Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телмр тере методикаы..docx
Скачиваний:
135
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
201.36 Кб
Скачать

Инша төрҙәре

Инша тематикаһы яғынан бер нисә төрлө була:1) әҙәби инша, 2) әҙәби –ижади, 3) ирекле инша, 4) тормош –көнкүреш темаһына һәм 5) картиналар һәм диафильмдар буйынса иншалар.

Әҙәби һәм әҙәби –ижади иншалар дәресәт йәки дәрестән тыш уҡылған әҙәби әҫәрҙәр буйынса әҫәрҙең эстәлеген биреү, уҡыусылырҙың үҙ ҡарашын белдереү маҡсаты менән яҙылалар. Ул төр иншалар уҡыусыларҙың әҙәбиәттен алған белемдәрен нығытыуға, уны тәрәнәйтеүгә хеҙмәт итәләр. Әҙәби әҫәрҙәргә үҙ аллы яҡын килергә өйрәтәләр.

Ирекле тамаға яҙылған иншалар үҙҙәре инша өсөн алынған материалдың сығанағы, күләме, жанры, уның ҡайҙа яҙылыуы һәм өҫтәмә күнегеүҙәрҙең булыу –булмауы яғынан төркөмдәргә бүленәләр.

Күләме, уның кайҙа яҙылыуы һәм нисек үтәлеүе яғынан дәрестә һәм өйҙә яҙылған, үҙ аллы һәм күмәк рәүештә үтәлгән, ҡыҫҡа (миниатюр) һәм киңәйтелгән иншалар була.

Жанры яғынан хикәйәләү, сифатлау йәки очерк, рецензия, хат, характеристика, иҫтәлек һ.б. жанрҙарҙа яҙылған иншалар була.ләкин был төр иншалар һирәк яҙылалар. Теге йәки был иншалар төрө жанр элементтары ҡатнашырға мөмкин: хикәйәләү жанрында сифатлак ҙа, характеристика ла ҡатнаша ала һ.б.

Өҫтәмә күнегеүҙәр биреү иншалары терәк һүҙҙәр менән яңы тексты тултырып яҙыу (уны киңәйтеү йәки дауам итеү рәүешендә), йә иһә ниндәйҙер грамматик күнегеү менән йәки һорауҙарға яуап рәүешендә яҙыла алалар.

Терәк һүҙҙәр менән иншаны дәрестә һәм өйҙә лә яҙҙырып була. Мәҫәлән, “Һүҙ төҙөлөшө” темаһын үткәс, “Мәктәп бағсаһында” темаһына инша яҙырға тип әйтелә һәм түбәндәге терәк һүҙҙәр бирелә: мәктәп, баҡса, еләк –емеш, ҡурай еләге, сейә, алма, груша, йәшелсә, ҡыяр, помидор, һуған, сҫ киткес, ҡап –ҡара, аллы –гөллө, йәм –йәшел, алһыу –ҡыҙыл, йәмле һ.б.

Бынай иншала уҡыусылыр беренсенән, юғарылығы һүҙҙәрҙе дөрөҫ һәм урынлы ҡулланырға, икенсенән, яһалышы яғынан төрлө һүҙҙәрҙе һөйләмдәрендә файҙалана белергә һәм, өсөнсөнән, ул һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнәләр.

Терәк һүҙ йәки һүҙ теҙмәләрен таҡтаға йә иһә күсмә таҡтаға яҙырға, йәки, ул һүҙҙәрҙе уҡыусыларҙың дөрөҫ яҙа ала –алмауҙарын маҡсаты ҡуйыла, әйтеп яҙҙырырға мөмкин.

Тәбиғәтте һүрәтләү иншалары

Был төр иншалар күберәк балаларҙың айырым нәмәне, тәбиғәтте, уның күренештәрен күҙәтеүҙәре, тормош тәжрибәһенә бәйләнешле барлыҡҡа килгән кисерештәре буйынса яҙыла.

Тәбиғәтте күҙәтеү –күренештең иң кәрәкле, иң әһәмиәтле билдәләрен, һыҙаттарын, характерлы яҡтарын билдәләү һәм ҡабул итеү тигән һүҙ. Уның материалы менән, ундағы төп уй –фекерҙе асыҡ итеп бирергә тейеш, шул ваҡытта ғына ул маҡсатҡа ярашлы була.

Уҡыусыларҙың күҙәтеү һәләтен, материал йыйыу оҫталығын үҫтереүҙә экскурсиялар ҙур әһәмиәткә эйә. Бында балалар предмет һәм күренештәрҙе тәбиғи шартта өйрәнә. Уйлап ойошторолған күҙәтеү балаларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәренә лә ныҡлы тәьҫир итә, байыта.

