Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телмр тере методикаы..docx
Скачиваний:
135
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
201.36 Кб
Скачать

Ирекле инша

Бындай инша яҙғанда, бирелгән теманы уҡыусы үҙе аса, ундағы ваҡиға йәки күренештәрҙе үҙенсә яҡтырта һәм уларға үҙенсә баһа бирә, улар араһында бәйләнеште үҙенсә күрһәтә ала. Теманы асыу һәм үҙ фекерҙәрен раҫлау өсөн, тамаһына ҡарап, кинола, спектаклдә һәм башҡа урындарҙа күргәндәрен, үҙ хыялдарын, ваҡытлы матбуғаттан, әҙәби әҫәрҙәрҙән файҙалана, уларҙан өҙөктәр, айырым кешеләрҙең шәхси үрнәктәренән миҫалдар килтерә ала. Бындай иншалар, беренсенән, уҡыусыларҙы үҙ аллы фекер йөрөтөргә өйрәтһә, икенсенән, улар үҙҙәренең яҙма эштәрен төрлө сығанаҡтарҙан файҙаланып башҡарырға өйрәнәләр.

Ирекле инша өсөн миҫалға түбәндәге темаларҙы тәҡдим итергә була: “Кеше кешегә –дуҫ, туған һәм иптәш”, “Кеше хеҙмәттә тәрбиәләнә һәм үҫә”, “Ватанды һаҡларға әҙер бул”, “Туған телем –аҫыл гөлөм” һ.б.

Уны өйгә биреп ебәрергә лә мөмкин. Был ваҡытта уҡыусылар кәрәкле сығанаҡтарҙы иркенләп файҙала алалар. Ә уны дәрестә яҙҙырыуын күҙ уңында тотҡанда , тема уҡыусыларға алдан әйтелә, уны яҙыу өсөн кәрәк булған материалды туплайҙар, өйрәнәләр һәм фекер йөрөтәләр.

Тормош –көнкүреш темаһына инша

Уҡыусылар был төр иншаларҙы тирә –йүнгә күҙәтеүҙәренә, көндәлек тормошона, экскурсияла йәки башҡа ерҙә күргәндәренә, ишеткәндәренә, коллектив хеҙмәттә ҡатнашыуҙарына, шунда тыуған тәьҫирҙәренә таянып яҙалар. Мәҫәлән, “Беҙҙең ауыл”, “Хужалыҡ фермаһында”, “Баҫыуҙа”, “Беҙҙең район”, “Өмәлә” һ.б. уҡыусылар тормошона ҡараған; “Көҙгө урман”, “йәйге урманда”, “Иҙел буйында” һ.б. тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгән; “Эшселәр янында”, “Китап баҡсаһында”, “Типографияла”, “Алдынғы эшселәр менән осрашыу” кеүек эшселәр тормошон яҡтыртҡан иншалар яҙҙырырға була.

Картина буйынса инша

Бындай инша яҙҙырғанда, картинаны уҡыусылар алдына ҡайып, уның эстәлеген асыу, күргәнен һүҙҙәр менән биреү кеүек маҡсаттар ҡуйыла. Картинаның сюжетын биргәндә, уҡыусы ундағы иң әһәмиәтле йәки икенсе дәрәжәләге күренештәрҙе билдәләй алһын, айырым киҫәктәр араһындағы бәйләнеште эҙмә –эҙлекле рәүештә күрһәтә белһен. Ул уҡыусының логик фекер йөрөтә белеүен үҫтерергә ярҙам итә. Ундай иншалар барлыҡ синыфтарҙа ла үткәрелә һәм, уҡыусыларҙың йәш һәм белем дәрәжәһенә ҡарап, улар темаһы һәм күләме яғынан төрлө ауырлыҡта була.

