Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телмр тере методикаы..docx
Скачиваний:
135
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
201.36 Кб
Скачать

Кешенең тышҡы ҡиәфәтен һүрәтләү

Уҡыусылар кешенең йөҙөн, тән төҙөлөшөн, баҫып тороуын, атлап йөрөүен, кейемен тасуирлап яҙа белергә тейеш. Бындай төр эштәрҙә иң мөһиме –конкрет кешенең тышҡы ҡиәфәтен күрә белеү һәм уны ҡағыҙға төшөрә.

Һүрәтләүҙә күҙ ҡарашы, атлап йөрөшө, профессияһы, характер үҙенсәлеге, ғөмүмән, бөтә яҡлап та тышҡы ҡиәфәткә характеристика бирелә.

Кешенең тышҡы ҡиәфәтен тасуирлау өсөн балаларҙың телмәрен “портрет” лексикаһы һүҙҙәре менән байытыу кәрәк.

Һүрәтләү өсөн ярҙамлыҡ

  1. Һүрәтләүсе персонажға үҙегеҙҙең ҡарашығыҙҙы белдерегеҙ.

  2. Персонаждың портретындағы иң характерлы деталдарҙе күрһәтегеҙ, уның тышҡы ҡиәфәтендәге төп үҙенсәлектәрҙе асып бирергә тырышығыҙ.

  3. Портрет характеристикаһы аша һүрәтләңсенең эске донъяһын сағылдырырға ынтылығыҙ.

  4. Һүрәтләүҙә түбәндәге деталдәрҙе иғтибар үҙәгендә тотоғоҙ: күҙҙәре, ҡарашы, сәсе, тауышы, ауыҙы, яңаҡтары, атлап йөрөүе, кәүҙәһе, кейеме, ҡулы, аяҡтары һ.б.

Хикәйәләү иншаларын яҙырға өйрәтеү

Хикәйәләү тибындағы инша яҙырға өйрәтеү “хикәйә” төшөнсәһен аңлатыуҙан башлана. Хикәйә –яҙыусы әҫәре, әҙәбиә жанр, ә хикәйәләү тигәндә беҙ ниндәйҙер эш –ваҡиға тураһында һөйләү –яҙыуҙы күҙ уңында тотабыҙ.

Хикәйәләү тибындағы иншаларҙа кеше тормошондағы бер йәки ике генә ваҡыға алынып, уның нимә менән башланып, нисек тамамланғаны һүрәтләнә. Бындай иншалар төрлө сығанаҡтарға нигеҙләнә:

  1. Үҙең күргән, ҡатнашҡан хәл –ваҡиғаларҙы хикәйәләү;

  2. Тормош тәжрибәһе нигеҙендә уйлап яҙылған хикәйә;

  3. Әҙер сюжетҡа хикәйә төҙөү;

  4. Йөкмәткеле һүрәттәр һәм картиналар буйынса яҙыу;

  5. Кешенән ишеткәндәрҙе хикәйәләү;

  6. Мәҡәлдәр буйынса хикәйә.

Хикәйәләү композицияһы:

  1. эҙмә –эҙлекле йәки тура: төйөнләнеш, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеш;

  2. кире (сиселештән башлана);

  3. ҡулса (башында һәм аҙағында бер үк һөйләм ҡабатлана).

Төйөнләнеү –художестволы әҫәрҙәге төп ваҡығаның, төп сюжет һыҙығының башланып китеүенә сәбәпсе булған хәл йәки күренеш.

Ваҡиғалар үҫеше –сюжеттың төйөнләнеүҙән алып хәл ителеүгә тиклемге арауыҡтағы төп өлөшө.

Кульминация –геройҙарҙың яҙмышын хәл итеүҙә иң ҡурҡыу ваҡиға.

Сиселеш –кульминацияла бирелгән ваҡиғаның ниндәй һөҙөмтәләр биреүен, геройҙар тормошона ниндәй үҙгәрештәр алып килеүен һүрәтләгән хәл –күренештәр.

Артабан уҡыусыларҙы хикәйәләү тексы төҙөүҙең схемаһы менән таныштырырға кәрәк:

  1. Эш –хәлдең, ваҡиғаның урыны һәм ваҡыты.

  2. Ваҡиғала ҡатнашыусы тураһында хәбәр итеү.

  3. Ваҡиғалар, уларҙың үҫеше, үҙенсәлектәре, эҙмә –эҙлелеге.

  4. Ваҡиғаның тамамланыуын күрһһәтеү.

  5. Һығымта.

Хикәйәләү ижадының төҙөлөшө түбәндәге схемала асыҡ сағылыш тапҡан:

I –инеш II –төп өлөш III –йомғаҡлау

Уҡыусылырға хикәйәләү иншаһын яҙырға өйрәтеүҙә түбәндә тәҡдим ителгән ярҙамлыҡты файҙаланырға мөмкин.

