Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телмр тере методикаы..docx
Скачиваний:
135
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
201.36 Кб
Скачать

Телмәр үҫтереү методикаһы

Телмәр үҫтереү” тигән төшөнсәгә мәктәптә үткәрелә торған бөтә дерстәрҙә уҡыусыларҙың аңын фәнни төшөнсәләр, белемдәр менән байытыу, тел сараларын грамматик һәм стилистик яҡтан дөрөҫ ҡулланып, үҙ фекерҙәреңде билдәле бер ситуацияла тәрән йөкмәткеле, йоғонтоло итеп һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыуға бағышлагған бөтө эштәр системаһы итә. Был эштәр һөҙөмтәһендә уҡыусылар:

а) әҙәби телдең нормаларын (орфоэпик,орфографик, лексик, фразеологик, грамматик, стилистик нормаларҙы) үҙләштерәләр, дөйөм телмәр культураһына эйә булалар;

б) тел сараларын аралашыу маҡсатына, телмәр йөкмәткеһенә, адресат характерына (белем, мәҙәниәт кимәленә, дәрәжәһенә) ярашлы файҙаланыу күнекмәләрен алалар;

в) үҙ фекерен логик яҡтан эҙмә –эҙ, бәйләнешле, грамматик һәм стилистик яҡтан дөрөҫ, аңлайышлы һәм йыйнаҡ итеп һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштыралар һәм үҫтерәләр;

Тимәк, телмәр үҫтереү эштәренең йөкмәткеһен түбәндәгеләр тәшкил итә:

  1. Телдең фонетик законлыҡтары нигеҙендә дөрөҫ әйтеү (һөйләү) күнекмәләре биреү; орфоэпик нормаларҙы өйрәтеү һәм тасуири уҡыу (һөйләү) күнекмәләре биреү.

  2. Лексика өҫтөндә эш. Ул үҙ эсенә һүҙҙәрҙең, фразеологизмдарҙың мәғәнә үҙенсәлекәтрен ныҡлы аңлау, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, лексик стилистиканы өйрәнеүҙе ала.

  3. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр менән эш. Ул телдең грамматик төҙөлөшөн, һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр төҙөү, уларҙы бер –береһенә бәйләү законлыҡтарын, синтаксик синонимиканы ныҡлы үҙләнтереүҙе алға ҡуя.

  4. Бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү.

Телмәр үҫтереү –тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшөн тәшкил итә. Был шуның менән аңлатыла: әҙәби телдең нормалар системаһын, законлыҡтарын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү конкрет бер лексик-грамматик тема менән негә сикләнмәй, ә тел һәм әҙәбиәт буйынса программала күрһәтелгән бөтә материалды өйрәнеү барышында, бөтә уҡыу йылдарында ла дауам итә.

Телмәр үҫтереү эштәренең йөкмәткеһе, уның тел материалына бәйләнеше түбәндәге таблицала күһәтелгән.

Бүлектәр

Өйрәнелә торған берәмектәр

Телмәр үҫтереү эшенең йөкмәткеһе

1

2

3

Фонетика

Лексика

Морфология

Синтаксис

Телмәр культураһы һәм стилистика

Бәйләнешле телмәр үҫтереү

Өн, хәреф,баҫым.

Һүҙ, фразеология.

Һүҙьяһалыш, һүҙ төркөмдәре.

Һүҙбәйләнеш,һөйләм.

Тел сараларының стилистик үҙенсәлектәре, телмәр стилдәре

Текст, уның төҙөлөшө.

Телдең фонетик –стилистик үҙенсәлектәрен телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

Телмәрҙә һүҙҙең, фразеологизмды ҡулланышы.

Һүҙьяһалыш күренештәренең, һүҙ төркөмдәренең морфологик категорияларын телмәрҙә ҡулланыу үҙесәлектәре

Һ-ҙбәйләнештәрҙең, һөйләмдәрҙең стилистик үҙенсәлектәре, телмәрҙә ҡулланылышы.

Тел саралары телмәрҙең төрлө стилдәрендә дөрөҫ, урынлы файҙаланырға өйрәтеү

Билдәле стилистик йүнәлештә һәм төрлө жанрҙарҙа телдән һәм яҙма текст төҙөү юлдарын һәм үҙенсәлектәрен өйрәтеү.

Таблицанан шул күренә: тел фәненең билдәле темаһын өйрәнеү процесында телмәрҙең ошо темаға ҡағылышлы үҙесәлектәре тикшерелә. Әйтәйек, дәрестә фонетика өйрәнелә икән, телмәр темпы һәм уның тауыш тембры, һүҙ баҫымы, фраза баҫымы, шуларға бәйләнешле һөйләү телмәрендә һүҙҙәр тәртибе, орфоэпик, интонацион үҙенсәлектәр һәм уларҙы конкрет телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләре өҫтөндә эш ойошторола.

Йыйып әйткәндә, уҡыусылар IX класты тамамлауға үҙ фекерен, телмәр йөкмәткеһенә, тәғәйенләнешенә, арлашыу шарттарына ҡарап, әҙәби телдең бөтә нормаларын дөрөҫ файҙаланып, аныҡ, йыйнаҡ, тасуири итеп һөйләй һәм яҙа белергә тейештәр.

Уҡыусыларҙың тел байлығын, телмәр культураһын үҫтереүҙе тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булсүмаҫ ине. Мәктәптә эшләүсе һәр уҡытыусыға балаларҙың телмәрен үҙ фәненә (фихика, математика, тарих, биология, георафия, химия, рәсем, йыр һ.б.) хас төшөнсәләр, терминдар менән байытып, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ һәм урынлы ҡулланырға өйрәтеү бурысы йөкмәтелгән. Был бурыстарҙы хәл итеү юлдарын уҡытыусы, үҙенең теоретик һәм методик әҙерлегенән, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып, үҙе һайлай, телмәр үҫтереү эштәрен бөтә уҡыу йылына планлаштыра. Әммә был эштең ҙур һәм яуаплы өлөшө тел уҡытыусыһы өҫтөнә төшә. Ул, мәктәптә ҡабул ителгән берҙәм телмәр режимына нигеҙләнеп, телмәр үҫтереү эштәренә етәкселек итә, ойоштора.

Телмәр үҫтереүҙе, юғарылы әйтелгәнсә, киң төшөнсәлә алыу башҡорт теле методикаһына телмәр эшмәкәрлегенең төҙөлөшө, уның формалары тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреүҙе талап итә.