Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телмр тере методикаы..docx
Скачиваний:
135
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
201.36 Кб
Скачать

Телмәр үҫтереүҙең принциптары

Телмәр үҫтереү уҡытыуҙың дөйөм принциптарына нигеҙләнә. Шулай ҙа телмәр үҫтереүҙең үҙенә генә хас принциптары бар. Уларға фекерләү, тел һәм телмәр эшмәкәрлегенең берҙәмлеге, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренең үҙ –ара бәйләнеше, телмәр үҫтереүҙең лексик, грамматик, пунктуацион, стилистик эштәргә бәйләнеше, тел сараларын урынлы ҡулланыу кеүек принциптарҙы индерергә мөмкин.

Фекерләү, тел һәм телмәр эшмәкәрлегенең берҙәмлеге. Тел фекерләүҙең ысынбарлыҡтағы туранан –тура сағылышы булып тора. Ысындан да, кеше ниндәй ҙә булһа күренеш, хәл –ваҡиға, үҙенең йәки башҡа кешеләрҙең эштәре, мөнәсәбәттәре тураһында уйлай, факттарҙы сағыштыра, анализлай, дөйөмләштерә; ҡыҫҡаһы, ул фекер йөрөтә. Шул уйҙарын, фекерҙәрен ул, тел сараларын ҡулланып, телмәр аша башҡаларға еткерә.

Бер –береһенә тығыҙ бәйләнештә торһалар ҙа, тел менән телмәр бер үк нәмә түгел.

Тел –тарихи ерлектә барлыҡҡа килгән, абстрактлаштырылған, дөйөмләштерелгән, шымартылған шартлы билдәләр –өндәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр йыйылмаһы, тотош бер система ул. Был тамғалар, ысынбарлыҡтағы предметтарҙың, күренештәрҙең атамаһын, эшен, билдәһен белдерәләр һәм кешенең донъяны танып белеү һәләтлегенең нигеҙен тәшкил итәләр. Объектив социаль күренеш булараҡ, тел бөтә халыҡҡа хеҙмәт итә, айырым шәхес уны үҙе теләгәнсә үҙгәртә, үҙенә буйһондора алмай.

Телмәр –телдең тышҡы күренеше, уның йәшәйеше, функцияһы, телде файҙаланыу ысулы. Телмәр телдең берәмектәрен (фонема, морфема, лексема) билдәле законлыҡтар нигеҙендә һүҙбәйләнешкә, һөйләмгә, текстҡа берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, һәм фекерләү процесын сағылдыра.

Һәр кем тормош факттары тураһында үҙенсә уйлай, тел сараларын үҙенең маҡсатына, белеменә, кәйефенә, аралашыу шарттарына ярашлы файҙалана, йәғни, телмәрҙе үҙенсә төҙөй. Шуға күрә лә телмәргә ҡарата “яҡшы”, “һәйбәт”, “дөрөҫ”, “хаталы”, “насар” кеүек сифаттарҙы ҡулланып ула, ә тел тураһында һөйләгәндә бындай һүҙҙәрҙе ҡулланыу мөмкин түгел.

Һөйләм һәм яҙыу теленең үҙенсәлектәре

Һөйләм һәм яҙыу теле –эстәлекте тел сараларының бер үк хоҡуҡтағы ике төрө менән белдереү юлы. Тел дәрестрендә беҙ уларҙың һәр икеһенә лә бер тигеҙ урын бирергә, уҡыусыларҙа етәрлек күнекмәләр булдырыуға иғтибар итергә һәм эште бергә үреп алып барырға тейешбеҙ. Һөйләү теленең сыбар булыуы яҙыу теленә лә тәьҫир итә, уҡыусының яҙыу телендә лә байтаҡ хаталар күҙгә ташлана.

Һөйләм һәм яҙыу теленең үҙҙәренә хас үҙесәлектәре лә бар.

