Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телмр тере методикаы..docx
Скачиваний:
135
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
201.36 Кб
Скачать

Телмәр үҫтереүҙә изложениялар.

1) 5-9-сы кластарҙа изложение уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә төп яҙма эштәрҙән һанала. Уның белем биреү һәм тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур: төрлө типтағы изложение яҙыу һөҙөмтәһендә уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе, өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен, тел-стиль үҙенсәлектәрен тәрәнерәк үҙләштерәләр, телмәр культураһына эйә булалар.

Изложение яҙыу процесында балалар уҡығанды иғтибарлы тыңлай белеү һәм хәтерҙә ҡалдырыу, текстың мәғәнәүи бүлектәрен айырыу һәм үҙ аллы план төҙөү, бөтә грамматик-стилистик сараларҙы һаҡлап, йөкмәткене телдән йәки яҙма формала биреү күнекмәләренә эйә булалар. Был күнекмәләрҙе тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн түбәндәге талаптарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк: изложение өсөн материалды уңышлы һайлау; һәр класта уның төрлө типтарын яҙырға өйрәтеү; тексты дөрөҫ анализлау.

Текст һайлау. Изложение өсөн бай йөкмәткеле, тәрән идеялы, уҡыусыларға идея-политик, әхләҡи һәм эстетик тәрбиә бирерҙәй текстар һайлана. Теле, стиле, һүрәтләү саралары бай, һөйләмдәре төҙөк булған үрнәктәр генә балаларҙың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Текст һайлағанда, уның жанр үҙенсәлектәре лә иҫәпкә алына.

Текстар махсус йыйынтыҡтарҙан, әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнелгән художестволы әҫәрҙәрҙән, кластан тыш уҡыу китаптарынан алына.

Гәзит-журналдарҙа баҫылған бай йөкмәткеле материалдар ҙа файҙаланыла.

2) Изложение төрҙәре. Ҡуйылған маҡсатҡа ҡарап, изложениялар өйрәтеү һәм контроль характерҙа булалар. Уҡыу йылы буйына яҙҙырылған изложенияларҙың күбеһе өйрәтеү маҡсатын күҙ уңында тота. Уны яҙҙырыу алдынан ентекле әҙерлек эш алып барыла: кәрәкле грамматик ҡағиҙәләр иҫкә төшөрөлә, текст тулы анализлана, орфографик, лексик-стилистик һәм пунктуацион хаталар иҫкәртелә, айырым һүҙҙәргә, фразаларға аңлатма бирелә.

Контроль изложение, ғәҙәттә, сирек һәм йыл аҙағында үткәрелә, унда күберәк уҡыусының белемен һынау (контролгә алыу) маҡсаты ҡуйыла, шунлыҡтан алдан ентекле әҙерлек ойошторолмай. Был осраҡта уҡыусыларҙың билдәле ваҡыт эсендә (бер ай, сирек) алған белемдәре үҙе әҙерлек булып тора.

Йөкмәткене биреү йәһәтенән тулы, тексҡа яҡын итеп яҙылған, ҡыҫҡартылған, һайланма һәм инша элементтарын үҙ эсенә алған изложениялар була. Күрһәтелгән изложение төрҙәренең һәр береһе ниндәйҙер өҫтәмә грамматик-стилистик йәки грамматик-орфографик эштәр менән башҡарылыуы мөмкин, әммә улар ҡағиҙә үҙләштереүгә түгел, ә бәйләнешле телмәр үҫешенә хеҙмәт итергә тейештәр.

Тексты тулы яҙҙырыуҙың маҡсаты ─ уҡыусыларҙы йөкмәткене аңларға, һүрәтләнгән ваҡиғалар (эпизодтар) араһындағы бәйләнеште күрә белергә һәм эҙмә-эҙлелекле яҙырға өйрәтеү.

Фекерҙе дөрөҫ, ҡыҫҡа һәм асыҡ бирә белеү, йөкмәткене дөйөмләштереү күнекмәһенә өйрәтеүҙә тексты ҡыҫҡартып яҙыуҙың әһәмиәте ҙур. Ҡыҫҡартып яҙыу (һөйләү) ваҡытында йөкмәткеләге иң мөһим нәмәне тотоп алыу һәм шуны асыу төп маҡсат булып тора. Ундай изложенияларҙы яҙғанға тиклем тексҡа ентекле анализ яһала, йөкмәткеләге төп моменттарҙы иҫтә тотоп, план төҙөлә, план буйынса уҡытыусы йәки көслө уҡыусы эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп күрһәтә. Таҡтала айырым абзацтарҙы нисек ҡыҫҡартыу үрнәктәрен биреү ҙа ҡамасауламай.

Уҡыусыларҙың үҙ аллы фекер йөрөтөүен үҫтереүҙә, стилен камиллаштырыуҙа текстың формаһын үҙгәртеүгә нигеҙләнгән изложенияларҙың әһәмиәте ҙур. Улар диалогка ҡоролған текстар, драмаларҙан өҙөктәр, мәҫәлдәр, сюжетлы шиғырҙар буйынса яҙҙырыла. Бындай изложенияларҙа ла тексты ҡыҫҡартыу талап ителә.

