Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

баш яз 3 прог

.doc
Скачиваний:
12
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
52.74 Кб
Скачать

ПРОГРАММА

«ӘСӘ ТЕЛЕ»

Өсөнсө класс

Аҙнаға 3 сәғәт, йылына 102 сәғәт

Бала мәктәптә ике йыл уҡыу һөҙөмтәһендә программала ҡаралған белем күләмен, йөкмәткеһен үҙләштерҙе. Ул хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырырға, үҙенең йәшенә ярашлы етеҙ һәм грамоталы яҙырға өйрәнде.

Уҡыусы, нигеҙҙә, программала ҡаралған башҡорт теле үҙенсә­лектәрен, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштерҙе, телдең теге йәки был грамматик күренештәрен үҙ телендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнде, һөйләү-һөйләшеү күнекмәләренә эйә булды.

Өсөнсө класта уларҙы артабан нығытыу, йәғни дөрөҫ, тиҙ яҙыу күнекмәләрен тағы ла сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү бурысы тора. Күсереп яҙыу эштәре лә йөкмәткелерәк була бара. Уларҙы ижади элементтар менән байытыу, тулыландырыу зарур. Программала күсереп яҙыу оҫталығын формалаштырыу өҫтөндә маҡсатлы рәүештә эшләү ҡаралған.

Аралашыу оҫталығын шымартыу, ижади йүнәлештә эшмәкәр­лек итеү — программала ҡуйылған төп йүнәлештәрҙең береһе.

Күпселек программа материалы баланы ижади йүнәлештә эшләргә өйрәтеүгә ҡоролған. Бирелгән тексты үҙгәртеп ҡороу, сюжетлы һүрәт буйынса хәл-ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлекле атҡары- лыуын бәйән итеү, тексты төҙөгәндә «Туған тел» дәрестәрендә өйрәнгән сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуир­лап яҙырға өйрәнеү һәм теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашыңды, фекереңде белде­реү кеүек эштәрҙе башҡарыуҙы тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү бурысы тора.

Өсөнсө кластың «Әсә теле» программа материалы баланы шәхес итеп күреп, уның ирекле фекерләүенә, эш итеүенә шарттар

булдырып, уҡыусыны белем алыуҙа үҙен әүҙем ҡатнаштырып, эшмәкәрлек итергә этәргес мотивтар, мөмкинлектәр тыуҙырып, уҡыу процесын ойоштороуҙы талап итеп ҡуя.

  1. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яҙылышы (10 сәғәт).

Кеше исем-шәрифтәренең, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап, гәзит-журнал атамаларының баш хәреф менән яҙылыуы. Улар тураһында мәғлүмәт алыу. Күренекле шәхестәр тураһында белешмә алыу, улар тураһында ҡыҫҡа ғына текстар төҙөү. 4 — 5 балалар яҙыусыһының исем-шәрифтәрен белеү.

Телмәр үҫтереү. Телмәр мәҙәниәте.

Баланы үҙе, ата-әсәһе, яҡын туғандары, дуҫ-әхирәттәре, клас­таштары тураһында бәләкәс текстар (5 — 6 һөйләм) төҙөргә өйрәтеү. "Кыр хайуандары тураһында әкиәттәрҙәге геройҙарҙың ҡушаматтарын, йорт хайуандарының танылған, киң билдәле ҡушаматтарын ҡулланып хикәйәләр төҙөү.

Түбәндәге темаларға һөйләй белеү, әңгәмә ҡороу оҫталығына эйә булыу һәм яҙма текстар (яңғыҙлыҡ исемдәр менән) әҙерләү:

«Үҙем тураһында үҙем»;

«Минең ата-әсәйем»;

«Минең ҡустым» («Минең һеңлем», «Минең ағайым», «Минен апайым»);

«Олатайым һәм өләсәйем» йәки «Ҡартатайым һәм ҡартәсәйем»;

«Минең ғаиләм»;

«Минен мәктәбем»;

«Уҡыған китабым тураһында»;

«Мажаралы хәл»;

«Әхирәтем», «Дуҫым».

  1. Башҡорт теленең төп законы. Башҡорт телендә сингармонизм законы (20 сәғәт).

Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар, һуҙынҡылар таблицаһы. Тартынҡылар нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар уратылышында. Тартынҡылар таблицаһы. Яңғырау-һаңғырау тартынҡылар. Тал­ғын (сонор) өндәр. Һүҙҙә сиратлашып килеүсе тартынҡылар {теләк — теләге, мәктәп — мәктәбе, ҡармаҡ — ҡармағы һ. б.). Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр.

Телмәр үҫтереү. Телмәр мәҙәниәте.

Темаға яраҡлы көҙгө һәм ҡышҡы тәбиғәт объекттары, күре­нештәре хаҡында, миҙгелгә ярашлы мажаралы, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында 4—5, 5—6 һөйләм ярҙамында хикәйә төҙөргә өйрәнеү.

Тирә-йүндәге предметтар, күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиға­ларҙы тасуирлап һөйләү һәм яҙыу оҫталығы формалаштырыу. Был осраҡта эш итеү алгоритмы:

  • предмет, күренешкә, хәл-ваҡиғаға ниндәй шарттарҙа, ҡайһы ваҡытта юлығыу;

  • иғтибарҙы йәлеп итеүсе объект;

  • һине ғәжәпләндергән, хайран ҡалдырған йәки уйланырға мәжбүр иткән элемент;

  • улар һиндә ниндәй уйҙар, хис-тойғолар, теләктәр уятты?

  • был предметҡа (объектҡа), күренешкә ниндәй баһа бирәһең, унда ниндәй яны элемент, үҙгәреш кертеү теләге тыуҙы?

  • хәл-ваҡиғаларға ниндәй ыңғай йүнәлеш биреү мөмкинселеге бар?

  • уларҙан ниндәй фәһем, аҡыл, файҙалы информация алдың?

Түбәндәге темалар тәҡдим ителә:

«Көҙгө япраҡ»;

«Көҙгө урманда»;

«Көҙгө ямғыр»;

«Тәүге ҡар»;

«Ҡар бөртөгө»;

«Ҡар яуа»;

«Ҡышҡы миләш»;

«Катокта» һ. б.

III. Туғандаш йәки тамырҙаш һүҙҙәр.

һүҙьяһалыш (12 сәғәт).

Һүҙ. Һүҙҙең тамыры һәм ялғауы, һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙән ялғау ярҙа­мында икенсе һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр яһау.

Ғәрәп, фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр (китап, ғалим, рәссам, фатир, маһир, мираҫ, сират, даһи, хазина, сифат, ризыҡ һ. б.). Уларҙың яҙылышы.

Рус һүҙҙәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Уларға ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре (кухня — кухняға, циркуль — циркулде, руль — рулдәр,

слесарь — слесарҙар, календарь — календарҙар һ. б.). Ч, щ, ц, ё хәрефтәренең фәҡәт рус һүҙҙәрендә генә яҙылышы.

һүҙҙә ике өндө белдереүсе һуҙынҡы хәрефтәр: е, ю, я. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Тамыры о-ө хәрефтәренән генә торған һүҙҙәрҙә ялғауҙар яҙылышы (борос — боростоң, төҙөлөш — төҙөлөштөң, өлөш — өлөштө, ҡоролоҡ — ҡоролоҡтоң, бөртөк — бөртөктө һ. б.).

Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр. Уларҙын һыҙыҡса аша яҙылыуы. Ҡушма һүҙҙәрҙә нәҙек айырыу (ь) һәм ҡалын айырыу (ъ) билдәләре яҙылышы.

Телмәр үҫтереү. Телмәр мәҙәниәте.

Башҡортостан ер-һыу атамаларында ҡушма һүҙҙәр (Башҡорт­остан, Уралтау, Ҡырҡтытау, Ағиҙел, Ашҡаҙар, Стәрлетамаҡ, Аҡъял, Оло Эйек һ. б.). Улар тураһында мәғлүмәт йыйыу һәм хикәйәләр ижад итеү.

