын вәкиле икән ул Ҡош улы Ҡот-абыз (Ҡуджула Ҡадфиз) йәки Хосров йәки Мәсем хан. Тап ошо Хосров, тип бәйән ителә әрмән тарихында, Ҡошан дәүләте бәктәренең береһе булған баяғы Сәсәндең ейәне Артыш-ир (Арташир) үҙенең ҡан ҡәрҙәше Артабан V-тең (Ураҙ хандың) тәхетен мәкерле рәүештә тартып алғаны өсөн, унан, сәсән ейәне Артыш-ирҙән (Арташирҙан), ҡон ҡайтарырға яҫҡанып, хәрәкәт итә башлай; шул Артыш-ир (Арташир) яғындағы баяғы фетнәне ойоштороусы ҡан ҡәрҙәш ике ырыуҙың бейҙәрен дә ул Артыш-ирҙән (Арташирҙан) айырырға — ҡон алыусылар рәүешендә үҙ яғына ауҙарырға тырышып ҡараһа ла, тегеләре төптө ыңғай килмәгәс, улар ярҙамынан башҡа ла Артыш-ирҙән (Арташирҙан) үс алыуын дауам итеп, ун йыл буйына ҡаҡшата уның (эпостағы Бабсаҡ улы Күсәктең) мәкерле ҡулы аҫтына ҡалған элекке Бүре-Өфө-өйө (Парфия) дәүләтен, йәғни шул фетнәсел Артыш-ирҙең (Арташирҙың) “Ир” ләҡәбен ҡушып атала башлаған Ир-ан — Иран илен...әммә Иран, көсөргәнеп, үҙаллылығын һаҡлай, тора-бара, ул үҙенең ҡан ҡәрҙәштәренең империяһы Ҡошан-Туранға ҡаршы ҡанығып көрәшеүсе дәһшәтле Иран империяһына әүерелә һәм унда, ана шул Үҫәргән бәге Сәсәндең ейәне Күсәк-Артыш-ирҙән алып, Сәсән тоҡомлоларҙың (сасанидтарҙың) донъяға билдәле батшалар шәжәрәһе башлана...

Баяғы Иран — Туран ҡаршы тороуына бәйле һуғыштарҙың береһендә күрше Рим императоры Филипп ярҙамында Хосров (Мәсем) үҙенең ҡан дошманы булып өлгөргән баяғы Арташирҙың (Күсәктең) ғәскәрен шаҡтай ҡыйратып, Ассирияны Ирандан тартып ала. Ошо еңеүенән һуң, баяғы, үҙенән йөҙ ҡайырмыш фетнәсел туғандарына, бергәләшеп Арташирҙан (Күсәктән) тамам үс алырға тип, икенсе тапҡыр өндәшеп ҡарай; уларҙың иң лайыҡлыһын, бергәләшеп Арташирҙы (Күсәкте) бәреп төшөргәс, Иран тәхетенә ултыртырға, шуның менән уның шәкелек хоҡуҡтарын быуындан-быуынға мираҫ ҡылмалы шартнамә яһарға ла вәғәҙә бирә, әммә тегеләре барыбер риза булмағас, боронғо тарихсы һүҙҙәре менән әйткәндә, “Хосров тәрән ҡайғыға сума... Шул саҡ дәүләттең төпкөл өлөшөндәге (Уралдағы. — Й.С.) намыҫлыларҙан намыҫлы ырыуға юлландырған илселәре ыңғай хәбәр алып ҡайта: үҙеңдең ҡан ҡәрҙәшең Бәк-сәсән (Вехсачан) үҙенең Ҡаран Бәһлеүән ырыуы (Үҫәргән иләүе. — Й.С.) менән Арташирға (Күсәккә. — Й.С.) буйһонманы, ә һиңә ярҙамға килә, тиҙәр улар”48. Тимәк, эпосыбыҙ буйынса әгәр ҡараһаҡ, Ураҙ ханды үлтереп тәхеткә ултырмыш үҙ ейәне Күсәк (Арташир) мәкеренә ҡаршы Мәсем хан (Хосров) яҡлы булып яуға күтәрелеүсе Бәк-Сәсән һәм уның ырыуы ҡайын (Үҫәргән) Бөйөк Ҡошан дәүләтенә (конфедерация үҙәгенә) шундай ҙа фиҙакәр тоғролоҡ һаҡлағаны өсөн дә шул Ҡошанда “намыҫлыларҙан намыҫлы ырыу” булып таныла. Ә Иран яҡлылар өсөн ул, ҡайын (Үҫәргән) ырыуы, улар фетнәһенән (“уртаҡ эш”тән) бил тайҙырғаны өсөн, әлбиттә, “вәғәҙәһен боҙоусы” ырыу һанала һәм Үҫәргәндең изге “бүре-әсә” мәғәнәһендәге боронғо бер ырыу ләҡәбе ҡайын, “хаин” вариантында, тап хәҙергеләй “хыянатсы” мәғәнәһенә эйә була (шуға күрә лә Үҫәргән ул ләҡәбенән арына — онота)...