Иншаның темаһын яҡшы итеп уйлағыҙ. Темаға ингән һәр бер һүҙ ҙур мәғәнәгә эйә. Иншала нимә тураһында яҙасаҡһығыҙ, уйлап алығыҙ, микротемаларҙы билдәләгеҙ.

  1. Инша ниндәй дөйөм һорауға яуап бирә?(Нимә булған?)

  2. Хикәйәнең төҙөлөшөн онотмағыҙ: төйөнләнеш, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеш. Кәрәк булһа, план төҙөгөҙ.

  3. Иншаның стилен һайлағыҙ, төп фекерен (идеяһын) асыҡлағыҙ.

  4. Ваҡиғаларҙың барған урыны күрһәтелгәнме? Ваҡиғаларҙың ваҡыты тураһында әйтелгәнме?

  5. Геройҙарыңды һүрәтләүҙә ҡылымдар ярҙам итәме?

  6. Геройҙың тура телмәрен текстҡа индереү хикәйәңде йәнләндерер.

  7. Иншының тәүге вариантын яҙығыҙ. Унда тема һәм идея асылғанмы? Йөкмәикеһе темаһына тап киләме? Хикәйәләүҙә эҙмә –эҙлелек һаҡланғанмы?

  8. Иншаның теленә иғтибар итегеҙ. Һеҙҙең фекерегеҙ уңышлы сағылғанмы? Төҙәтеүҙәр индерегеҙ.

  9. Хикәйәңдең исеме йөкмәткеһенә тура киләме? Исеме иғтиьарҙы йәлеп итеп торһон.

Йомғаҡлап әйткәндә, хикәйәләү иншаларын яҙҙырыу –уҡыусылырҙың телмәрен үҫтереүҙә, һүҙ байлығын арттырыуҙа, әҙәби әҫәрҙәргә, яҙыусының оҫталығына ҡыҙыҡһыныуын уятыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған эш төрө. Һөйләргә –һөйләп, яҙырға –яҙып ҡына өйрәнеп була. Шуға күрә уҡыусылырҙың телмәр компетентлығын булдырыуҙа уҡытыусының роле баһалап бөткөһөҙ.

Уҡыусылырҙың әҙәби тел культураһын ғәмәли үҙләштереүенә ирешеү мәктәптә уны тел уҡытыуының иң мөһим бурыстарының береһе булып тора. Шуға күрә уны тел уҡытыусыһы уҡыусыға әҙәби тел нормаларын өйрәтеп, уны ғәмәлдә дөрөҫ файҙалана белеү күнекмәләрен белеүгә айырыуса иғтибар итергә тейеш. Шул ваҡытта ғына уҡыусыныңғөмүмөн культураһы үҫә һәм ул барлыҡ яҡтан да грамоталы була.

Баланың тел культурыһын үҫтереү мәсьәләһенә педагог –методик әҙәбиәттә күптән урын бирелеп килде. Рус халҡының күренекле педагогы һәм методистты Ф.И.Буслаев тел үҫтереү эшенә ҙәр урын бирә һәм уны фекер йөрөтөү менән органик бәйлнештә ҡарай, баланың телен һәм фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереү мәктәптеңтөп бурысы тип һанай. Бының өсөн ул баланың уҡығанды аңлауы менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, аңлағанын һүҙҙәр ярҙамында телдән һәм яҙма рәүештә бирә белеүенә лә ирешергә кәрәклекие әйтә.

Рус педагогы Д.К.Ушинский уҡыусылырҙа тел үҫтереү эшенең психологик нигеҙҙәрен аса, телде фекергә, фекерләүҙе телгә бәйләп ҡарай. Ул үҙенең хеҙмәттәрендә баланың һөйләү һәм яҙыу телен үҫтереү мәсьәләһенә ҙур урын бирә, “Родное слово” китабында логик күнегеүҙәр системаһын тәҡдим итә. Уҡытыуҙың башланған осронда уҡ уҡыусылырға тел үҫтереү күнекмәләрен бирә башларға кәрәклеген әйтә. К.Д.Ушинский тыған телде белем шишмәһе тип атай: уның фекеренсә, тел –иң яҡшы уҡытыусы, аҡыл өйрәтеүсе генә түгел, бәлки әйләнә –тирәләге тәбиғәт, йәмғиәт тормошо менән таныштырыусы ла. Уны тел дәрестәрендә баланың яҙыу һәм һөйләү телен үҫтереү эшен системалы рәүештә алып барырға саҡыра.

20 -30 –сы йылдарҙа сыҡҡан барлыҡ программаларҙа ла уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телен үҫтереү, уҡыусыларға тел үҫтереү күнекмәләре биреү төрлө күләмдә ҡуйыла. Унан һуңғы йылдарҙа сыҡҡан программаларҙа уҡыусыларҙың һөйләм культураһын үҫтереүгә һәм грамотлыҡтарын күтәреүгә айырыуса иғтибар ителә, һүҙ байлығын арттырыуға ҙур урын бирелә.