Уҡыусылар эшкә тиҙерәк кереп китһен өсөн, картинаның эстәлеген асыу маҡсаты менән, уҡытыусы уҡыусыларға һорау бирә (һорауҙарын алдан таҡтаға яҙып ҡуйырға мөмкин), шул һорауҙар нигеҙендә эстәлек асыла (план буйынса уны берәй уҡыусынан һөйләтеп ҡарарға ла мөмкин); грамматик алым менән дә аңлатылғандан һуң, инша яҙырға ҡушала. Мәҫәлән, художник Бордиченконың “Ҡышҡы шаярыуҙар” картинаһы буйынса инша яҙҙырыу алдынан, уҡыусыларға түбәндәге һорауҙарҙы бирергә була:

  1. Картинала йылдың ҡайһы ваҡыты һүртләнә?

  2. Ағастар һәм ҡыуаҡтар ниндәй төҫкә ингәндәр?

  3. Балалар нимә эшләйҙәр?

  4. Һеҙгә ҡышҡы көн оҡшаймы?

Иншала картинаның эстәлеген биреү менән бергә, уҡыусылар грамматик күнегеүҙе лә үтәйҙәр: өндәш һүҙҙәрҙе һәм тиңдәш киҫәктәрҙе урынлы ҡулланып һәм тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып яҙалар, уны үҙҙәре исем бирәләр.

Иншаларҙы баһалау

Инша –ул уй –фекерҙе дөрөҫ, эҙмә –эҙлекле итеп әйтеп һәм яҙып бирә алыу һәләтлеген, уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрҙәре күнекмәләрен билдәләүсе төп форма.

V –IX синыфтарҙа иншалар программаның “Бәйләнешле телмәр үҫтереү” бүлегенә ярашлы үткәрелә.

Иншалар тексының яынса күләме түбәндәгесә тәҡдим ителә.

Синыфтар

V

VI

VII

VIII

IX

Инша (һүҙҙәр һаны)

100

150

200

250

300

Биттәр һаны

0,5 -1,0

1,0 -1,5

1,5 -2,0

2,0 -3,0

3,0 -4,0

Иншаларҙың был күләмдәре миҫал өсөн яҡынса бирелә, сөнки уҡыусы яҙған иншаның күләме уның жанры һәм стиленә, теманың характерына бәйләнгән. Уҡыусының дөйөм үҫеш кимәле, уның яҙыу темпы, теле инша күләменә шулай уҡ йоғонто яһай.

Иншалар яраҙамында уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса;

  2. кәрәкле тел сараларын стилгә, темаға, инша бурыстарына ярашлы һайлай һәм файҙалана;

  3. тел нормаларын һаҡлап, орфографик, пунктуацион ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланы белеү һәләтлектәре тикшерелә.

Һәр бер инша ике билдә менән баһалана: беренсе билдә эштең теле һәм йөкмәткеһе өсөн ҡуйыла, икенсеһе грамоталылыҡ, йәғни орфографик, пунктуацион һәм тел нормаларына ярашлы яҙа алыу кимәлен билдәләй. Билдәләрҙең икеһе лә башҡорт теле буйынса иҫәпләнә. Тик әҙәби темаларға яҙылған иншаларҙың тәүге билдәһе (йөкмәткеһе һәм теле өсөн) әҙәбиәткә ҡуйыла.

Иншаның йөкмәткеһе түбәндәге критерийҙар буйынса баһалана:

  • уҡыусы яҙған эштең темаға һәм төп фекергә тура килеүе;

  • таманы асыу тулылығы;

  • фактик материалдың дөрөҫлөгө;

  • йөкмәткене эҙмә –эҙлекле асыу.

Иншаның телен баһалағанда түбәндәгеләр иҫәпкә алына:

  • яҙма эштең һүҙ байлығы һәм телмәренең грамматик төҙөлөшө яғынан күп төрлө булыуы;

  • стиль берҙәмлегеһәм телмәрҙең тасуирлығы, күркәмлеге;

  • телмәр хаталарының иҫәбе.

Грамоталылыҡ уҡыусы ебәргән орфографик, пунктуацион һәм грамматик хаталар тҫәбе буйынса баһалана.

Эштәрҙе баһалағанда уҡытыусы түбәндәге таблицала бирелгән критерийҙарға ҡарап эш итә: