Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт телле баларзын телмар усеше.doc
Скачиваний:
63
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
127.49 Кб
Скачать

III бүлек Икенсе йәштәге баланың телмәрен үҫтереү

Бала ғүмеренең тәүге айҙарында алып барылған телмәр үҫтереү буйынса әҙерлек эштәрен уға икенсе йәш киткәндә үҙ емештәрен бирә башлай. Бәләкәс актив һәм уңышлы рәүештә оҡшатып һөйләй, һүҙҙәр һаны тиҙ арта, мәғәнәһен аңлай.

Йәш ярымлыҡ бала бөтә һуҙынҡаларҙы тип әйтерлек һәм ҡайһы бер тартынҡыларҙы бик үк асыҡ булмаһа ла әйтә. Күп һуҙынҡылар йомшаҡ әйтелә. Дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәр өноҡшаш һүҙҙәр менән алмаштырыла: һыйыр- му, эт- ау-ау, бесәй – мыяу, сәғәт- тик-так. Бала уларҙы еңел әйтә.

Баланың телмәре уға йәш ярым булғанда ҡалып үҫешеүе күҙәтелә, күп һүҙҙәр үҙгәртелә, улар айырым грамматик формалар, фразалар менән бәйләнә: “Ҡу мә”(ҡурсаҡты бир), “малай биби” (малайға машина кәрәк).

Яйлап телмәр төп аралышыу сараһына әйләнә, мимика, хәрәкәттәр юғала. Һүҙҙәрҙе төшөнөү, уларҙы әйтеү осоро башлана, һүҙлек составы үҫә- ике йәшлек ул 300- 400 һүҙгә етә. Бер нисә һүҙҙән һөйләмдәр төҙөйҙәр, улар әлеге бер- береһе менән бәйләнмәй. “Асия бәү- бәү!(Асияның йоҡоһо килә)

Ике йәшлек бала бөтә һуҙынҡаларҙы ла тип әйтерлек әйтә, күп тартынҡыларҙы дөрөҫ ҡабатлай, телмәрҙә интонацияны үҙләштерә (һорау, өндәү һөйләмдәр барлыҡҡа килә).

Әлбиттә, телмәр үҫеше темпы төрлөсә була. Был өлкәндәрҙең бала менән аралашыуынан тыш, уның индивдуаль үҙенсәлектәренә лә бәйләнгән.

Икенсе йәштәге баланың телмәрен үҫтереүҙә төп бурыстар

  • өлкәндәрҙең телмәрен төшөнөүҙе үҫтереү;

  • һүҙҙәрҙе аныҡ оҡшата белеү;

  • үҙен уратып алыусылар менән һөйләшергә тырышыу;

  • предмет һәм күенештәрҙең атамаһы менән таныштырыу;

  • үҙ фекерен һәм теләген һүҙҙәр, ҡыҫҡа һөйләмдәр менән әйтеү.

Икенсе йәштәге бала үҙ исемен белә, өндәшеүгә яуапһыҙ ҡалмай. Яҡын кешеләрен дөрөҫ исемләй (әсәй, атай). Өлкәндәргә эйәреп, өндәрҙе, өндәр ҡушылмаһын, үҙенә таныш булмаған хәлдә лә, ҡабатлай. Әлбиттә, бөтәһе лә дөрөҫ кенә килеп тә сыҡмай.

Был осорҙа балала һөйләшеү теләге үҫә, хис- тойғолар туплана, ҡыҙыҡһыныуы арта. Ул теләген телмәр аша ғына белдерә алыуын төшөнә һәм ихлас итеп телмәр үҙләштереү эшенә тотона. Өлкәндәрҙең телмәрен аңлау ике йәше тулып килгән балала күҙгә күренеп үҫә. Ул өлкәндәр әйткәнде үтәй һәм ябай ғына үтенесте башҡара ала.

Баланың актив телмәрен үҫтереү өсөн бә ләкәс өлкәндәргә мөрөжәғәт итергә мәжбүр булған ситуациялар тыуҙырырға кәрәк. Мәҫәлән, әсәй кеше баланан ниндәйҙер предметты килтереүен үтенә. Бала бының өсөн уны атаһынан йәки өлөсөһенән һорап алырға тейеш. (Бындай эштәр йәш ярымда да иртәрәк башланырға тейеш түгел).

Ҡайһы ата- әсәләр баланың телмәрен алдан төшөнөп, шунда уҡ үтәргә ашығалар. Иң мөһим, бала өлкәндәргә өндәшһен, һораһын, шул саҡта ғына унда һөйләшеү теләге үҫәсәк.

