Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телмр тере методикаы..docx
Скачиваний:
135
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
201.36 Кб
Скачать

Изложение төрҙәре

Жанры, күләме, эстәлеге, маҡсаты, планының булыу йәки булмауы яғынан изложениялар төрлө варианттарҙа булырға мөмкин.

Жанры яғынан әҙәби әҫәрҙән өҙөктәр, халыҡ ауыҙ –тел ижады әҫәрҙәренән, газета һәм журнал мәҡәлдәренән, сюжетлы шиғри әҫәрҙәрҙән алынған текстар буйынса изложениялар була.

Эстәлеге яғынан хикәйәләү, төрлө күренештәрҙе һәм хәлдәрҙе һүрәтләү (тәбиғәт күренештәрен, хеҙмәт процессы һ.б.), айырым образдарға характеристика биреү, ниндәй ҙә булһа публицистик, сәйәси йәки тәнҡит мәҡәләләре буйынса фекер йөрөтөү рәүешендә яҙылған изложениялар була.

Күләме яғынан ҡыҫҡаса, тулы һәм һайланма изложениялар була. Был төр изложенияларҙы уҡыусыларҙың ҡайһы синыфта уҡыуына һәм маҡсат ҡуйылыуына ҡарап яҙҙырабыҙ, шуға ҡарап текстарҙың күләмен дә билдәләйбеҙ. V –IX синыфтарҙа текста 450 -500 –гә ҡәҙәр һүҙ булырға мөмкин.

Ҡыҫҡа күләмлеләре түбәнерәк синыфтарҙа ( V синыф) хикйәләү характерындағы текстар буйынса билдәле бер грамматик –стилистик бирем менән (мәҫәлән, зат йәки заманы үҙгәртелеп һ.б.) йәки һорауҙарға яуап биреү рәүешендә үткәрелә ала. Юғарыраҡ синыфтарҙа иһә ул эстәлекле, теле, стиле һәм жанрҙарҙың төрҙәре яғынан ҡатмарландырыла бара.

Һайланма изложение ваҡытында уҡыусылар (VI –VIII синыф) текстан билдәле бер күренештәрҙе, унда ҡатнашыусыларҙың кисерештәрен, портреттарын, тәбиғәт күренештәрен йәки башҡа характерҙағы өҙөктәрҙе һайлап яҙалар. Ул грамматик –стилистик бирем менән дә үткәрергә мөмкин.

Тулы изложенялар берелгән тексты, унда ҡатнашыусыларға характеристиканы телдән һәм яҙма рәүештә тулыһынса биреүҙе күҙ уңында тота. Ул VI –IX синыфтарҙа үткәрелә. VIII –IX синыфтарҙа тағын да ҙурыраҡ, тағын да эстәлеклерәк текстарҙы (фәнни, публицистик, тәнҡит мәҡәләләрен) алып, уларҙы конспектлаштырырға бирергә мөмкин.

Тулы изложениялар өсөн текстарҙа һүҙҙәр һаны түбәндәгесә була:

Уҡыу йылы башында Уҡыу йылы аҙағында

V синыф 150 -170 һүҙ 170 -200 һүҙ

VI 200 -220 һүҙ 220 -250 һүҙ

VII 250 -300 һүҙ 300 -350 һүҙ

VIII 350 -400 һүҙ 400 -450 һүҙ

IX 450 -475 һүҙ 475 -500 һүҙ

XXI 500 -525 һүҙ 525 -550 һүҙ

Контроль изложениялар өсөн бер генә дәрес бирелгәндә, текстағы һүҙҙәр һаны V –VII синый уҡыусылары өсөн 200 -250, ә VIII –IX синый уҡыусылары өсөн 350 -450  һүҙҙән дә артмаҫға тейеш. Юғиһә, уҡыусыларҙың ашағауы йәки яҙып бөтөрмәүе лә ихтимал.

Маҡсаты буйынса өйрәтеү характерындағы һәм контроль изложениялар була.

