Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт телле баларзын телмар усеше.doc
Скачиваний:
63
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
127.49 Кб
Скачать

IV бүлек Өсөнсө йәштәге баланың телмәрен үҫтереү

Телмәргә эйә булыу баланың төрлө яҡлы психик үҫеше өсөн бик мөһим. Телмәр йоғонтоһонда балала төшөнөү, фекерләү, хәтерләүкеүек психик процестар яңынан ҡорола.

Өсөнсө йәштәге баланың фекерләүе ныҡлап үҫешә: ул бер предметты икенсеһе менән сағыштыра, улар араһындағы бәйләнеште асыҡлай, иғтибары тотороҡлана.Телмәре үҫешеү менән бергә уның төшөнөү һәм хәтеләүе камиллаша. Бала ҙур булмаған хикәйә, әкиәттәрҙе ҡабул итә һәм йөкмәткеһен дөрөҫ аңлай башлай. Предмет һәм ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуы үҫеү уны өлкәндәр менән даими аралашыуға этәрә. Был эш телмәр аша ғына мөмөкин. Шуға ла бала телмәрҙе тиҙерәк төшөнөргә тырыша.

Баланың пасив һәм актив һүҙлеге тулылана. Исем һәм ҡылымдарҙан тыш ул сифат, рәүеш, ялғау, зат алмаштары кеүек һүҙ төркөмдәрен йышыраҡ ҡуллана. Бала бер нисә һүҙҙе һәм тулы һөйләмдәрҙе еңел бәйләй, уларҙы һанда, килештә дөрөҫ ҡуя. Үҙенә нимә кәрәген аңлата, күргәне хаҡында һөйләй ала.

Өсөнсө йәштәге бала байтаҡ яңы өндәрҙе үҙләштерә, йомшаҡ һыҙғырыусы өндәрҙе(сь, зь, ц) “ль” өнөн әйтә. Әммә күп өндәрҙе әлегә тейешенсә әйтә алмай, сөнки уның тел мускулдары, ирендәр хәрәкәте үҫешеп етмәгән.

Иҫән- һау, аҡыл яғынан теүәл бөтә балаларҙа телмәр үҫтереү эше үҙ ваҡытында башҡарыла. Был уны уратып алыусы өлкәндәрҙең бала менән тәүге айҙарҙан уҡ аралашыуы аша тормошҡа аша. Өсөнсө йәшкә китеп, бөтөнләй һөйләшмәгән йәки аҙ һөйләгән бала өлкәдәрҙә хәүеф тыуҙырырға тейеш. Был осраҡта телмәр үҫешенең артта ҡалыу сәбәптәрен һис шикһеҙ асыҡларға кәрәк.

Баланың телмәре үҫеүе уның күҙаллауы киңәйеүе, уратыңп алған предметтар, хәл- ваҡиғалар артыуға бәйле. Баланы һәр нимә ҡыҙыҡһындыра, иге- сиге булмаған һорауҙар сылбыры тап ошо осорҙа башлана: “Нимә ул?Ни өсөн?” Ата-әсә баланың һорауын яуапһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел. Өлкәндәр һорауға дөрөҫ аңлатма биргәндә генә уның белергә тырышыуы, ҡыҙыҡһыныуы, төшөнөү теләге тағы ла арта.

Өсөнсө йәштәге бала күп предметттарҙы белә. Улар- уйынсыҡтар,кейем- һалым, һауыт- һаба, аҙыҡ- түлек, мебель. Өлкән кеше был предметтар хаҡында күҙҙаллауҙы киңңәйтеү өсөн атай, ни өсөн ҡулланылыуын әйтә һәм ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән таныштыра: “Был шәкәр һауыты. Уға шәкәр һалынған. Был көрәк. Уның менән ер ҡаҙалар.”

Был йәштәге баланың сифаттар аҙ була. Шуға күрә предметтың төҫөнә, ҙурлығына иғтибар йүнәлтеү зарур. Бала менән төҫлө иллюстрациялрҙы ҡарағанда уға һорауҙар бирегеҙ: “Картинала нимә төшөрөлгән? Предмет ниндәй төҫтә?”

Таныш булмаған предметтарҙы баланың тотоп ҡараһы килә. Был осраҡта “ярамай, тотма, теймә” кеүек һүҙҙәрҙән һаҡланығыҙ. Предметты атап уның үҙенсәлектәрен, сифаттарын әйтегеҙ.

Һүҙлек запасын киңәйтеү, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аныҡлауға өлкәндәрҙең балалар менән бергә уйнауы ныҡ ярҙам итә. Уйнағанда өлкән кеше үҙенең ни эшләгәнен һөйләй, балаға һорауҙар мөрөжөғәт итә. Балалар әкиәт, хикәйәләрҙе бик илас тыңлай. Бер үк әҫәрҙе бер нисә тапҡыр һөйләргә мөмкин. Баланың ҡыҙыҡһыныуы һис кәмемәйәсәк. Китапты уҡып сыҡҡандан һуң ундағы персонаждар, уларҙың характеры хаҡында һөйләү мотлаҡ. Бала үҙенә таныш шиғырҙы уҡығанда һүҙҙәрҙе, юлдарҙы тултырып, дауам итеп әйтеп ҡуйырға әүәҫ. Баланың китаптары ул ала алырлыҡ ерҙә ятырға тейеш. Кәрәк саҡта бала китаптыүң һүрәттәрен ҡарай, йөкмәткеһен ҡурсағына, яратҡан уйынсағына күрһәтеп, һөйләй алһын. Китапта төшөрөлгән предметтарҙы ҡарау, атау, ҙур булмаған шиғырҙарҙы яттан һөйләү балағыҙҙың һүҙлекзапасын арттырырға, бәйләнешле, тасуири телмәр үҫтерегә, интонация менән һөйләргә һәм өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, нығытырға ярҙам итер. Бының өсөн бала менән даими шөғөлләнергә: өндәрҙе әйтергә, һүҙлек запасын арттырырға, фразаларҙы дөрөҫ төҙөргә, асыҡ һәм аңлайышлы һөйләргә өйрәтергә кәрәк.