Тәбиғәт темаһына инша яҙғанда матур әҙәбиәт тә киң ҡулланыла. Уларҙа тасуирлауҙың тулы былыуы, төрлө мәлдәрҙең билдәле бер тәртиптә килеүе мотлаҡ. Тәбиғәтте һүрәтләү иншаһы яҙғанда темаларҙы ла уйлап ҡына һайларға кәрәк, үтә киң йөкмәткеле булырҙай темаларҙы һайлау кәңәш ителмәй. Мәҫәлән, “Ҡыш” тигән тема түгел, ә “Тәүге ҡар”, “Ҡышҡы уйындар”, “Ҡышҡы урманда” һ.б. темаларына инша яҙыу отошлораҡ. Тәбиғәт күренештәрен һүрәтләүҙә миниатюр иншалар, һүрәтләмәләр, этюдтар ярҙам итә.

Миниатюр иншаның (мин- инша) төп күрһәткесе булып күләменең бәләкәй булыуы һәм йөкмәткеһенең үҙенсәлеге тора: ғәҙәттә ул ниндәйҙер ваҡиға айнаҡлы йәки нимәгәлер үҙ ҡарашыңды белдереү. Бындай иншалар дәрестең 10 -15 минәт ваҡытын ғына ала. Мини –иншаның маҡсаты булып ниндәйҙер һүрәтләү сараһын, стилистик алымдарҙы файҙаланырға өйрәтеү, шулай уҡ һүҙлекте әүҙемләштереү, кешеләр тормошон һүрәтләргә өйрәтеү тора. Был төр иншалар йыш ҡына үткәрелә һәм ҙур иншаға әҙерлек булып тора. Яҙылып бөтөү менән класта уҡ тикшерелә, хаталар анализлана. Ижади эштең һөҙөмтәһе булып һүрәтләмә, этюд, әҙәби миниатюра торорға мөмкин.

Һүрәтләмә –телмәр күнекмәһе булдырыу маҡсаты менән яҙылған бәләкәй текст. Төп иғтибар предметты төрлө яҡлап күҙәтеүгә, һүрәтләүгә йүнәлтелә. Мәҫәлән, “Ямғыр” –текст төҙөү өсөн тема, ямғырҙың төрлө үҙенсәлектәрен асыҡлауға йүнәлтелә.

Этюд –күләме буйынса ҙур булмаған инша, уның тексты артабан яҙыласаҡ иншаның бер төрө булып тора. Мәҫәлән, “Тамсы” –этюд темаһы, һуңынан ул “Яҙ килә” исемле һүрәтләү иншаларының бер өлөшө булып тора ала. Этюдта хәрәкәттәр юҡ тиерлек, ҡылымдар ҙа аҙ ҡулланыла, күберәк сифаттар, исемдәр, алмаштар ярҙамында һүрәтләү күҙ уңында тотола. Бында синонимдарҙы иркен ҡуллана белеү талап ителә.

Миниатюра –йәнле характерҙы бер бөтөн итеп күрһәтә алыусы бәләкәй инша. Мәҫәлән, шул уҡ “Тамсы” темаһы уҡыусының үҙ аллы текст төҙөүен талап итә, уның үҙ күҙәтеүҙәренә нигеҙләнгән тамамланған һүрәтләү.

Һүрәтләү иншаһы яҙыуға ярҙамлыҡ:

1. Иншаның темаһы ниндәй?

2. Ниндәй һөйләмдәр тексыңдың төп фекерен сағылдыра?

3. Тексыңдың композицияһын төҙө.

4. Һүрәтләүҙе нисек тамамлайһың? Йомғаҡлауҙа төп темаға әйләнеп ҡайтаһыңмы? Тексыңда ҡылымдар тик бер заманда ғына булһын, тикшереп ҡара.

5. Тексыңды сифаттар, метафоралар, сағыштырыуҙар менән байыт, улар тексыңды йәнләндереп ебәрер.

6. Микротемаларҙы абзацтар аша күрһәтергә онотма.

7. Һүрәтләүеңдә сағыу, ҡыҙыҡлы образлы һүҙҙәр ҡуллан.

Өйрәтеү иншаларына яҡынса

Өйрәтеү иншаларына яҡынса 3 сәғәт ваҡыт бүлергә мөмкин. Беренсе сәғәттә уҡытыусы иншаның темаһы менән таныштыра, инша өҫтөндә эшләү юлдарын аңлата.