  1. Һөйләм. Һүҙбәйләнеш. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә һәм хәбәр (15 сәғәт).

Һөйләмдең тамамланған фекерҙе белдереүе. Һөйләмдә һүҙҙәр­ҙең билдәле тәртиптә килеүе. Эйә һәм хәбәр. Эйәнең һөйләм башында, хәбәрҙең — аҙағында килеүе. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең ялғауҙар һәм ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында бәйләнеүе. Эйәрсән киҫәктәр.

  1. Телмәр. Уның төрҙәре (15 сәғәт).

Һөйләү телмәре. Диалог. Кеше менән һөйләшеү (диалог) ҡороу. Телмәр мәҙәниәте. Аралашыу серҙәре. Монолог. Монолог телмәр тоторға өйрәнеү. Эске телмәр. Ым-ишара. Уйлау, хыял итеү.

Әңгәмәләшеүсең менән һөйләшеү (диалог ҡороу). Аралашыу оҫталығын яңы сифатлы кимәлгә ҡуйыу, һөйләшеүҙең мәғәнәүи йөкмәткеһенә хис-тойғоларға ярашлы интонацияны көйләү.

Ғәҙәти йәки уйланылған эш-хәл тураһында икәү-ара һөйләшеү ҡора белеү.

Яҙ, яҙғы тәбиғәт күренештәре, мажаралы хәлдәр, ҡыҙыҡлы күренештәр тураһында хикәйәләр ижад итергә өйрәнеү.

  1. Хикәйә. Әкиәт. Шиғыр (15 сәғәт).

Шиғыр. Шиғыр төҙөлөшө. Шиғыр ижад итеү үҙенсәлектәре. Уны дәфтәргә дөрөҫ күсереп яҙыу.

Әкиәт. Әкиәт төҙөлөшөнә хас үҙсәнлектәр. Әкиәт ижад итеү.

Хикәйә. Бәләкәй хикәйәләр ижад итеү. Тексҡа ҡарата ҡара­шыңды, үҙ фекереңде белдереп, 3-4 һөйләмдән торған баһалама яҙыу.

Хикәйәгә (тексҡа) ҡарата һорауҙар төҙөү. Уларға тиҫтерҙә­реңдән яуаптар алыу, фекер алышыу, ойоштороу оҫталығына эйә булыу.

Хикәйәгә (тексҡа) ҡарата ҡарашыңды, үҙ фекереңде белдереп, 3 — 4 һөйләмдән торған баһалама яҙыу.

  1. Аҡыллы текстар (10 сәғәт).

Ата-бабаларыбыҙ әйтеп ҡалдырған аҡыллы һүҙҙәр. Олатай- өләсәйҙәрҙең, ҡартатай-ҡартәсәйҙәрҙең әйткәне. Мәҡәл, әйтем, йомаҡ, тиҙәйткес, әйтеш, көләмәстәр.

  1. Үтелгәндәрҙе йомғаҡлау (5 сәгәт).

3-сө класс аҙагыиа уҡыусының әҙерлек кимәленә талаптар.

Уҡыусы

  • һүҙҙең өлөштәрен (тамыр, ялғау) айырып тамғалай белергә; бер һүҙ төркөмөнән икенсе һүҙ төркөмдәре яһай белергә (исем + ялғау = ҡылым, исем + ялғау = сифат һ. б.);

  • өйрәнелгән орфограммалар ингән 50 — 60 һүҙле тексты дөрөҫ катлиграфик режимда грамоталы итеп күсереп яҙа белергә;

  • 55 — 65 һүҙҙән торған тексты әйттереп яҙырға һәм үҙ аллы уҡып тикшерә белергә;

  • сюжетлы һүрәт, ҡулланыу осон тәғәйенләнгән терәк һүҙҙәр һәм йөкмәткене асыу маҡсатында бирелгән һорауҙар нигеҙендә хикәйә, әкиәт ижад итә белергә;

  • бирелгән тексҡа ҡарата яҙма рәүештә 4 — 5 һөйләм күләмендә үҙ фекерен, ҡарашын белдерә белергә тейеш.

30