Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Практика.doc
Скачиваний:
7
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
163.33 Кб
Скачать

Арғынбай яланы

Элек Байғаҙы ауылы халҡы, яҙ етеп, үләндәр ҡалҡҡас, төрлө яҡтарҙа йәйләргә күсеп ултыра торған булған. Ауылдың иң бай кешеһе Арғынбай ҙа үҙенең бик күп мал-тыуары менән ауыл ситендәге 6ур яланға йәйләүгә сығыр булған. Ул был яланда бесән сапҡан, мал үрсеткән, айыуға

һунарға йөрөгән. Шулай, көҙ етәрәк, айыуға һунарға сыҡҡанында уны айыу талай. Арғынбай үлеп ҡалғас, ул яланды Арғынбай яланы йәки Айыуһуҡҡан яланы тип тә атайҙар.

Й О Л А Л А Р

Бәпес күреү

Донъяға яңы бәпес ҡайтһа, өй йәмләнеп, тыуған-тыумасалар йөҙө яҡтырып киткәндәй тойола. Ғөмүмән, бала тыуғас, уға исем ҡушыу йолаһына әҙерләнә башлайҙар. Бигерәк тә, бында иң яҡын тыуғандары, күрше-тирәһе саҡырыла. Исем ҡушмаҫ элек бала ныҡ илай, тигән фекер килә, йәнәһе, бала исем һорап илай. Шуға ла балаға исем ҡушыу йолаһы бик ныҡ таралған һәм традицион йолаларҙан һанала. Балаға күҙ теймәһен өсөн маңлайына ҡором һәм килгән ҡунаҡтарға күрһәтәләр. Инәйҙәр, апайҙар, ағайҙар, олатайҙар балаға теләктәр теләйҙәр ,

Инәңә рәхмәтле бул,

Үҙеңдән олоға ағай тиң,

Атаңдан олоға бабай тиң,

Инәңдән олоға әбей тиң.

Ауыҙың балдай татлы булһын\

Телең майҙай йомшаҡ булһын\

"Әсә кеше баланы ҡулына алып муллаға тоттора.

Мулла. Тьфү, собханалла, күҙ теймәһен, бигерәк матур икәнһең, тәүфи

ҡлы бул. "Әйҙәгеҙ, исем ҡушайыҡ.

Баланы, аяғын ҡибла яғына ҡаратып, яҫтыҡҡа һалалар. Мулла баланың баш осона ултырып а6ан әйтә.

Мулла. Аллаһу әкбәр (2 тапҡыр уң яҡҡа,2 тапҡыр һул яҡҡа). "Әшәдү әнлә лә иллаһә илләллаһ (2 тапҡыр). "Әшһәдү әннә мөхәммәдир рәсуллулаһ (2 тапҡыр). Хәййә ғәләссалаһ (2 тапҡыр). Хәййә ғәлл – флх (2 тапҡыр). Аллаһу әкбәр (2 тапҡыр). .

Ә"сәһе самауыр ҡайнатып, аш ултырта, ҡунаҡтарҙы күстәнәстәр менән һыйлай. Табын тамамланғас, доға уҡып, сабыйға именлек, һаулыҡ, бәхет теләп хушлашалар.

Кәкүк сәйе

Был байрамды үткәрер өсөн ауылдың барлыҡ балалары үҙҙәренең әсәйҙре, өләсәйҙәре менән урманға, Һәүәнк буйындағы ҡалҡыу урынға, сығалар. Ғәҙәттә, балалар урманға инер алдынан уны сәләмләйҙәр;

- Һаумы, йәшел урманым,

Һаумы, зифа ҡайыным.

Һаумы, гүзәл болоном,

Бөгөн килек беҙ бында

Кәкүк сәйе эсергә.

Ошо сәләмде әйтеп, күмәкләп урманға инәләр. Ултырып доға ҡылалар.

Оло инәй. Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, кәкүк саҡырһа, нимә бул, тиҙәр\ Дөрөҫ, көн йылына. Һынамыштар беләһегеҙме\ ҡояш байығанда офоҡ ҡыҙарһа, аяҙға була. Ҡоштар аҫтан осһа – ямғырға. Һаҡ менән Суҡ ҡысҡырһа – ямғырға.

Табын әҙер булғансы уйындар үткәрелә.

Әйҙәгеҙ, балалар, сәй әҙер булғансы уйнап алайыҡ.

«Аҡһаҡ төлкө» уйыны.

- Төлкө, төлкө, теләктәй,

Төндә ҡайҙа бараһың/

Төлкө улы Биксәнтәй,

Әбейемә барамын.

Әбейемдә нейең бар?

Мейес артында туным бар.

Туның янһа, нишләрһең?/

Һыуға илтеп ташлармын.

Кем башлап көлә, шул наказ үтәргә тейеш (йыр, бейеү, нәфис һүҙ башҡарыла).

«Йәшерәм, йәшерәм яулығым» уйыны

Был уйынды һанашмаҡ менән башлайҙар;

Ҡыш китте,

Яҙ килде,

Өйрәк менән ҡаҙ килде.

Балалар түңәрәккә ултырып йырлайҙар;

Йәшерәм, йәшерәм яулығымды

Йәшел ҡайын артына.

Һиҙҙермәйсә һалып киттем

Бер иптәшем артына.

Кемдең артына яулыҡ һалынған, шул яулыҡ һалыусыны баҫтырып тоторға тейеш. Уйын шулай дауам итә.

Тут вы можете оставить комментарий к выбранному абзацу или сообщить об ошибке.

Оставленные комментарии видны всем.