- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
Был уҡмашыу, Эске Башҡорт менән Тышҡы Башҡортто дөйөм-бөтөн дәүләткә (империяға) тупламыш тулайым берлек, “Күсәк бей” тигән мәшһүр эпосыбыҙҙа (ҡыпсаҡ варианты) уғата баҙығыраҡ күҙаллана: шанлы Мәсем ханыбыҙ унда, ун ике башҡорт ырыуының бейҙәрен үҙ ҡулы аҫтына бөрөп, контекстан асыҡ төҫмөрләнеүенсә, Көн-Өфө юлы менән Ҡуңыр-Буға юлының шул ун ике ырыу биләмәләп ултырмыш дүрт (“дүрт төрлө ырыу булған”) армыты менән бер юлы идара ҡыла19, тимәк, бөтөн империяның өҫтөнән “шәкен-шәк” (шәкенең шәкеһе) булып тора. Башҡорт эпосында данлы Ҡошан империяһының (исеме аталмаһа ла) иң ырыҫлы бер дәүерен кәүҙәләндермеш был бик мөһим тарихи һындың, Мәсемдең, боронғо Ҡытай һәм боронғо әрмән тарихтарына ла башҡа ләҡәптәре менән баҙыҡланып кергәнлеген күрәбеҙ — барараҡ һөйләрбеҙ быны. Мәсем хандың тәхеткә ултырыу заманы, тимәк, хәҙерге беҙ белгән тоташ милләт — башҡорт халҡының, тарҡаулыҡтан арынып,ошо бер бөтөнгә ҡабат уҡмашыу осоро булыу менән бик мөһим. Һәр хәлдә, классик грек һәм латин сығанаҡтары ла Бөйөк Ҡошан империяһын төҙөүселәрҙе “сактар”, “скиф ҡәбиләләре”, “сараукән”дәр, “асий”ҙар тип билдәләй, былар иһә барыһы ла, инде белеүебеҙсә, изге сәке (сак, скиф) — Әсә-бүре йәғни шул уҡ үҫәргәндәр икәнлекте аңлатып, ә “сараукән” тигәне иһә туп-тура әсәрәүкән — Үҫәргән тәүырыуын исемләй. Боронғо һиндтар ҙа уларҙың, ҡошандарҙың, сак-төркиҙәр икәнлеген, төньяҡтан килгәнлеген21 яҡшы белгән. Боронғо яҙмаларҙа йәнә һуңғыраҡ бер дәүерҙәге шул Ҡошан дәүләте кешеләрен “тохар”ҙар тип, ә Ҡошан дәүләтен Тохарстан тип, ә унан да һуңғараҡ Систан тип атап йөрөтәләр. Һуңғыһының әйтелешенән әсәйстан (Үҫәргән дәүләте) икәнлеге үтә күренеп торһа, тегенеһе (Тохарстан) иһә империя тәхетендә, биш ырыу берлеге Үҫәргән кешеһе урынына, ете ырыу берлеге башҡорт кешеһе ултырғанлығына ишара, ә ишараны аңламаҡҡа халҡыбыҙҙың тәрән тамыры һуҙылмыш тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайым дәүеренә (б.э. тиклем ХVII быуаттан да арыраҡҡа) күҙ һалырға тура килә. Ер, Көн, Ай һ.б. ғаләми есемдәрҙең үҙ күсәре тирәһендә лә, шул уҡ ваҡытта йыһан яҫылығында ла бер туҡтауһыҙ әйләнешен билдәләгән һәм шуның моделе рәүешендә ике тәгәрмәсле, дүрт тәгәрмәсле арба яһап, Көн-Өфө юлы (географик арҡау — широта) менән Ҡуңыр-Буға юлы (географик буйлыҡ — долгота) түтәләренең ҡитға остарынаса тартылмыш армыттары үҙ-ара арҡыс-торҡос киҫешкән Ер Кендеге Арҡайымды ла бит бабаларыбыҙ, тап ана шул әйтелгән моделдәгеләй, Ер Кендегенә (күсәренә) кейҙертеп ҡоролмош көпсәкле, туғынлы, һигеҙ тырнаҡлы тәгәрмәс рәүешендә күҙ алдына килтергән һәм тап шундай тәгәрмәсҡала итеп төҙөгән. Һәм шулай уҡ тоташ ҡитғабыҙҙың да улар үҙҙәре биләгән, тәүҙә — дүрт, унан һуң — һигеҙ, ә артабан ун ике юл армытлы тирә-яҡҡа Көн нурҙарылай тартылмыш периметр сиктәрен дә улар, ғәзиз бабаларыбыҙ, тап тәгәрмәс туғынылай (офоҡ әйләнәһеләй) түңәрәкләтеп күҙаллағандар. Тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайымдың ана шулай тап тәгәрмәс катоҡ-көпсәге һымаҡ итеп ҡоролған һәм Аҡатаҡ (варианттары аҡтау, аҡташ, ҡатаҡ, катоҡ) тип аталған, тәхетендә шәке шыҡайып ултырған үҙәк бинаһы (цитадель) бөтөн туғын (йәки туған — туған ырыуҙар түңәрәге) өсөн дә уртаҡ бер мәркәз булып, туғын (тәгәрмәсҡаланы уратҡан бейек диуар-стена) үҙе дүртәр тырнаҡлы (тыҡрыҡлы) ике яртыға — Үҫәргән (көньяҡ-көнбайыш) һәм Башҡорт (төньяҡ-көнсығыш) яҡтарына бүленгәндәй, тәгәрмәсҡалабыҙ тышындағы биләмәләр туғыны ла (тышҡы офоҡ әйләнәһе лә) шулай уҡ дүртәр юллы ике яртыға — көньяҡ-көнбайышҡа табан Иҙел — Кама дөйөм үҙәненәсә йәйрәмеш Үҫәргән (Эске Башҡорт) һәм төньяҡ-Көнсығышҡа табан Иртыш — Обь дөйөм үҙәненәсә йәйрәмеш Башҡорт (Тышҡы Башҡорт) яҡтарының туғын туғанлығы, тәгәрмәстең көпсәктән сатҡыланмыш тырнаҡтарын үҙенә тоташтырыусы туғынылай, юлдарыбыҙҙың бөтәһен бер юлы беркеткән бер үҙәккә — Туған (варианттары Туҡан, Тоҡан, Тогон) тәүдәүләтенә туплаған. Һәм ошо “туғын” һүҙе, “тоҡан” тип, ә ҡыҫҡартылышында “тоҡ” (шунан килә түңәрәк ауыҙлы тоҡ-мешоҡ) тип тә бер юлы Үҫәргәнгә лә, Башҡортҡа ла тағып әйтелгәнлектән, ул замандағы был ике яҡтың да этнонимына уртаҡ нигеҙ рәүешендә береккән:
1. Тоҡ-Әсә-бүре-Көн — тоҡ-әсәүерген, туҡ-Үҫәргән яҡ (Туҡ йылғаһы аҡҡан яҡ).
Тәүге формуланың телебеҙҙә үҙгәреберәк быуынланышы яңы терминдар тыуҙыра:
Тоҡәсәбү-рә-Көн; бында:
Тоҡәсәбү — Тоҡсаба, Үҫәргәндәрҙең боронғо ырыу ораны (аҙаҡ ҡыпсаҡтарға ла күскән);
Рә — Иҙел һәм Көн (боронғо Египеттың Көн-хоҙайы Рә) — Көнә — Көмә, Кама йылға үҙәне; йәнә килеп:
(то)ҡәсәбү — ҡәсәби (Каспий диңгеҙе) — ғасаба, аҫаба — Үҫәргән кешеләре. Үҫәргән биләмәләре туғынының (сиктәрәнең) б.э. тиклем V быуатта уҡ Каспий диңгеҙен көньяҡлап ҡаймалап алғанлығын Геродот тарихында күрәбеҙ: диңгеҙ үҙе Үҫәргән исем төрҙәре (Каспий, Үһәркән — Һирҡан) менән билдәләнеп, көньяҡ яр буйҙары — Һирҡания (Үһәркән өйө), көнсығыш яр буйҙары — сакараукае (сәке-рә-ыҡ йәғни Рә-ыҡ йәки хәҙергесә Иҙел-ыҡ буйҙарындағы Әсә-бүре тоҡомдарының өйө, үҫәргәндәр), көнбайыш яр буйҙары — Каспий (ҡәсәби — аҫаба өйө) тип йөрөтөлә (Геродот буйынса боронғо донъя картаһынан). Йәнә лә терминдарыбыҙ:
Тоҡ-әсәб-үрекөн — туҡ-аҫау-арыған; бында:
Аҫау — йылҡы-ат, арыған — егелгән, тигән һүҙ (сағыштырығыҙ: арынған — туғарылған) йәғни дөйөм дәүләт-арбабыҙҙың йылҡы-ат егелгән яҡ яртыһы (Көн-Өфө юл буйҙары) — егәрле йылҡы аттарын аҫырап етештереү, тәртә һәм ызбурый әҙерләү эштәрен үҙ иңенә йөкмәгән халыҡ.
