Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт телле баларзын телмар усеше.doc
Скачиваний:
63
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
127.49 Кб
Скачать

II бүлек Ғаиләл баланың дөрөҫ телмәрен үҫтереү Бер йәшкә тиклемге баланың телмәре

Өлкәндәр тормошонда бәләкәй кеше килеп инеү менән күпме мәшәҡәттәр, бурыс һәм яуаплылыҡ өҫтәлә. Сөнки бәләкәстең тыныс тормошо ата- әсәгә бәйләнгән. Әсә кеше уны имеҙә, ҡулына ала, һыу индерә, иркәләй, һөйләшә, шалтырауыҡтар күрһәтә. Бер ике ай үтеп өлгөрмәй, бәпесебеҙ ҡарашы менән әсәгә туҡтала, тауышына иғтибар итә башлай.

Телмәр формалаштырыуҙың тәүшарты булып эмоциональ аралашыу тора. Ул өлкән кеше менән бәләкәс араһында барлыҡҡа килә. Быға баланың күреү, ишетеү, тойоу ҙур булышлыҡ итә. Өсөнсө ай киткәндә бәләкәсебеҙ әсәһен күргәндә теремекләнә, үҙенең ҡәнәғәт булыуын ҡулдар, аяҡтар хәрәкәте, ниндәйҙер өндәр (э, аа, ға, ғы) ярҙамында белдерә. Был геүләү стадияһы тип атала.

Бер нәмә лә аңламаған бала менән һөләшеү мотлаҡтүгел тип ҡараусы ата- әсәләр ныҡ яңылыша. Бала йоҡламағанда үҙенә мөрөжәғәт итеп өндәшеүҙе ишетергә тейеш. Был баланың тыңларға, үҙе лә ҡушылып өндәр әйтергә өйрәтә. Һөҙөмтәлә ул әсәһенең тауышын таный, торараҡ үҙенә өндәшкәнен белә һәм яйлап бирә башлай.

Баланың күреү һәләтен үҫтереү өсөн өлкән кеше уға сағыу шалтырауыҡтар күрһәтә, уның менән алыҫта тороп бәйләнеш урынлаштыра: карауатынан ситкәрәк китеп, исемен әйтеп өндәшә. Бала уны ҡарашы менән эҙләй, башын бора башлай.

Күреү һәм ишетеү тәьҫирендә баланың нерв системаһы һәм тойоу органды үҫешеүгә шарттар тыуҙырыла, телмәр үҫтереүгә нигеҙ һалына. Был осорҙа бала а, у, ә һуҙынҡы, п, б, м, г, ғ, х тартынҡы өндәрен сығара башлай. Әлегә ул өндәр тотороҡло ла, асыҡ та түгел, һәр ваҡыт килеп тә сыҡмай.

Өсөнсө ай аҙағында- дүртенсе ай башында бәләкәс өлкәндәр менән аралаша башлай; ҡарашы менән эҙләй, күреп ҡалһа, башын бора, өндәр сығара, ихлас геүләй, өндәрҙе, өндәр ҡушылмаларын (аа, аға, ағу) һуҙыбыраҡ, көйләберәк әйтә, әммә әлегә асыҡ әйтмәй.

Тәүге ярты йыллыҡ аҙағында бала та, ҡа, ма, ға кеүек өндәр ҡущылмаһы әйтә башлай һәм уларҙы даими ҡабатлау һөҙөмтәһендә айырым ижектәр барлыҡҡа килгән кеүек була:мә-мә, лә-лә, тә-тә. Әлбиттә был өндәр бәйләнешен әлегә ысын телмәрҙән алыҫ һәм аралышыу сараһы ла була алмай. Улар бәләкәстең һәйбәт кәйефенә ишара.

Беренсе йәштең икенсе ярты йыллығында баланың дөйөм үҫешендә алға китеүҙәр күрһәтелә. Был осорҙа унда өндәр һәм өндәр бәйләнешенән тыш, өлкәндәрҙең әйткәнен ҡабатлау теләге тыуа. Баланың телмәр активлығын үҫтереү маҡсатында ата- әсә балаһына таныш өн һәм өндәр бәйләнешен әйтә. Ниндәйҙер аралыҡ менән бала ата- әсәһе әйткәнен ҡабатларға тырыша. Был иһә уның ишетеү һәм телмәр органдарын нығытырға ярҙам итә. Баланың артикуляцион аппараты, тын алыуы, тауышы камиллаша. Бындай “һөйләшеү” ваҡытында бала әсәһенең йөҙөн күрергә тейеш. Ул әсәһенән ишеткәнде ҡабатлау менән бергә, уға оҡшатып, күргәнен дә (мимикаһын) ҡабатлай.