“Күсәк бей” эпосында ла ошо “намыҫлыларҙан намыҫлы” Үҫәргән ырыуы, ҡыпсаҡтар араһында таралғанса, “хаин” ырыу һ.б. тип яманланһа ла, ул ырыуҙың заманында бөтә Ҡошанға таныҡлы һәм боронғо әрмән тарихсылары ла иғтибарлап яҙып ҡалдырған иң күркәм сифатын аманатҡа тоғролоҡло шул уҡ ҡыпсаҡ сәсәндәре лә, ил хәтеренән, телмәренән төшөрмәйенсә, һаҡлап алып ҡалдырғандар эпоста (тап боронғо әрмән тарихсылары теркәгән иң юғары баһа уларҙа ла нәҡ шул килеш яңғырай):

Дүртенсе ырыу аты хаин булған,

Мәсем ханға ерҙәре яҡын булған;

Бары берҙәй намыҫлы, осҡалаҡ халыҡ...

Тимәк, ул дүртенсе шәкелектең шәкеһенең тарихи исем-ләҡәбе — Бәк-Сәсән, ныҡ иҫтә тотайыҡ шуны. Бәк һәм Сәсән тигән ике һүҙҙән хасил был; беренсеһе — ырыу башлығы бәклекте (бейлекте), икенсеһе сәсәнлекте белдергәнлектән, атаһы менән әсәһе ҡушҡан булмайынса, йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарап, һуңынаныраҡ бирелгән ләҡәптер ул. Тарихҡа ла шуның менән теркәлгәс, күп төрлө исем-ләҡәптәре араһында шөһрәтлерәге булғандыр. Сөнки “төркиҙәр европалылар һымаҡ түгел: тыуғандан алып үлгәнсе бер генә исемдә ҡалмайҙар. Төркиҙең исеме уның йәмғиәттә тотҡан урынын күрһәтә һәр саҡ. Малай сағында уға ҡушамат тағыла, үҫмер саҡта — ләҡәп, ирәйгәс — дәрәжә; әгәр ҙә ул хан икән, хан булғанға тиклемге хакимдарлыҡ баҫҡысының һәр аратаһына күтәрелгәне һайын яңы дәрәжә өҫтәлә”. Мәҫәлән, ашина (шуна — Әсә-бүре) тип ләҡәпләнмеш Үҫәргән ырыуы төҙөгән Төрки Ҡағанаттың бер ханының тәүге ләҡәбе Ҡош булһа (өҫтәрәк әйтеп үтелмеш билдәле Ҡошом-ҡыҙ — Аҫаубағабатыр Бәһлеүән тоҡомолор! — Й.С.), — ти Л.Н. Гумилев, — шуға тағы яңылары өҫтәлә бара: Яҡын (ханға яҡын туған), Еңде (һуғышта еңде), Бүкән-хан (бағана-хан)49... Бәк-Сәсәндең шул уҡ шәкелектәге Ҡыпсаҡ ырыуынан түгел, ә Үҫәргән ырыуынан сыҡҡанлығын әйткәйнек, быны йәнә, өҫтәлмә рәүешендә, уның “Сәсән” ләҡәбе лә дәлилләй, сөнки ул һүҙ әс-әс (ҡартәсә-бүре) тигән һүҙҙең ҡыҫҡартылмыш “сәс” төрөнә “ән” сығанаҡ килеш ялғауы теркәлеп яһалған: сәс-ән — сәсән йәғни башбабаны имеҙеп үҫтергән ҡартәсә-бүре тураһында, уның изгелектәрен мәҙехләп, “сәс” (һүҙ) сәсеүсе, һөйләүсе (хәҙерге сыуаш телендә “сәс” — тауыш). Төп терминдың тулы күренеше иһә әсәс-әсәр (“ҡартәсә-һоро” мәғәнәһендә, сөнки әсәр — сәр — һор, һоро) булып, сәсәндәр ауыҙынан сәселеүсе “һүҙ-әҫәр” булып та аңлашылған; сәсән-әҫәр тигәндән йәнә