Икенсе яҡ яртыны ла тикшереп ҡарайыҡ инде:
2. Тоҡ-әрә-боҙ-уғыр-т (“т” — күплек ялғауы) — тоҡәрә-боҙуғырт, тохар-башҡорт яҡ (Тоҡ-убыл — Тобол йылғаһы аҡҡан яҡ) баяғы тарихи Тохарстан — булып сыға шулай уҡ тарихи Тохар-Башҡортостан, ә уның кешеләре тохарҙар — башҡорттар икән, тимәк. Йәнә килеп:
(то)ҡәрәбоҙ-(уғыр) — ҡарабаҙ, ҡарабаш этнонимы. Бик боронғо Үҫәргән-шумерҙар ҙа, һыуәсә-ҡытайлыларға төньяҡлап күрше йәшәгән бик боронғо башҡорт-һундар ҙа үҙҙәрен, дөйөмлөк мәғәнәһендә, “ҡарабаштар” тип ләҡәпләгән — быныһы ла дөйөм башҡорттар тигән һүҙ. Тәүге формуланың һуңғы быуыны уғыр — үгеҙ икәнлеген иҫәпкә алһаҡ, формуланың тере телмәрҙә үҙгәреберәк быуынланышы яңы терминдар тыуҙыра:
Тоғарабас-уғыҙ — тәгәрмәс-игеҙ йәғни арийҙар тип аталмыш боронғо үҫәргән-башҡорт бабаларыбыҙҙың игеҙ (ике) тәгәрмәсле яу арбаһы (колесница); йәки тәгәрмәс-үгеҙ, йәки тоҡ-арбасы-үгеҙ йәғни дөйөм дәүләт-арбабыҙҙың үгеҙ егелгән яҡ яртыһы (Ҡуңыр-Буға юл буйҙары) — ике лә, дүрт тә тәгәрмәсле тоҡ (йөк) арбаһын яһау һәм егәрле үгеҙҙәр аҫырап етештереү эштәрен үҙ иңенә йөкмәгән халыҡ (боронғо башҡорт тәүәрихы “Уғыҙнамә”лә иһә донъялағы тәүге арбаны Ҡанлы ырыуы яһай башлауы22 тураһында әйтелә).
Ике миҫалдан да күренеүенсә, үҙәгендә тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайым торған, Туған (Туғын, Тогон) аталмыш тәүдәүләтебеҙҙең матди байлыҡтар етештереү эше ике яҡ араһында ғәҙел-тигеҙ бүленеп, ҡәҙимге дәүләттәгесә, үҙенә күрә махсуслашыу нығынған. Донъялағы ошо иң боронғо Туған тәүдәүләтебеҙ, ысынлап та, кешелек донъяһының тәгәрмәс тырнаҡтарылай айырым-айырым тәүге ырыуҙарын бер туғанлыҡ аҡатағына (катоҡ-көпсәгенә) беркетеп тоташтырыусы туғанлыҡ туғыны булған, шул мәғәнәләге Туған (Тогон) тәүдәүләте тип танылған, тарихыбыҙға ла ул тап шулай Туған тәүдәүләтебеҙ итеп яҙыла. Ошо бөйөк Туған тәүдәүләтебеҙ тураһындағы мәғлүмәт, сал быуаттарҙы ашып, быуындан-быуынға аманатлап бирелгән, Үҫәргәндең Әсинә (Әсинә — Синә — Шуна йәғни Әсә-бүре) тоҡомдары йәғни үҫәргәндәр (“әсинә”нең шул уҡ үҫәргәндәр икәнлеген күреү өсөн сағыштырып ҡарағыҙ: Әсинә — Синә, Шуна йәғни Әсә-бүре һәм әсәрә — сәрә — соро, һоро йәғни шул уҡ Әсә-бүре; һәм: әсинә-Көн — әсәнәКөн [“Үҫәргән”дең “р”ы “н”лашҡан варианты], сәнкем йәғни шул уҡ Үҫәргән һәм “р”лашҡан варианты: әсәрә-Көн — әсәрәкөн, Үҫәргән). Боронғо Туған