Һөйләү теле һөйләүсенән һүҙҙәрҙе тиҙ һайлауы, һөйләмде тиҙ төҙөй алыуын талап итә. Төҙәтеүҙәргә йәки артҡа сигенеүселәргә урын ҡалдырмай. Һөйләү телендә һөйләмгә интонация һәм пауза, ҡул хәрәкәте, мимика һәм логик баҫым кеүек өҫтәмә саралар ҙа ҡушыла, шуға күрә һөйләүсе һүҙҙәрҙе аҙыраҡ ҡуллана ала. Ә яҙыу телендә аңлатмалар күп һүҙҙәр менән бирелә, уның стиле күберәк китапса була. Билдәле, улар бер –береһенә ярҙам итәләр. Һөйләү теле бай булған кеше үҙ фекерҙәрен яҙыу телендә лә тиҙ, матур, дөрөҫ һәм оҫта итеп бирә; ә яҙыу теле үҫкән кеше, һөйләгәндә, дөрөҫ һәм матур итеп һөйләй ала. Шунлыҡтан ошо тел дәрестрәендә һөйләү һәм яҙыу телен үҫтереү күнекмәләрен бергә бәйләп биреүгә айырыуса иғтибар итрегә кәрәк була. Бының өсөн, дәреслектәрҙә бирелгән төрлө күнегеүҙәр, төрлө диктанттар яҙҙырыу кеүек эштәр өҫтөнә, тағын түбәндәге эштәрҙе тәҡдим итергә була:

  1. Картина, сюжетлы рәсемдәрйәки диафильмдар күрһәтеп, шуларҙың эстәлеген һөйләтеү һәм һәм һуңынан инша яҙҙырыуы иһә, изложение өсөн алынған тексты уҡып, уның эстәленег һөйләтеү, һуңынан уны яҙҙырыу. Был алым уҡыусыларҙы ижади эшкә өйрәтә;

  2. Сығыш яһарға өйрәтеү. Бының өсөн элек уҡыусылар сығыштың планын төҙөйҙәр. Яҙған тексты уҡыусы элек уҙ алдына һөйләп ҡарай, һуңынан уны ҡысҡырып һөйләй. Былай эшләгәндә, ул үҙенең тауышын, интонацияһын ишетә, яңылыштарын һиҙә һәм уны төҙөтө ала, сығыш яһыу өсөн күпме ваҡыт кәрәген дә билдәләй. Уҡыусы, һөйләмдә хаталарҙы төҙөтеү өҫтөндә эшләгәндә, магнитофон файҙалана ала: һөйләмен магнитофон таҫмаһына яҙҙыра, уны тыңлай һәм үҙе һиҙгән интонацион, орфоэпик һәм башҡа хаталарҙы төҙәтә;

  3. Синыфтағы иптәштәренең сығыштарына йәки яуаптарына баһа биреү йә иһә рецензия яһау, уның уңышлы һәм кәмселеклк яҡтарын күрһәтеү. Был алым уҡыусыларҙы иғтибарлы булырға, һөйләүсене тыңларға, уны әңгәмәлә ҡатнашырға өйрәтә. Шул рәүешле уларҙың һөйләү телен, орфоэпик гратомлыҡтарын үҫтерергә ярҙам итә; уҡыусы үҙенең һөйләмен әҙәби тел нормаларына тура килтереп һөйләргә, үҙ һөйләменә иптәштәре ебәргән типик хаталарҙы булдырмаҫҡа тырыша. Был алымдың, билдәле, уҡыусыларҙы сәнғәтле уҡырға, орфография һәм пунктуацияғаөйрәтеүҙә ярҙамы ҙур. Сөнки һөйләү һәм яҙыу телен үҫтереү эштәре грамматика, орфография, пунктуация һәм әҙәбиәт дәрестәре менән дә тығыҙ бәйләнештә үткәрелә. Билдәле, башҡа фән уҡытыусылары ла ыҡыусылраҙ дөрөҫ һәм әҙәби телдә һөйләрәг һәм грамоталы яҙырға өйрәтеүгә иғтибар итрегә тейештәр.