әҙәбиәтебеҙҙең “сәсмә-әҫәр” термины ла яралғандай — сәсәндәребеҙ сәсеп ҡалдырмыш шиғыр ҡатыш проза һүҙле изге китабыбыҙ Авестаны һәм эпостарыбыҙҙы тап шулай билдәләйбеҙ бит. Тимәк, сәсәнлек институты — Үҫәргән яҡ яртының ҡаҙанышы. Ә башҡорт яҡ яртының ҡаҙанышы булған шиғри һүҙ менән йыраусылыҡ институты, икенсе башбабаны имеҙеп үҫтереүсе Һыйыр-эйәбеҙ ҡоба-эйер (ҡобайыр, йыр; шул “һыйыр”ҙың боронғо бер әйтелеш төрө иһә “сығыр” — шығыр, шиғыр) тигән изге инәкәйҙе һәм ул имеҙеп үҫтергән башбабаны данлап, изге китабыбыҙ Ригведаны һәм “Урал батыр” һымаҡ шиғри ҡобайырҙарыбыҙҙы тыуҙырған. Йыраусыларҙың бик боронғо береһе, ҡартатайыбыҙ Һабрау, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” ҡобайырында ололап иҫкә алына, был иһә баяғы ҡоба-эйерау (ҡоба-йырау) — Һабрау ул (“һ”-лаштырылып йыйнаҡлатылған өлгөһө). Үҫәргәндең “сәс” тигәне “һүҙ” булып әүерелгәндәй, башҡорттоң “ҡобайыр”ы ла “ҡобар” (хәбәр, говор) — шул уҡ мәғәнәлә йөрөй...

Әлхасил, Ураҙ (Артабан V) ханды үлтереүсе һәм уның тәхетен тартып алыусы, тарихи Иран тәхетенең сәсәндәр шәжәрәһен башлап ебәреүсе Арташир I-ҙең (Күсәктең) башҡорт эпосына бәйле тарихи ерлеген ентеклерәк байҡайыҡ (сөнки был эш тәүтапҡыр башҡарыла). Шуныһы әһәмиәтле — тарихи мәғлүмәт буйынса, Папаҡ//Бабаҡ улы Арташирҙың ҡартатаһы Сәсән ҡайҙағылыр Истәк-ер (Истахр) дәүләтенең шәкеһе (батшаһы) булған50. Истәк-ер — башҡорт ере, Башҡортостан, тигән һүҙ, йәғни ул саҡтағы Бөйөк Ҡошан империяһының Үҫәргән менән Ҡыпсаҡты берләштермеш, биләмәләре Уралдан алып Сырдарьяғаса һуҙылмыш “төньяҡ” йәки Ҡаран яҡ яртыһы ул. Арташирҙан башланмыш Иран шаһтары (пехлевиҙары) шәжәрәһенә исеме бирелгән шул Сәсән — әйтеп үтеүебеҙсә, үҙ ейәненә йәғни мәкерле Арташирға ҡаршы һуғышта Арташирҙың ҡан дошманы Хосровҡа ярҙамға ташланырға әҙер “намыҫлыларҙан намыҫлы ырыу” Үҫәргән етәксеһе Бәк-Сәсәндең үҙе ул. Тимәк, йомаҡ сиселә бара: Арташир I-ҙең ҡартатаһы Сәсән һәм Арташир I-гә ҡаршы һуғышҡа уның ҡан дошманы Хосров яҡлы булып сыҡҡан “намыҫлыларҙан намыҫлы” ырыу юлбашсыһы Бәк-Сәсән — икеһе бер үк шәхес, Үҫәргән бәге Сәсән (Бәк-Сәсән). Ырыу йолаларын боҙоп мәкерләнгән — әсәһе яғынан үҙ олатаһын үлтергән һәм тәхетен тартып алған ейәненә ҡаршы сығырға ысынлап та уны намыҫы бойорған, бына ниңә уның ырыуы император Хосровтың үҙе тарафынан, лайыҡлы рәүештә, “намыҫлыларҙан намыҫлы” тип