Уйнағанда бала уйынсыҡтары менән һөйләшеүгә әүәҫ була. Быға һис ҡамасауларға ярамай. Һөйләшкәндә уның һүҙҙәрҙе әйтеүе камиллаша, артикуляцион аппараты, тын алыуы, тауышы һәйбәтләнә.

Көн дә ишеткән һүҙҙәрҙе бала тиҙ хәтәрендә ҡалдыра. Шуны иҫтә тотоп, уның телмәрен үҫтерегә мөмкин булған һәр осраҡты файҙаланырға тырышығыҙ. Иртәнге, төшкө ашҡа әҙерләгәндә, мәҫәлән, өҫтәлгә предметтарҙы ҡуйып, уларҙы атағыҙ, кемгә икәнен әйтегеҙ:”Был сынаяҡ атайға, быныһы- әсәйгә. Был бәләкәй сынаяҡ Асланға”. Күп тә үтмәҫ, бала һеҙгә оҡшатып, өҫтәлгә һауыт- һаба ҡуйғанда һеҙҙең һүҙҙәрҙе ҡабатлар. Яйлап ябай һүҙҙәр телмәрҙән төшөп ҡала барыр.

Баланы актив телмәргә ылыҡтырыу өсөн теге йәки был уйынсыҡты (мәҫәлән, көсөктө) алып, икенсе төрлө һорау бирерг кәрәк: “Был бесәй балаһымы?” Бала теләп өлкән кешене төҙәтергә ашҡына, предметтың дөрөҫ атамаһын әйтә, телмәр активлығы үҫә. Баланы ылыҡтырған әйберҙәр һәм хәлдәр тураында һөйләшеү күпкә отошло.

Бала менән урамда йөрөгәндә ул күп яңы, таныш булмаған предметтарҙы күрә. Бына геүләп машина килә. Тап ошо ваҡытты уның машина икәнен, геүләп килгәнен, күк төҫтә булыуын әйтеү фарыз. Ә өйгә ҡайтҡас, урманда нимә күреүен һорашығыҙ.

Ике йәш тулыуғаа бала күреп торған предметтарҙы ғына түгел, үҙе яҡшы белгәндәре хаҡында ла һөйләй ала. Был уның хәтерен үҫтерә. Һүҙлек запасын исем һәм ҡылымдар иҫәбен генә түгел, башҡа һүҙ төркөмдәре менән дә тулыландырыу шарт. Ике йәшлек бала теге йәки был предметты атау менән бергә уның ҡайһы бер сифаттарын, үҙенсәлектәрен дә үҙләштерә: түңәрәк, йомшаҡ, ҡаты.

Баланы яңы һүҙ менән таныштырғанда һүҙҙәге һуҙынҡаларҙы асыҡ әйтергә,тартынҡыларҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәтергә кәрәк. Әгәр бәләкәс яңылышһа, төҙәтеү мотлаҡ. Бала өндәрҙе, һүҙҙәрҙе, фразаларҙы ни тиклем нығыраҡ үҫешә. Баланың өлкәндәр менән аралашырға ынтылыуы хупланырға тейеш.

Икенсе йәштәге бала төҫлө һүрәтәр ҡарарға ярата. “Һүрәттә ҡуянды, бесәйҙе күрһәт” кеүек ҡушыуы уны ҡыҙыҡһындыра. Торараҡ хәрәкәт һүрәттәренә күсеү тағы ла мауыҡтырғысыраҡ, бала һүрәттәге эш- хәлде төшөнә: эт йүгерә, балалар уйнай.

Ҙур булмаған хикәйә, әкиәт, шиғырҙар уҡыу ҙа баланың телмәр үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Улар ҡатмарлы булмаһын, ритмлы булһа, иҫтә ҡалдырыу өсөн тағы ла һәйбәтерәк.

Икенсе йәштәге баланың телмәр үҙенсәлектәре

  1. Ябай һорауҙарға яуап бирә, ҡатмарлы булмаған эште үтәй белергә тейеш;

  2. Өлкәндәргә эйәреп, һүҙҙәрҙе, фразаларҙы ҡабатлай;

  3. Ниндәй өндәрҙе асыҡ, аныҡ әйтә?

  4. Нисә һүҙҙән һөйләм төҙөй?

  5. Өлкәндәр(башҡалар) менән йыш аралашамы?

Был күҙәтеүҙәр бала телмәренең ниндәй яҡтарын иғтибар иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген асыҡлврға ярҙам итер.