Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт телле баларзын телмар усеше.doc
Скачиваний:
63
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
127.49 Кб
Скачать

V бүлек Дүртенсе һәм бишенсе йәштәге баланың телмәрен үҫтереү

Дуртенсе йәштәге баланың актив һүҙлеге 2 тапҡырға арта һәм 2000 һүҙгә етә. Унда исем һәм ҡылымдарҙан тыш алмаштар (минең, һинең, һеҙҙең), рәүештәр (бында, тегендә, ошонда), һандар(бер, ике) һәм сифаттар йышыраҡ осрай башлай,телмәрен грамматик дөрөҫлөгөн даими камиллаша. Өлкәндәрҙен һорауына ул 3-4 һәм унан да күберәк һүҙҙән торған фразалар менән яуап бирә.

Дүртенсе йәшлек бала һыҙҡыртыусы өндәрҙең бөтә төркөмөн асыҡ ижектәрҙә(сова,кәзә) дөрөҫ әйтә, улар башҡа тартынҡы өндәр менән бергә килгәндә, төшөп тә ҡалырға мөмкин. Бала шышылдаусы өндәрҙе(ш,ж,ч,щ) һәр ваҡыт дөрөҫ әйтә алмай, һыҙғырыусы өндәр (с, з, ц) менән алыштырыуы ихтимал. Сонор өндәрҙе (р,н,м,л) иһә башҡа өндәр менән алмаштыра. Ҡайһы осраҡта бала өндәрҙе һәм тотош ижектәрҙе төшөрөп ҡалдырыуы йәки урындарын алмаштырыуы мөмкин.

Әҙәби әҫәрҙәр уҡыу баланың уратып алған предметтар, күренештәр, өлкәндәр тормошо хаҡындағы белемен һиҙелерлек киңәйтә. Тик уның йәшенә тура килгән китапты һайлай белеү бик мөһим. Бер үк әҫәрҙе бер нисә тапҡыр уҡырға мөмкин; ҡабатлап уҡыу баланың кәйефенә йоғонто яһай, тексты һәйтәтерәк хәтерҙә ҡалдырырға булышлыҡ итә. Әкиәт йәки хикәйәне уҡығас, баланан унда нимә тураһында һүҙ барыуы тураһында һүҙ барыуын һорашалар.Художестволы әҫәрҙең йөкмәткеһен төшөнгәс, бала уның хаҡында аныҡ, тулы итеп фекерен әйтә ала; һанамыш, әүрәткес, йомаҡтарҙы тиҙ һәм еңел ота. Был уның хәтерен нығытырға, актив һәм пассив һүҙлеген үҫтерегә ярҙам итә.

Ата- әсә баланың һүҙлеге үҫеүгә, телмәр грамоталылығына ғына иғтибар итмәй, ә уның ишетеү һәләтен дә күҙ уның тота. Эш ике йүнәлештә алып барыла: ишеткәнде төшөнөү һәм әйтелеште камиллаштырыу.

Ишетеү һәләтен үҫтереү маҡсатында баланы эргәһендәгеләрҙең телмәрен тыңларға, үҙ телмәрен тыңларға, үҙ телмәрен ололарҙыҡы менән сағыштырғанда, контролләргә өйрәтергә кәрәк. Бала менән тауышлы предметтар һәм уйынсыҡтар ярҙамында уйындар үткәреү файҙалы.

Ҡайһы бер өндәрҙе, ҡатмарлы һүҙҙәрҙе әйттереү өсөн бөтә артикуляцион аппаратты күнектереү фарыз. Тел, ирен мускулдарын нығытыу, уларҙың хәрәкәтсәнлеген үҫтереү мотлаҡ. Бының өсөн өндәрҙе әйттереү уйындары, шулай уҡ телмәр аппарвты өсөн гимнастика үткәреү файҙалы.

Биш йәшлектәр рифмаға ныҡ тартыла. Улар шиғыр тыуҙыра, рифмалы һүҙҙәр һайлай, хатта бер ниндәй мәғәнәһе булмағандарын да әйтә. Бишенсе йәштәге балаларҙың күбеһе шыуышылдаусы өндәрҙе (ш,ж,ч,щ) асыҡ һәм таҙа әйтә белә, күптәре р , л өндәрен дә дөрөҫ әйтә. Был йәштәге балаларҙы яңы һүҙҙәр менән таныштырыуҙы дауам итергә, предметтарҙың сифатын аныҡ атарға, улар нимәнән эшләнеүен билдәләргә (өҫтәл, ултырғыс – ағастан), предметтарҙың оҡшаш һәм айырмалы сифаттарын табырға өйрәтергә кәрәк. Балалар йыш ҡына ваҡыт төшөнсәләрен бутай: кисә һәм иртәгә, иртәнсәк һәм кис, яҙ һәм көҙ. Теге йәки был ваҡыт төшөнсәһенең бер нисә билдәһен атап, балаға йылдың ниндәй миҙгеле хаҡында һүҙ барыуын әйтергә ҡушырға мөмкин:

  • Ҡасан балалар сана шыуа? –Ҡыш көнө.

  • Ҡасан еләк бешә? Йылғала һыу инергә була? – Йәй көнө.

Баланың пространство мөнәсәбәттәрен белеүен асыҡлағыҙ: һин ҡайһы ҡулың менән һүрәт төшөрәһең? Машинаңды һул ҡулыңа ал. Бындай күнекмәләр балаға эргәһендәгеләрҙең телмәрен аңларға, үҙ телмәрен аныҡ ҡорорға, өлкәндәр ҡушыуы буйынса дөрөҫ хәрәкәт итергә өйрәнергә ярҙам итә.

Бала телмәренең грамматик яҡтан дөрөҫлөгөнә иғтибар итеү мотлаҡ. Ул һүҙҙәрҙә үҙ- ара нисек бәйләй? Әгәр ҙә хаталар булһа, төҙәтергә кәрәк, төҙәтмәһәң хаталар бала телмәрендә нығынысаҡ, аҙаҡ арыныу бик ауыр буласаҡ. Баланың һөйләү телмәре үҫеүе уның бәйләнешле телмәрен формалашыуҙа төп урын алып бара. Бала был йәштә нимә хаҡында һөйләргә, үҙенең күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашырға, ижад итергә ярата. Нисек кенә бушамаһағыҙ ҙа, уның актив телмәрен хуплағыҙ, уны тыңларға өйрәнегеҙ. Әгәр балағыҙ һөйләшеп бармаһа, уны үҙегеҙ һөйләшергә мәжбүр итегеҙ, һорауҙа бирегеҙ. Баланың һүҙлеге артыу менән бергә уның һөйләү телмәре лә камиллаша. Өндәр аңлайышлы, асыҡ, аныҡ булыуына, телмәр темпына, интонация сараларына айырыуса иғтибар итегеҙ. Был маҡсатта шиғыр ятлау һәм уҡыу, касеталарҙан хикәйәләр тыңлау отошло.