Өйрәтеү характерындағы изложение ябай һәм ижади төрҙәргә бүленә. Ябай изложениялар башланғыс синыфтарҙа уҡ яҙҙрыла башлай. Уны V –VI синыфтарҙа ла дауам итергә кәрәк. Быларҙың айырмаһы шунда, өйрәтеү изложеняларын яҙыу алдынан әҙерлек эштәре үткәрелә: текст уҡыла, уның эстәлеге асыла, иғтибар итергә тейешле нәмәләргә баҫым яһала, текстға кергән орфограммаларға, айырым һүҙҙәргә аңлатма бирелә, грамматик –стилистик биремдәр аңлатыла, бергәләп план төҙөлә һәм изложеняны шул план буйынса яҙырға кәрәклеге төшөндөрөлә. План өйрәтеү һәм ҡатлауылы, һорау йәки атама һөйләм рәүешендә төҙөлөргә мөмкин.

Контроль изложениялар алдынан әҙерлек үткәрелмәйю уҡыусылар уны үҙҙәре, үҙ аллы рәүештә, план төҙөп яҙалар.

Изложенияны дәрестә яҙҙырғанда, уҡытыусы элек яҙылған тексты, ашыҡмайынса, асыҡ һәм аңлайышлы итеп ҡысҡырып уҡый, уҡыусыларға аңлашылмаған һүҙ һәм һүҙ теҙмәләре булһа, уларға аңлатма бирә һәм һүҙлектәренә яҙҙыра; уҡыусыларҙың хәтерендә ҡалһын өсөн, тексты тағы бер мәртәбә уҡый. Өйрәтеү характырындағы изложения яҙылһа, бергәләп план төҙөлә, эстәлек план нигеҙендә 1 -2 уҡыусынан һөйләтә.

Ижади изложенияларҙы уҡыусылар үҙ аллы яҙалар. Был ваҡыт уҡылған тексты, уның эстәлеген яҙыу ғына маҡсат итеп ҡуйылмай, бәлки уны үҙгәртеү, тултырыу йәки дауам итеү, уның баш йәки урта өлөшөн яҙыу кеүек өҫтәмәбиремдәр менән ҡатмарландырыу ҡушыла. Был төр изложениялар үҙ аллы фекер йөрөтөүҙе һорай, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм уларҙың активлыҡтарын үҫтерә.

Төрлө өҫтмәм биремдәр менән изложение ҡатмарландырырға була: эстәлклк һөйләүсе тарафынан (I зат) биреү, үткән заман формаһында бирелгән хикәйәне хәҙерге заманға үҙгәртех, текстың башын йәки аҙағын үҙгәртеп яҙыу; беренсе өлөшөн генә тәҡдим итеп, шуны уҡыусыларҙың дауам итеүҙәре; йә иһә, уның баш һәм аҙаҡҡы өлөлөшн биреп, уртала бирелгәнде уҡыусыларҙың үҙҙәре өҫтәүҙәре, йәки, план биреп, төшөрөлгән өлөшөн план нигеҙендә дауам итеүҙәре, йә, тексттта бирелгәнгә оҡшатып, уҡыусыларҙың таныш эпизодтар өҙтәүҙәре, йә иһә туры һөйләмдәр, төрлө грамматик төҙөлмәләр керетеп үҙгәртеп һөйләүҙәре һәм яҙыуҙары һ.б.

Өҫтәлмә биремдәр менән ҡатмарландырылған изложеняиларҙы яҙыу алдынан әҙерлек эштәре алып барарға кәрәк. Мәҫәлән, хикәйәне яҙып бөтөрөү маҡсаты менән изложения яҙыу ҡуйғанда, изложение өсөн һайланған текстың баштағы өлөшө уҡыла, 1 -2 уҡыусынан һөйләтә һәм бынан һуң нисек дауам итергә кәрәк тураһында бирелгән план нигеҙендә уҡыусылар хикәйәне бөтөн итеп һөйләйҙәр әһәм яҙалар.