Изложенияға инша элементтарын индереп яҙыу бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә шулай уҡ әһәмиәтле эштәрҙән һанала. Уның төрлө формаларын ҡулланырға мөмкин: бирелгән өҙөктөң башын йәки аҙағын дауам итеү; әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылығына баһа биреү, тексҡа бәйле төрлө темаға фекер йөрөтөү һ.б.

Һайланма изложение ваҡытында әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар араһынан төп герой тормошона бәйле бер мөһим теманы һайлап алыу һәм шуны хронологик тәртиптә урынлаштырыу маҡсаты күҙ уңында тотола.

Изложенияларҙың ниндәй генә төрөн алмайыҡ, уларҙы үткәреүҙә уҡытыусы дөйөм методик талаптарҙан сығып эш итә.

Изложение үткәреү тәртибе. Дәрестә изложение үткәреү ике этапҡа бүленә: а) уҡыусыларҙы әҙерләү; б) эште башҡарыу.

Әҙерлек эше дәрестең маҡсатын аңлатыуҙан башлана. Изложение яҙғанда, әҙәби үрнәк аша уҡыусыларҙың телмәрен байытыу, үҫтереү төп маҡсат булып ҡала. Бынан тыш текст буйынса план төҙөү, теге йәки был тел-һурәтләү сараһын, йәки ниндәйҙер грамматик ҡағиҙәне телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү маҡсаттары ла ҡуйылыуы мөмкин, балаларға әхләҡи тәрбиә биреү бурысы ла хәл ителә.

Маҡсат асыҡланғас, уҡытыусы 5-10 минутлыҡ инеш әңгәмәгә күсә. Инеш һүҙҙән һуң тексты тәүге ҡат уҡыу ойошторола. Уның төрлө юлдары бар: уҡытыусының тасуири уҡыу, магнитофон яҙмаһын тыңлау, балаларҙың текст менән үҙ аллы танышыу һ.б.

Текст өҫтөндә эш. «Уҡыусы үҙ изложенияһында, − тип күрһәтә А.В. Текучев, − художестволы тексҡа оҡшатып яҙырға ынтыла икән, быны ғәйеп һанарға ярамай. Иң мөһиме –ул текстың фразеологияһын, һүрәтләү сараларын һәм һөйләмдәрен аңлап, урынлы, дөрөҫ ҡулланһын. Шулай иткәндә, авторҙың теленә оҡшатып яҙырға тырышыу – ыңғай күренеш буласаҡ».

Ә быға изложение тексын анализлауҙа төп ике моментҡа иғтибар иткәндә генә ирешергә мөмкин: а) текстың йөкмәткеһе, образдары өҫтөндә эш һәм б) тел анализы.

Текст менән танышҡандан һуң, изложенияның планы төҙөлә. Тәүге осорҙа түбән кластарҙа уҡыусыларға план төҙөү алымдарын күрһәтергә кәрәк. Бының өсөн текст мәғәнәүи өлөштәргә бүленә, һәр өлөшө уҡылғандан һуң, уға бергәләп исем бирелә, уҡыусылар иң уңышлы вариантты дәфтәренә яҙа баралар. Билдәле дәрәжәлә күнекмә алынған һуң, план төҙөү үҙ аллы башҡарыла. Ҡатмарлы текст булғанда, әҙер план да тәҡдим ителеүе мөмкин.

План төҙөлгәс, текст икенсе тапҡыр уҡыла. Уҡыу барашында уның тел-стиль үҙенсәлектәре тикшерелә: һөйләмдәрҙең структураһына иғтибар йүнәлтелә, һүрәтләү сараларының мәғәнә биҙәктәре асыҡлана, синонимик һүҙҙәр өҫтөндә эш алып барыла, тапҡыр һүҙҙәрҙең, фразеологизмдарҙың мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланыу осраҡтары тикшерелә. Бында һәр уҡыусыны текст менән тәьмин итеү ҙә ҡамасауламай. Ул саҡта бала пассив тыңлаусы ғына булып ҡалмай, ә тексты күҙәтеп бара, һөҙөмтәлә уның тел сараларын хәтерендә нығыраҡ ҡалдыра.

Тел анализының маҡсаты – яҙыусының текста тел сараларын ҡулланыу оҫталығы – индивидуаль стиль үҙенсәлеген күрһәтеү, йөкмәткене тәрәнерәк асыу, шуның менән бергә уҡыусыларҙың телмәрен лексик, морфологик, синтаксик һәм фразеологик берәмектәр, тапҡыр һүҙҙәр менән байытыу, телмәр хаталарын иҫкәртеү һәм яҙма эш башҡарғанда аңлы фекер йөрөтөргә өйрәтеү.

Ниндәй генә маҡсат ҡуйылмаһын, әҙәби текстың йөкмәткеһе, тел-стиль үҙенсәлеге тула анализланырға тейеш, сөнки яҙма эштәр башҡарғанда, уҡыусыларҙы өйрәтеү беренсе планда тора.

Юғарыла әйтелгәндәрҙе иҫтә тотоп, әҫәргә мәғәнәүи һәм тел анализы биреү алымдарын тасуирлау характерындағы текст буйынса тулы изложение яҙырға өйрәтеүгә бәйләп ҡарайыҡ.