баһаланған... Һәм уның улы (фетнәсел ейәненең атаһы) Бабсаҡтың (тарихтағы Бабаҡтың) исеме лә саф Үҫәргәнсә бит: баба-әсәк (бабабыҙ Әсә-бүре, тигән һүҙ), Бабсаҡ. Боронғо сит телдәрҙә ул, урталағы “с” өнө юйылып, тәүҙә “бабаҡ”ҡа, ә һуңынан тарихи “папаҡ”ҡа әүерелгән. Тимәк, Үҫәргәндән сыҡмыш һәм Ҡыпсаҡ ырыуына батыр итеп ҡуйылмыш Бабсаҡ (Башҡортостандың хәҙерге Бөрйән районында “Ҡыпсаҡ батыры Бабсаҡ” ерләнгән тау бар, һөйәктәрен археолог Н. Мәжитов соҡоп алып юғалтҡан). Әгәр ҙә шулай икән, ни өсөн һуң эпосыбыҙҙа был Үҫәргән тоҡомло “ҡыпсаҡ”ты Үҫәргән батыры Ҡарағөлөмбәт үлтерә? Эпосыбыҙҙа хәтәр һунарҙағы “арыҫлан”ға бәйле ҡанлы мажара артында хәтәрерәк тарихи ваҡиға ятмаймы? “Арыҫлан” да шулай уҡ сәсәндәребеҙҙең тарихи фактты әкиәтигә әүерелдермеш аллегория алымы түгелме?!. Әгәр ҙә шулай икән, алдыбыҙҙа халыҡ ауыҙ-тел ижадына хас төрлө заманаларҙың бер нөктәгә күсерелеше — тәғәйен бер ваҡиғалы яҡыныраҡҡы бер заманаға тупланышы тормаймы? Ошо йәһәттән тикшереп ҡарағанда, халыҡ тормошондағы иҫтә ҡалырлыҡ тәғәйен ваҡиғаларҙың нисек итеп ғөмүми аһәңле эпосҡа әүерелә йәғни тарихтың әкиәткә әйләнә барыуын күрәбеҙ.

Әйтәйек, б.э. тиклем I быуат урталарында Рим империяһының Бүре-Өфө-өйөнә (Парфияға) сиктәш Сүриә өлкәһендә Рим сәрғәскәре (ғәскәр башлығы) Марк Красс арыҫландай дәһшәтле хәрәкәт иткән; урындағы халыҡ уны, ҡасандыр Александр Македонскийҙы Зөлҡәрнәйен (“ике мөгөҙлө” йәғни үгеҙ) тип ләҡәпләгәндәй, “Арыҫлан” тип йөрөтөүе ихтимал. Э. Биккерман хронологияһына ҡарағанда, бына шул һуғыш суҡмары б.э. тиклем 54 йылда Сүриәнән ғәскәрҙәрен Парфия сигенә туплап, тәхетендә ысынлап та Ураҙ хан (Ород II, б.э. тиклем 58-39) ултырмыш шул үҫәргәндәр иле Парфияға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнә. Бүре-Өфө-өйө (Парфия) һәм Бөйөк Ҡошан, ут күршеләр булыу менән бергә, бер үк телдә һөйләшеүсе ҡан-ҡәрҙәштәр, ике дәүләттең тәхет эйәләре лә бер үк бүре-шәкеләр (үҫәргәндәр) шәжәрәһенән икәнлеген, ике дәүләт һәр яҡлап тығыҙ бәйләнештә йәшәүен, тышҡы дошмандарға ҡаршы берҙәм һуғышыуын беләбеҙ. Шуға күрә, яуыз Марк Красстың Парфияға ябырылыу ҡурҡынысы Бөйөк Ҡошанға ябырылыу итеп һаналған һәм Бөйөк Ҡошандың ул саҡтағы шәкен-шәкеһе бөйөк Гәрәй-шәке (бөйөк Аршак, өҫтәрәк килтерелгән шәжәрәне ҡарағыҙ) үҙенең бөйөк империяһының бөтөн дүрт юл-шәкелек башҡорттарына ла һөрән һалып, батырҙарын йыртҡыс Марк Крассҡа (“Арыҫлан”ға) ҡаршы оло яуға саҡыра; эпосыбыҙҙа ул Мәсем хан итеп бирелгән. Эпоста күрһәтелгәнсә, бөтә дүрт шәкелек ғәскәрҙәре лә (һәм, әлбиттә, Парфия ғәскәрҙәре лә) үҙҙәренең сәрғәскәр-батырҙары юлбашсылығында Марк Крассты (“Арыҫлан”ды) аулар өсөн Сүриә сигенә туплана. Э. Биккерман хронологияһы буйынса, б.