Ирекле изложениялар ҙа була. Ул хикәйәнең эстәлеге, ундағы ваҡиғаларҙың йәки күренештәрҙең эҙмә эҙлеклелеге, теле һ.б. яғынан текста бирелгәнде үҙгәртеп яҙыу рәүешендә була ала. Был осраҡта ла уҡыусы төп эстәлектке һаҡларға тейеш, унда ул ваҡиғаларҙың бирелеш тәртибен үҙгәртә, телдең төрлө сараларынан файҙалана, грамматик –стилистик биремде алда тотоп, төрлө синтаксик төҙәтмәләр керетеп һөйләй һәм яҙа ала.

Изложение өсөн алған текстың күләменә яйлап үҫтерергә, эстәлеге һәм теле яғынанҡатмарлыраҡ текстар алырға, өҫтәмә лексик һәм грамматик биремдәр менән ҡатмарландыра барырға кәрәк.

Грамматик бирем менән дә изложениялар яҙҙырырға мөмкин. Уны яҙырға өйрәткәндә, айырым темалар биреп, һөйләмдәр уйлап әйттерергә һәм яҙҙырырыға, бер төр һөйләмде икенселәре менән алмаштырып йәки үҙгәртеп ҡарарға, бирелгән һорауҙарға яуап алырға, ирекле һәм ижади диктанттар яҙҙырырға һәм башҡа төр күнегеүҙәр эшлетергә була. Ундай күнегеүҙәр изложение яҙырға өйрәтеү өсөн уңышлы алымдарҙан һаналалар.

Инша

Бирелгән теманы үҙ аллы һәм ижади рәүештә үҙ фекерҙәре, үҙ һүҙҙәре менән биреү, кисереш һәм мөнәсәбәттәрен белдереп яҙыу инша тип атала.

Унда уҡыусының эске донъяһы сағыла, уның үҫеше, донъяға ҡарашы, тормошҡа мөнәсәбәттәре күренә. Ул уҡыусының бөтә үҫеше һәм материалды үҙләштереү дәрәжәһен белдереүгә лә, үҙ фекерҙәрен бәйән иткәндә, тел сараларын файҙалана белеүен асыҡларға ла, уҡыусыларҙа бәйләнешле һөйләм күнекмәләрен булдырырға ла, сәнғәтлекте үҫтерергә лә яр:ам итә. Ишаның идея –политик тәрбиә биреү бурыстарын үтәү яғынан да әһәмиәте ҙур.

Инша бөтә синыфтарҙа ла билдәле бер сиситемала үткәрелергә тейеш. Юғарыраҡ синыфтарға күскән һайын уның эстәлеге, яҙыу техникаһы һәм грамоталылығы яғынан талапсанлыҡты арттыра барырға кәрәк була. Уны, маҡсатына ҡарап, дәрестә һәм өйҙә үткәреп була. Элек, әле уҡыусыларҙа инша яҙыу күнекмәләре булғансы, уны уҡытыусы етәкселегендә дәрестә үткәрергә , инша яҙырға өйрәтергә, уны яҙыу күнекмәләрен бирергә кәрәк. Бының өсөн иң элек, алынған тема буйынса план нигеҙендә, тейешле эҙмә –эҙлелектә һөйләргә өйрәтергә: уҡыусы эстәлеген боҙмайынса, үҙ фекерҙәрен дөрөҫ, асыҡ һәм аныҡ итеп, һөйләү нормаларына тура килтереп яҡтырта алһын:ваҡиа йәки күренештәр араһындағы бәйләнеште бирә белһен, шуларҙы иҫбатлай алһын,һөҙөмтә йәки йомғаҡты бирә алһын. Шул ваҡытта уҡыусы логик фекер йөрөтөргә өйрәнә, танып –белеү һәләте лә үҫә бара.

Уҡытыусы тәҡдим иткән теманы асыу уңайында уҡыусы, үҙ фекрһәрен дәлилләү йәки иҫбатлау өсөн, төрлө әҙәбиәттән, әҙәби текстарҙан, ваҡытлы матбуғаттан, һүҙлектәрҙән, тәнҡит –биографик материалдан файҙала ала.