Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Практика.doc
Скачиваний:
11
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
163.33 Кб
Скачать

Ауылдың ер-һыу атамалары Үтәйәмбәт

Байғаҙы ауылы халҡы борон-борондан һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Үтәйәмбәт исемле бик яҡшы һунарсы йәшәгән. Саңғыла ла оҫта йөрөр булған. Боландарҙы, илектәрҙе саңғы менән баҫтырып тотҡан.

Шулай итеп, яҙҙың бер көнөндә Үтәйәмбәт һунарҙа болан баҫтырып килгәнендә, болан артынан тауҙан шыуып китә. Тауҙар текә булғанлыҡтан, ҡар ҙа аҫҡа шыуа, һунарсы бер нисек тә ҡотола алмай. Бейек тауҙан осоп төшөп шунда уҡ һәләк була. Аслыҡ йылдарында ауыл халҡын болан, ҡуян, илек ите менән ҡараған оҫта һунарсыны халыҡ онотмай, уның хөрмәтенә был бейек тауға уның исемен ҡушалар.

Сәңгелдәк

Был иҫ китмәле саф, шифалы, таҙа йылға Байғаҙы ауылына инеү менән сылтырап көлөп ҡаршы ала. Йылға буйында бәләкәй-бәләкәй сабынлыҡтар күп. Бесән ваҡытында сабынлыҡтарға килгән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре менән бала-сағаларын да алып килер булғандар. Йылға эргәһендәге муйыл ботаҡтарына сәңгелдәк элгәндәр. Шуға ла халыҡ был йылғаны Сәңгелдәк тип атай башлаған.

Һәүәнәк йылғаһы

Байғаҙы ауылы Һәүәнәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Һәүәнәк һүҙе һеүән тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Нимә ул Һеүән. Һеүәнде тәржемә иткәндә «көслө ағымлыҡ» тигәнде аңлата. Бынан тыш балыҡ тотоу өсөн һеүән (мурҙа) һалғандар. Ул муйыл йәки талдан үрелгән бер ҡатлы мурҙа. Хәҙерге ваҡытта Һәүәнәк бик ныҡ һайыҡты. Сөнки ярҙарындағы ағасты ҡырҡып бөттөләр. Шулай уҡ бөтә райондың малы Һәүәнәк буйында йәйләй. Йылға бысрана. Балыҡ һирәгәйә.

"Әбей тоноғо

Аслыҡ Байғаҙы ауылын да ситләп үтмәй. 1921 йылда күп халыҡ ҡырыла.

Яҙ етә. Аслыҡтан халыҡ төрлө үләндәр менән туҡлана; һарына, әттек, йыуа һ.б. Шуларҙы эҙләп төрлө яҡҡа сығып китә торған булғандар.Һарағы (Килдеғол) ауылында йәшәгән бер инәй ҙә, балаларын туйындырам тип, үлән ризыҡтарын йыйырға сығып китә. Яҙғы ташҡында Һәүәнәк тә бик ныҡ ташҡан була. Кисеү аша сығып барған ваҡытта, ташҡын әбейҙе ағыҙып алып китә. Ул ағып барып бер тоноҡта тамырға эләгеп тора. Күпмелер ваҡыт уҙғас әбейҙе табалар һәм шул тоноҡто «"Әбей тоноғо» тип атай башлайҙар.

Күрән

1930-сы йылдарҙа Сыбар йылғаһы буйында бик матур туғайҙар булған. Унда йәйләү өсөн малдары һәм ғаиләләре менән күсеп йөрөр булғандар. Улар араһында минең ҡарт олатайым да була. Улар бында бик күп малы улдары, ейәндәре менән бергә ҡарайҙар. Был урындар йәйләү өсөн бик уңайлы булған. Яҡында ғына Сыбар йылғаһы аға. Малға туҡланыу өсөн туғайҙары ла бик күп. Сыбар йылғаһы бик үҙенсәлекле. Ул ер өҫтөнә бер килеп сыға, бер кире инеп юғала. Йылға юғалып киткән урындарҙа дымлы туғайҙар бар. Унда бик күп күрән үләне үҫә. Шунлыҡтан был йылғаны һуңғараҡ Күрән йылғаһы тип атай башлайҙар. Туғайҙарҙы ла Күрән туғайҙары йәки Күрән бесәнлеге тип атайҙар.

Ураҙы тауы

Борондан Байғаҙы ауылы халҡы кустарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Улар көрәк, септә эшләп, ялан яғына алып барып игенгә алмаштырғандар.

Ауылды сыҡҡас та, текә тауҙы менергә тура килә. Ураҙы тауы бик бейек һәм бик текә. Тауҙы үрләгән ваҡытта, «үр аҙымын» менер кәрәк, тип һөйләп торор булғандар. Шул һүҙҙән килеп сыҡҡан да инде Ураҙы исеме. Шулай уҡ тауҙың аҫтында гәлсәр табыла. Уны көрәк менән ҡаҙып алалар. Ошо бейек тау янында Ураҙы исемле бер бай йәшәгән һәм үҙенең байлығын ошо тау аҫтына йәшергән, тип тә тфаразлайҙар.