э. тиклем 53 йылдың май айында Марк Красс (“Арыҫлан”) ғәскәре Сүриәнән Парфия өлкәһе Месопотамияға дөрөп керә, ләкин Рим ғәскәрҙәре, шундағы Карры ҡалаһы янындағы ҡаты һуғышта еңелеп, сәрғәскәре Марк Красс (“Арыҫлан”) үлтерелә һәм уның ҡырҡылған башын Бүре-Өфө-өйө (Парфия) сәрғәскәре Сүрән батыр үҙенең хакимы Ураҙ (Ород II) ханға улъя (трофей) итеп ебәрә. Һәм тап бына ошолай башланалыр ҙа инде эпостағы ырыу-ара дошманлыҡ нисбәттәре. “Арыҫлан”ды үлтереүен беренсе булып хәбәр итеүсе Сүрән, ләҡәбенән асыҡ күренеүенсә, Сүр (Үҫәргән) ырыуы һәм шул ырыуҙың киләсәктә донъяға Бабсаҡты (Бабаҡты) бирәсәк араһының Үҫәргәндәр дәүләте Парфияла хеҙмәт итеүсе яугире булырға тейеш. Әммә, баяғы “Арыҫлан”ды мин үлтерҙем, тип, Үҫәргәндең Бөйөк Ҡошанға хеҙмәт итеүсе икенсе бер батыры дәғүәләшкән, императоры ҡаршыһына “Арыҫлан”дың һул (һул — Үҫәргән яғының, уң — башҡорт яғының билдәһе) ҡолағын килтереп һалған булһа кәрәк. Ул саҡтарҙа ла Үҫәргән тубы ифрат ҡеүәтле булып, Ҡыпсаҡ ырыу батыры итеп тә Үҫәргәндең баяғы Сүрән — Бабсаҡ араһы кешеләре ҡуйылғанлыҡтан, ошо дәғүә үҫәргәндәр менән ҡыпсаҡтарҙың ырыу-ара дәғүәһенә һәм империяның 4-се шәкелек (Ҡаран Бәһлеүән) менән 3-сө шәкелек (Аҫаубағабатыр Бәһлеүән) араһындағы хатта беҙҙең замандарғаса үҙен һиҙҙерткән ҡаршылыҡтарға әүерелгәндер, һәм “Арыҫлан” дәғүәһенән һуң ике йөҙ етмеш бер йыл үткәс, Сүрән Бәһлеүән һәм Аҫаубағабатыр Бәһлеүән шәкелектәренең, баш бирмәй, император Ҡош улы Ҡот-абызға (Мәсем ханға) ҡаршы мәкерле фетнәһенең яман орлоҡтары ла тап ошонда игелгәндер, моғайын; был орлоҡтар аҫтыртын шытып сығып, тәүҙә Үҫәргәндең баяғы Сүрән араһы кешеһе Бабсаҡты, шул уҡ Үҫәргәндең ике йөҙ ҙә етмеш бер йыл элек “Арыҫлан” өсөн Сүрән менән дәғүәләшкән араһының кешеһе Ҡарағөлөмбәттән үлтертеүгә, шунан һуң Бабсаҡ улы Күсәктең тәхет өсөн үҙ олатаһы Ураҙ (Артабан V) хандың һәм Ҡарағөлөмбәт батырҙың да башына етеүенә килтерә. Ҡон алғанда һәм тәхет хаҡында һүҙ барғанда, билдәле, ҡан ҡәрҙәшлек онотола, ғауғаны ла уҡ-һаҙаҡ йәки ҡылыс ҡына хәл ҡыла...