дәүләтебеҙ бөйөк Төрки Ҡағанат (VI быуат) замандарында ла яҡшы билдәле булған: ҡағанат тәхетендә ултырмыш “хан даими Туған тауы янында йәшәй”23, тип әйтелә боронғо ҡытайлылар тарихында. Инде яҡшы аңлашыла: Арҡайым ҡалаһы харабалары янындағы Арҡайым тауының ләҡәбелер ул - бәндәләр дүрт юлы армыттарының сатрашланыу төйөнө булған Туған тау2 — Туған тәүдәүләтебеҙҙең телһеҙ шаһиты... Хәҙерге Башҡортостан Республикаһын башланғысы булған Башҡорт Автономияһын нигеҙләүсе Әхмәтзәки Вәлидовтың да Дәү Хоҙай әмере менән, үҙ имзаһына өҫтәп, Туған ләҡәбен алыуында тылсымлы мәғәнә бар...
Һүҙ айышыбыҙҙың Бөйөк Ҡошан тарихына әйләнеп ҡайтһаҡ, хәҙерге заман төрлө илдәренең байтаҡ тарихсылары һәм телселәре лә (Һальтц, Һерт, Раятарангини, Кеннеди, Жойс) бөтә билдәләре буйынса йыуасалы-ҡошандарҙы төркиҙәр24 тип аныҡ тамғалай, шулай уҡ археологтар тапҡан ҡомартҡылары буйынса ла (А.М. Мандельштам) Бәктораға төньяҡтан килмеш сармат25 (юрматы) бабаларыбыҙға ҡараталар уларҙы. Археолог О.В. Обельченко раҫлауынса, “Бохара өлкәһендәге б.э. тиклем II быуат ҡорғанлы зираттары менән шул замандағы сармат ҡәбиләләре йәшәгән Урал, Иҙел буйҙары зираттары араһындағы яҡынлыҡ был зираттарҙы Урта Азияның көньяҡ төбәктәренә төньяҡтан барып ингән ҡәбиләләрҙеке итеп һанарға юл ҡуя. Алтай менән Урал аралығындағы төньяҡ Ҡаҙағстан ерҙәре (Арҡайым! — Й.С.) шул күсмә тормошло халыҡтарҙың көнбайышҡа һәм көньяҡҡа ҡарай юлланыу төбәге булып тора. Шуға күрә Зеравшан йылғаһының түбән ағышы яғындағы ҡәберлектәрҙе ҡалдырған ҡәбиләләрҙе б.э. тиклем II быуаттың икенсе яртыһында Грек-Бәктора батшалығын емергән һәм ҡошандар дәүләтен төҙөй башлаған күскенселәрҙеке тип һанарға ныҡлы нигеҙ бар, быны шул хаҡта хәбәр итеүсе сығанаҡтар, айырып әйткәндә, Страбон да, дөрөҫләй”26. Алыҫ Көнсығышта Амур йылғаһының уң яҡ яр буйҙарындағы мәрхүм баш һөйәктәрен тикшергән ғалим Т.П. Кипяткина ла шундай уҡ һөҙөмтәгә килә:
“1. Ике антропологик тип. Беренсеһе — европеоид (андрон тибына оҡшаш), икенсеһе — киң, оҙонса битле, урта диңгеҙ тибына оҡшаш европеоид. Был тип үсүндәр (үҫәргәндәр! — Й.С.) араһында билдәле.
2. Ҡатын-ҡыҙҙары араһында төп европеоид типҡа монголоид билдәләренең ҡатнашлығы күҙгә салына”27. Ошо уҡ билдәләр Башҡортостанда Мәскәү антропологы М.С. Акимова тикшергән боронғо һәм бөгөнгө башҡорт типтарына28 тап килә.