Баланың хис- тойғо һәм тауыш реакцияһы өлкәндәр менән уйнағанда активлаша. Атай йәки әсәй кеше “а-у” йәки “ку-ку” тигәс, бала күрерлек икенсе яҡҡараҡ күсә. Бәләкәс уны эҙләп таба, шатлана һәм өндәр сығара.

Етенсе айға киткән бала күҙе менән күргән предметтың төшөнсәһен әйткәндә уны аңлай башлай, йәғни предмет менән һүҙ араһында бәйләнеш булдырыла. Мәҫәлән, ете- һигеҙ айлыҡ балаға сәғәт күрһәтеп, “был-сәғәт” тигәндән һуң, “сәғәт ҡайҙа?” тип һороһаң, ул күҙе менән сәғәтте эҙләп табасаҡ. Һорауҙы күп тапҡырҙар ҡабатлау ярҙамында өлкәндәр бала аңында һүҙ менән предметтың бәйләнешен барлыҡҡа килтерә.

Баланың предметтың атамаһын белдергән һүҙгә реакцияһы уның йәшенә һәм үҫешенә бәйләнә: тәүҙә ул башын бороп, предметҡа ҡарай, торараҡ уны тоторға теләй һәм аҙаҡ өлкән кешенең һорауы буйынса уны алып бирә башлай.

Шулай баланы һүҙҙәрҙе ҡулланырға өйрәтәбеҙ, һүҙҙе әйтеү теләге уятабыҙ. Бала исемен яҡшы белгән уйынсыҡҡа үрелһә, уны шунда уҡ алып бирергә ашыҡмайбыҙ, унда телмәр реакцияһы тыуҙырырға тырышабыҙ, һүҙҙе өндәрҙе йәки өндәр бәйләнешен әйттерәбеҙ(би-би, ҡуян).

Беренсе йылда өноҡшаш һүҙҙәрҙе файҙаланырға була. Мәҫәлән, сәғәтте “тик-так”, сүкеште “туҡ-туҡ” тип атарға мөмкин. Уларҙы бала еңел әйтә һәм ихлас ҡабатлай. Шул уҡ ваҡытта предметтың үҙ исемен дә әйтеү кәрәк. Өлкәндәрҙең телмәрен аңлауын үҫтереү өсөн балаға бер нисә предмет араһынан берәүһен табырға ҡушырға була. Мәҫәлән, уйынсыҡ араһынан ҡуянды йәки айыу балаһын табырға ҡушырға мөмкин. “Ҡыҙым (исеме менән), ҡуян ҡайҙа? Ә айыу балаһы?” Торараҡ уйынсыҡтың берәүһен алып биреүҙе һорайбыҙ. “Улым (исем менән),миңә ҡуянды алып бир;айыу балаһын алып бир”. Уйынсыҡтар уның янында булырға тейеш. Бала уны ҡарашы менән тапҡас, имгәкләп барып алырлыҡ булһын.

Шулай итеп, бер йәш тулыуға бала предметтың исеме менән һүҙ араһындағы бәйләнеште ныҡлап төшөнә. Ул 8- 12 һүҙ белә, күберәк өноҡшаш йәки әйтеүҙе еңелерәк һүҙҙәрҙе әйтә. Уның һүҙлегендә бер үк ижектәрҙән төҙөгән һүҙҙәр(лә-лә, мә- мә), һирәкләп төрлө ижеклеләре барлыҡҡа килә(әт-тә, ән-нә). Күберәк ҡул хәрәкәте, мимикаға мөрәжәғәт итеүгә ҡарамаҫтан, баланың телмәрен яйлап аралашыу сараһына әйләнә бара.

Баланың телмәре дөрөҫ үҫешкәнме икәнен асыҡлау өсөн дәфтәрҙә уның телмәре асылыу моменттарын бидәләп барабыҙ:

  1. геүләй башланы;

  2. өлкәндәрҙең телмәрен аңлай башланы;

  3. тәүге һүҙҙәрҙе әйтә башланы;

  4. бер йәш аҙағына нисә һүҙ әйтә;

  5. ниндәй өндәрҙе асыҡ әйтә; ҡайһылары һәр саҡ дөрөҫ килеп сыҡмай.

Бындай яҙып барыуҙар баланың телмәр үҫешен күҙәтергә ярҙам итер.