Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телмр тере методикаы..docx
Скачиваний:
134
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
201.36 Кб
Скачать

Телмәр культураһы һәм стилистика бүлеген өйрәнеү

Урта мәктәптә башҡорт теленең системалы курсын өйрәнеү тел ғилеменең телмәр культураһы һәм бүлеге менән тамамлана. Был − тәбиғи, сөнки уҡыусылар 9-сы класҡа тиклем туған телдең лексик, фонетик, морфологик һәм орфографик, синтаксик һәм пунктуацион нормалары менән эҙмә-эҙлекле таныша. Шуға күрә уҡытыусы, был бүлекте үткәндә материалдарҙы дөйөмләштеоеүҙе, тел күренештәренең телмәрҙәге стилистик ҡулланылышын системалаштырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйырға тейеш.

Туған телде мәктәптә уҡытыу буйынса ҡабул ителгән программала стилистика һәм телмәр культураһы мәсьәләләрен өйрәнеүгә бөтәһе 11 генә сәғәт бүленә һәм уҡытыусы алдына түбәндәге күп яҡлы, ҡатмарлы бурыстар ҡуйыла:

а) стилистика һәм башҡорт теленең стилдәре тураһында дөйөм төшөнсә биреү;

б) һүрәтләү сараларын – матур әҙәбиәт стилен тыуҙырыусы сараларҙы (эпитет, сағыштырыу, метафора, йәнләндереү, метонимия, аллегория, гипербола, риторик өндәү, риторик һорау, антитеза, инверсия һ.б.) билдәләтеү;

в) башҡорт теленең һүҙлек байлығындағы стилистик ҡатламдарҙы аңлатыу;

г) төрлө стилгә ҡараған текстар һайлатыу, уларға анализ яһау, баһа бирҙереү;

д) морфологик, синтаксик синонимдарҙы дөрөҫ һайларға һәм ҡулланырға өйрәтеү;

е) һөйләмдәге һүҙҙәрҙең килеү тәртибенең стилистик ролен билдәләтеү;

ж) телмәр культураһын үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыуҙы дауам итеү.

Әлбиттә, был бурыстарға махсус бүленгән сәғәттәрҙә генә тулыһынса ирешеү мөмкин түгел. Мәктәптә туған телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты – белемле, юғары телмәр культураһына эйә булған, киләсәктә тормоштоң төрлө өлкәләрендә Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итә алырлыҡ шәхестәр әҙерләү. Шуны күҙ уңында тотоп, программала стилистиканы өйрәнеүгә бүленгән сәғәттәрҙе аҙ булыуын иҫәпкә алып, уҡытыусы стилистика һәм телмәр культураһы элементтарын уҡыусылар ҡабул итерлек кимәлдә дәрес һайын индерергә тейеш. Уңышҡа ирешеү өсөн уҡытыусының һәр дәрескә ижади әҙерлек менән килеүе, миҫалдарҙы һайлағанда, грамматик күренештәрҙе генә аңлатыуҙы маҡсат итеп алмайынса, стилистик йүнәлештәге күнегеүҙәргә лә иғтибар итеүе мөһим, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, бөтә грамматик категорияларҙы синтаксик һәм стилистик нигеҙҙә өйрәнергә кәрәк.

Телмәр типтары

Аристотелдең "Риторика"һында оҫта леллелек теорияһына нигеҙләнгән телмәрҙең өс төрө ентекле тасуирланған. Хәҙерге термин менән әйткәндә, телмәр типтары өсәү: хикәйәләү, тасуирлау һәм фекер йөрөтөү.

Хикәйәләүгә ысынбарлыҡҡа барған ваҡиғалар хаҡында һөйләнелә. Ул ғәҙәттәге хикәйә. Уның сюжет һыҙығы бар, унда персонаждар хәрәкәт итә.

Тасуирлауҙа ваҡиғаларға урын юҡ, шулай булғас, сюжеты ла булмай, бик һирәк осраҡтарҙа ҡатнашыусы була (ғәҙәттә ул автор үҙе була ).

Тасуирлауҙа әйберҙәрҙең, күренештәрҙең билдәләре, сифаттары һүрәтләнә, уларҙың үҙ-ара бәйләнештәрен, тотош күренештәрҙе күрһәтеүгә киң урын бирелә.

Фекер йөрөтөү –һөҙөмтәләр сығарыу, иҫбатлау, инҡан итеү, сағыштырыу һәм ҡаршы ҡуйыу, күренештәрҙа сәбәп менән эҙемтәнең бәйләнешен сағылдырыу, дөйөмләштереү һәм һығымталар сылбыры ул. Фекер йөрөтөүҙең маҡсаты – ниндәй ҙә булһа раҫлауҙың (тезистың) дөрөҫлөгөн тикшереү, ышандырыусы дәлилдәрҙе һынау. Фекер йөрөтөү – ул фәнни телмәр тибы, шулай уҡ ул сәйәси, дипломатик фекер алышыуҙар, мәҡәләләр, лекциялар, дәреслектәр, дискуссиялар телмәре.

Ҡатнаш текстарҙа һәр саҡ телмәр типтарының береһе төп ролде уйнай, шуға күрә тасуирлау һәм фекер йөрөтөү элементтары булған хикәйәләү, дәлил сифатында тасуирлауҙы йәки хикәйәләүҙе файҙаланған фекер йөрөтөү тураһында һөйләргә мөмкин.